Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп этәргес көсөбөҙ – хеҙмәт һәм аҡыл ресурстары
Төп этәргес көсөбөҙ – хеҙмәт һәм аҡыл ресурстары Бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ҡырҡ етенсе ултырышы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республика парламентына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән башланып китте.

– Властың барлыҡ кимәлдәре етәкселәренең төп бурысы – халыҡ өсөн эшләү, кешеләр мәнфәғәтен күҙәтеү, – тине Рөстәм Зәки улы. – Республика өсөн яуаплылығыбыҙ уртаҡ.
Башҡортостан етәксеһе белдере­үенсә, беҙҙең төбәк – төп күрһәткестәр буйынса Рәсәйҙәге иң алдынғы субъекттарҙың береһе. Алға табан ырамлы аҙымдар менән барыу өсөн ныҡлы нигеҙ булдырылған, инвесторҙар ҙа беҙгә шикләнмәй килә, социаль йөкләмәләр тулыһынса үтәлә, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы һуңғы осорҙа етештереү кимәлен үҫтереүгә өлгәшә, торлаҡ төҙөлөшө өстән бер өлөшкә артты. Республикала уртаса эш хаҡы быйыл 3,6 процентҡа күтәрелде һәм 29 мең һум тәшкил итә. Беҙҙәге уртаса ғүмер оҙайлығы тәүге тапҡыр 71 йәштән ашты.
Тыуымды арттырыу буйынса күп һандағы саралар, балалар өсөн пособие түләү һәм уның күләмен арттырыу тураһында һөйләгәндә республика етәксеһе, “Аҫыл бала эраһы” башлана, тип белдерҙе һәм беренсе бала тыуғанда 300 мең һум алырға тейешле ғаилә төрҙәре исемлеген киңәйтергә ҡушты.
Шулай ҙа хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел. Белем биреү өлкәһенә ҡағылып, Рөстәм Зәки улы белгестәр әҙерләү системаһында хәҙерге баҙар иҡтисадының кадрҙар буйынса талаптары тулыһынса үтәлеп бөтмәүе тураһында әйтте. Һөнәргә өйрәтеү кимәле лә эш биреүсенең талаптарын һәр саҡ ҡәнәғәтләндерә тип булмай. Яңы һөнәрҙәр буйынса навигатор булдырыу талап ителә. Юғары уҡыу йорттарындағы фәнни эшмәкәрлек тә ҙур йоғонтоға эйә түгел әлегә, улар биргән иҡтисади күләм бер миллиард һумға ла етмәй.
– Бөгөнгө осор – ижади эҙләнеүҙәр һәм табыштар өсөн иң уңайлы ваҡыт ул, – тине республика Башлығы. – Ошо йәһәттән төп этәргес көсөбөҙҙөң хеҙмәт һәм шул иҫәптән аҡыл ресурстары икәнен һис оноторға тейеш түгелбеҙ.
Рөстәм Зәки улы шулай уҡ һаулыҡ өлкәһендәге хәл итәһе мәсьәләләргә лә туҡталып үтте, һәләтле йәштәрҙе республикаға эшкә килергә дәрт­ләндереү, халыҡтың мәғлүмәт технологиялары буйынса грамоталылығын арттырыу һәм башҡа йүнәлештәргә ҡағылышлы саралар күреләсәге хаҡында һөйләне.

(Мөрәжәғәтнамәнең тулы тексы менән киләһе һанда танышырға мөмкин).

Константин Толкачев, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:
— Республика Башлығының һәр йылғы Мөрәжәғәтнамәһе — ил күләмендә һәм халыҡ-ара кимәлдә социаль, сәйәси һәм иҡтисади ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, яҡын киләсәккә төбәк үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләгән мөһим документ ул. 2017 йылғы Мөрәжәғәтнамә сағыу социаль үҙенсәлеккә эйә. Төбәк тормошоноң төрлө яҡтарын — ҡануниәт базаһы, иҡтисад, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы торошон үҙ эсенә алыуға ҡарамаҫтан, үҙенең сығышында төп баҫымды был юлы төбәк Башлығы мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, фәнде үҫтереүгә, ғаилә институтына булышлыҡ итеүгә яһаны. Республикалағы һәр кеше көн һайын тап ошо өлкәләр менән осраша. Был тармаҡтарҙағы эштәр граждандарыбыҙҙа айырым ҡыҙыҡһыныу уятыуы ғәжәп түгел. Һуңғы йылдарҙа республикалағы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф системаларында етди яңылыҡтар булды, әммә был йүнәлештә башҡараһы эштәр байтаҡ әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 260

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 334

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 321

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 235

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 116

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212