Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тимер нисек ҡоросҡа әйләнә?
Тимер нисек ҡоросҡа әйләнә?Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара татыулыҡ һәм тыныслыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре
буйынса совет менән Башҡортостан халыҡ­тары ассамблеяһы советының киңәйтелгән ултырышы уҙғарылыуы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған был сарала төрлө диндәрҙең һыйышып йәшәүенә, милли мәҙәниәттәргә һәм милләт-ара мөнәсәбәттәргә баһа бирелде, был өлкәләрҙә килеп тыуған ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары билдәләнде.



Киңәйтелгән ултырышта традицион конфессиялар етәкселәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселеге, милли-мәҙәни үҙәктәр вәкилдәре, фән һәм мәғариф, спорт һәм мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәре ҡатнашты.
– Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, бөгөнгө йыйылышта фекерҙәр уртаҡ булһын, – республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ сығышын башҡортса башлап ебәрҙе. – Советтың ултырышын беренсе тапҡыр Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы менән берлектә ошондай киңәйтелгән форматта үткәрәбеҙ. Был бик әһәмиәтле, сөнки республикалағы һәм илдәге милли татыулыҡты нығытыу буйынса милли-мәҙәни үҙәктәрҙең әһәмиәте мөһим икәнлеген барыһы ла аңлайҙыр, тип уйлайым. Дәүләт милли сәйәсәтенең 2025 йылға тиклемге федераль стратегияһында уның төп өҫтөнлөктәре билдәләнгән, беҙҙең республикала ла тейешле программа эшләп килә. Һуңғы бер нисә йылда ошо йүнәлештә төрлө саралар үткәреүгә ҡаҙнанан сығым да аҙ бүленмәй. Ләкин был эштә һабантуй, концерт кеүек күңел асыуға ҡоролған саралар өҫтөнлөк итә, уларҙы идеологик яҡтан байытыу, киңерәк күләмдәге проекттар етешмәй әле. Күңел асыу саралары ла кәрәк, әлбиттә, ләкин улар былай ҙа йыш уҙғарыла бит.
Рөстәм Зәки улы билдәләгәнсә, Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу мәсьәләләрен мәғарифтан, тел сәйәсәтенән айырып ҡарарға ярамай. “Тел даирәһен артыҡ сәйәсиләштереү бөтөнләй кәрәкмәй тип иҫәпләйем, ул йәмғиәтте тарҡатыуҙан башҡа бер нимәгә лә алып килмәйәсәк”, – тине республика етәксеһе.
Рәсәй Президенты ҡушҡан бурыстарҙы үтәү өсөн Башҡортостанда дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса Указ да ҡабул ителде. Уларға ярашлы, был эшмәкәрлек өс йүнәлештә тупланасаҡ: 1) дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса программа әҙерләнә, уның “Башҡорт теле”, “Урыҫ теле”, “Туған телдәр” тигән бүлектәре лә буласаҡ; 2) дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика Башлығының йыллыҡ гранттарын булдырыу; 3) башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса фонд ойоштороу. Әлеге ваҡытта документтар, шул иҫәптән Фондтың уставы әҙерләнә. Уға ярашлы, Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү фондының попечителдәр советына республика Башлығы етәкселек итәсәк.
– Шуны ла әйткем килә: был өс йүнәлеш тә етди финансланасаҡ, – тине Рөстәм Зәки улы. – Ул йөҙҙәрсә миллион һумдан ашыу сумманы тәшкил итәсәк. Башҡорт­остан Башлығының гранты ғына ла, мәҫәлән, кәмендә 50 миллион һум буласаҡ. Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү программаһы 100 миллион һумдан ашасаҡ, йәғни ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте финанслауҙа ҙур һынылыш буласаҡ. Һуңғы йылдар менән сағыштырғанда, ул тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк тигәнде аңлата. Бынан тыш беҙ урыҫ телен өйрәнеү буйынса ла етди эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Бөгөн мәктәптәрҙә дөйөм белем биреү программалары буйынса урыҫ телен уҡытыу күләме Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тәҡдим иткән кимәлгә еткерелде.
Республика етәксеһе аңлатҡанса, Дәүләт телдәре буйынса республика советының эшен йәнләндереү өсөн өҫтәмә саралар ҙа талап ителәсәк. “Һуңғы арала республика Хөкүмәте вице-премьерҙа­рының береһе етәкселек иткән был Совет бөгөнгө талаптарға яуап бирмәй, биш – ун йыл элек булған кимәлдә ҡатып ҡалған”, – тине Рөстәм Хәмитов. Хәҙер ошо эшмә­кәрлекте әүҙемләштереү талап ителә, Совет республика етәксеһенә дәүләт телдә­рен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре һәм механизмдары тураһындағы тәҡдимдәр әҙерләйәсәк.
Телде өйрәнеүҙең иң мөһим мәсьәләһе – уҡытыусылар әҙерләү. Бөгөн туған телдәргә туғыҙ меңдән ашыу белгес өйрәтә. “Беҙгә был өлкәләге һәр педагог ҡәҙерле, уларҙың квалификацияһын камиллаштырыу, ғилми-методик ярҙам менән системалы шөғөлләнергә кәрәк”, – тине Башҡортостан Башлығы. Был йәһәттән бөгөн мәғлүмәт технологияларын, социаль селтәрҙәрҙе лә әүҙемерәк үҙләште­реү һәм файҙаланыу талап ителә. Күптән түгел, мәҫәлән, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты “Башҡорт теленә дистанциялы өйрәнеүҙең халыҡ-ара системаһы” тигән портал асты.
– Халыҡтар ассамблеяһына ғаилә тәрбиәһе планында ла эшләйһе күп әле. “Туған телдәрҙе онотоу” мәсьәләһендә глобалләштереү күренешен генә ғәйепләр­гә ярамай, – тип иҫкәртте Рөстәм Хәмитов. – Төп хәүеф күпкә яҡыныраҡ. Әгәр ҙә ғаиләлә туған телдә һөйләшмәйҙәр, туған телдә телевидение ҡарамайҙар һәм гәзит-журналдарға яҙылмайҙар, балаларҙы туған телдәге спектаклдәргә һәм концерт­тарға йөрөтмәйҙәр икән, кем быға ғәйепле? Ни өсөн яуаплылыҡ власть органдарына һәм йәмәғәтселеккә ятырға тейеш?
Милләт-ара һәм диндәр араһындағы мөнәсәбәттәргә ағымдағы мониторинг күрһәтеүенсә, республика халҡының 85 проценты был мөхитте ыңғай баһалай. Милләт-ара төҫ алған ыҙғыштар, нигеҙҙә, көнкүрештә түгел, ә күңел асыу урындарында – кафе, ресторан һәм клубтарҙа – тыуа. Өфөлә, Салауатта, Күмертауҙа, Сибайҙа һәм Дүртөйлө районында шундай осраҡтар булды. Ундай хәлдәр һирәк, ләкин һәр береһе социаль селтәрҙә йәнле сағылыш таба. Артабан инде экстремистик характерҙағы аңлатмалар китә. Әлбиттә, быға юл ҡуйырға ярамағанлығы көн кеүек асыҡ. Рөстәм Хәмитов бындай милләт-ара мөнәсәбәттәр өсөн муниципалитет етәкселеге яуаплы икәнлеген иҫкә төшөрҙө һәм ошо йүнәлештә әүҙем эшләргә, ыҙғыш тыуҙырырға һәләтле шарттарҙы асыҡлау һәм алдан иҫкәртеү кәрәклеген белдерҙе.
Милләт-ара татыулыҡты артабан нығы­тыу һәм милли мираҫты һаҡлап ҡалыу тураһындағы тәҡдимдәр менән ултырышта дини конфессиялар һәм милли-мәҙәни үҙәктәр етәкселәре лә сығыш яһаны.
– Халыҡтарҙың мәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыу – Башҡортос­танда һәм бөтә илдә гражданлыҡ берҙәмлеген тәьмин итеү, милләт-ара татыулыҡты нығытыу өсөн иң мөһим шарт ул, – тине Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Шәйех-әл-ислам Тәлғәт Тажетдин. – Башҡортостан Башлығының ошо күп төрлөлөктө һаҡлап ҡалыу буйынса аҙымдарын тулыһынса хуплайым. Халыҡтар берҙәмлеге ул ҡоро һүҙ генә түгел. Был күренеш бер-береңде аңлау ғына түгел, ә үҙ-ара ихтирам да булған шарттарҙа ғына барлыҡҡа килә. Тыныслыҡ һәм татыулыҡтың нигеҙе лә шул. Тыныслыҡ һәм татыулыҡ булғанда беҙ көслөбөҙ.
Урыҫ Православие сиркәүенең Мәскәү патриархаты Башҡортостан митрополияһы башлығы Никон үҙ сығышында билдәләп үткәнсә, мәҙәни һәм тел төрлөлөгөнә бәйле мәсьәләләр күп динле һәм күп милләтле Башҡортостан өсөн айырыуса мөһим. Ул республика Башлығы ошо йүнәлештә алып барған сәйәсәтте хуплауы тураһында әйтте. Республикала тыныслыҡ һәм татыулыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн Башҡортостандағы бөгөнгө дини һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙә Урыҫ Православиеһы ла тулы дәрәжәлә ҡатнашырға әҙер.
– Бөгөнгө ултырыштың темаһы бер ҡасан да көнүҙәклеген юғалтмаясаҡ, – тине Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, шулай уҡ республика Башлығының телдәрҙе үҫтереү буйынса башланғысын хуплауын белдергәс. – Еребеҙҙә йәшәгән милләттәрҙең мәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү – иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Күп быуаттар буйына беҙҙең халыҡтар үҙ-ара аңлашыу, ярҙамлашыу, бер-береһен хөрмәт итеү шарттарында йәшәй.
Өфөнөң һәм республиканың баш раввины Дан Кричевский әйтеүенсә, “Ор Авнер” йәһүд мәктәбендә уҡыған балаларҙың ата-әсәләренең 90 проценты, башҡорт теле уларҙың туған теле булмаһа ла, ошо телде өйрәнергә теләге барлығын белдергән.
– Бер нисә тиҫтә йыл элек кенә беҙ, ошолай бер өҫтәл янына ултырып, бала­ларға һәм дингә ҡағылышлы мөһим проб­лемаларҙы хәл итербеҙ тип уйлай ҙа алмай инек. Донъяла нимәләр булғанын күреп торабыҙ һәм Рәсәйҙең иң тотороҡло урын булыуына ышана барабыҙ, бында милли йолаларҙы ҡурҡмайынса үтәргә мөмкин. Беҙҙең республика – иң имен һәм тыныс төбәктәрҙең береһе. Башҡорт­ос­танда тыныслыҡ һәм татыулыҡ хөкөм һөрһөн өсөн бүтән конфессиялар менән иңгә-иң терәшеп эшләйбеҙ, – тине баш раввин.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының Башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге” дәүләт учреждениеһының генераль директоры Әмир Ишемғолов Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң күп милләтле булған һәм толерантлыҡ, үҙ-ара аңлашыу нигеҙендә йәшәгән Башҡортостан өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген билдәләне.
– Башҡортостандың данлы тарихы быуаттар буйына уның күп милләтле халҡының хеҙмәте һәм тырышлығы менән төҙөлгән, – тине Әмир Миңләхмәт улы. – Ул беҙҙең олатайҙарҙың, атайҙарҙың һәм бөгөнгө быуындың да яҙмышы булып тора. Былтыр 23 декабрҙәге матбуғат конференцияһында Рәсәй Президенты Владимир Путин шулай тигәйне: “Башҡорттар 1812 йылғы Ватан һуғышында 16 йәштән уҙған бөтә ир-атты атҡа мендергән һәм ҡоралландырған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла Башҡортостанды ошондай уҡ илһөйәрлек рухы солғап алған. Бының менән беҙ ғорурланырға тейешбеҙ”. Үҙ тарихында ҡатмарлы һәм аяныслы ваҡиғалар ҙа булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт халҡы һәр саҡ урыҫтарға ла, татарҙарға ла, сыуаштарға ла һәм башҡа милләттәргә лә йылы мөнәсәбәттә булды. Бөгөнгө Башҡортостан – этностар һәм конфессия­ларҙың тыныс һыйышып йәшәүенә ыңғай миҫал ул. Милли-мәҙәни үҙәктәр беҙҙә дәүләт власы органдары һәм дини ойошмалар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй. Күп милләтле Башҡортостан халыҡтарын берләштереүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла әүҙем ҡатнаша, сөнки башҡорттарҙы үҫтереүҙең рухи һәм мәҙәни ихтыяжына ҡағылышлы мәсьәләләрҙең ҡуйылышы һәм хәл ителеше башҡа халыҡ­тар өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә, улар милли сәйәсәттең дөйөм йүнәлештәрен билдәләй.
Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, киләсәккә өмөт менән ҡараған кешеләр төрки телдәр төркөмөнә ингән башҡорт теленең халыҡ-ара мөнәсәбәттәге әһәмиәтен яҡшы аңлай. Ул төрлө илдәрҙә йәшәгән халыҡтарҙың 40 теле менән оҡшаш. Ә был халыҡтар 200 миллион кешене берләштерә. Тимәк, башҡорт телен белһәң, башҡа төрки телдәрҙе аңлауы һәм үҙләштереүе еңел. Башҡортса һөйләшә алғандар инглиз һәм немец телендәге һүҙҙәрҙе сифатлыраҡ әйтә, сөнки беҙҙең телдәге өндәр быға булышлыҡ итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Башҡортостан прокуратураһы менән берлектә һәм ҡала, район прокурорҙары ҡатнашлығында милли мәғариф буйынса кәңәшмә үткәреүҙәре һәм уртаҡ тел табыуҙары тураһында ла әйтеп үтте.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан урыҫтары соборы башҡарма комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев, Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе Римма Үтәшева, Башҡор­тос­тандың фин-уғыр халыҡтары ассамблея­­һы советы рәйесе, мордва милли-мәҙәни автономияһы башҡарма комитеты рәйесе Юлия Герасимова, Башҡортостандың сыуаш милли-мҙәни автономияһы советы рәйесе Виталий Викторов, Башҡортостандың “Ала-Тоо” ҡырғыҙ мәҙәниәте үҙәге рәйесе Сәнә Алиева шулай уҡ мәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлап ҡалып артабан үҫтереүҙең мөһимлегенә баҫым яһаны.
Кәңәшмә аҙағында Рөстәм Хәмитов халыҡтарҙың төрлө булыуын һәм был төрлөлөктөң беҙҙең йәмғиәтте фәҡәт нығытыуын ғына билдәләне.
– Мин – инженер һәм миңә инженерлыҡ сағыштырыуҙары яҡын, – тине республика Башлығы. – Бер металл, химик элемент бар, ул – тимер. Үҙе генә мөһим материал була алмай, ләкин әгәр ҙә тимергә башҡа химик элементтарҙың өлөштәре эләкһә, ҡорос хасил була. Был матдә тутыҡмай, эҫегә лә, һыуыҡҡа ла сыҙамлы. Ҡушылған ошо өлөшсәләрҙең күләме үтә аҙ, ләкин улар тимерҙе ныҡлығы, туҙыуға һәм тутығыуға ҡаршы тора алыу һәләте буйынса бөтөнләй икенсе матдәгә әйләндерә. Беҙҙең йәмғиәт тә шулай. Эйе, ҙур һанлы урыҫ халҡы бар, ул ил халҡының 90 проценттан ашыуын тәшкил итә. Ләкин беҙҙең халыҡтар бөтә ҡоролманы емерелмәҫлек итеп һаҡлаған әлеге элементтар булып тора ла инде. Һәм был үтә лә мөһим. Ватан тарихында халыҡтар берҙәмлеген сағылдырған яҡты биттәр күп. Дине һәм милләте ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр кем Бөйөк Еңеү көнөн билдәләй. Тап беҙҙең илдең беренсе йыһан державаһы булыуы менән барыбыҙ ҙа ғорурлана. Беҙҙе әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт, уртаҡ рухи тамырҙар берләштерә. Тағы ла бер тапҡыр әйтәм: тыныслыҡ һәм милли татыулыҡ – иң ҙур хазина. Уны һаҡлап ҡалыу өсөн бөтәһен дә эшләргә бурыслыбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 290

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 258

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 324

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 346

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 254

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 333

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 243

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 252

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 319

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 234

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 114

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 211