Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостан” Башҡортостан менән осрашты
“Башҡортостан” Башҡортостан менән осрашты Үткән йомала Өфөләге Конгресс-холда “Башҡортостан” гәзите сыға башлауға 100 йыл тулыуҙы билдәләгән кисәне, һис шикһеҙ, республикабыҙҙың милли мәҙәниәте тарихындағы күренекле ваҡиғаларҙың береһенә индерергә мөмкин. Сараға халыҡтың эркелеп килеүе, һуңлағандарҙың ҙур тамаша залында, балконда урын таба алмай йөрөүе үҙе үк шуны раҫлай.
Был аңлашыла ла: гәзит бер быуат дауамында республика халҡының ҡаҙаныштарын да, ауыр мәлдәрен дә көн һайын сағылдырып барған һәм рухи яҡтан баһалап бөткөһөҙ тарихи ҡомартҡыға әйләнгән. Шулай булһа ла, кисә маҡтаныу-шапы­рыныуға, уңыштарҙы барлауға түгел, ә 100 йыллыҡ тарихҡа бөгөнгө күҙ­лектән сығып баһа биреүгә, Совет власынан алда уҡ барлыҡҡа килгән был баҫма­ның илдәге төрлө дәһ­шәтле ва­ҡиғалар аша бөгөнгө көнгә лайыҡлы килеп етеүе менән ғорур­ланыу хисенә ҡоролғайны. Иҡтисади яҡтан ҡатмарлы хәҙерге заманда редакция коллективын борсоған мәсьә­ләләр ҙә юҡ түгел, ләкин журналистар үҙҙәрен башҡорт халҡының милли мәнфәғәтен яҡлаған ижади бейек­лектә тота белеүен һәм быға бер ниндәй ҙә проблеманың ҡамасаулай алмауын тиҫтәләрсә йыл буйы иҫбатлап килә бит. Кисәлә гәзиттең бүлек мөдирҙәре Илдар Аҡъюловтың Башҡорт­остан Республи­каһының Почет грамотаһына лайыҡ булыуы, Салауат Әбүзәровҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған мат­буғат һәм киң мәғлүмәт хеҙ­мәткәре” тигән маҡ­таулы исем бирелеүе ижад ялҡынының һүрел­мәүен раҫлай.
“Любизар” хәрби-патриотик клубының, сәхнәгә сығып, гәзиттең директоры-баш мөхәр­рире Азамат Юлдашбаевҡа “Баш­ҡортостан” гәзите” тип яҙылған байраҡ тоттороуы һәм Азамат Рәмил улының башҡорт халҡының ошо төп баҫмаһын сығарыуҙа артабан да ҙур яуаплылыҡ тойоп һәм милләткә ҡарата ихтирам, хөрмәт һәм ғәҙеллек талаптарынан сығып эш итәсәге тураһында ант итеүе сараның кульминацион нөктәһенә әүерелде.
“Башҡортостан” Башҡортостан менән осраштыМатбуғат байрамында “Дарман” балалар бейеү ансамбле, Стәрле­тамаҡ бейеү театры коллективы, билдәле йырсылар Әлим Ҡәйүмов, Римма Амангилдина, Баязит Байназаров, Алһыу Бәхтиева, Гөлсөм Бикбулатова, Салауат Мөхәмәтйәров, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәй­нетдинов һәм башҡа сәнғәт йон­доҙ­ҙары ҡатнашты. Фойела этно-йәр­минкә, китап сауҙаһы, гәзит-жур­налдарға яҙылыу ҙа ойош­торолғайны.


Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

(Тамашанан фотоларҙы “Башҡор­т­о­с­тан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль сел­тәрендәге төркөмөндә ҡарағыҙ: https://vk.com/gazetabashkortostan).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 269

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 301

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 308

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 236

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 186