Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшлек көсөнә кәртәләр юҡ
Йәшлек көсөнә кәртәләр юҡ Рәсәйҙең төп сәйәси, ижтимағи, мәҙәни үҙәктәренең береһенә әүерелгән Сочи әлеге көндә тағы гөрләй – унда Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале бара. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара көткәндән дә киңерәк һәм әһәмиәтлерәк буласаҡ, сөнки быға тиклем унда 20 мең ҡатнашыусының килеүен көтһәләр, ысынбарлыҡта был һан 25 меңгә еткән.


Рәсәй өсөн бындай фестиваль яңылыҡ түгел: быға тиклем бөтә донъя йәштәрен 1957 һәм 1985 йылдарҙа йыйғандар. Әммә, уларҙан айырмалы рәүештә, быйыл ҡунаҡ­тарҙы Мәскәү түгел, ә Ҡара диңгеҙ буйындағы данлыҡлы ҡала ҡабул итә. Шулай уҡ фестивалдә ҡатна­шыусы илдәрҙең һаны ла рекордҡа торошло – 180-дән ашыу.
Ойоштороусылар Демократик йәштәр федерацияһы менән бер­лектә исемлектәрҙән төшөп ҡалған, әммә барыбер сарала ҡатнашырға ниәтләгән йәштәргә лә мөмкинлек биргән: улар өсөн дә ҡунаҡхана, туҡланыу мәсьәләләре хәл ителгән.
Йәшлек көсөнә кәртәләр юҡФестиваль 14 октябрҙә башланды. Сараны асыу тантанаһында Рә­сәй Президенты Владимир Путин ҡат­нашҡан. Ул шулай уҡ йәштәр менән эшлекле осрашыуҙа булып, аралашыуҙың һөҙөмтәләре буйынса тәүге эштәрҙе лә билдәләгән. Атап әйткәндә, яңылыҡтар йәштәрҙең фәнни башланғыстарын үҫтереү һәм киңәйтеү өсөн норматив нигеҙ булдырыуға, был йәһәттән ҡану­ниәтте камиллаштырыуға ҡағыла.
Тантананы асҡан саҡта Президент: “Бынан алты тиҫтә йыл элек илебеҙҙә тәүге фестиваль ойошто­ролған. Унда ла һеҙҙең кеүектәрҙе йәшлектең ихласлығы, дәрт-дарманы донъяны ғәҙелһеҙлектән, һуғыш һәм низағтарҙан ҡотҡарыр тигән изге инаныу, ныҡлы ышаныс бер­ләштергән. Ул саҡта йәштәр ысын дуҫлыҡҡа бер ниндәй ҡаршы­лыҡтар ҙа кәртә булып тора алмағанын, ә кешеләргә күңел йылыһы менән бү­лешергә бер ниндәй ҙә милли, дини, мәҙәни һәм башҡа айырмалыҡтар тотҡарлыҡ тыуҙырмағанын иҫбат­ланы”, – тине һәм йәштәрҙе берҙәм булырға, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ынтылырға саҡырҙы.
Фестиваль, төрлө илдәрҙән килгән йәштәрҙең танышыу-аралашыу урыны булыу менән бер рәттән, глобаль проблемаларҙан башлап, йәмәғәтсе­лекте борсоған көнүҙәк мәсьәлә­ләрҙе хәл итеү, башланғыстарға этәргес биреү, төрлө йүнәлештә фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла буласаҡ. Һәр йәһәттән тиңе булмаған йәштәр форумы 22 октябргә тиклем дауам итәсәк.



Йәшлек көсөнә кәртәләр юҡБайрас АЗАМАТОВ, М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале ҡатнашыусыһы (телефондан):
– Әле беҙ Сочиҙа, иҫ киткес ҙур фестивалдең уртаһында ҡайнай­быҙ. Сарала ҡатнашырға Баш­ҡорт­ос­тандан 1200 кеше теләк белдергәйне, улар араһынан 18 – 35 йәштәге булдыҡлы, уңған, маҡ­сатлы 200 кеше һайлап алынды, 50 кеше волонтер сифатында килде. Арабыҙҙа студенттар ҙа эшләп йөрөүсе йәштәр ҙә бар. Барыбыҙҙы бер һыҙат берләштерә – артабан үҫергә, яңы юлдар табып алға ынтылырға. Был йәһәттән фестиваль бик күп мөмкинлектәр бирә. Аралашыу бәхете генә ни тора! Бына, мәҫәлән, һеҙгә интервью бирәм, ә эргәмдә Мозамбик, Непал, Сүриә вәкилдәре баҫып тора. Телде белмәһәк тә, аңлашабыҙ-аралашабыҙ. Төньяҡ Корея вәкилдәре лә бар. Был ил тураһында төрлө хәбәрҙәр күп, мәғлүмәти йәһәттән ябыҡ дәүләт тип беләбеҙ. Ә унан килгән студенттар был фекерҙе юҡҡа сығарҙы – бына тигән белемле, итәғәтле, алсаҡ йәштәштәребеҙ!
Һәр илдең, һәр төбәктең үҙ майҙансығы ойошторолған, беҙҙеке “Башҡортостан – бал иле” тип атала. Унда республикабыҙҙың ҡаҙаныштары, тәбиғәте, мәҙәниә­те, тарихы менән танышырға, төрлө сувенирҙар һатып алырға, һорауҙарға яуаптар алырға була.
Үҙемә килгәндә, мин бында донъя кимәлендәге бәйләнештәр булдырырға тигән маҡсат менән килдем. Киләсәктә ошоға бәйле тормошҡа ашыраһы хыялым да бар. Үҙем менән Башҡортостанды һүрәтләгән 20 магнит һалып алдым – күңелемә ятҡан кешеләргә бүләк итәсәкмен, тыуған республикам сәләмен ҡитғаның төрлө тарафтарына юллаясаҡмын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 287

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 256

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 321

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 341

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 252

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 330

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 317

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 231

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 113

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206