Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Манас иле ҡәрҙәштәрен барлай
Манас иле ҡәрҙәштәрен барлайАлдан хәбәр итеүебеҙсә, 22 – 23 июндә Өфөлә эш сәфәре менән Ҡырғыҙстан Президенты Алмасбәк Атамбаев булып китте. Башҡортостанға килеү Ҡырғыҙстан етәксеһенең Рәсәйгә бер аҙналыҡ визиты сиктәрендә ойошторолдо.
22 июндә Алмасбәк Атамбаев Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Республика йортонда осрашты. Ҡырғыҙстан ҡунағы Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыуы, был сараларҙың бик юғары кимәлдә ойошторолоуы тураһында йылы һүҙҙәр әйтте, киләсәктә ике туғандаш республика араһындағы иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлектең артабан нығынасағына ҙур ышаныс белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан менән күп яҡлы хеҙмәттәшлектә, айырыуса мәҙәни өлкәлә шаҡтай уңыштарға өлгәшеүҙе билдәләне. Мәҫәлән, 2015 йылдың мартында уларҙа Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәре, былтыр июндә Өфөлә V Рәсәй – Ҡырғыҙстан тө­бәк-ара конференцияһы уңыш­лы уҙҙы, ә быйыл сентябрҙә Рә­сәй – Ҡырғыҙстан VI төбәк-ара конференцияһы барышында “Манас” эпосының башҡорт теленә тәржемә китабына исем туйы үткәреү планлаштырыла. Ҡыр­ғыҙс­танда башҡорт халыҡ эпос­тары “Урал батыр” һәм “Аҡбу­ҙат”тың тәржемәләнеүе мәғлүм. Ҡырғыҙ халҡының тарихын һәм мәҙәни мираҫын өйрәнеүгә заманында башҡорт ғалимдары ла үҙ өлөшөн индергән: мәҫәлән, күренекле этнограф, төркиәтсе Әбүбәкер Диваевтың ХIХ быуат аҙағында уҡ “Манас”тың ҙур фрагментын яҙып алыуы билдәле.
Бөгөнгө көндә ике республика араһын­дағы бәйләнештәр яңы һулыш ала. Өфөлә Ҡырғыҙс­тан­дан 60 студент уҡый, “Ала-Тоо” ҡырғыҙ милли-мәҙәни үҙәге уңыш­лы эшләй. Ҡырғыҙ коллективтары Башҡортос­танда уҙға­рылған “Дуҫлыҡ моңо”, “Берҙәм­лек”, “Урал моңо” конкурс­тарында һәм фестивалдәрендә әүҙем ҡатнаша.
Рөстәм Хәмитов Донъя халыҡ­тары мәҙәниәттәренең халыҡ-ара фестивале – Бөтә донъя фольклориадаһы 2020 йылда Башҡортостанда уҙғарыласағы тураһында белдерҙе һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәрен унда ҡатнашырға саҡырҙы.
Эш сәфәре барышында Алмасбәк Атамбаев Р.Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшере­неүҙәр институтының Археология һәм этнография музейында булып, уникаль сармат алтыны коллекцияһы менән танышты. Ул музейға Ҡырғыҙстан пейзажы төшөрөлгән кейеҙ картина бүләк итте. Ә Рөстәм Хәми­тов ҡунаҡҡа “Манас” эпосының башҡорт те­ленә тәржемә китабын тапшырҙы. Был баҫма яңыраҡ “Китап” нәш­риәтендә донъя күргән. Ҡыр­ғыҙстан Президенты был ҙур эште юғары баһалап, башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”ҙың ҡырғыҙ телендә нәшергә әҙерләнеүе тураһында белдерҙе.
“Шератон” ҡунаҡханаһында Ҡырғыҙ­стандың Архитектура, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы дәүләт агентлығы менән Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты араһында хеҙмәт­тәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ә программаның мәҙә­ни өлөшөн Ҡырғыҙстан артис­тарының “Башҡортостан” концерт залындағы ҙур сығышы биҙәне.
Мәскәүҙә булған көндәрендә Ҡыр­ғыҙстан Президенты Рәсәй етәкселеге менән бер нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уларҙың айы­рыуса әһәмиәтлеһе – “Союз­дашлыҡты һәм стратегик парт­нерлыҡты нығытыу тураһында декларация”. Документтың исеме үк күпте аңлата.
Рәсәй етәкселеге Ҡырғыҙ-стандың 3,5 миллиард доллар­лыҡ бурысын ябыуы тураһында белдерҙе. Үҙ сиратында Ҡыр­ғыҙстан етәкселәре Рәсәйҙең респуб­ликалағы хәрби базаларын киңәйтеүгә ризалыҡ бирҙе – унда оҙаҡламай Бер­лектәге Рәсәй-Ҡырғыҙстан һауа һөжүменән һаҡланыу системаһы ҡороласаҡ. Газ һәм нефть өсөн үҙ-ара иҫәп­ләшеү Рәсәй һумдарында башҡа­рыласаҡ. “Газпром” корпорация­һы республикала газ үткәреүгә 100 миллиард һумлыҡ инвестиция һалыуы тураһында белдерҙе.
Быйыл ғинуарҙа Ҡырғыҙстан етәкселеге республикала Бер­ләш­терелгән Рәсәй хәрби базаһы төҙөүгә рөхсәт бирҙе. Уның составына “Кант” авиабазаһы, “Иссык-күл” (“Каракол”) һынау база­һы, “Джалал-Абад” хәрби сейсмик станцияһы, “Кара-Балта” алыҫ элемтә үҙәге инә.
Киләсәктә Рәсәй компания­ларының Үрге Нарын энергетика каскады төҙөлөшөн дауам итеүе ихтимал. Совет йылдарында уҡ проектланған каскадҡа дүрт ҡеүәтле ГЭС инергә тейеш. Смета хаҡы 3 миллиард доллар тәшкил иткән проект финанс проблемалары сәбәпле туҡта­тыл­ғайны. Каскад республикалағы электр энергияһы дефицитын тулыһынса ҡаплаясаҡ.
Ҡырғыҙстан иҡтисадының төп көсөн тау-металлургия сәнәғәте тәшкил итә. Кара-Балта тау-руда комбинатында уран, торий, молибден, алтын сығарыла. Алтын күләме йылына уртаса 22,5 тон­наға етеп, республика эске тула­йым продуктының 40 процентын тәшкил итә. 16 процент машиналар һәм приборҙар төҙөү тармаҡ­тарына тура килә. Был йүнәлеш­тәге иң эре предприятиелар – баш ҡалалағы “Дастан” компания­һы һәм машиналар төҙөү заводы. Тәүгеһе – элекке Фрунзе при­бор­ҙар төҙөү заводы, хәрби диңгеҙ флоты өсөн торпедалар етеш­терҙе. Икенсе предприятие – 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Украи­наның Луганск ҡалаһынан эвакуа­цияланған патрон заводы. СССР тарҡалып, урыҫ телле кадр­ҙарҙың күпселеге республиканан киткәс, заводтар тулы ҡеүәтенә эшләй алмай. Төп хәрби продукциянан тыш, приборҙар төҙөү заводы медицина техни­каһы, ә машзавод станоктар етештерҙе. Был төр продукцияны ла Ҡыр­ғыҙстан үҙе генә сығара алыуы шикле. Заводтарға Мәскәү ярҙам итә алмай – Рәсәйҙең үҙен­дә лә бындай деградация­лаған предприятиелар бихисап. Иң ауыры – кадрҙар, технологиялар, ком­петенциялар күпләп юғалтыла.
Ҡырғыҙстандағы сәйәси хәл­дәргә кил­гәндә, 15 октябргә президент һай­лауҙары тәғәйен­ләнгән. Алмасбәк Атам­баевҡа тиклемге етәкселәр – Асҡар Аҡа­ев менән Ҡор­мәнбәк Баҡыев – икеһе лә түң­кә­релеш, көс ҡулла­ныу һөҙөмтә­һендә ки­тергә мәж­бүр булды. 2005 һәм 2010 йылғы “бәрхәт революциялары” илде ныҡ ҡаҡшатты.
2014 йылға тиклем Бишкәк аэропортында АҠШ-тың “Манас” авиабазаһы эшләне. Рәсәй менән Ҡытай уны урын­лаштырыуға ҡаршы булды. Шул йылдарҙа АҠШ Ҡытайҙың ҡырғыҙҙар күпләп йәшәгән Синьцзян-Уйғыр автономиялы районында агентура һәм пропаганда эшмәкәрлеген көсәйтеп, ундағы мосолман хал­ҡы – ҡырғыҙҙар, ҡаҙаҡтар, уйғыр­ҙар, дунгандар – сәйәси йәһәттән әүҙемләшеп, үҙҙәренең элекке Көнсығыш Төркөстан Ислам Рес­публикаһын тергеҙеү мәсьәләһен күтәрә башланы. 1933 йылда ойошто­ролған үҙал­лы дәүләт 1937 йылда совет һәм ҡытай армиялары тарафынан ҡый­ра­тылып, төбәк Ҡытай Халыҡ Рес­пуб­ликаһы составына тапшырыла. Уйғыр­ҙарҙың күпселеге, ҡыр­ғыҙ һәм ҡаҙаҡтарҙың ҙур өлөшө ҡытайҙар ҡулы аҫтында ҡала. Төркиҙәрҙең ҡаршы­лығы көс ме­нән бик аяуһыҙ рәүештә һынды­рылып, Көнсығыш Төр­көстан Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы тип иғлан ителә.
Мао-Цзедун ойошторған “мәҙә­ни революция” төркиҙәр йәшәгән төбәктәргә айырыуса ҙур зыян килтерә. Ҡырғыҙҙарҙың “Манас” эпосы барлыҡҡа килгән Манас йылғаһы һәм күле буйында йәшә­гән халыҡтың мәҙәни мираҫы “феодализм ҡалдығы” тип иғлан ителә һәм тыйыла. “Манас” эпо­сының 200000 юлын яттан бел­гән, ҡомартҡыны әүҙем пропаган­далаған Йосоп Мамай төрмәгә ултыртыла. Өс тиҫтә йыл үткәс, 2009 йылда ғына, ниһайәт, был бөйөк кеше әҫәрҙе китап итеп сығарыу мөмкинлеген ала.
Ҡырғыҙстандың үҙендә лә эпос­ҡа иғтибар арта. Әҫәрҙең 179000 юллыҡ Сағынбай Ороз­бәков һәм 500553 юллыҡ Саяҡ­бай Ҡарала­ев версиялары нәшер ителә.
1995 йылда БМО Генераль Ас­самблеяһы резолюцияһы ни­геҙендә “Манас” эпосының 1000 йыллығы бөтә донъя кимәлендә байрам ителә, әҫәр ЮНЕСКО-ның “Кешелек донъяһының матди булма­ған мәҙәни мираҫы ше­деврҙары” исем­легенә инде­релә. “Гиннесс рекордтар китабында” “Манас” донъялағы иң ҙур күләм­ле әҫәр булараҡ теркәлә.
Бишкәктә “Манас” скульптура комплексы төҙөлә. Композиция үҙәгендә – Манас батырҙың атлы скульптураһы, эргәлә – геройҙың ҡатыны Ҡаныҡай һәм кәңәшсеһе Баҡай аҡһаҡал һындары, эпосты халыҡҡа еткергән Саяҡбай Ҡара­лаев, Сағынбай Орозбәков, Найманбай Балыҡов һәм Тыныбәк Жапиев бюстары...
Меңәр йыллыҡ бөйөк ҡомарт­ҡыларға таянып алға ынтылған ҡырғыҙ халҡының яҡты киләсәккә ышанысы сикһеҙ ҙур.
Әйткәндәй бөгөн Башҡортос­тан делегацияһы Ҡыр­ғыҙстандың “АК кыймыл” йәмәғәт хәрәкәте саҡырыуы буйынса Бөтә донъя төрки ҡоролтайына (WTK) юллана. Ойоштороу­сылар Бөтә донъя төрки ҡоролтайын бөтөн төрки этносын берләштереүсе, шул уҡ ваҡытта сәйәсәттән азат халыҡ-ара майҙансыҡ тип билдәләгән. Сараның төп темаһы – “Үҫеш хаҡына берләшеү”. Ҡоролтай сик­тәрендә “Һуғышһыҙ төрки донъя” халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләйәсәк, “World Nomad center” глобаль төр­ки проектының презента­цияһы ҡаралған.
Ҡоролтайҙа тиҫтәнән ашыу илдә йәшәгән 300-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.
Башҡортостандан мәртәбәле сараға тарихсы Нурислам Ҡал­ман­таев, Рәсәй Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғай­саров, бил­дәле шағирә Лариса Абдуллина, “Ағинәйҙәр” хәрәкәте етәксеһе Гөл­фиә Янбаева юлланды. Деле­гацияны Бөтә донъя башҡорт­та­ры ҡоролтайы Башҡарма коми­теты­ның баш белгесе Алһыу Сирғәлина етәкләй.
Закир ЗИННӘТУЛЛИН.







Лариса АБДУЛЛИНА
МАНАС
Ижадсыһы халыҡ булғанға ла
Борон заман тыуған был әҫәр.
Һөйләй уны быуын-быуындарға
Меңәр-меңәр быуын бүләсәр.

Дәүерҙәрҙән дәүерҙәргә табан,
Таш быуаттан килгән көй
һымаҡ,
Айбарланып саба ҡот-уҙаман –
Яугир Манас менән арғымаҡ.

Манасчи дуҫ,
Аҫыл сәсәндәрҙең
Зиһенемә һалсы ҡөҙрәтен!
Ойотоп та “Урал батыр” моңон
Таратырға бар ул, бар дәртем.

Бер иртәкте таный донъя
халҡы,
Аяғүрә баҫа ҡәүемдәр.
Манас! тигән бер исемдән, гүйә,
Боронғонан ҡалҡа әләмдәр.

Йөрәгенән сыҡҡан аһ-зарымы,
Бәхетеме әллә ҡырғыҙҙың?
Уралымдай батыр рухын тойоп,
Саф ғәйрәттән йәшем ағыҙҙым.

...Көтөп алған бала
булғанғамы?
Һайланмышмы яҙмыш асылы?
Манас тигән исем аша беҙгә
Боронғо бер дәүләт асылды.

Манас тигән илаһи зат аша
Яугир рухы тыуын күтәргән.
Боронғонан килгән зауыҡлы
һүҙ
Тотош милләтенә ҡот өргән.

Өҙгөләнә манасчиның йәне,
Йөрәгенә һыймай аһ-зары.
Аһ, ниңә һуң ырыуҙашын
аулап,
Ырыуҙашы яба һунарын?!

Изге намаҙ мәлдәрендә генә
Арҡаһында – һабы һөңгөнөң.
Саф ышаныс, таҙа намыҫ өсөн
Ниндәй хаҡтар, батыр,
түләнең?

Хоҙай алдында ла бөгөн Манас
Халҡы өсөн ҡыла доғаһын.
Үҙеңдеке яман яу булғанын –
Һүҙҙең тоҙон һәр кем аңлаһын!

...Көндәр буйы, аҙна, айҙар
буйы
Манасчилар көйләй иртәкте.
Дошманыңдан түгел, эске
яуҙан
Ҡырғыҙ Манас беҙҙе иҫкәртте.

Сихри бер көй арбап ала
йәнде,
Зиһендәргә тула ҡеүәте.
Йәшәү ҡанундарын заман
түгел,
Шул боронғо иртәк өйрәтер.

Йыраусылар әрнеп,
һағышлана,
Йыраусылар әйтә мәҙхиә!
Манас яугир – халҡы
ҡаһарманы!
Манас батыр – халҡы нәбийе!

Манасчиның йөҙө йәнә балҡый,
Ул нурлана батыр зауыҡтан.
Ҡот алығыҙ манасчиһы булған,
Уралcыһы булған халыҡтан.

Изге доға кеүек тауҙар илен
Уратҡандай Манас иртәге.
Был ҡәүемде борон эҙләгеҙ ҙә,
Киләсәктә уны көтөгөҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 290

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 258

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 324

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 346

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 255

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 333

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 243

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 252

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 320

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 234

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 115

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 211