Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Президент барыһын да күрә, ишетә
Президент барыһын да күрә, ишетәӨс сәғәт тә 56 минут... Ике миллиондан ашыу һорау... Ил Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш һәр ваҡыттағыса эшлекле шарттарҙа үтте. Асыҡ, ихлас аралашыу... Ваҡыты менән, әлбиттә, етәксенең кәйефе ҡырылып киткән мәлдәр ҙә булды. Ни эшләйһең, тормош. Әммә Владимир Владимирович бер һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Хатта алып барыусылар иғтибар итмәгәндәрен үҙе эфирға “сығарҙы”. Тура бәйләнеш башланмаҫ элек үк ил башлығына хеҙмәт хаҡы, эске һәм тышҡы сәйәсәт, социаль тәьминәт, иҡтисади хәл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, медицина хеҙмәтләндереүе һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы меңәрләгән һорау килгәйне инде. Артабан улар өҫтәлде генә...
Иҡтисади көрсөк тамамландымы?
Ун бишенсе тапҡыр үткәрелгән осрашыу мәлендә ил етәксеһе барлығы 68 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Улар төрлө мәсьәләләргә ҡағылды. Шулай ҙа тәүге һорау барыбер ҙә Рәсәйҙең иҡтисади хәле тураһында ине: көрсөк тамамланды тип әйтеп буламы? “Был тәңгәлдә ниндәйҙер һөҙөмтәләр яһар алдынан объектив миҫал­дарға нигеҙләнергә кәрәк, – тине Президент. – Ә улар иһә иҡтисадта рецессияның тамамланыуы һәм ҡайһы бер тармаҡтарҙа ярайһы ғына үҫеш күҙәтелеүе хаҡында һөйләй. Эске тулайым продукт күләме арта. Сәнәғәттә хәрәкәт һиҙелә. Төп капиталда инвестициялар күләме үҫә. Әлегә ҙур-ҙур һандар менән маҡтана алмаһаҡ та, алға китеш бар”.
Ғөмүмән, был юлы, алдағы йылдар менән сағыштырғанда, социаль мәсьәлә­ләргә ҡағылған һорауҙар күберәк ине. Был аңлашыла. Халыҡтың килеме ныҡ кәмене, хеҙмәт хаҡы бәләкәй, фәҡирлек сигендә йәшәгәндәр һаны артты. Быны Владимир Путин үҙе лә инҡар итмәй. “Иң ауыр осор 90-сы йылдарҙа күҙәтелгәйне. Ул ваҡытта илдә йәшәгәндәрҙең 40 проценты фәҡирлек сигендә көн итте. 2012 йылға хәлдәр яҡшыра төшкәйне лә бит, бөгөн был һан йәнә 13,5 процент тәшкил итә. Тәү ҡарамаҡҡа күп тә түгел һымаҡ. Тик ошо һандар артында нисәмә мең кешенең яҙмышы... Шулай ҙа бирешмәйбеҙ. Мәҫә­лән, апрель айында, әллә ни һиҙелмәһә лә, хеҙмәт хаҡы 2,3-2,4 процентҡа артты”, – тине ул. “Ә ҡасан һиҙә башлайбыҙ һуң?” – тип тә төпсөн­дөләр Президенттан. “Көтөргә тура киләсәк. Түбән тәгә­рәү күрһәткестәре бик етди ине”, – тине Путин. Әммә халыҡтың үҙ хәле хәл. Һорауҙарын тура эфирға тиклем үк юллағандар араһында хеҙмәт хаҡы күләмен фотоға төшөрөп ебәргәндәр ҙә бар хатта. Әйтәйек, янғын һүндереүсе һигеҙ мең һум аҡсаға эшләһә, хат ташыу­сы 3600 һум ала. Һуңғыһы тураһын­да ишеткәс, Президент та ғәжәпкә ҡалды. Мәсьәләне тикшерергә һүҙ бирҙе.
Өфө һөйләй...
Владимир Путин менән яңы тыуған сабый ҙа бәйләнешкә “сыҡты”. Өфө ҡала­һының “Әсә һәм бала” госпиталендә донъяға килгән малайҙы күреп, бар Интернет сел­тәре гөж итеп ҡалһа, ғаилә башлы­ғы Артур Сухарев иһә икенсе улы­ның 3800 килограмм ауырлыҡта һәм 54 сантиметр оҙонлоҡта булып тыуыу шатлығы менән уртаҡлашты. Ата-әсә улдарына Михаил тип исем ҡушырға уйлай.
Владимир Путинға һорауҙы госпиталдең табип-акушеры Рус­лан Ғарифуллин бирҙе. Ул дәүләт етәксеһенән тыуымды арттырыу пландары менән ҡыҙыҡһынды.
“Әсә булырға әҙер ҡатын-ҡыҙҙар аҙая, һәм беҙ тыуым артабан да кәмер тип хәүефләнәбеҙ. Беҙҙе әсәлек капиталын түләү програм­маһы дауам ителәсәкме һәм йәш ярымдан һуң бала тәрбиәләгән өсөн пособие алыуға өмөтләнергә урын бармы икәнлеге ҡыҙыҡһын­дыра”, – тип мөрәжәғәт итте Путинға Өфө табибы.
“90-сы йылдарҙа тыуымдың 50 про­цент­ҡа кәмеүен күҙәттек, быны 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында юғалтыуҙар менән сағыштырырға мөмкин. Тыуымдың кәмеүе 25 йыл һайын ҡабат­ланып тора. Хәҙер бала табыу йәшендәге йәш ҡатын-ҡыҙҙың аҙайыуын күрәбеҙ. Хәлде яҡшыртыу өсөн дәртләндергән программалар кәрәк. Әсәлек капиталын түләү механизмы һөҙөмтәле эш күрһәтте, уны ете миллиондан ашыу ғаилә алды ла инде. Ғөмүмән, бындай дәртләндереү саралары киләсәктә лә кәрәк, тип иҫәпләйем. Балалар баҡсаларында урындар етмәүгә бәйле мәсьәлә 98 процентҡа хәл ителгән, әммә яслелар юҡ. Бөгөн ошо тема өҫтөндә эшләйбеҙ. Уның сығымлы булыуын таныу зарур, ләкин был – илдең киләсәге”, – тип яуап бирҙе Владимир Путин. Әйткәндәй, ил башлығына оҙатыл­ған һорауҙар һаны буйынса Баш­ҡортостан Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡала лидерҙар рәтендә.
“Икенсегә олатай булдым”
Әсәлек капиталына ҡағылышлы мөрә­жәғәттәр араһында әлеге аҡсаға машина һатып алырға рөхсәт һорағандар ҙа табылды. “Иҡтисади хәлде иҫәпкә алып, бәлки, ысынлап та әсәлек капиталының күпмелер өлөшөн ҡулға бирергә кәрәктер. Тик мине икенсе мәсьәлә борсой: рөхсәт итһәк, ғаилә аҡсанан ҡоро ҡалмаҫмы? Уйлап ҡарарбыҙ”, – тине Владимир Владимирович. Балалар хаҡында һүҙ сыҡҡас, ил етәксеһенән ейән-ейәнсәрҙәре тура­һында ла ҡыҙыҡһындылар. “Балаларым Рәсәйҙә төпләнгән. Ғәҙәти тормош менән йәшәйҙәр, сәйәсәткә ҡыҫылмайҙар. Ейән­дәргә килгәндә, уларҙың исемдәрен әйткем килмәй. Сөнки шунда уҡ кем булыуҙарын асыҡлай башлая­саҡтар. Президент ейән­дәре булған өсөн генә уларға ҡарата ниндәйҙер мөнәсәбәт күрһәтеүҙәрен теләмә­йем. Яҡшы кеше булып үҫһендәр. Әйткәндәй, күптән түгел икенсегә олатай булдым”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡ­лашты Владимир Путин.
“Аҡса ҡайҙа?”
Президентты тамам аптырашта ҡалдырған һорауҙар ҙа булды. Мәҫәлән, ике йыл элек Байкал аръяғы крайында янғын арҡаһында тотош ауыл янып, көлгә әйләнгән. Зыян күргәндәргә федераль үҙәктән аҡса бүлеп биргәндәр, әммә был ярҙамды әле булһа алмағандары асыҡ­ланды. “Зинһар, ярҙам итегеҙ”, – тип үтенде бер яңғыҙ ҡатын. “Янғындан зыян күргәндәргә ярты миллиард һум аҡса бүлеп бирҙек. Төбәктә яңы губернатор. Әлеге мәсьәлә менән шөғөлләнергә ҡушырмын. Аҡсаның ҡайҙа икәнен прокуратура ла тикшерер”, – тине ил етәксеһе. Әйткәндәй, тура эфир тамамланырға ла өлгөрмәне, Байкал аръяғы крайы етәксеһе мәсьәләне тиҙ арала хәл итәсәкбеҙ тип хәбәр еткерҙе. “Аҡса ҡайҙа?” тигән һорауҙы был көндө Владимир Путин Ставрополь крайы губернаторы Владимир Владимировҡа ла бирҙе. Быйыл һыу баҫыу арҡа­һында ишле ғаиләнең йорто йәшәүгә яраҡһыҙ. Тик уларға ярҙам итеү урынына, төрлө белешмәләр өсөн үҙҙәренән аҡса таптыралар икән. Ғөмүмән, тура эфир барышында яңғыраған ҡайһы бер һорауҙар буйынса тикшереүҙәр башланған да инде. Әйтәйек, Орел өлкәһендә федераль бюджеттан тейешле дарыуҙарҙы ала алмаған беренсе төркөм инвалидының үтенесе буйынса прокуратура вәкилдәре шәхсән үҙҙәре шөғөлләнәсәк.
Ҡырым булмаһа, башҡа сәбәп уйлап табырҙар ине
Рәсәйгә ҡаршы санкциялар тураһында ла һүҙ булды. “Беҙ быға өйрәнеп тә бөттөк, буғай. Рәсәй аяҡҡа баҫа башлағандан бирле беҙгә ҡаршы төрлө сикләүҙәр индерәләр. Тарихыбыҙ дауамында шулай булған. Бер ниндәй үҙгәреш юҡ, ә улар һаман үҙенекен эшләй. Ҡырым булмаһа, башҡа сәбәп уйлап табырҙар ине. Уның ҡарауы, сикләүҙәр ватан етеш­тереүсән­леген үҫтерергә, ә яуап саралары – аҙыҡ-түлеккә эмбарго – ауыл хужа­лығының эшмәкәрлеген көйләргә ярҙам итте. Бөгөн, мәҫәлән, Рәсәй ашлыҡты ситкә сығарыу буйынса алдынғы урынға сыҡты. Ҡош һәм сусҡа ите етештереүселәр илде тулыһынса продукция менән тәьмин итә. Бына һеҙгә санкциялар...” – тине ил етәксеһе.
“Үҙегеҙҙән һуң кемде ҡалдыраһығыҙ?”
Президентҡа төртмә һорауҙар ҙа бир­ҙеләр. “Ябай халыҡ нисек йәшәй икәнен беләһегеҙме?” тигән һорауға яуап биргән­дә, Владимир Владимирович ғаиләһе тура­һында һөйләне. “Атайым электр энергия­һын бик һаҡсыл тотонорға тырыша ине. Шуға күрә минең дә бүлмәләге утты һүн­дереп йөрөү ғәҙәтем бар”, – тине ул. Солнечногорск ҡалаһынан 12 йәшлек бала Президенттан: “Ваҡыт машинаһы булһа, ҡайҙа китер инегеҙ?” – тип һораны. Путин иһә үткәндәргә лә, киләсәккә лә ҡағылмау яҡлы. Баҡтиһәң, ил етәк­сеһен дә алдап маташалар икән. “Быны ни өсөн эшләргә теләгән­дәрен асыҡларға тырышам. Әммә онотмайым”, – тине ул. “Үҙегеҙҙән һуң кем­де ҡалдыраһығыҙ?” тип ҡыҙыҡһынған­дарға: “Мин эшләйем бит әле. Унан һуң Президентты мин түгел, ә халыҡ һайлай”, – тине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 270

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 302

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 309

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 236

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 186