Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Түрҙә булһа үҙ кешең...
Рәсәй Президенты Владимир Путин NBC телеканалына биргән интервьюһында: “Мин бер кемде лә рәнйетергә теләмәйем, ләкин Америка Ҡушма Штаттары башҡа илдәрҙә барған һайлау кампанияларына әүҙем рәүештә ҡыҫыла”, – тине. Уның һүҙҙәре буйынса “донъя картаһындағы ҡайһы илгә бармаҡ төртөп ҡарама, үҙ дәүләттәрендә барған эске сәйәси эштәргә Американың тығылыуына зарланасаҡтар”.
Башҡа илдәрҙең сәйәси тормошона ни өсөн морон тыға һуң Америка? Билдәле булыуынса, стратегик тәбиғи ресурстар (һыу, газ, нефть һәм башҡалар) һәр илдең иҡтисади һәм сәйәси үҫешендә ҙур әһәмиәткә эйә. Әлеге дәүерҙә был көрәш тағы ла көсәйә бара, сөнки халыҡ һаны артыу һәм иҡтисадтың һуңғы өс тиҫтә йыл эсендә үҫә барыуы сәбәпле, ул тотош Азияны ялмап алды тиергә була.
Азия – ресурстарға бай булмаған континент, ә инде булған тәбиғәт байлыҡтарын саманан тыш ҡулланыу уны экологик көрсөккә терәне. Был үҙ сиратында һауа шарттарының үҙгәреүенә килтерә. Шулай итеп, бер-береһенә бәйле өс көрсөк – ресурстар, экология, һауа шарттары – Азияның социаль, экологик һәм иҡтисади киләсәгенә янай. Халыҡ һанының артыуы, урбанизация, индустриализация был көсөргәнешкә йән өрә: ҡайһы бер ҡалалар, экологик шарттар­ҙың боҙолоуы арҡаһында, сөсө һыуға ҡытлыҡ кисерә.
Бынан тыш, Азия илдәрендә аҙыҡ-түлек мәсьәләһе киҫкен тора, сөнки уңыш йыйыу, аҙыҡ-түлек етештереү талап ителгәндән күпкә әҙерәк. Шул уҡ ваҡытта килемдең үҫеүе кешеләрҙең туҡланыу рәүешенә йоғонто яһай: малсылыҡ продукттарына өҫтөнлөк бирелеүе мәсьәләне тағы ла ҡатмарлаштыра төшә.
Рәсәй, Ҡаҙағстан нефть һәм газ үткәр­гес­тәре ярҙамында Ҡытай был мәсьәләне ярайһы ғына уңышлы хәл итә, ләкин иҡтисади йәһәттән алға киткән Япония, Һиндостан, Көньяҡ Корея кеүек дәүләттәрҙең, Урта Азия, Иран йәки Рәсәй менән сиктәш булмау сәбәпле, ундай мөмкинлеге юҡ. Был илдәр тыныс булмаған Фарсы ҡултығының сеймалына бәйле.
Ҡытай иҡтисади хәүефһеҙлек булдырыу йәһәтенән бик күп нефть һәм газ запасы туплап, Көньяҡ Азия менән энергетик коридор булдырырға ниәтләй. Был иһә Африканан, Фарсы ҡултығынан нефть һәм газ менән тәьмин итеү өсөн тура юл асасаҡ. Тимәк, АҠШ тарафынан контролдә тотолған диңгеҙ юлдарының йоғонтоһо кәмейәсәк.
Ресурстар өсөн барған көрәш Азия илдәре араһындағы мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаш­тырыу менән янай. Һуңғы йылдарҙа Ҡытай һәм Япония араһындағы Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендәге утрауҙар өсөн барған бәхәстәр ҙә юҡҡа түгел.
Шулай итеп, АҠШ-тағы “аҡыллы баш”тарҙың Азия тарафтарына күҙ һалыуы аңлашыла. Улар өсөн Ҡытайҙың йә булмаһа башҡа дәүләттәрҙең көсәйеүе хәүефле, күпме мөлкәт ҡулдан ысҡынасаҡ. Шуға күрә донъяның төрлө илдәрендә барған һайлауҙарға ла улар ҡыҫылмай ҡалмаясаҡ. Түрҙә үҙ кешең ултырғанда, мәсьәлә лә еңел хәл ителәсәк бит...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 259

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 334

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 321

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 235

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 116

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212