Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аяҙ торһон күгебеҙ!
Аяҙ торһон күгебеҙ! Донъяның төрлө тарафындағы утлы ығы-зығылар, бигерәк тә Сүриәлә барған ҡанлы ваҡиғалар кешеләр күңеленә шом һала.
СССР тарҡалғандан һуң, Икенсе Бөтә донъя һуғышындағы шикелле континенталь бәрелеш алып барырлыҡ сәбәптәр ҙә ҡалмаған кеүек. Хәйер, донъя байлығын үҙ ҡуйынына ҡармарға маташҡандар өсөн сәбәп эҙләп тораһы түгел, ана, Ираҡ, Афғанстан, Ливия, Сүриә кеүек илдәр бөткәнме ни, бараһың да бомбаға тотаһың, бола ойоштораһың... Быныһы инде хәҙер Америка Ҡушма Штаттарының кәсебенә әйләнде.
Заман һуғышын кемдәрҙер шула­йыраҡ күҙ алдына килтерәлер: окоп, көйрәгән ер, танктар, самолеттар... Һуғышты киноларҙан ҡарап, ата-бабаларыбыҙҙың яу хәтирәләрен ишетеп үҫкән быуында шундайыраҡ ҡараш тыуырға мөмкин. Ләкин донъя һуғышының картинаһын сәйәсмәндәр, хәрбиҙәр башҡасараҡ күҙаллай, хатта күптәре уны башланған тип раҫлай. Был турала беҙ мәғлүмәт сараларынан уҡып, ишетеп, күреп торабыҙ. Ябай ғына итеп әйткәндә, мәғлүмәт һуғышы бара.
Кешелек тарихында булған бөтә һуғыштар кеүек үк әле лә ер һәм ҡаҙылма байлыҡтар өсөн низағ дауам итә. Газ, нефть, ташкүмер – тормошобоҙҙоң йәне, иҡтисадты хәрәкәткә этәргән көс. Тимәк, кемдәр уға хужа була, шулар донъя менән идара итә, тигән һүҙ. Был алышта, эксперттар әйтеүенсә, ике ҡеүәтле дәүләт үҙәк урында тора. Уларҙың бер-береһен генә түгел, тотош кешелекте юҡ итерлек мөмкинлеге бар.
Рәсәйгә Европанан хәүеф янай, тип өҙөп кенә әйтеп булмай был осраҡта. Улар үҙҙәренең иҡтисади “сир”ҙәрен дауалау менән мәшғүл. “Сир”ле кешенең күҫәккә тотоноуы икеле, үҙ ҡайғыһы башынан ашҡан. Ә инде хәүеф еленең океан аръяғынан иҫкәнен зиһене камил кеше яҡшы тоялыр, моғайын. Американың беҙҙә ни эше бар, тип аптырар берәүҙәр. Яуап ябай ғына: ресурстар һәм ике “тәкә” башының бер ҡаҙанға һыймауы. Шулай ҙа Америка көйөнә бейегән Европа союзын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Улар, Ҡушма Штаттарҙың тутыйғошо һымаҡ, бер өҙлөкһөҙ “санкция” тип ҡабатлай.
Һуңғы йылдарҙа бөтә донъяла барған иҡтисади интеграциялар арҡаһында донъяның төрлө тара­фындағы ваҡиғалар хаҡында күҙ асып йомған арала белеү мөмкинлеге тыуҙы. Өҙлөкһөҙ ағылған мәғлү­мәттәрҙән кешеләрҙең башы ҡата, уларҙы анализлап, тикшереп, фекер төйнәп тороу теләген һүндерә. Ҡыҫҡаһы, заман һуғышы әле компьютер монитор­ҙарында, телевизорҙарҙа, ғөмүмән, мәғлүмәт сараларында бара. Ләкин, изге китапта әйтелгәнсә, иң башта һүҙ булыуы тураһында онотмаҫҡа кәрәк.
Донъя ниндәйҙер үҙгәрештәр тупһаһы алдында торғанда, кешеләр бәләкәй генә өмөт сатҡылары һирпкән һүҙҙәргә лә ҡолаҡ һала. Элек-электән аҡыл эйәләре, күрәҙәселәр киләсәк шаршауын асып ҡарарға тырышҡан. Әлбиттә, уларҙың әйткәндәрен фараз тип кенә ҡарарға кәрәк. Нисек кенә булмаһын, халыҡ зиһенен томалау маҡсатынан сығып, “шул күрәҙәсе былай тигән”, тип баш бутаусылар ҙа табылып тора. Мәҫәлән, кешелектән айырылып йәшәгән Касьян тигән монах тектоник фажиғә булырын күҙаллай. Ас халыҡтар өйөрө иҫән ҡалған биләмәләрҙе баҫып аласаҡ һәм һәләкәткә килтерәсәк, ти.
Икенсе бер күрәҙәсе Алоистың һүҙҙәренә ҡарағанда, донъя һуғышының башында химик һәм бактериологик ҡорал ҡулланыласаҡ, атом ракеталары шартлаясаҡ. Көнсығыш тарафындағы дәүләт Европаға һуғыш иғлан итәсәк һәм кешелек быға тиклем күрелмәгән эпидемиянан ҡырыласаҡ. Тектоник плиталарҙың хәрәкәткә килеүе арҡаһында, Ер шарының күп өлөшө йәшәү өсөн яраҡһыҙ буласаҡ, тип фаразлаған.
Нострадамус үҙенең катрендарында: “Өсөнсө Бөтә донъя һуғышы XXI быуатта башланасаҡ һәм 27 йыл дауам итәсәк. Был ҡот осҡос афәт Көнсығыштан киләсәк”, – тип яҙған.
Болгарияның һуҡыр күрәҙәсеһе Ванга иһә, һуғыш Сүриәлә башланып, Европаға һәм башҡа тарафтарға йәйеләсәк, тигән.
Шул уҡ ваҡытта изге Ҡөрьәндә күрәҙәселәргә ышанмаҫҡа кәрәклеге тураһында асыҡ итеп әйтелгәнен онотмаҫҡа кәрәк.
Миллиондарса ҡорбандар биреп, ике донъя һуғышы аша атлаған кешелек нишләптер уянырға теләмәй. Иғтибарлабыраҡ ҡарағанда, беҙҙең рухиәттә бара алыш. Бөгөн бала күтәргән әсә йылмайыуы түгел, матди байлыҡ өҫкә ҡалҡты. Ихлас һөйөү, бер-береңә ярҙам итеү, ихтирам кеүек төшөнсәләр онотола. Әгәр үҙебеҙҙең рухи донъябыҙ, дөйөм кешелек тураһында йышыраҡ уйланһаҡ, фажиғәнән ҡотолорбоҙ.
...Ә әлегә Сүриәлә һуғыш дауам итә. Күптән түгел Идлиб төбәген бомбаға тотҡанда 22 уҡыусы менән 6 уҡытыусының ғүмере өҙөлдө. Был ҡот осҡос фажиғәне үҙ файҙаһына егергә тырышҡандар шундуҡ табылды. “Сүриә менән Рәсәйҙең самолеттары тыныс халыҡты бомбаға тота”, – тип яр һалырға ла өлгөрҙө улары. Һис шикһеҙ, илебеҙгә яла яғырға тырышҡан Америка ҡуштандары, мәғлүмәт сараларын файҙаланып, Рәсәйҙең Сүриәләге көстәренә бысраҡ ташлаясаҡ, халыҡтың башын бутаясаҡ. Уларҙың маҡсаты билдәле: Сүриә башлығы Бәшәр Әсәдте ҡолатып, Рәсәйҙе Яҡын Көнсығыштан ҡыҫырыҡлап сығарыу. Нимә генә һөйләһәләр ҙә, Идлиб мәктәбенә Рәсәй бомбаһы ташланмағаны асыҡ. Илебеҙҙең хәрби етәкселеге әйтеүенсә, нимәнелер бомбаға тотор алдынан разведка мәғлүмәттәре ентекләп өйрәнелә, хаталанып тыныс халыҡты бомбаға тотоу мөмкин түгел. Был мәкерле эште террорсылар башҡарырға мөмкин йә провокация булыуы ихтимал. Шулай ҙа Рәсәйгә ғәйеп өйөргә тырышасаҡтары көн кеүек асыҡ, сөнки океан аръяғында “осалары” ҡысыһа ла илебеҙгә һылтайҙар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 261

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 336

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 322

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 236

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 116

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212