Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Донъя кәпәсе”нә кем хужа?
“Донъя кәпәсе”нә кем хужа?Һуңғы йылдарҙа сәйәсмәндәрҙең ҡарашы Антарктида тарафына йүнәлә башланы. Ҡайһы бер илдәр донъяның алтынсы ҡитғаһына үҙ йоғонтоһон көсәйтергә тырыша. Нимә ымһындыра уларҙы? Был һорауға яуап бирер алдынан Антарктида тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән танышыу урынлы булыр.
Антарктида — Ер шарының иң көнья­ғында урынлашҡан ҡитға (континент). Антарктиданың үҙәге Көньяҡ географик полюс менән яҡынса тура килә. Антарктида Һинд, Тымыҡ һәм Атлантик океандар һыуҙары менән йыуыла. Майҙаны — 4,4 млн. кв. км, шуның 1,6 млн. кв. км өлөшөн шельф боҙлоғо тәшкил итә. Антарктида тип шулай уҡ Антарктида ҡитғаһын һәм сиктәш утрауҙарҙы атайҙар. Антарктида рәсми рәүештә 1820 йылдың 28 ғинуарында Фаддей Беллинсгаузен һәм Михаил Лазарев етәксе­легендәге урыҫ экспедицияһы тарафынан асыла. Улар “Восток” һәм “Мирный” елкәнле хәрби караптарҙа хәҙерге Беллинсгаузен боҙлоғона яҡынлаша.
Элек көньяҡ материктың булыуы фаразға нигеҙләнеп кенә раҫланған. Фаддей Беллинсгаузен һәм Михаил Лазарев экспедицияһы көньяҡтағы боҙлоҡто урап сығып, алтынсы ҡитға булыуын иҫбатлай.
Антарктида – ғәжәп тәбиғәтле берҙән-бер материк. Поляр тикшереүселәр уға йәнһеҙ, аҡ боҙло материк тип исем биргән. Ҡышын поляр төндәр, ә йәйен поляр көндәр була. Ҡояш сығыу һәм батыу күренешен йылына бер генә тапҡыр күҙәтеп була. Унда сөсө һыуҙың 80 проценты тупланған.
Антарктида – Ерҙә иң бейек континент, диңгеҙ кимәленән уртаса – 2000, үҙәк өлөшө 4000 метр бейеклектә. Материктың ҙур өлөшө боҙ менән ҡапланған, 0,3 процент өлөшө генә боҙҙан асыҡ. Боҙ ҡалынлығы – яҡынса 2500 – 2800 метр, Көнсығыш Антарктидала максималь боҙ ҡалынлығы 4800 метрға етә. Ҡитғаның яры буйында барлыҡҡа килгән боҙлоҡ ярылып төшөп, айсбергтар барлыҡҡа килтерә.
Ҡаҙылма ҡатламдар 350 – 190 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән. Ҡатламдар араһында үҫемлек һәм хайуандар ҡалдыҡтары, шул иҫәптән ихтиозавр ҡалдыҡтары табыла. Йылылыҡ яратыусы үҫемлектәр һәм хайуандар йәшәгән ваҡытта был ҡитғаның климаты хәҙергенән айырылып торған. Был иһә тектоник күренеште, платформаларҙың күсеп йөрөүен иҫбат итә.
Антарктида климаты бик ҡырыҫ – температура йәйен 30 градус һалҡынлыҡтан юғары күтәрелмәй, ә ҡышын 70 градустан да түбәнерәк була. Ерҙәге иң түбән температура (– 89,2 °C) Антарктидалағы “Восток” станцияһында теркәлә. Йәй ваҡытында Антарктида Ҡояш йылыһын экваториаль зонаға ҡарағанда ла күберәк ала, ләкин был йылылыҡтың 90 проценты ҡар һәм боҙ өҫтөнән сағылып, кире космосҡа тарала.
Климаттың ҡырыҫлығын өс шарт билдәләй. Беренсенән, географик урыны. Икенсенән, ҡеүәтле боҙлоҡ ҡатламы. Өсөнсөнән, болоттарҙың булмауы – быныһы материктың артабан да һыуы­ныуына килтерә.
Ғөмүмән, был серле ер, әйтеп үткә­небеҙсә, геосәйәсәт эксперттарының иғтибар үҙәген яулай бара.
1959 йылда 12 ил етәкселеге тарафынан ҡул ҡуйылған Килешеү (аҙаҡ тағы ла 40 ил ҡул ҡуя) буйынса Антарктидала хәрби эшмәкәрлек алып барыу ҡәтғи тыйыла. Унда фәнни тикшеренеү эштәре үткәрергә мөмкин, ләкин 1991 йылда 28 ил ҡул ҡуйған Мадрид протоколы буйынса, Антарктидала коммерция маҡсатында ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу рөхсәт ителмәй. Шулай ҙа 2048 йылда был протокол көсөнән сыға, тимәк, уны яңынан ҡарау мөмкинлеге буласаҡ, әммә ҡайһы бер илдәр геологик тикшеренеү эштәренә ҡасан “йәшел ут” бирелерен түҙемһеҙлек менән көтә.
Нимә ылыҡтыра һуң уларҙы? Беренсе ҡарашҡа ғына унда иге-сиге күренмәгән боҙлоҡ, ләкин уның аҫтында иҫ киткес байлыҡ ятыуына бер кем дә шикләнмәй.
“Ҡитғала файҙалы ҡаҙылма байлыҡ күп, – ти геосәйәсәт буйынса эксперт Дамиан Якубович. – Бында сама менән 200 миллиард баррелгә тиклем нефть һәм газ ятҡылығы бар. Улай ғына ла түгел, алмаз ятҡылыҡтарының булыуы ла ихтимал. Боҙ аҫтында ниндәй байлыҡ ятыуы күптәргә тынғылыҡ бирмәй”.
Нисек кенә булмаһын, иң мөһиме бында ҡаҙылма байлыҡ түгел, әйткәнебеҙсә, Антарктидала Ер шарындағы сөсө һыуҙың 80 проценты тупланған. Бөтә донъя һыуға ҡытлыҡ кисергән саҡта, ул иң мөһим байлыҡ буласағы көн кеүек асыҡ.
Әлбиттә, тәбиғи ресурстарға эйә булыр өсөн бик күп көс түгергә кәрәк. Һауа шарттарының ҡырыҫлығына ара алыҫлығы ла өҫтәлә – дәүмәле буйынса Антарктида Европаға ҡарағанда ла ҙурыраҡ. Шулай ҙа һауа торошоноң үҙгәреүе арҡаһында унда файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыу мөмкинлеге тыуасаҡ, ти белгестәр.
Антарктидаға дәғүә итеүсе илдәр бихисап. Әлегә тиклем был ерҙәрҙең ниндәй илдәргә ҡарауы билдәһеҙ булыу сәбәпле, бәхәстәр дауам итә. Ете ил – Аргентина, Австралия, Чили, Франция, Норвегия, Яңы Зеландия һәм Бөйөк Британия – алтынсы ҡитғала үҙ “өлөштәре” барлығын раҫлай. Рәсәй менән АҠШ иһә Антарктида суверенлығын яҡлау хоҡуғын үҙҙәрендә ҡалдырырға теләй, сөнки был ерҙәрҙе беренселәрҙән булып улар асҡан.
“Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар мәсьә­ләһе суверенитет мәсьәләһенән айырылмай. Мәскәү Антарктидаға ҙур инвестициялар индерә, – ти сәйәсмәндәр. – Советтар Союзы дәүерендә төҙөлгән базалар яңыртылды, Сан-Хорхе утрауында сиркәү төҙөү күҙаллана. Рәсәй алтынсы континентты ГЛОНАСС спутник системаһын үҫтереү өсөн файҙаланырға ниәтләй, сөнки континенттың ҡайһы бер райондарында космостан килгән сигналдар яҡшыраҡ ҡабул ителә”.
“Боҙ илендә” Ҡытай ҙа спутник станциялары төҙөп ҡуйған. Пекин тәүге базаһын 1985 йылда булдыра. Был осорҙа күп кенә илдәр Антарктидаға “тамыр” йәйә башлаған ине инде. Шуға ҡарамаҫтан, Ҡытайҙың дүрт базаһы бар, әле бишенсеһен төҙөргә ниәтләй. АҠШ-тың иһә өс базаһы эшләй.
1959 йылғы Килешеү буйынса, Ҡытай “Боҙ донъяһы”на дәғүә итә алмай. Тимәк, улар тарафынан базалар төҙөү, әгәр 2048 йылда “Антарктида тураһында”ғы документтар ҡайтанан ҡаралһа, өҫтөнлөк бирәсәк.
Ҡытайҙың тиҙ арала боҙватҡыс караптар һәм махсус самолеттар төҙөүе лә юҡҡа түгел. Уларҙың киләсәккә “ҡармаҡ” һалыуҙары аңлашыла, кешелек бөгөн менән генә йәшәмәй. Быны аңлаған бер Ҡытай ғына түгел, әлбиттә, Төркиә, Иран, Колумбия кеүек илдәр ҙә “Боҙ донъяһы”нан йылы мөйөш эләктереп ҡалырға самалай.
Латин Америкаһы илдәре лә Антарк­тидаға йоғонтоһоҙ ҡалырға теләмәй. Аргентина тәүгеләрҙән булып 1904 йылда уҡ үҙенең базаһын төҙөп ҡуйған. Тимәк, уның да дәғүәләре “нигеҙһеҙ” түгел, ләкин һуңғы йылдарҙа, башҡа илдәргә ҡарағанда, уның йоғонтоһо байтаҡҡа бүҫкәрә төштө. Етмәһә, Аргентина дәғүә иткән “өлөш”кә Бөйөк Британия ҡул һуҙырға иҫәп тота. Шуға күрә Латин Америкаһы илдәре “Латин Америкаһының Антарктикаһы” проектын алға һөрөргә уйлай. Буш ус менән тороп ҡалмаҫ өсөн, континентҡа тикшеренеү төркөмдәре ебәрергә кәрәк, ти улар.
Сер түгел, донъяла сеймал өсөн көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Был йәһәттән боҙ ҡаплаған Антарктиданы һоғонорға теләүселәр һаны ла ишәйәсәк, әлбиттә, ләкин һәр “баш”ҡа ла “Донъя кәпәсе”нең размеры тура килмәҫ шул...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 261

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 336

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 322

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 236

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 117

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212