Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп маҡсат — тормош сифатын яҡшыртыу
Төп маҡсат — тормош сифатын яҡшыртыу30 ноябрҙә Башҡортостандың дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 45-се ултырышы булды. Уның эшендә Президент Рөстәм Хәмитов, Парламент Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостандың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, республиканың Йәмәғәт һәм Йәштәр палаталары ағзалары, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт һәм дин ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Президенты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. «Кешеләр өсөн эшләргә» тип аталған йыллыҡ программа документында республиканың киләһе йылдағы һәм артабанғы үҫеше өсөн төп йүнәлештәр билдәләнә.
Пленар ултырышта тәү сиратта «Башҡортостан Республикаһының 2012 йылға бюджеты тураһында» һәм «Башҡортостандың Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фондының 2012 йылға бюджеты хаҡында» закон проекттары ҡаралды. Уларҙың икеһе лә икенсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн индерелгәйне. Бынан тыш, депутаттар республиканың 2012 йылға һәм 2014 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫеше буйынса күҙаллауҙы раҫланы.
Төп маҡсат — тормош сифатын яҡшыртыуДөйөм алғанда, парламент ултырышында 30-ҙан ашыу закон проекты ҡаралды, уларҙың яртыһы тиерлек өсөнсө уҡыуға тәҡдим ителгәйне.
«Өфө ҡалаһы ҡала округының урындағы үҙидара органдарына Башҡортостандың медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу буйынса айырым вәкәләттәр тапшырыу тураһында» закон проекты ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Унда баш ҡаланың һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында тәүге медицина-санитария, махсус медицина, ашығыс һәм махсус ашығыс, паллиатив ярҙам күрһәтеү хаҡында һүҙ бара. Вәкәләттәрҙе тапшырыу медицина ойошмаларын берлектәге финанслау мәсьәләһен яйға һалыу, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең торлаҡҡа бәйле хәлен муниципалитеттар иҫәбенә яҡшыртыу мөмкинлеге бирәсәк.
«Башҡортостан биләмәһендә халыҡты пассажир автомобиль транспорты менән тәьмин итеүҙе ойоштороу тураһында» республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү хаҡында закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡаралды. Парламент башлығы Константин Толкачев, был мәсьәләнең мөһимлеген билдәләп, уны икенсе уҡыуға әҙерләүгә етди иғтибар бүлергә саҡырҙы. Депутаттар шулай уҡ «Төп дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн муниципаль уҡыу йорттарын финанслауҙың нормативтары хаҡында» законға үҙгәрештәрҙе хупланы.
Д. УСМАНОВ.



Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың парламентҡа Мөрәжәғәтнамәһенә аңлатмаһы:

— Мөрәжәғәтнамә Рөстәм Зәки улы Президент бурысын үҙ иңенә алған мәлдән иғлан ителгән дәүләт власы органдарының йәмғиәт алдындағы асыҡлығы принциптарын, Башҡортостанды, фән ҡаҙаныштарына таянып, яңыса үҫтереү идеяларын дауам итә.
Мөрәжәғәтнамәлә төп иғтибар иҡтисадты үҫтереү, инвестиция йәлеп итеү мәсьәләләренә йүнәлтелә, сөнки был — күп яҡлы социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү нигеҙе. Президент ошо йүнәлештәге эштә өлгәшелгән һөҙөмтәләр тураһында һөйләне, шулай уҡ киләһе йылдарға ҙур пландары менән уртаҡлашты. Яҡын киләсәктә иҡтисадыбыҙға тиҫтәләрсә миллиард һум инвестиция йәлеп ителәсәк, меңдәрсә эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Президент эште тамырынан көсәйтергә кәрәкле тармаҡтарҙы ла урап үтмәне, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Уларға бәләкәй эшҡыуарлыҡ, ауыл хужалығы, медицина, эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш, ғаиләләрҙе торлаҡ, балалар баҡсалары менән тәьмин итеү инә. Рөстәм Зәки улы Дәүләт Йыйылышы депутаттарынан өлкәндәрҙең тормошон яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һораны.
Әйтелгән тәҡдимдәрҙең барыһы ла ысынбарлыҡҡа тап килә. Шул уҡ ваҡытта улар бөтә власть тармаҡтарының, дәүләт, граждандар йәмғиәте институттарының һәм һәр граждандың тырышлығын талап итә. Дәүләт Йыйылышы комитеттары ошо эшкә тиҙ арала тотонасаҡ. Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән һәр фекерҙең үҫеш һәм практикала кәүҙәләнеш алыуы зарур.

Мөрәжәғәтнамә тураһында уй-фекерҙәр

Лилиә ҒҮМӘРОВА, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары:
– Башҡортостан Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә республиканың артабанғы үҫешен тәьмин итеү буйынса аныҡ, ыңғай һөҙөмтә бирерлек ысулдар күрһәтелә, ғәмәлдәге проекттар тураһында һүҙ бара. Бында һәр һүҙ, һәр фекер кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға ҡағылышлы. Рөстәм Зәки улының тәүге һәм икенсе мөрәжәғәтнамәләре араһындағы ваҡытты байҡаһаҡ, тиҫтәләрсә проекттың ғәмәлгә ашыуын, миллиардтарса һумлыҡ инвестиция йәлеп ителеүен күрәбеҙ, уларҙың күпселеге аныҡ һөҙөмтәгә, һәр кешенең именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Беренсе тапҡыр урындағы үҙидара органдарына ярҙам итеү мәсьәләһе күтәрелде. Күреп торабыҙ: уларҙың бурыстары бик күп, аҡсалары — юҡ. Ә бит ауыл кешеһе ғүмер буйы ошо орган менән туранан-тура эш итә. Шуныһы ҡыуаныслы: Президент ауыл биләмәләре хакимиәттәренә финанс ярҙамы күрһәтеүҙең мөһимлеген иғтибар үҙәгенә алды.
Президент Мөрәжәғәтнамәһендәге ҡайһы бер ҡарарҙар тормошҡа аша башланы ла инде: сираттағы ултырышта күп балалы ғаиләләргә, инвалид бала тәрбиәләүселәргә, әсәлек капиталына, эшҡыуарҙарға һәм инвесторҙарға ярҙам итеү мәсьәләләренә бәйле яңы закондар ҡабул ителде.
Әлбиттә, тормош сифатын яҡшыртыу өсөн аҡса һәм ҡануниәт кенә аҙ ул. Иң мөһиме – республика етәксеһе ҡуйған бурыстарҙы һәр кемдең аңлауы, намыҫ менән үтәүе, үҙ-ара берҙәмлеге.
Магомедхабиб СУЛТАНМАГОМЕДОВ, Башҡортостандың Дағстан милли-мәҙәни ойошмаһы рәйесе:
– Мин эшһеҙлекте кәметеү, яңы предприятиелар төҙөү, эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса етди бурыстар ҡуйылыуын хуплап ҡабул иттем. Бына ошо була ла инде кешеләргә хеҙмәт итеү! Властың ябай халыҡ мәнфәғәттәрен хәстәрләүе үҙ-ара ышанысты нығыта, етәкселәрҙең абруйын күтәрә.
Документта һәр бурыс аныҡ билдәләнгән, башҡарылған хеҙмәттең күләменә иҫ китерлек. Шул тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Президент һәм Хөкүмәт бихисап мәсьәләне ыңғай хәл итеп өлгөргән! Киләсәктә тормошҡа ашырыласаҡ проекттар ҙа ҙур һөҙөмтә бирер, республиканы үҫештең юғары баҫҡысына күтәрер, кешеләрҙең көнкүрешен шаҡтай яҡшыртыр, тип ныҡлы ышанам.
Юрий ПУСТОВГАРОВ, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты:
– Был Мөрәжәғәтнамә – республика иҡтисадын үҫтереүҙең бығаса булмаған аныҡ планы. Мин унда үҙем өсөн дә байтаҡ бурыс ҡуйылғанын күрҙем. Мәҫәлән, юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн «Стартҡа хоҡуҡ» проектын ғәмәлгә индереүҙә ҡатнашабыҙ. Унда төп маҡсат – төбәктә мөмкин тиклем күберәк эш урындары булдырыу. Тик был мәсьәләне идара итеүселәргә таянып түгел, ә конкуренцияны арттырып хәл итеү мөһим. Ғөмүмән, йыллыҡ программа документында заманса эш итеү алымдарына таянып башҡарылырға тейешле эштәр бик күп.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 253

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 318

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 339

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 250

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 327

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 238

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 250

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 228

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 110

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 204