Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәхнәлә мылтыҡ эленеп торһа...
Сәхнәлә мылтыҡ эленеп торһа... “Әгәр ҙә спектаклдең тәүге актында сәхнәлә мылтыҡ эленеп торһа, һуңғы күренештә ул атырға тейеш”, – тигән бөйөк рус яҙыусыһы Антон Чехов. Бөгөн донъялағы ҡыҙыу ҡоралланыу ҙа шундай тойғолар уята: яңынан-яңы ракеталар һәм хәрби машиналар уйлап табыла икән, улар һуғыш ихтималын күҙ уңында тотоп етештерелә бит... Хәйер, барыһы ла режиссерҙарҙан тора. Хөрт тыныслыҡ та афәтле һуғыштан яҡшыраҡ... Марк Цицерондың был ҡанатлы һүҙҙәре әле лә йыш телгә алына.
Былтыр оборона сығымдары донъя буйынса 1,69 триллион долларға етте. Сағыштырыу өсөн: Рәсәйҙең дәүләт ҡаҙнаһының килеме ошо уҡ осорҙа 215 миллиард доллар булды. Уйлап ҡараһаң, ҡорал етештереүгә киткән аҡсаға күпме социаль проблемаларҙы хәл итеп булыр ине...
Кемгә кәрәк ҡорал эшләп сығарыуҙа ярышыу? Заманында ул АҠШ-ҡа һәм уның союздаштарына СССР-ҙы сәйәси система булараҡ юҡҡа сығарырға ярҙам итте. Был ысул ябай ине: иҡтисады көсһө­ҙөрәк булған ил ҡеүәтле Көнбайыш дәүләттәре менән ҡорал етештереүҙә лә, бер юлы халыҡ ҡулланыуы тауарҙары эшләп сығарыуҙа ла ярыша алманы. Һөҙөмтәлә иҡтисади ысулдар, хеҙмәтте күләме һәм сифатына ҡарап дәртләндереү замандан ныҡ артта ҡалды, һәр әйбергә тиерлек ҡытлыҡ хасил булды, һәм ҙур держава сәйәси яҡтан юғалыуға табан юл алды. Иҡтисад тәүге сиратта оборона ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә ҡоролғайны. Өфө миҫалында ғына ла, оборона тармағына ҡараған предприя­тие­ларҙа эш хаҡының да башҡаларҙан юғарыраҡ булғанын беләбеҙ. Финанс йәһәтенән тышҡы бурыс артты. Тәбиғи сеймалды һатып, валютаға импорт тауарҙары ташыу беҙҙең халыҡҡа уларҙағы иҡтисад менән үҙебеҙҙекен сағыштырып ҡарау мөмкинлеге бирҙе һәм был, ҡағиҙә булараҡ, Совет иле файҙаһына түгел ине. Былар барыһы ла совет системаһының абруйын төшөргәндән-төшөрҙө.
Белгестәр аңлатыуынса, ҡыҙыу ҡоралланыуҙың ыңғай яҡтары ла юҡ түгел. Ул, мәҫәлән, ғәмәли фәнде үҫтереүгә ҙур ынтылыш бирә. Быға инаныу өсөн Сахаров, фон Вернер, Оппельгейм кеүек билдәле ғалимдарҙы иҫкә алыу ҙа етә.
Бында шуныһы ғибрәтле: ҡоралланыу ярышында СССР еңелде, ләкин АҠШ та еңеүсе була алманы бит! Тимәк, миллиардтарса һәм триллиондарса долларлы аҡсаны ҡорал етештереүгә йүнәлтеү үҙен аҡламай.
Шулай ҙа һуғыш өсөн кәрәк-яраҡ эшләп сығарыу, булғанын туҡтауһыҙ камиллаштырыу дауам итә. Стокгольм донъя проблемаларын тикшеренеү халыҡ-ара институты (СИПРИ) эксперттары белдереүенсә, былтыр үҫеш, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 0,4 процентҡа артты һәм донъяның тулайым продуктының 2,2 процентын тәшкил итте.
Сәхнәлә мылтыҡ эленеп торһа...АҠШ оборона сығымдарын тағы ла арттыра төштө һәм, элеккесә, был күрһәткес буйынса донъяла беренсе урынды бирмәне. Хәҙер был илдең ошо сығымдары донъяның оборона тармағының 36 процентын тәшкил итә. Икенсе урында – Ҡытай: уның өлөшө 13 процентҡа етте. Өсөнсө урынды һуңғы йылдарҙа Сәғүд Ғәрәбстаны биләй ине. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса өсөнсөлөктө Рәсәй алды, ул барлыҡ ҡоралдың 4,1 процентын етештергән икән. Һиндостан да оборона сығымдарын арттырҙы һәм был күрһәткес буйынса донъяла етенсе урындан бишенсе баҫҡысҡа күтәрелде.
Ҡорал етештереү сығымдарын Азия һәм Океания, Төньяҡ Африка, Төньяҡ Америка, Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре лә арттырҙы, тип раҫлай СИПРИ эксперттары. Яҡын Көнсығыш һәм Кариб бассейны илдәре был күрһәткесте бер аҙға кәметкән. Белгестәр уны ҡоралланыуҙы аҙайтыу теләге тыуыуҙан түгел, ә углеводород сеймалы һатыуҙың кәмеүе менән аңлата.
АҠШ 2018 йылға ҡоралланыу өсөн сығымдарҙы ҡырҡа арттырырға ниәтләй. Президент Трамп күптән түгел Конгресҡа Пентагон өсөн сығымдарҙы арттырыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. “2018 йылғы ҡаҙнаға оборона ихтыяжы өсөн 639 миллиард доллар бүлергә ниәтләйҙәр, был, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 52 миллиард долларға күберәк”, – тип яҙҙы яңыраҡ Рәсәйҙең “Новости” мәғлүмәт агентлығы. Ул ошо илдең федераль ҡаҙнаһы проектына һылтанып хәбәр итеүенсә, һүҙ бюджетты арттырыуҙан бигерәк, уны үҙгәртеп бүлгеләү тураһында бара. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, социаль хеҙмәтләндереүгә, “йәшел” энергетикаға сығымдар күпкә кәметелә. Трамп тәҡдим иткән ҡаҙнаға ҡаршы сығырға йыйынғандар шуны дәлил итеп алырға уйлай икән. Республикандар партияһы етәксеһе Рэнд Пол: “Америкаға донъя полицейскийы ролен үтәүҙән туҡтарға һәм сығымдарҙы тыныс маҡсаттарға күберәк бүлеүгә күсергә ваҡыт”, – тип тә белдергән.
Тик бында шуныһы ла бар: “Берләшкән йәштәр фронты” етәксеһе Николай Шлямин әйтеүенсә, Трамптың башланғысы “американдарҙың күңел ҡылдарын сиртеүгә” иҫәпләнгән һәм был ил халҡының АҠШ-ты донъя киңлегендә көслөрәк ил итеү теләге еңергә лә мөмкин. Хәтерләй­һегеҙме, Бөйөк Ватан һуғышы дәүерендә Советтар Союзында “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн” тигән лозунг булған. Бында ла шундайыраҡ тойғо тыуҙырырға тырышаларҙыр инде. Сенатор Марко Рубио: “АҠШ иң ҡеүәтле держава булған саҡта ғына донъяла тыныслыҡ хөкөм һөрәсәк, тимәк, иҡтисадты йылдамыраҡ үҫтереү өсөн дә тейешле шарттар тыуасаҡ”, – тип ышандырырға тырыша.
Илдең хәрбиҙәре, тәбиғи, оборона сығымдарын арттырыуҙы ҡуш ҡуллап хуплай. АҠШ ҡораллы көстәренең стратегик етәкселеге башлығы генерал Джон Хайтен күптән түгел конгресмендар алдында “илебеҙ Рәсәйҙең ҡанатлы ракеталары һөжүменән һаҡланмаған” тип зарланып алды, шуға күрә эксперттар Конгрестың Трамп тәҡдименә ыңғай тауыш бирәсәген күҙаллай.
Бер үк ваҡытта НАТО ағзаһы булған илдәрҙең дә хәрби сығымдарҙы арттырыуҙа ҡалышмаясағы көтөлә. Трамп был илдәрҙең һәр береһенең оборонаға, ошо альянстың уставында яҙылғанса, үҙ дәүләт ҡаҙнаһының кәмендә ике процентын бүлергә тейешлеген бер нисә ҡат телгә алды инде. Хәрби ойошманың 2014 йылда Бөйөк Британияның Уэльс ҡалаһында үткән саммитында оборонаға йүнәлтелгән аҡсаны киләһе ун йылда даими арттыра барырға һүҙ ҡуйышҡандар, ләкин Трамп власҡа килгәнгә саҡлы был талапты биш кенә ил – АҠШ, Бөйөк Британия, Греция, Польша һәм Эстония – үтәй ине. Ҡайһы бер матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, Трамп Ангела Меркель менән осрашҡан саҡта уға ошо альянс сығымдары өсөн 375 миллиард доллар вәғәҙә иткән – Германияның НАТО-ға һуңғы йылдарҙағы ярҙамы шулай баһалана икән.
Ҡайһы бер сығанаҡтар күрһәтеүенсә, ҡыҙыу ҡоралланыу фәҡәт оборона предприятиелары һәм дәүләттән ҡиммәтле заказдар алырға ынтылған ҙур компаниялар өсөн генә отошло. Артыҡ күп ҡорал туплау илдең реаль мәнфәғәт­тәренә тап килеп бөтмәйҙер ҙә, моғайын. “Политикус” мәғлүмәт агентлығы яҙыуына ҡарағанда, АҠШ-тың 1948 йылға саҡлы СССР-ға ядро һөжүме ойоштороу һәм уның 70 ҡалаһын юҡ итеү планы булған, ләкин был дәүләттең стратегик авиация­һының ошо һөжүмде планда ҡаралғанса тормошҡа ашыра аласағына шик була һәм был яуыз ниәтте ҡалдырып торалар. Был саҡта амери­кандарҙың 133 атом бомбаһы була, әммә улар, күреүебеҙсә, ҡорал келәтен тулыландырыуҙы һаман дауам итә. Рәсәйҙе юҡ итеү хыялы ла әле булһа йәшәй.
Әлбиттә, илдең тышҡы агрессияға ҡаршы тороу һәләтен нығытыу кәрәклеге лә бәхәсһеҙ һәм был күпкә өҫтөнөрәк сәбәп. Икенсе бөтә донъя һуғышы алдынан Советтар Союзының армияны заман талаптарына ярашлы ҡоралландырыуҙа артта ҡалыуы билдәле. 1939-1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышы ла беҙҙең ғәскәрҙең техник яҡтан ҡалышыуын асыҡ күрһәткән, алыштың тәүге ике айында “Маннергейм линияһы”н емереү өсөн ауыр артиллерия, хатта миналар ҙа етешмәгән. Ошо ваҡиғанан һабаҡ алып, Совет хөкүмәте артабан ҡорал етештереү һәм яңыртыу буйынса ашығыс саралар күрергә тотона, ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға заманса ҡорал менән етерлек тәьмин итеү ҡәнәғәтләнерлек хәлдә булмай әле. Һан яғынан иң ҙур армияға эйә булһа ла (биш миллиондан ашыу һалдат һәм офицер), һуғыштың тәүге осоронда артиллерия, бронетехника, танктар һәм самолеттар буйынса өҫтөнлөк Германия яғында була.
Шуға күрә донъялағы иң оҙон ҡоро ер сиге булған дәүләтте һаҡлау өсөн заманса ҡоралдың әһәмиәте ни тиклем ҙур икәнлеген һис кем инҡар итә алмайҙыр. АҠШ-тың шарттары башҡасараҡ: ул ике яҡтан да океандар менән уратып алынған һәм агрессорҙың пехота көстәре өсөн ҡул етмәҫлек арала урынлашҡан.
Бынан бер нисә йыл элек Рәсәй армияһын ҡайтанан ҡоралландырыу программаһы ҡабул ителгәйне. “Хәрби күҙәтеү” мәғлүмәт агентлығының Рәсәй Оборона министрлығы коллегияһы ултырышындағы докладҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, былтыр илебеҙ хәрбиҙәренең даими әҙерлек хәлендәге частарында заманса ҡорал һәм техника өлөшө – 58,3 процентҡа, уларҙың төҙөклөгө 94 процентҡа еткерелгән. Стратегик ядро көстәре 41 яңы баллистик ракета алған, стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре “Ярс” комплексының дүрт полкына эйә булған, хәрби диңгеҙ флотына “Владимир Мономах” исемле һыу аҫты ракета крейсеры тапшырылған һәм башҡалар.
Хәҙерге заман армияһында пилотһыҙ осоу аппараттарына айырым иғтибар бирәләр. Былтыр Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә ошондай техниканы файҙаланыу буйынса махсуслашҡан 36 яңы берәмек барлыҡҡа килде. Һөҙөмтәлә пилотһыҙ аппараттар һаны ике меңдән ашты, һәм уларҙы ҡулланыу оҙайлығы ла, 2015 йыл менән сағыштырғанда, бер ярым тапҡырға артты.
Тәбиғи, ҡорал яуҙа һынала. Сәхнәлә торған мылтыҡ мотлаҡ ниндәй ҙә булһа бер актта атырға тейеш булған кеүек. “Новости” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, илдең оборона министры Сергей Шойгу күптән түгел армия өсөн ун яңы ҡорал төрөн һатып алыуҙы туҡтатып торорға бойороҡ биргән, сөнки Сүриәләге һуғыш хәрәкәттәрендә уларҙың кәмселеге асыҡланған икән. Ә унда хәҙерге көнгә Рәсәйҙең барлығы 162 яңы ҡорал һәм техника төрө һынау үткән. Аңлашылыуынса, улары үҙен уңышлы тип танытҡан. Халыҡ-ара хәлдең ҡатмарлана барыуын күреп торабыҙ, тимәк, ҡоралды арттырыу һәм яңыртыуҙы ла, был эш ҙур сығымдар талап итһә лә, туҡтатып булмай, һәм хәрби етәкселек уның быйыл да дауам ителеүен белдерҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 309

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 237

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 187