Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көслө ҡурҡыныс түгел, үсле ҡурҡыныс
Америка Ҡушма Штаттары менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһындағы мөнәсәбәттәрҙә ошо сифаттарҙың икеһе лә бар
Көслө ҡурҡыныс түгел, үсле ҡурҡыныс Ер шарындағы кешелек донъяһы бер урындан ғына идара ителәме, әллә тормошобоҙға йоғонто яһарлыҡ көстәр унда ғына түгел, бәлки байтаҡ тарафтарҙа булырға тейешме? Ғөмүмән, бер полярлы, күп полярлы донъя тураһында фекер алышыуҙар хәҙерге осор сәйәсмәндәренең, үҙен сәйәсәт йәһәтенән белгес тип иҫәпләгән байтаҡ ағай-эненең яратҡан темаһына әүерелде. Әйткәндәй, сәйәсәт, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр белгестәренең харап күбәйеп китеүе — үҙе бер феномен, һәм был күренеш нимә менән аңлатыла?
Ошо юҫыҡта, сәйәсәт шырлыҡ­тарына аяҡ баҫыуҙан ҡурҡмаған тәүәккәлдәргә эйәреп, һеҙҙең авторығыҙ ҙа Ҡытай менән Америка бәйләнештәренә хәл ҡәҙә­ренсә баһа бирергә йөрьәт итте. Был бәйләнештәрҙе ҡытай сәйәсмәндәре һәм ғалимдары “ХХI быуаттағы ике яҡлы иң мөһим мөнәсәбәттәр” тип айырып баһаларға ярата. Ваҡыт үтә килә, әлеге фекер бар донъяның иғтибар үҙәгендә торған һәм күптәрҙең аңын яулап алған идея рәүешен алды. Рәсәй тышҡы сәйәсәтенең киләсәге лә, Азия һәм донъяның бүтән өлөштә­рендәге хәлдәр ҙә Америка менән Ҡытай араһындағы мөнәсәбәт­тәрҙең ниндәй йүнәлештә үҫә барасағына бәйләнгән.
Бөйөк һәм ғәйрәтле ике дәү­ләт­тең бер-береһенә яҡынайыуы тураһында һүҙ бармай, киреһен­сә, уларҙы нимәләр айырыуы хаҡында әйтеү урынлыраҡтыр. Ысынлап та, АҠШ менән ҠХР әле ҡасан ғына хеҙмәттәшлек итә башлағайны. Уларҙың яҡына­йыуы, тәбиғи һымаҡ тойолмаһа ла, идеологик ҡапма-ҡаршылыҡ­тарҙы еңеү ихтималлығын раҫлағандай дәлилгә әйләнеп бара ине. Тик бына күптән түгелге антагонистар, йәғни ҡара дошмандар, бер-береһенә ҡарай маҡсат менән ниндәй аҙым яһағайны икән дә, был аҙымдар ҡайҙа алып килде һуң?
Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, тарихҡа, ике яҡлы мөнәсәбәт­тәрҙең асылын аңлатырға ты­рышҡан фәнни-популяр әҙәбиәткә күҙ ташлайыҡ. Уларҙа кил­терел­гән һығымталар, дөйөм­ләште­реүҙәр ғибрәтле лә, ҡыҙыҡлы ла, хәҙер ҙә һабаҡ булырлыҡ.
Ҡытай менән Америка мөнә­сә­бәттәрен күҙҙән ысҡындырмай, уларҙы хәтер һандығында һаҡлап йөрөткәндәр яңы­лышмаһа, Ҡы­тай коммунис­тар фирҡәһе менән Ҡушма Штаттар араһындағы бергәләп эшләү ихтималлығы 1949 йылда хакимлыҡҡа ком­партияның килеренән алда уҡ хасил булған. Мао Цзедун Вашингтон менән самалы ғына булһа ла хеҙмәттәшлекте яйлауға революцион көрәш йылдарында уҡ ынтылған. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында коммунистар Американың Ҡытайҙағы сәйәси һәм хәрби вәкилдәре менән бәйләнеш тотҡан. АҠШ-ҡа ҡарата Ҡытай компартияһының ошондай мөғәмәләлә булыуы, был фирҡә таянған доктриналарҙың ради­кал­лығына ҡарамаҫтан, һәүе­темсә тәбиғи тип баһалама алалыр. Маоның, беренсенән, коммунизмда илдең бөйөклөгөн тергеҙеү ысулын күргән ҡытай милләтсеһе икәнлеген оноторға ярамай. Ул күп йәһәттән СССР-ға бәйләнгәнлегенән ауырһынған (һәм буйһоноулы ошо хәлдән уңайы сыҡҡас уҡ ҡотолған). Мао­ның күп векторлы сәйәсәтте бо­йом­ға ашырыуға ынтылыуы ваҡи­ғалар үҫеше логикаһына ла тура килә һәм ҡотолғоһоҙ ҙа булған.
Әйткәндәй, ҙур тәжрибә туп­лаған байтаҡ Америка белгестәре бик оҙаҡ йылдар элек үк коммунистар менән уҙаҡташлыҡ мөм­кинлеген нигеҙләй килгән. Ҡы­тайҙа ил башында Чан Кайши торғанда уҡ был дәүләттең Ҡуш­ма Штаттар менән яҡынаясағы шик тыуҙырмаған. Чан Кайши американдарҙы “коммунистик хәүеф” тигән уйҙырма менән ҡурҡыта килгән. Америкала быға ышанырға теләгәндәр һәр даим күп булды.
Ҡытай менән әшнәлеккә күҙ йомоп ынтылыу Америкаға артабан ҡиммәткә төштө. Ошо курс өсөн АҠШ һәм уның союздаштары сәйәси мәнфәғәттәр, ҡулдан киткән биләмәләр, иҡтисади юғалтыуҙар һәм меңдәрсә кешенең ғүмере менән түләне. Ҡытай Халыҡ Республикаһы, көнбайыш донъяның хас дошманына әйләнеп, Кореяла БМО ғәскәрҙәре менән һуғышты, Һинд Ҡытайында Францияның еңе­леүенә һәм Американың Вьетнамда хурлыҡҡа ҡалыуына булышлыҡ итте. Хатта 1960 йылда Совет-Ҡытай мөнәсәбәт­тәренең селпәрәмә килеүе лә Американың Ҡытайға ҡарашын үҙгәртмәне. Тик һалҡын һуғыш­тың уңышһыҙ барыуы һәм Вьетнам һаҙлығында сәсәй башлау ғына АҠШ-ты 60-сы йылдар аҙағында Пекин менән уртаҡ тел эҙләргә мәжбүр итте. Президент Ричард Никсон менән Дәүләт секретары Генри Киссинджер ихтыяри ҡарар менән Америка Көнсығыш Азияла 90 йыл бойом­ға ашыра килгән тышҡы сәйәсәтте юҡҡа сығарҙы һәм һуңлап булһа ла ҙур еңеүгә өлгәште.
“Ҡеүәтлелектең иң тоғро бил­дәһе – яуҙар асырға һәләтле булыу түгел, бәлки уға кәртә ҡуйыу”. Быны Америка әҙибәһе Энн Маккормик юғарыла телгә алынған милләттәштәренең ғәмәлдәрен күреп торғандай әйткән. Ошо хәҡиҡәтте Рәсәйҙең хәрби ҡеүәтенең йылдам арта барыуы һәм уның донъяла именлекте һаҡлауға тәғәйенләнеүе раҫлай.
Ләкин халыҡ-ара сәйәсәттә ғәжәп­ләнерлек шундай бер логика бар: бәғзе дәүләт кемдер менән дуҫтарса мөнәсәбәт бул­дырһа, икенсеһе менән сәкәлә­шергә әҙер. Ошо юҫыҡтан ҡара­ғанда, Пекиндың Советтар Союзына ҡаршы торған Ҡушма Штаттар уҙаҡташ­тары коалицияһына күсеүе Мәскәүҙең Америка менән глобаль көндәшлеге осорондағы иң ауыр тышҡы сәйәси һәләкәте булды. СССР менән КПСС “Өсөнсө донъялағы” байтаҡ һул һәм милли-азатлыҡ хәрәкәттә­ренә йоғонтоһон юғалтты, уның ҡарауы, әүҙем һәм абруйлы, күп тә үтмәҫтән БМО-ның Именлек Советында урын алған оппонент тапты. Себер һәм Алыҫ Көнсы­ғыш тайгаһында йөҙәрләгән меңлек ғәскәр урынлаш­тырырға, уларҙы торлаҡ һәм инфраструктура менән тәьмин итергә тура килде. Тимәк, ил иҡтисадына көс төштө. Афған мөжәһидтәрен совет өлгөһөндә эшләнгән еңел ҡорал менән тәьмин итеүҙә Ҡы­тай төп ролде уйнаны. Аф­ғанстанда авиация зыянды аме­рикандарҙың күсермәле “Стингер” зенит ракета комплексынан түгел, ә совет лицензияһы буйынса Ҡытайҙа эшләнгән ҙур калибрлы ДШКМ пулеметтарынан күберәк күрҙе.
Шулай ҙа 1988 – 1989 йылдар­ҙа беҙҙең илгә ҡаршы йүнәл­тел­гән америка-ҡытай уҙаҡташ­лы­ғының нигеҙе ҡаҡшаны. Һалҡын һуғыш тамамланды, совет ғәс­кәрҙәре Афғанстандан китте, ә Вьетнам ғәскәрҙәрен Камбоджанан сығара башланылар. Михаил Горбачевтың 1989 йылда Пекинға барыуында совет-ҡытай мөнәсә­бәттәре тамам яйға килде. Шул уҡ ваҡытта Пекиндың үҙәк май­ҙаны Тяньаньмэнда йәштәрҙең йыйылып сығыуын көс менән баҫыу ҡытай коммунистарының совет һәм көнсығыш Европалағы коллегалары юлынан бармая­сағын, демократик реформалар юлына баҫмаясағын ап-асыҡ күрһәтте.
Ғөмүмән, АҠШ Ҡытайҙың хәҙерге хәлдә йәшәүе менән бер генә минутҡа ла риза була алманы. 60-сы йылдар аҙағынан алып Дэн Сяопин реформала­рының тәүге уңыштарына ҡәҙәр Американың Ҡытайға ҡарата сәйәсәте байтаҡ ауыр еңелеүҙәр­ҙән һуң Мәскәү менән көстәр нисбәтен нисек тә булһа тергеҙеү зарурлығына нигеҙләнә ине. Артабан, айырыуса Европала коммунизм емерелгәндән аҙаҡ Ҡуш­ма Штаттар Ҡытай ҡоро­лошо, иҡтисади үҫеш һәм яңыртыу һөҙөмтәһендә либераль демок­ратик капиталистик тәртип урын­лаштырыуға килергә тейеш, тип иҫәпләгән.
Ошо үҙгәрештәр ғәмәлгә ашҡанға тиклем уның эш-хәрә­кәттәре АҠШ мәнфәғәттәренә ҡамасаулаған өлкәләрҙә Пекинды тыйыбыраҡ тороу күҙалланған. Американдар уйлағанса, йәнәһе, бының өсөн әллә ни тырышлыҡ та кәрәкмәйәсәк, сөнки ниндәйҙер етди проблема булып өлгөргәнсе, Ҡытай үҙгәрәсәк.
Ҡытай хәҙер үк иҡтисади бөйөк державаға һәм бөйөк хәрби дер­жаваға әүерелде. Ҡытай, Ҡушма Штаттар менән Рәсәйҙән ҡала, өсөнсө хәрби һәм хәрби-сәнәғәти дәүләт булып өлгөрҙө. Ошоноң менән бергә хәрби ҡеүәтенең бәғзе өлөштәрендә беҙҙең илде уҙып китте һәм хәрби потенциалын арттырыу йәһәтенән күберәк мөмкинлектәргә эйә. ҠХР-ҙың тышҡы сәйәси йүнәлеше 2013 йылдан үҙгәрә башланы. Ул стратегик йәһәттән мөһим урындарҙа әүҙем, хатта агрессив төҫ ала. 2015 йылда ул сит илдә тәүге хәрби базаһын асты. Дэн Сяопин мираҫ итеп ҡалдырған ығыш тышҡы сәйәсәт тарихҡа ҡалып бара.
Әлбиттә, хәҙерге донъяның өс гиганты – Америка Ҡушма Штаттары, Ҡытай Халыҡ Республи­каһы һәм Рәсәй Федерацияһы – араһындағы ҡапма-ҡаршы тороу процесы аҡрын буласаҡ. Әүәл­гесә сауҙа һәм төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек дауам итәсәк. Тарихсылар раҫлауынса, Ҡытай бүтән илдәргә ҡарата ҡоласлы агрессияға бармаған. Ул асыҡтан-асыҡ агрессиянан тауыш-тынһыҙ, янъял­һыҙ, аҙымлап ҡына бойом­ға ашырыла торған экспансияны өҫтөн һанай. Беҙ хәҙерге донъяла ла быға шаһитбыҙ. Ҡытай байлы­ғын да, ҡеүәтен дә күрһәтергә ашыҡмай. “Аҡылдың ҡәҙере – әҙәп менән, байлыҡтың ҡәҙере – йомартлыҡ менән, ҡеүәттең ҡәҙере – баһадирлыҡ менән”. Американдарҙы белмәйем, иллә-мәгәр ошо һүҙҙәрҙе әйтеүсе Ҡытайҙы күҙ уңында тотманымы икән?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 269

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 301

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 308

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 236

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 298

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 186