Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем ҡурайына бейей Украина?
Кем ҡурайына бейей Украина?Украинала дөрләгән ялҡын нисек тоҡанып киткәнен барығыҙ ҙа хәтерләйҙер, моғайын. 2014 йылдың апрелендә президент Януковичты ҡолатып, был вазифаны башҡарыуҙы үҙ иңенә йөкмәгән Александр Турчинов, көрсөккә ҡаршы көрәш штабы булдырып, “ҡулына ҡорал алғандарҙы” юҡ итергә вәғәҙә бирҙе.
Әлбиттә, ҡулы ҡанға буялған “Майҙан батырҙары”н күҙ уңында тотманы ул. Киреһенсә, Турчиновтың нәфрәте Киевтағы болаға ҡаршы митингтар үткәргән көньяҡ-көнсығыш өлкәләрҙең тыныс халҡына ҡарай йүнәлтелде. Улар “Майҙан”сылар кеүек бары тик урындағы хакимиәт биналарын баҫып алғайны. Хатта 7 апрелдә, Турчинов тыныс халыҡҡа ҡарата ҡораллы көстәрҙе файҙаланырға йыйынғанда, Харьков, Донецк халыҡ республикаларын төҙөү тураһында иғлан ителде. 8 апрелдә иһә боласылар тарафынан эске эштәр министры вазифаһын башҡарыусы итеп һайланған Арсен Аваков, Харьков тулыһынса контролдә тотола, урындағы “болалар” ҡорал ҡулланылмай тыныс­ландырылды, тип рапорт бирҙе.
28 апрелдә Луганск Халыҡ Республикаһын төҙөү тураһында иғлан ителгәс, быға ҡаршы Украинаның хәрби көстәре йүнәлтелә. Шулай ҙа 2014 йылдың 15 апрелендә үк Турчиновтың террорға ҡаршы операция иғлан итеүе менән һуғыш “шырпыһы” һыҙылғайны инде. Әммә ул саҡта Украина көрсөгөн тыныс юл менән хәл итеү мөмкинлеге бар ине әле. Украинаны федерализация нигеҙендә ҡороу тарҡалған дәүләтте туплауҙа, граждандар һуғышын булдырмауҙа берҙән-бер аныҡ юл булыуға ҡарамаҫтан, ике яҡ та уға ынтылманы. Артабан инде был мөмкинлек ҡулдан ысҡынды.
Граждандар һуғышы, ғәҙәттә, һиҙҙермәй генә башланып китә. Йәмғиәттең бер-береһенә ҡаршы торған көстәре, дөйөм милли килешеүгә ҡарағанда еңеү мөһимерәк тип иҫәпләй һәм бер ниндәй ҙә ташламаларға бармай. Ҡағиҙә булараҡ, үҙен ҡеүәтле тип иҫәпләгән, дошманын ҡорал ярҙамында юҡ итә алыуына ышанған сәйәси көстәр утҡа “кәрәсин” һибә. Еңеү барыһын да кисерә, тип закондарҙы һанға һуҡмай башлайҙар. Шулай итеп, иртәме-һуңмы тәүге атыу тауышы яңғырай. Бынан һуң ваҡиғалар йырылған йылға шикелле ажғырып аға башлай – хәҙер инде бер нисә төркөм урынына баштан-аяҡ ҡоралланған армиялар ҡапма-ҡаршы баҫа. 1861 йылда АҠШ-та, 1917 йылда Рәсәй империяһында, 2011 йылда Сүриәлә шулай булды. Граждандар һуғышы барған һәр ерҙә лә ошо хәл ҡабатлана. 2014 йылда Украинала ла ошо уҡ “сюжет” ҡоролошо юҡҡа түгел.
Террорға ҡаршы көрәш ойоштороусылар, дәүләт көсөнөң мөмкинлектәренә таянып, боланы тиҙ баҫтырырға өмөтләнде. Әлбиттә, Рәсәй менән сиктәш һәм өмөтлө ҡарашын Рәсәйгә төбәгән Донбасс Киев русофобтарында нәфрәт хистәре тыуҙырҙы. Шуны яҡшы аңланылар: Донбасста демократик механизмдарҙы һаҡлау, власть формалаштырыу төбәкте оппозиция юлынан алып китәсәк. Ә инде хәрби идаралыҡ һайлау үткәреүгә юл ҡуймай, сөнки һайлау була ҡалһа, Киевтың партиялары еңелеүгә дусар булыр ине. Власты баҫып алыусылар өсөн был бик мөһим. Әгәр Донбасстың ҡаршылығы уңышлы килеп сыҡһа, башҡа төбәктәр ҙә уға эйәрәсәк. Киевтың “Майҙан” власы Украина халҡына демагогик лозунгтарҙан, йәшәү кимәленең төшөүенән башҡа бер нәмә лә бирә алмағанлыҡтан, аныҡ сәйәси мөхит булдырыу уларға власты юғалтыу менән янай. Бынан һуң уларға илдәге бола өсөн яуап тоторға тура киләсәк бит. Террорға ҡаршы операция башланғас, тәүге көндәрҙә үк 200-ҙән ашыу кеше һәләк булды.
Украиналағы граждандар һуғышында АҠШ һәм Европа илдәренең ҡыҫылышы тураһында оҙон-оҙаҡ һөйләргә булыр ине. Иң мөһиме – улар Рәсәйҙе Украина көрсөгөнә индереп, күп йылдарға шунда “бәйләп” тоторға самаланы, ләкин беҙҙең ил етәкселегенең аҡыллы сәйәсәте уларҙың мәкерле уйына юл ҡуйманы.
Көнбайыш илдәре менән АҠШ Украинала ниндәй генә “уйын” ҡормаһын, граждандар һуғышын эске көстәр алып бара. Ҡайҙа эске шарттар бар, шунда ғына тышҡы йоғонто булырға мөмкин.
Киев граждандар һуғышын башлап, беренсенән, тиҙ арала еңеү яуларға ниәтләнде, икенсенән, яңы властың таянысы булған төбәктәрҙең халҡына ҡағылмаҫҡа, өсөнсөнән, “Майҙан” тарафынан хасил булған власты нығытырға иҫәп тотто, ләкин улар хаталанды. Бөгөн Киев етәкселегенә тоғролоҡ һаҡлағандар ҙа террорға ҡаршы операциянан ҡәнәғәт түгел. Улар өсөн был термин “граждандар һуғышы”н аңлата. Хәҙер улар был һуғышта Донбасс яҡлы булып Рәсәйҙең ҡатнашыуын раҫлап маташа һәм АҠШ-тың үҙҙәре яғында һуғышыуын теләй.
Киев етәкселеге “юғалтыуҙар юҡ” тип йыш ҡабатларға ярата. Һуғыштың ҡорбанһыҙ булғанын кемдең күргәне бар һуң? Был һуғыш та меңдәрсә ҡорбан “йотоп” өлгөрҙө.
Бөгөн Донбассты Украинаға ҡайтарып булыуына ышаныс кәмегәндән-кәмей бара. Хәйер, ике өлкәнән дә ҡолаҡ ҡағыу тураһында һүҙҙәр ҡуйыра, тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Ҡайһы берәүҙәр, Киев ике өлкәһен генә түгел, дүрт-биш өлкәһен юғалтасаҡ, тип фаразлай. Был аңлашыла ла, сөнки үҙ халҡын хәстәрләмәгән, көнкүреш мөмкинлектәре бик түбән булған дәүләттә кемдең йәшәгеһе килһен?! Халыҡ иһә илдең был һуғыштан имен-аман сығырына ышанмай. Күпселектең фекеренсә, Украина тигән дәүләт булмаясаҡ, ә хәрби хәрәкәттәр дауам итәсәк. Дөрөҫөрәге, һуғыш шауҡымы Донбасста ғына түгел, ул тотош илде ялмап бара: төрлө тарафтарҙа йыш ҡына гранаталар шартлай, атыш тауыштары яңғырай. Әйтеүҙәренсә, был күренеш артабан үҫә генә барасаҡ.
Дөйөм алғанда, “Майҙан” власы ойошторған ҡан ҡойош, киң ҡоласлы болаға әүерелеп, Украина дәүләтен юҡҡа сығарыу юлына табан бара. Был илдә йәшәү кимәле лә түбән тәгәрәй. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, украиндар ғүмер буйы ришүәт түләргә мәжбүр. Унда коррупция киң ҡолас алған.
“Киевтың затлы ресторанында Петр Порошенко партияһының иң йоғонтоло сәйәсмәне ултыра һәм Европалағы иң ҙур илдәрҙең береһенә идара итә. Уның янында министр, баш судья, миллиардер урын алған. Үҙ мәнфәғәттәрен хәстәрләгән тағы ла бер “эш”те башҡарыу мәле был, – тип яҙа публицист Пер Юхансен. – “Азатлыҡ радиоһы”ның журналисы йәшерен камера менән сәйәсмәндәрҙең “уйын”ын төшөрә. Уны Украинаның хәүефһеҙлек хеҙмәте ҡулға алып, шпионлыҡ итеүҙә ғәйепләй. Украин­дарҙың күпселеге коррупция сәскә атҡан илдә йәшәүҙәрен яҡшы аңлай. Иҡтисади көрсөк, юғары хаҡтар, хеҙмәт хаҡының бәләкәй булыуы арҡаһында Киев етәкселеге уларҙа нәфрәт уята”.
“Элекке менән сағыштырғанда, тормош күпкә насарайҙы, – тип һөйләй Комсомольск ҡалаһында йәшәгән Мария исемле йәш әсә. – Бала тыуғас, беҙ дауаханаға, балалар баҡсаһына, мәктәпкә түләргә мәжбүр булдыҡ. Хаҡтар иҫ киткес юғары. Уртаса эш хаҡы 1,6 мең норвегия кронына тиң булғанлыҡтан, бюджет хеҙмәткәрҙәре тулыһынса ришүәткә бәйле. Нимә генә тиһәк тә, Украина иҡтисадының 50 проценты күләгәлә булыуын халыҡ-ара тикшереүселәр ҙә раҫлай”.
Сәйәсмәндәрҙең, эшҡыуарҙарҙың, бюрократ­тарҙың үҙ кеҫәһен генә ҡайғыртыуына ҡарағанда, үрҙә телгә алғандар ваҡ-төйәк һымаҡ. Халыҡ-ара республика институты үткәргән йәмәғәтселек фекерен алыу күрһәтеүенсә, украиндарҙың 87 проценты коррупцияны илдәге иң ҙур бәлә, 84 проценты ҡала менән таныш-белешлек, туған-тыумасалыҡ идара итә тип иҫәпләй. Яуап биргәндәрҙең 27 проценты урындағы чиновниктарға үҙҙәренең йәки туғандарының ришүәт биреүен таный.
Киевтың уртаһында Арена сауҙа үҙәге урынлашҡан. Бында камераға төшөрөү ҡәтғи тыйылған. Һатып алыусылар “сер” булып ҡалырға теләй. Сауҙа үҙәге алдында ҡыйбатлы “Мерседес”, “БМВ”, “Феррари”, “Порше” кеүек машиналар теҙелеп киткән. Бай сәйәсмәндәрҙең, эшҡыуарҙарҙың ҡатындары, балалары, һөйәркәләре бер тапҡыр һатып алғанда ғына ла ябай халыҡтың йыл буйы эшләгән хеҙмәт хаҡы күләмендә аҡса сарыф итә. Шуны ла әйтергә кәрәк: иң бай 50 олигарх илдең 80 процент иҡтисадын ҡулында тота. Коррупция буйынса Украина донъяла 130-сы урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта Украинаның 18 мең прокурор хеҙмәт иткән суд өлкәһендә коррупция ғәҙәти күренешкә әйләнгән. “Прокурорҙар үҙҙәрен Алла урынына күрә һәм нимә теләй, шуны ҡыла”, – ти халыҡ.
Әле Украинала отпусктар мәле башланды. Был иһә Порошенко менән премьер-министрға көҙгә тиклем “тын” алып ҡалырға мөмкинлек бирә. Күптәр көҙөн тағы яңы болалар, сәйәси көрсөк башланыр тип шомлана, сөнки ил ҡорал менән лыҡа тулған. Бойондороҡһоҙ, радикаль, уң экстремистик батальондар яңынан баш күтәреүгә әҙер булыуын йәшермәй. Яуҙан ҡайтҡан һалдаттар, коррупцияның киң ҡолас алыуын күреп, ни өсөн һуғышыуҙары, иптәштәренең ни өсөн һәләк булыуы тураһында нәфрәтле һорауҙарын етәкселеккә төбәй. Ә бит улар ҡорал тота белгән, ил таянысы булырҙай ир-егеттәр. Ҡыҫҡаһы, Порошенко һәм үҙҙәрен ил хужаһы тип иҫәпләгән “ҡатлам” бөгөн алып барған сәйәсәттең ниндәй хәүеф менән янағанын төшөнөргә тейеш. Иртәгә һуң булыуы ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 310

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 238

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188