Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Диңгеҙ бүреләре”
“Диңгеҙ бүреләре” Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең хәрби ҡеүәте нығынғандан-нығына бара. Әлбиттә, был хәл үҙен донъяның “хужаһы” итеп тойған Америка Ҡушма Штаттарын да борсой. Улар төрлө санкциялар ҡулланып, Рәсәйҙең быуынын йомшартырға самалай, ләкин илебеҙ теҙ сүгергә уйламай.
Күптән түгел Северодвинск ҡалаһында Рәсәйҙең иң ҡеүәтле һыу аҫты карабы диңгеҙгә сумды. Ул “Казань” тип атала. Караптың аныҡ характеристикаһы сер булып торһа ла, көнбайыш эксперттары уны “Рәсәйҙең иң ҡурҡыныс ҡоралы” тип нарыҡланы.
Яңы һыу аҫты кәмәһенең техник күрһәткестәре тураһында әйткәндә, уны бер ниндәй заман ҡорамалдары менән шәйләп булмай икән. Тимәк, юҡ итеү мөмкин түгел. “Рәсәйҙең яңы ҡоралы беренсе сиратта Американы борсой, – ти хәрби белгестәр. – Беҙ был субмаринала ниндәй дәһшәтле ҡоралдар барлығының яртыһын да белмәйбеҙ хатта. Ярай әле бындай караптар әлегә күп түгел”.
Күп маҡсатлы “Казань” — “Ясень” проекты буйынса төҙөлгән икенсе карап. 2014 йылдың июнендә Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флотын ошо типтағы “Северодвинск” тулыландырҙы. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, конструкция буйынса киткән ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү өсөн ике йыл ваҡыт киткән.
“Казань” иһә яңы модернизация буйынса төҙөлә. Конструкторҙар хәрбиҙәр тарафынан асыҡланған етешһеҙлектәрҙе, иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә ала. Шулай итеп өр-яңы карап 2018 йылдан океан киңлектәрендә йөҙәсәк.
Илебеҙҙең һыу аҫты флоты үҫеш осорон кисерә. Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр “Севмаш”та бер юлы дүрт атом һыу аҫты карабы төҙөлә. Улар – “Новосибирск”, “Красноярск”, “Архангельск” һәм “Пермь”. Ә инде 2023 йылда “диңгеҙ бүреләре” ҡулына ете “Ясень” карабы эләгәсәк.
“Ясень”дәр Санкт-Петербургтың “Малахит” заводы тарафынан проектланған. Улар күп маҡсатлы атом субмариналарының дүртенсе быуынына ҡарай, өсөнсө быуын “Щука Б” проекты буйынса сыҡҡан “ағаларының” иң яҡшы сифаттарын үҙләштергән.
“Ясень”дәр — илебеҙ етештергән ысын мәғәнәһендә күп маҡсатлы атом һыу аҫты караптары. Улар бер үк ваҡытта диңгеҙ истребителдәре булып та хеҙмәт итә, шулай уҡ меңәр саҡрым арала ятҡан ер “сәптәренә” ракета һөжүме лә яһай ала.
“Диңгеҙ бүреләре”Асыҡ “сер”ҙәргә баҡҡанда, “Ясень” һыу өҫтөндә – 8,6, һыу аҫтында 13,8 тонна һыуҙы ҡыҫырыҡлап сығара. Ул 600 метр тәрәнлектә йөҙөү һәләтенә эйә, тиҙлектәре сәғәтенә 57 саҡрымға тиклем етә. Автоном рәүештә 100 тәүлек йөҙөргә мөмкин. Экипажы – 64 кеше.
“Малахит”та төҙөлгән караптарҙың корпустары донъя кимәлендә иң ышаныслыһы тип әйтергә була. Ғөмүмән, Рәсәйҙә “тыуған” караптар ике корпуслы: тышҡыһы – еңел, эскеһе ныҡлы материалдан. Улар араһына ҡора­малдарҙың ҡайһы бер өлөшө урынлаштырыла. Был алым караптарға оҙаҡ “йәшәргә” мөмкинлек бирә. Етеш­һеҙ яҡтары ла бар – ҙур булғанлыҡтан, ауыр хәрәкәт итә, тауыштары көслө.
Америка караптарының күп өлөшө бер корпуслы схема буйынса эшләнә. Шуға ла “ғүмерҙәре” ҡыҫҡа, ләкин шаулап бармайҙар һәм хәрәкәттәре лә етеҙерәк. Әйтергә кәрәк, шым хәрәкәт итеү — заман караптары өсөн иң мөһим сифат, сөнки дошманды кем алданыраҡ шәйләй – шул еңеүсе!
“Ясень” конструкторҙары ла ҡулай ысул тапҡан – улар ике һәм бер корпуслы караптарҙың иң отошло яҡтарын тапҡан. Еңел корпус караптың тик “моронон” ҡаплай. Шулай итеп, илебеҙҙә сыҡҡан караптарҙың ғүмер “оҙонлоғон”, Америка субмариналарының тауыш “шымлығын” берләштереүгә ирешкәндәр.
Тағы ла бер ҡаҙаныш тураһында әйтергә кәрәк: беҙҙең һыу аҫты караптарында торпедо аппараты моронда түгел, үҙәк отсекта урынлаштырыла. Был инде моронда ҙур диаметрлы “Иртыш-Амфора” антеннаһына урын бушатҡан. Тимәк, “Ясень”дәр дошманды алыҫтан шәйләү һәләтенә эйә.
Караптарға 650 һәм 533 миллиметрлы торпедо аппараттары ҡуйылған, улар аша экипаж ут асырға, миналар ҡуйырға, хатта һыу аҫты аппараттарын файҙаланырға мөмкин...
Беҙҙең күпмаҡсатлы субмариналарҙың урта өлөшөндә “Ониск”, “Калибр” ракеталары ҡуйылған. Улар ҡеүәттәрен Сүриәлә күрһәтте. Киләсәктә ошо типтағы караптарҙы “Циркон” ракеталары менән дә “байытыу” ҡаралған.
Ғөмүмән, “Ясень”дә конструкторҙар яңылыҡтарҙы күп ҡулланған. Яңы быуындың атом реакторы, шым тауышлы винт, резерв двигатель. Бәләгә тарыған осраҡта, экипажды ҡотҡарыу камераһы.
Әлбиттә, үрҙә телгә алынғандар “асылған” серҙәр генә. Караптың төп характеристикаһы мең йоҙаҡҡа бикләнгән. Нисек кенә булмаһын, Америка матбуғаты яҙыуынса, беҙҙең субмариналар НАТО-ның хәрбиҙәре күңелендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған. Американың контр-адмиралы Дейв Джонсон Рәсәй карабының моделен үҙенең кабинетына ҡуйып, АҠШ-тың Хәрби диңгеҙ флоты офицерҙары, Рәсәй менән конфликт була ҡалһа, кем менән бәрелешкәнен белергә тейеш, тип әйткән тиҙәр хатта.
Норвегия Хәүефһеҙлек министрлығының разведка хеҙмәте етәксеһе Лунде ла үҙ фекерен белдерә: “Рәсәйҙең заманса ҡоралланған һыу аҫты караптары шундай кимәлдә: уларҙы шәйләүе ауырлашҡандан-ауырлаша бара”.
“Диңгеҙ аҫтында беҙгә ҡаршы торорлоҡ көс бар. Хәҙерге заманда өҫтөнлөк итәбеҙ тип әйтеп булмай”, – ти АҠШ-тың Хәрби диңгеҙ көстәре капитаны Оливер Льюис та.
Башта әйтеп үткәйнек инде, Америка эксперттарын Рәсәйҙең яңы типтағы субмариналар сығарырға әҙерләнеүе борсой. Улар АҠШ-тың һыу аҫты караптарына “һунар” итә ала, баллистик ракеталар менән ҡоралландырылған.
Дөйөм әйткәндә, илебеҙҙең “мускулдары” ҡатҡандан-ҡата бара. Үҙҙәрен “донъя кендеге” тип иҫәпләгәндәр менән типә-тиң һөйләшер ҡеүәте лә, ҡөҙрәте лә етерлек. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең ҡуйынына һыйынырға теләгән илдәр һаны ишәйә барыуы ла был турала асыҡ һөйләй. Аҡыл эйәләре әйтмешләй, кем үҙ армияһын ашатмай, шул сит дәүләттәрҙең ғәскәрен аҫраясаҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 251

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 205