Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Битараф булмайыҡ!
Битараф булмайыҡ!Февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Интернет йәмәғәтселеге һәм блогерҙар менән осрашҡан ваҡытында берәү Өфөнөң һәм республиканың тарихи йөҙөн һәм тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын һаҡлау мәсьәләһен күтәргәйне. Ул саҡта был хаҡта ҡыҙыу ғына һөйләшеү булғайны, кисә шуның дауамы итеп Президент республика архитекторҙары һәм тарихсылары менән осрашыу үткәрҙе. Ултырыштың Милли музейҙа ойошторолоуы ла символик мәғәнәгә эйә ине.
Архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау мәсьәләһе көнүҙәк һәм йәмғиәт өсөн ифрат мөһим. Һандарға мөрәжәғәт итһәң, ошолар асыҡлана: республикала 5 меңләп мәҙәни ҡомартҡы бар, уларҙың 44-е федераль һәм 1300-ө төбәк әһәмиәтендә. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ уларҙың ҡәҙерен белеп бөтмәйбеҙ һәм емереүгә юл ҡуябыҙ. Һуңғы йылдарҙа Өфөлә генә 300 тарихи ҡомартҡының 140-ы юҡҡа сығарылған. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, был — мәҙәниһеҙлек, быуаттар буйы һаҡланған әйберҙәрҙе юғалтабыҙ.
— Әле булғандары ла ауыр хәлдә. Элек үҙем йәшәгән Социалистик урамды төҙөкләндергән саҡта, XIX быуатта һалынған ағас йортто юҡҡа сығарғандары хәтеремдә. Карл Маркс урамында археология һәм этнография музейы урынлашҡан йорт, сауҙа рәттәре һәм башҡа ҡайһы бер объекттар ҡалды шулай ҙа. Ғәйеп бөтәбеҙҙә лә бар. Балалар, ейәндәр өсөн бер нәмә лә ҡалмай, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты яңы төҙөлгән ҡоролмаларҙың бер нәмәне лә иҫәпкә алмай эшләнеүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ысынлап, уларҙы һалғанда юл, автомобиль ҡуйыу урыны, зауыҡ, килешкәнлек, уңайлылыҡ кеүек төшөнсәләр иғтибарҙан ситтә ҡала, ә аҙаҡ халыҡ йонсой.
Булған объекттарҙы һәм тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау өсөн республика программаһын булдырырға һәм ҡабул итергә кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе Рөстәм Зәки улы. Бынан тыш, асыҡ һауа аҫтында тарихи-мәҙәни ағас архитектура музейы булдырыу кәрәк. Әлеге мәсьәлә әллә ҡасандан өлгөрөп еткән, тик ҡуҙғалыусылар юҡ. Ғөмүмән, музейҙар менән дә ҡытлыҡ бар. Президент, уларҙы райондарҙа ғына түгел, һәр бер ауылда, тармаҡта булдырыу мотлаҡ, тине.
— Был мәсьәләләрҙе хәл иткәндә шәхси инвестициялар ҙа йәлеп итеү кәрәк. Дәүләт кенә эшләй алмай. Өфөнән башҡа ҡалаларҙа ла тарихи ҡомартҡы булырҙай биналар күп. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта, Бөрөлә, Мәләүездә бар. Уларға ла иғтибар кәрәк. Ә беҙҙең күптәребеҙҙә битарафлыҡ, — тине Рөстәм Зәки улы. — Өфө-II ҡаласығы проблемаһын да хәл итеп ҡуйыу мөһим. Мәҙәниәт менән тарихты сәйәсәттән айырырға һәм эшләргә кәрәк.
Мәҙәниәт министрлығының мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау бүлеге начальнигы Шәрифулла Шәрипов һәм архитектор, профессор Константин Донгузов сығыш яһаны. Йәнле һөйләшеү барышында күп тәҡдим булды, проблеманы хәл итеү юлдары билдәләнде.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 290

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 258

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 324

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 346

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 255

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 333

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 243

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 252

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 320

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 234

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 115

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 211