Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаләмдең артыҡ ҡом бөртөгө юҡ
Ғаләмдең артыҡ ҡом бөртөгө юҡ Имеш, ҡасандыр донъяла бер генә тел булған. Вавилон халҡы күк йөҙөн ер менән тоташтырырҙай бейек манара төҙөргә ҡарар итә, әммә Алла күккә олғашҡан башняны күреп, быны ғәфү итмәй һәм төҙөүселәрҙең һәр төркөмөнөң телдәрен бутай. Һөҙөмтәлә бер-береһен аңламай башлаған ташсылар эште туҡтата, төрлөһө төрлө яҡҡа таралыша.
Мәктәп дәреслектәренән билдәле булған был риүәйәт уҙған аҙнала Өфө дәүләт нефть техник университетының иҡтисад һәм сервис институтында булған “түңәрәк өҫтәл” барышында иҫкә төштө. “Милләт-ара мөнәсәбәт проблемалары. Дәүләттең милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа муниципаль органдарҙың роле” тип аталған был сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Башҡорт­остан Респуб­ликаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, район һәм ҡала хаки­миәт­тәре вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Күренеүенсә, сара бик вәкәләтле кимәлдә үтте, сөнки тикшерелгән мәсьәлә лә көнүҙәк, сетерекле һәм һаҡсыл ҡараш талап иткән өлкә бит.
– Беҙ былтырғы йыл аҙағында үткәргән ҙур социологик тикшере­неү күрһәтеүенсә, халыҡтың 80 про­центы һуңғы биш йылда милләт-ара мөнәсәбәттәргә бәйле ыҙғышҡа тап булмауы тураһында әйтте, – тине Башҡортостан Баш­лығы Хакимиәте етәксеһенең эс­ке сәйәсәт буйынса урынбаҫа­ры Максим Михайлов. – Был күрһәт­кес беҙҙең республикала милли сәйәсәттең уңышлы алып барылыуын раҫлай, ләкин ул һис тә ошо эште һүлпәнәйтергә мөм­кин тигәнде аңлатмай. Былтыр көҙ мил­ли сәйәсәтте тормошҡа ашы­рыуҙы маҡсат итеп ҡуйған феде­раль дәүләт программаһы эшлән­де, быйылғы йыл башында уның норматив-хоҡуҡи документтары ла әҙерләнде. Оҙаҡламай ме­то­дик ҡулланмалар ҙа аласаҡ­быҙ. Муниципаль кимәлдә был йә­һәт­тән тормошҡа ашыраһы бурыстар күп әле, бында ла милли сәйәсәт үтә уңышлы алып барыла, тип әй­тергә иртәрәк. Күпселек осраҡ­та ул фестивалдәр, кон­церт­тар үткәреүгә, үҙешмәкәр сән­ғәт түңә­рәктәре ойош­тороуға ҡайтып ҡа­ла. Ә бит урындағы власть халыҡ менән туранан-ту­ра эш итә, ул алып барған сәйәси-тәрбиәүи саралар йоғонтолораҡ та.
Максим Владимирович, был програм­маның “Урыҫ теле һәм Рәсәй халыҡтары телдәре” тигән бүлеген беҙҙең республикала ла тейешенсә тормошҡа ашырыу өсөн тәҡдимдәр йыйыуы тура­һын­да әйтеп, муниципаль орган­дарҙы был тәңгәлдә әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы. Мәғлүм булыуынса, төбәгебеҙ йәмәғәт­селеге Башҡортостандың 100 йыл­лығын тантаналы билдәләүгә әҙерлек алып бара, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары ошо ваҡиғаны ла уның тарихи әһәмиәте һәм мил­ләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса аңлатыу эше өсөн файҙаланырға ҡушты. Айырыуса милли-мәҙәни үҙәктәргә был йәһәттән ҙур мөмкинлектәр асыла.
Сараны алып барыусы, “Баш­ҡортостан урыҫтары соборы” ойошмаһының баш­ҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйы­лышы­ның Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев билдәләүенсә, Баш­ҡортостанда быуаттар дауамында этник-мәҙәни һәм дини яҡтан һирәк осраған күп төрлөлөк бар­лыҡҡа килгән, милли мәнфәғәттәр тото­роҡлолоғо һаҡлана, милли мәғариф эше төплө уйланып ойош­торолған. Ләкин заман Рә­сәйҙә мил­ләттәрҙең үҫеш мәсьә­ләләрен хәл итеүҙә бөтөнләй яңы юлдар һәм ысулдар булдырыу зарурлығын талап итә. Сарала һөйләшеү ике йүнәлештә барҙы: милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса беҙҙең тормошта осраған мәсьәләләр тураһында фекер алышыу һәм муниципаль орган­дарҙың ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүе буйынса тәжрибә уртаҡла­шыу. Ә урындағы властың был йүнәлештәге бурыстары 131-се Федераль законда аныҡ билдә­ләнгән, хатта милләт-ара мөнә­сәбәттәге аңлашылмау­санлыҡҡа юл ҡуйған өсөн яуаплылыҡ та ҡаралған.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина бөгөнгө ҡатмарлы геосәйәсәт мөхитендә лә рухи берҙәмлек өсөн шарттарҙың тулыһынса булыуы, социаль һәм сәйәси тетрәнеүҙәргә ҡаршы тороуҙа төп урынды көслө армия түгел, ә ныҡлы рух билдәләүе тураһында һөйләне. “Беҙҙең ҙур илебеҙҙә 277 телдә һәм диалектта һөйләшәләр, донъяла булған бөтә диндәр тотола, мәктәптәрҙә уҡытыу 30-ҙан ашыу телдә алып барыла, был Рәсәйҙең уникаль донъяһын хасил итә, һәм беҙ төрлө һынауҙарға ҡаршы тора алыуыбыҙ менән тап уға бурыслы”, – тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы. Беҙҙең көслө дәүләт булыуыбыҙ тураһында һөйләгәндә депутат ошондай миҫал да килтерҙе: Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев менән бер осрашыуҙа парламента­рийҙар иҡтисади санкцияларҙы бөтөрөү буйынса Көнбайыш Европа илдәре менән һөйләшеү алып барыламы-юҡмы икәнлеге тураһында белешкән. Был һорауға Хөкү­мәт етәксеһе Михаил Булгаковтың “Мастер һәм Маргарита” романынан өҙөк ме­нән яуап ҡайтарған: “Бер ҡасан да бер кемдән дә һис нәмә һорап үтенмәгеҙ. Кәрәк булһа, үҙҙәре килтереп бирер”. Тимәк, Ватан­дың үҙен ошолай ышаныслы тотоуын халыҡтар дуҫлығы һәм рухи берҙәмлеге хәл итә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай Рәйесе урынбаҫары Йома­бикә Ильясованың сығышында әйтелеүенсә, “Башҡортостан Рес­публикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Башҡортостан Рес­публика­һы Законын үтәү маҡса­тында ҡала һәм райондарҙа комиссиялар төҙөлгән, улар уңыш­лы эшләй. Быйыл 1 ғинуарҙан ғәмәлгә ингән “Дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу” фе­дераль прог­раммаһының үтә­лешенә муниципаль органдарҙың да ҡушылыуы был әүҙем­лекте арттыра ғына төшәсәк. Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Көнсығыш халыҡ­тарының бер мәҡәлен дә иҫкә төшөрҙө: “Ғаләмдең бер генә ҡом бөртөгөн дә юҡҡа сығарыу мөмкин түгел, донъя шуның менән бөйөк тә”.
– Бөгөн беҙҙә туған телеңде өйрәнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған, – тине респуб­ликаның мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева. – Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыу алты телдә алып барыла, тағы ла 14 тел дәрестән тыш өйрәнелә. Аҙ һанлы халыҡтар өсөн үҙ милләтенең мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәк­тәптәре лә ойошторолған. Был тәңгәлдә муниципаль органдар­ҙың уҡыу-уҡытыу проблемаларына йөҙ менән боролоуы кәрәк. Уларҙың ата-әсәләр араһында аңлатыу һәм мәғлүмәт таратыу эше алып барыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Ул эш, тәбиғи, туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһенә лә ҡағыла. Әлбиттә, проблеманың хәл ите­ле­шенең төп шарты уҡытыусы­ларҙың әҙерлегенә һәм педагогик оҫталығына бәйле. Оҫталыҡ тип мин дәресте аңлатыу кимәлен генә түгел, ә балаларҙың уҡыу процесын үҙләштереү һәләтенә ата-әсәләрҙе йәлеп итә белеүҙе лә күҙ уңында тотам. Тимәк, баланың туған телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнергә ынтылышы уҡытыусының туранан-тура ярҙамы менән ата-әсә теләге аша барлыҡҡа килә. Бер йыл элек кенә беҙ, педагогтар, урыҫ телен уҡытыу мәсьә­ләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнаш­ҡайныҡ, бөгөн­гө йыйын ошо йүнәлештәге эшмә­кәрлекте дауам итеү булып тора һәм шуныһы менән ҡиммәт тә.
Мәғариф өлкәһендә туған тел­дәрҙе һәм урыҫ телен уҡытыуҙы камиллаштырыу буйынса ғәйәт ҙур эш алып барыла. Педагогтар араһындағы конкурстарҙың даими үткәрелеүе лә уларҙың оҫта­лығын тейешле кимәлдә тоторға ярҙам итә. Бер ыңғайы дәрес­лектәрҙе заман талаптарына тура килтереү процесы ла туҡтап ҡал­май. Министр урынбаҫары мәктәп дәреслектәрен камиллаштырыу һәм уларҙы федераль әсбаптар исемлегенә индереүҙә ҙур ты­рыш­лыҡ күрһәткәне өсөн “Китап” нәшриәтенә ҙур рәхмәт белдерҙе.
Өфө ҡалаһы республикабыҙ­ҙың мәҙәни тормошонда айырым урын алып тора. Төрлө тараф­тарҙан килгән йәштәр һәр ҡай­һыһы үҙ төбәгендәге милли йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәтте күҙә­теүен ҙур ҡала шарттарында ла дауам итеүсән. Мегаполиста милли мәҙәниәттәр һәм йолалар төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү тағы ла ҡатмарлыраҡ. Баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Бая­зитов­тың сығышы шуға бағыш­ланғай­ны. Өфөлә 40-тан ашыу милли-мәҙәни үҙәк, 118 дини ойошма вәкиллектәре эшләп килә. Өс йыл элек “Башҡортостан урыҫ­тары со­боры”ның ҡала бүлексәһе асыл­ды. “Аксаков көндәре”, “Урыҫ йыры” һәм башҡа милли саралар, дини байрамдарҙың да ҙур өлөшө баш ҡалаға тура килә – тимәк, уларҙы ойоштороу урын­да­ғы властың иңенә йөкмәтелә.
“Түңәрәк өҫтәл”дә фекерҙәр төрлөлөгө, айырым темалар буйынса йүнәлештәр байтаҡ булды. Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы, “Башҡортостан Респуб­ликаһының муниципаль берә­мектәр советы” ассоциацияһы советының идара рәйесе Алексей Шмелевтың, Белорет районы ха­ки­миәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе, “Башҡортостан урыҫ­тары соборы”ның идара ағзаһы Марина Саран­цеваның, Халыҡ­тар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимовтың, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы (конгресы) ижтимағи берекмәләр союзының Баш­ҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишем­ғоловтың, Татарҙарҙың төбәк мил­ли-мәҙәни автономияһы рә­йесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай депутаты Римма Үтәше­ваның һәм башҡаларҙың сығыш­тары ла йөкмәткеле һәм тәҡдим­дәргә бай ине. Виктор Пчелинцев белдереүенсә, артабан уларҙы йыйып китап әҙерләнәсәк һәм уны барлыҡ хакимиәт башлыҡ­та­рына эштә ҡулланма рәүешен­дә файҙаланыу өсөн тәҡдим итәсәктәр.
...Вавилон манараһы фажи­ғә­һе янаймы беҙгә? Бер телдә аралаша алабыҙ – урыҫ телендә. Әм­мә бер үк ваҡытта күп телле һәм мәҙәниәтле булып та ҡалыр­ға мөмкин. Һәр халыҡтың үҙ биҙәген өҫ­тәүе был ҡоролманы сағы­уы­раҡ та, күркә­ме­рәк тә итә, һәр мил­ләттең үҙ йолаларының көсөн ҡул­ланыуы һәм үҙ өлөшө өсөн яуаплылығы манараны күктәргә олғаштыра, йәғни кешелек донъя­һын яңынан-яңы бейеклектәргә күтәрә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 252

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 317

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 337

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 249

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 326

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 236

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 315

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 227

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 109

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 202