Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тоҙло ҡыяр арзаная тип вәғәҙәләмәне… йәки Беҙҙә Трамп ҡайғыһы юҡ
Тоҙло ҡыяр арзаная тип вәғәҙәләмәне… йәки Беҙҙә Трамп ҡайғыһы юҡ Һуңғы мәлдә АҠШ гражданы итеп тоя башланым әле үҙемде. Телевизорҙан һәм матбуғаттан сәғәт һайын тиерлек океан аръяғындағы һайлау тураһында һөйләүҙәре аңға тәьҫир итмәй ҡалманы шикелле. Ысынлап та, хәл иткес көндә мейемде бер уй ғына бырауланы: Трамп олатай еңерме, әллә Хиллари ҡарсыҡмы?..
Юҡ, бер мин генә булманым бындай хәлдә. Таныштарым араһынан бик күптәр: “Һин кем өсөн тауыш бирер инең?” – тигән һорау менән йөҙәтеп бөттө. Гүйә, Штаттар халҡы ғына түгел, беҙ ҙә хәл иткес сәйәси алышта ҡатнашабыҙ. Ғәжәп инде… Быны белеп ҡалһа, Америка халҡы эсен тырнап көлөр ине, билләһи. Ни итәһең – ашағаныбыҙ ҙа, эскәнебеҙ ҙә сәйәсәт бит. Телевизорҙан был турала туҡтауһыҙ тылҡыйҙар. Шул саҡта, ысынлап та, “Әллә бөтөн донъяға башлыҡ һайланылармы икән?” тигән уй күңелде өйкәргә тотона.
Ниһайәт, еңеүсе билдәләнде – Трамп олатай теге яуыз ҡарсыҡты тишек шоманға ултыртты барыбер. Быға бөтә донъя зар иланы, буғай. Бигерәк тә либералдар. Ер шарының һәр мөйөшөндә сыуалыштар ойошторорға күнеккән АҠШ-тың үҙендә бер мәл ығы-зығы ҡупты. Әммә ундағы һайлауҙарҙа Трамптың еңеп сығыуына иң шатланғаны Рәсәй халҡы булғандыр. Дәүләт Думаһы депутаттары был яңылыҡты хатта алҡышлап ҡаршыланы. “Ә ниңә ҡыуа­наһығыҙ?” – тип һорағы килде шул саҡта уларҙан. Санкциялар бөтөр һәм донъя буйлап сәйәхәткә сығып китә алырбыҙ, типме? Йәнә лә Италия, Испания, Франция кеүек илдәрҙә зиннәтле һарайҙар һатып ала башларбыҙмы шунан?
Юҡҡа шатланмайһығыҙмы икән, тип шикләнеп тә ҡуйҙым ул саҡта. Берәүгә лә сер түгел, Вашингтондағы Аҡ йортҡа тәүге ҡара тәнле президент Обама килеп ултырғас та эй ҡыуанғайнылар бит. Ул саҡта беҙ генә түгел, бөтә донъя ҡул сапты. Буштан бушанып ҡалғандай булғайныҡ. Хатта әлегә эш бүлмәһенә ишектең ҡайҙан асылғанын белмәгән был сәйәсмәнгә “Ер шарында тыныслыҡ булдырырға тырышҡаны өсөн” Нобель премияһын тапшырып өлгөрҙөләр – үҙенә күрә аванстыр инде. Рәсәйҙе дошман итеп күргән Маккейн еңеп ҡуймаһын, тип борсолдоҡ. Ә өмөтөбөҙ аҡландымы? Әллә нисәмә өлөшкә бүлгеләнгән Ливия, бер нисә тапҡыр түңкәрелеш кисергән Мысыр, ҡанға батырылған Сүриә халҡы нимә тиер?
Булғаны булды инде. Бөгөн бик күптәрҙе АҠШ-ҡа кемдең идара итәсәге борсой. Уны ҡайһы берәүҙәр ҡасандыр төкөрөгөн сәсә-сәсә башҡорт һәм татарҙы Монголияға оҙатырға тәҡдим иткән Жириновский менән сағыштырып өлгөрҙө. Йәнәһе, шундай уҡ буш ҡыуыҡ. Әммә был – ҙур хата. Трамптың дәүләт эшендә тәжрибәһе юҡ, шулай ҙа уны аҡылһыҙлыҡта ғәйепләү мөмкин түгел. Атайҙан ҡалған миллиондарҙы миллиардҡа әйләндереү өсөн дә баш кәрәк бит әле – иҫәр бар байлығын туҙҙырып ҡына бөтөр ине. Шулай уҡ тәжрибәле, халыҡ әйткәнсә, йылан аяғын киҫкән Хиллари Клинтонды ҡолатыу күп нәмәгә ишара.
Эйе, Рәсәй тураһында яман һүҙҙәр ишетмәнек Трамптан – был күңелгә бер ни тиклем йылы өрә. Әммә башҡортта “Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың” тигән бик тапҡыр әйтем бар. Республикандар сафында булған Трамптың да ҡулдары бер ни тиклем бәйләнгән, тимәксемен. Ә был партияла АҠШ мәнфәғәте өсөн донъяның теләһә ҡайһы төбәгендә һуғыш уты тоҡандырырға әҙер “ҡарсығалар” өҫтөнлөк иткәнен оноторға ярамай. Әйткәндәй, эсендәгеһе тышында булып күренгән Трампҡа ла тулыһынса ышанып булмай. Мәҫәлән, уның йәш кәләше менән никах теркәү тантанаһында Хиллари һәм Билл Клинтондар иң ҡәҙерле ҡунаҡтар иҫәбендә булған. Ә бөгөн Трамп уларға төрмә менән янай…
Әйткәндәй, АҠШ-тағы һайлауҙар алдынан “Бәйләнештә” селтәрендә үҙенсәлекле һорау алыу ойошторҙом. Йәнәһе, беҙҙең халыҡ кемдең еңеүенә ышана икән? Тауыш биреүселәрҙең яҡынса 18 проценты киләһе президент Клинтон булыр тип уйлаһа, 35 проценты Трампҡа өҫтөнлөк бирҙе. Әммә бик күптәр (46 процент) “Рәсәйгә һәм миңә барыбер” тигән яуапты һайланы.
Үкенескә ҡаршы, был күпселек ныҡ яңылыша. АҠШ кеүек бәһлеүән дәүләттәге хәлдәр бөтә донъяға йоғонто яһай ала. Обама идара иткән йылдар Рәсәй өсөн эҙһеҙ үтте тип кем әйтер? Шундай бер ҡатлылар ҙа бармы ни арабыҙҙа? Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына баш ҡалабыҙҙың аҙыҡ-түлек магазинынан аптырап сыҡтым – бер нисә ай элек 70 һум торған тоҙло ҡыярҙың хаҡы хәҙер 150 һумға еткән. Ике-өс йыл элек 600 мең һумға һатылған автомобилдәр бөгөн кәмендә миллион һум тора. Һанай китһәң, осо-ҡырыйы юҡ. Һеҙгә тағы ла ниндәй дәлилдәр кәрәк? Илебеҙҙең “һаҡлыҡ мендәре” булған Резерв фонды ла Обама власҡа килгән мәлдән “ҡаҡ түшәк”кә әйләнде – 140 миллиард долларҙан 30 миллиардҡа тороп ҡалды. Нефть хаҡы ла өс тапҡырға түбәнгә тәгәрәне. Һөҙөмтәһе — ауыҙыбыҙҙы асһаҡ, үпкәбеҙ күренә. Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылған көрсөктө ғәйепләр, әммә уны ла кемдәрҙер ойоштора һәм үҙ файҙаһына ҡуллана бит. Шул уҡ санкциялар кеүек. Ә халыҡ, һәр ваҡыттағыса, зыян күрә.
Беҙ нимәне үҙгәртә алабыҙ һуң? Һәр хәлдә Дәүләт Думаһы депутаттары кеүек алҡышларға ваҡыт етмәгән. Бер танышым әйтмешләй, Трамп олатай менән Хиллари ҡарсыҡ – бер кәүҙәнең ике ҡулы ғына. Беҙгә уртасыл оптимист булырға һәм Нобель премияһы лауреаты Обама китеү менән һуғыштарҙың туҡтауына, магазиндарҙағы хаҡтарҙың төшә башлауына, ә нефттең баһаһы күтәрелеүенә өмөтләнергә генә ҡала. Шулай уҡ үҙ етәкселәребеҙҙең илебеҙҙе көрсөктән сығарырлыҡ аҡылына таянырға. Шул саҡта устарыбыҙ ҡыҙғансы алҡышларбыҙ әле…

Рәсәй Президенты Владимир ПУТИН:
“Һайлау алды риторикаһы менән ысын сәйәсәт ара­һындағы айырманың һәр саҡ, бөтә илдәрҙә лә ҙур икәнлеген барыбыҙ ҙа аңлай, белә. АҠШ донъя иҡтисадында бик мөһим урын биләй, һәм был өлкәләге хәлдәр ошо илдең нисек үҫеүенә, уның алдында торған проб­лемаларҙы, бигерәк тә дәүләт бурысын ҡаплау мәсьәләһен, ҡайһылайыраҡ яйға һалыуына ныҡ бәйле буласаҡ”.
2016 йылдың 20 ноябре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 322

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 310

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 238

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 300

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188