Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хайуандар ҙа тәхеткә ынтыла...
Хайуандар ҙа тәхеткә ынтыла... Сәйәсәт менән хайуандар ҙа шөғөлләнә икән. Кешеләр башы етмәүҙән уларға мөрәжәғәт итәме, әллә хайуандар хәленә төшә башланыҡмы – аңламаҫһың...

Бына, мәҫәлән, Герцог ҡуша­матлы 9 йәшлек пиреней эте Миннесота штатының (АҠШ) ҙур булмаған Корморант биҫтәһендә өсөнсө тапҡыр мэр вазифаһына һайланған. Күрәһең, эт алып барған сәйәсәттән ундағы халыҡ ҡәнәғәт, сөнки һуңғы һайлауҙа Герцог дәғүәселәрен күпкә уҙып, ышаныслы еңеү яулай.
Америкала эттәрҙән бесәйҙәр ҙә ҡалышмай. Аляскалағы Талкитна ҡаласығында Стабс тигән бесәй почетлы мэр булып тора. Бер нисә йыл элек ул эттән талана һәм даны тағы ла киңерәк тарала. Был “аҡыллы” бесәйҙең “Facebook” социаль селтәрендә 35 мең “дуҫы” бар. Әле “сәйәсмән” бесәйгә – 19 йәш. Ҡарт булыуына ҡарамаҫтан, “эштәрен” еренә еткереп башҡара икән.
Эт менән бесәйҙән кәзәләр ҙә ҡалышмаҫҡа тырыша. 1980 йылда Техас штатының Лахитас ҡалаһы мэры вазифаһына көрәш кеше менән кәзә араһында бара. Тәүге һайлау кампанияһында кеше еңһә, икенсеһендә кәзә өҫкә сығып, “тәхеткә” ултыра.
Клей Генри ҡушаматлы кәзәнең ғаиләһе сәйәси династия булараҡ билдәле. Уның Клей Генри II тигән “улы” ла мэр була, ләкин әлеге көндә мэр вазифаһын биләгән Клей Генри III ҡушаматлы “улы”нан һөҙөп үлтерелә.
Америка хайуандары мэр вазифаһы менән генә мөрхәт­һенмәй, президент “тәхете”нә лә дәғүә итә. Мәҫәлән, Чикагоның демократтар партияһы прези­дентлыҡҡа кандидат итеп Пигасус ҡушаматлы сусҡаны күрһәтә. Әммә сусҡаның “сәйәси” ғүмере оҙон булмай. Беренсе пресс-конференцияла “кандидат” менән таныштырыу барған мәлдә сусҡа менән бер нисә кешене ҡулға алалар. Һуңыраҡ кешеләрҙе иреккә сығаралар, ә Пигасустың яҙмышы билдәһеҙ булып ҡала. Имеш-мимештәргә ҡарағанда, бер полиция хеҙмәткәренең өҫтәленә ятҡан тиҙәр. Хәйер, юғары вазифаға ынтылып маташҡанда баштар­ҙың китеүе сер түгел инде...
Шулай ҙа, ниндәй генә ҡурҡыныс янаһа ла, эттәр тыйылып ҡалырға теләмәй: Кентукки штатының Рэббит Хэш ҡалаһы мэры Люси Лу ҡушаматлы кәнтәй АҠШ президенты вазифаһына ынтыла. Уның лозунгыһы ла бар: “Һеҙҙең өмөтөгөҙҙө аҡларлыҡ кәнтәй!”
Ярай, эт – эт инде, ә бына бүреләрҙең власҡа дәғүә итеүе бер аҙ шомландырып ҡуя. Улай тиһәң, кеше битлеге кейеп, урын биләгән “бүреләр” әҙме ни?! Әйтәйек, Колорадо штатындағы Дивайт ҡалаһының мэр вазифаһын Шунка тигән бүре биләй. Шулай ҙа юғары вази­фаларҙа “бүреләр” ултырмаһын ине.
Ғөмүмән, АҠШ-та ғына түгел, Европаның ҡайһы бер илдәрендә хайуандарҙы төрлө вазифаларға тәҡдим итеп, һайлауҙар үткәрелеп тора. Юғары урындан бер хайуан да баш тартмай икән... Хайуандар кешенән үрнәк аламы, әллә кешеләр хайуанданмы?



Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 248

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213