Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Спорт тирәләй Сәйәси бейеүҙәр
Спорт тирәләй Сәйәси бейеүҙәр Һуңғы осорҙа сәйәсәт спорт донъяһында ла “арбитр” ролен үтәй башланы. Халыҡтарҙы дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә әйҙәгән спорт уйындары хәҙер сәйәси ҡоралға әйләнә бара. Хәйер, был яңылыҡ та түгел һымаҡ. АҠШ уны элек тә үҙ мәнфәғәтенә егергә тырышты. Әйтәйек, “Һалҡын һуғыш” дәүерендә ҡеүәтле ике дәүләттең һандалы араһына спортты килтереп ҡыҫтырҙылар. 1979 йылда Советтар Союзы Афғанстанға ғәскәр индерҙе, икенсе йылында иһә Америка Ҡушма Штаттары Көнбайыш Европа дәүләттәре менән берлектә Мәскәүҙә үткән Олимпиадаға бойкот ойошторҙо. Ә инде 1984 йылда СССР һәм башҡа социалистик илдәр Лос-Анжелесҡа барыуҙан баш тартты.


“Һалҡын һуғыш” күптән тарихта ҡалды, ләкин спортты сәйәси ҡорал рәүешендә ҡулланырға теләгәндәр һәр осорҙа ла табылып тора. Мәҫәлән, 1972 йылда СССР менән Канада араһында хоккей буйынса үткән “бәрелеш”те әле лә күптәр хәтерләйҙер. Унда ла бәйгелә отоуҙан бигерәк, дәүләттәрҙең сәйәси системаһының өҫтөнлөгөн иҫбатлау алға ҡуйылды. Ошо уҡ йылда Мюнхен ҡалаһында Израиль спортсылары менән булған “ҡара сентябрь” ваҡиғаһын да оноторлоҡ түгел. Ул саҡта террорсылар тарафынан Израиль йыйылма коман­даһының 11 ағзаһы һәләк булғайны. Хатта бөгөн дә ҙур спорт ярыштары үткән сараларҙа террор менән янау осраҡтары бар.
Олимпиада уйындарын, донъя чемпионаттарын үткәреү – һәр ил өсөн оло мәртәбә. Бына ни өсөн Ҡытай үҙҙәрендә үткән йәйге Олимпиаданы иң юғары кимәлдә ойошторорға тырышты. Ә 2014 йылда ҡышҡы Олимпиаданың Сочиҙа уҙыуына беҙ нисек ҡыуандыҡ. 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты Рәсәйҙә буласаҡ – был да оло һөйөнөс! Ғөмүмән, спорт ярыштары үткәреү өсөн теге йәки был илде һайлау – уның донъя алдында абруйын, статусын, ҡаҙаныш­тарын таныу тигән һүҙ. Шуға ла уйындарҙы үҙҙәрендә үткәреү өсөн дәғүәселәр бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырыша.
Дөйөмләштереп әйткәндә, бөгөн спорт сәйәсәттең бер өлөшөнә, баҫым яһау ҡоралына әйләнде. Һөҙөмтәлә бынан спортсылар, көйәрмәндәр зыян күрә. Заманында Олимпиада хәрәкәтенә нигеҙ һалғандарҙың береһе Пьер де Кубертен былай тигән: “О, спорт! Һин – тыныслыҡ, прогресс, шатлыҡ, ғәҙеллек, ғорурлыҡ, ләззәт...” Һүҙ ҙә юҡ, кешелектең ошондай изге төшөнсәләрен туплаған спорт сәйәсәттән азат булырға тейеш! Сәйә­сәттең нигеҙендә лә шул сифаттар ятырға тейеш тә бит, ләкин бөйөк асыштар яһаған, йыһан пәрҙәһен асып, йондоҙҙарға баҡҡан кеше, үкенескә ҡаршы, мәкерҙән, әшәкелектән ҡотола алмай.
Быйыл август айында Рио-де-Жанейрола үткән Олимпиадала ҡатнаштырмау өсөн, быға тиклем ике ятып бер төшкә инмәгән мельдонийға һылтанып, Рәсәй спортсыларының күпме ҡанын эстеләр. Сер түгел, беҙҙең спортсыларҙың Сочиҙағы ҡаҙаныштары ла тынғылыҡ бирмәгәндер күптәргә. Унда ватандаш­тарыбыҙ 33 миҙал яулап, беренсе баҫ­ҡысты биләне. Ләкин төрлөсә кәмһетергә маташыуҙарына ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең спорт батырҙары һынатманы, мыҫҡыл­лауҙарға еңеүҙәр менән яуап бирҙе.
“Уйын”дың башы ғына булған икән был: сәйәси “арбитр”ҙар, Бразилиялағы Паралимпиадала беҙҙең спортсыларҙы ҡатнаштырыуҙан баш тартып, кешелек күрмәгән түбәнселеккә төштө. Уларҙың ошо ҡылығы һаулығы буйынса мөмкин­лектәре сикләнгәндәрҙе ярыштан мәхрүм итеү түгел, үҙҙәренең күңел ғәриплеген бөтә донъя алдында асып һалыу булды. Ә бит Сочиҙағы ярыштарҙа беҙҙең паралимпиясылар 80 (!) миҙал яулап, бөтә­һенең дә танауына сиртте. Шул уҡ ваҡытта АҠШ спортсылары 18 миҙал менән мөрхәтһенде. Күрәһең, кемдәрҙер өсөн “уйланырға” урын бар...
Башҡа һыймаҫлыҡ был хәл зиһене теүәл барлыҡ кешелекте аптырауға һалды. Рәсәй йыйылма командаһына теләктәшлек белдереп, Белоруссия вәкилдәре Паралимпиада асыу тантанаһында илебеҙҙең байрағын күтәреп сыҡты, ләкин бер нисә метр ара үтеү менән уны тартып алдылар. Хәҙер инде белорустарҙы ла яза көтә. “Халыҡ-ара Паралимпиада комитеты байраҡты кем күтәргәнен асыҡлаған һәм уға ҡарата санкция ҡулланыу мәсьәләһен тикшерә”, – тип яҙа журналист Мэтт Мак Гихэн. Быныһына шигебеҙ юҡ, сөнки бәғзеләргә Рәсәй әләменең елберләүе лә тынғылыҡ бирмәй.
Үҙ сиратында Рәсәйҙең Паралимпиада комитеты башлығы Владимир Лукин ут күршеләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе: “Белорустарҙың иң яҡын ҡәрҙәш ил – Рәсәй тураһында онотмауы бик яҡшы. Беҙ ҙә уларға шул уҡ хөрмәт менән яуап бирәсәкбеҙ!” – тине ул.
Нисек кенә булмаһын, илебеҙ етәксе­леге спортсыларыбыҙҙы мәхрүм итмәне, Владимир Путиндың тәҡдиме менән Мәскәү янында паралимпияның йәйге төрҙәре буйынса ярыштар ойошторолдо. Унда 263 спортсы ҡатнашты. Күҙаллау­ҙарынса, һөҙөмтәләр Рио-де-Жанейрола барған ярыштарға ҡарағанда ла юғары булып, донъя рекордтары ҡуйылды. Асыулының асыуы яман була, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул.
Үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, Украина ла Рәсәйгә ҡарата “сәйәси” тешен спорт аша күрһәтмәксе. 2018 йылда илебеҙҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатында күрше­ләр­ҙең ҡатнашмаясағы тураһында яҙа матбуғат баҫмалары. Бойкот иғлан итеү хаҡында Украинаның Футбол федерацияһы тарафынан хәбәр юҡ әлегә. Шулай ҙа, халыҡ аҡылына таянһаҡ, утһыҙ төтөн сыҡмай... ФИФА вәкиллегенең БДБ буйынса элекке етәксеһе Валерий Чухрий әйтеүенсә, Украинаның ундай бойкот ойошторорға теләүе икеле. Был фәҡәт дәүләт чиновниктарының, сәйәсмәндәрҙең пиары ғына булырға мөмкин. Эш шунда: Рәсәй менән Украина Футбол федерациялары араһындағы мөнәсәбәттәр насар түгел, улар үҙ теләге менән бындай юлға бармаясаҡ. Бойкот – ул сәйәсмәндәр уйыны.
Ғөмүмән, спорт бөгөн сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф өлкәләре менән бәйле генә түгел, уларға һиҙелерлек йоғонто яһай. Ләкин донъяға уны “бысраҡ” сәйә­сәттә файҙаланыу хәүефе янай. Тормо­шобоҙҙа тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ билдәһе булған спорт кешеләрҙе берләштергән, сәйәсәттән азат көс булып ҡалырға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 247

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 237

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213