Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рөстәм Хәмитов: “Былай йәшәргә ярамай!”
Рөстәм Хәмитов: “Былай йәшәргә ярамай!”Кисә Архангел районында төбәкте иҡтисади һәм социаль яҡтан үҫтереүгә арналған ҙур кәңәшмә булды. Уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткәрҙе. Тәүҙә ул райондың бер нисә ауылында булып, халыҡтың йәшәү, көнкүреш шарттары менән танышты.
Иң башта Рөстәм Зәки улы Иҫке Ырныҡшы ауылындағы йорт ҡуяндарын үрсетеү менән шөғөлләнгән фермала булып, “СЕТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты. Әле бында 800 баш йорт ҡуяны бар. Ферманың икенсе сираты төҙөлөп бөткәс, уларҙың һанын биш меңгә еткермәкселәр. Төҙөлөшкә 12 миллион һум аҡса тотонолған, һигеҙ эш урыны булдырылған. Йорт ҡуяндары үрсетеү — малсылыҡта табышлы, әүҙем үҫкән өлкә. Был мөһим Рөстәм Хәмитов: “Былай йәшәргә ярамай!”тармаҡты киң йәйелдереү өсөн яңы технологиялар ҡулланып эшләү талап ителә.
Максим Горький ауылында Башҡортостан Президенты оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн “Мәрхәмәтлек” йорт-интернатында булды. Үҙгәртеп ҡоролғандан һуң ике ҡатлы яңы бина йөҙ кешене ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә. Әле бында иллегә яҡын кеше йәшәй. Бер, ике һәм өс урынлыҡ бүлмәләрҙә барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булдырылған. Ял бүлмәләре, китапхана, тренажер залы, оҫтаханалар, дини йола башҡарыу бүлмәләре — һәммәһе лә өлкәндәр ҡарамағында.
Президент ауыл мәҙәниәт йортона һуғылмай китә алманы. Бинаны үҙгәртеп ҡороу, аҡса етмәгәнлектән, әле һаман тамамланмаған.
Рөстәм Хәмитов: “Былай йәшәргә ярамай!”Райондың Валентиновка ауылында ла хәл итеүҙе көткән мәсьәлә етерлек булып сыҡты. Ауыл үҙәгендәге ике ҡатлы амбулатория бинаһында табип юҡ. Халыҡты фельдшер менән акушер ғына хеҙмәтләндерә. Белгес өсөн дауахана янында әҙер фатир ҙа бар, әммә кадрҙарға ҡытлыҡ ҙур. Халыҡ медицина ярҙамы алыу өсөн 20 саҡрымдағы район үҙәгенә йөрөргә мәжбүр.
Президент ауылда ағас эшкәртеүгә махсуслашҡан “Биотоп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә булды. Быйыл ул тулы ҡеүәтендә эшләй башлаясаҡ, ҡырҡҡа яҡын эш урыны булдырыласаҡ.
Райондың Приуралье ауылында ла хәл итеүҙе көткән мәсьәлә байтаҡ. Президент күп фатирлы туғыҙ йортто ҡараны. Тимер юлсылар өсөн төҙөлгән торлаҡ бикРөстәм Хәмитов: “Былай йәшәргә ярамай!” насар хәлдә, инженер коммуникациялары иҫкергән, оҙаҡ йылдар капиталь ремонт үткәрелмәгән.
Рөстәм Зәки улы бындай хәл менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе.
— Район күп йүнәлеш буйынса артта ҡала. Халыҡтың тормош кимәле хөрт. Эш урындары менән тәьмин итеү буйынса хәл бик киҫкен. Меңәрләгән кеше ситтә эшләргә мәжбүр. Уртаса эш хаҡы — 12 мең һум тирәһе, ә был республика кимәленән күпкә түбән, — тине республика башлығы. — Шулай булғас, кешеләр тормоштан ҡәнәғәт түгел.
Кәңәшмәлә райондың башҡа проблемалары ла телгә алынды. Һуңғы йылдарҙа һыйыр малы һаны ла, ит-һөт етештереү ҙә кәмегән. Умартасылыҡ буйынса ла тейешле һөҙөмтә юҡ. Эшҡыуарлыҡ саҡ тын ала... Туризмды үҫтереү буйынса ла эш бармай. Өфөгә яҡын урынлашҡан, иҫ китмәле матур тәбиғәтле төбәктә эштең һүлпәнлеге менән һис килешә алмай республика башлығы.
— Былай йәшәргә ярамай. Эште ниҙән башлайыҡ? — тип мөрәжәғәт итергә мәжбүр булды Рөстәм Зәки улы кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға. Президент, төбәкте үҫтереү буйынса тәҡдимдәрҙе тыңлағандан һуң, район етәкселегенә яҡын арала үҫеш стратегияһы программаһын әҙерләргә һәм уны кисекмәҫтән тормошҡа ашыра башларға ҡушты.
Әлфиә ӘЙҮПОВА
Архангел районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 290

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 257

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 323

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 346

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 254

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 333

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 243

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 252

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 319

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 234

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 114

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 211