Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт теле Викиманияла яңғыраны
Башҡорт теле Викиманияла яңғыраныВикимания-2016 – донъя викимедиасыларының сираттағы XII халыҡ-ара конференцияһы Италияның төньяғында урынлашҡан Эзино-Ларио ауылында үтте. Алты көн дауамында барған сарала биш ҡитғаның төрлө илдәренән килгән меңдән ашыу ирекмән, шул иҫәптән Өфөнән Рөстәм Нурыев һәм Мәскәүҙән Ришат Сәйфетдинов ҡатнашты.


Рөстәм НУРЫЕВ:
– Рәсәй викимедиасыларының йәмәғәт ойошмаһы “Викимедиа РУ” биргән грант иҫәбенә сараның төп өлөшө булған конференцияла ҡатнаштым. Өс көн дауамында программала ҡаралған бихисап сығышты тыңланым, Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре викимедиасылары осрашыуында булдым. Үзбәк һәм төрөк википедияһы вәкилдәре менән төрки телле ирекмәндәр осрашыуын ойошторҙоҡ. Беҙҙең бәләкәй сарала украин, бүрәт ирекмәндәре, Викимедиа фондының телдәр комитеты вәкиле Әмир Аарони ҡатнашты. Был осрашыуҙа Башҡортостан викимедиасылары эшмәкәрлеге менән таныштырҙыҡ, киләсәктә төрки телле википедияларҙың хеҙмәттәшлеген йән­лән­дерергә килештек. Алжир, бүрәт, бело­рус, йәһүд, македон, непал, румын, серб, төрөк, урыҫ, украин, үзбәк ирекмәндәре менән шәхсән аралашыуҙар, тәжрибә уртаҡлашыуҙар ҙа йөкмәткеле үтте.
Башҡорт ирекмәндәре эшмәкәрлеге юғары баһаланыуға ҡарамаҫтан, әлегә башҡараһы эштәребеҙ тағы ла күберәк икәненә инандым. Халыҡ-ара сараларға башҡорт викимедиасыларын йышыраҡ ебәрергә кәрәк тигән фекергә килдем. Август һуңында Әрмәнстандың Дилижан ҡалаһында үтәсәк Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре викимедиасылары осрашыуына башҡорттарҙан ике кеше барыуы тураһында ойоштороусылар менән килешелде. Октябрь айында Санкт-Петербургта буласаҡ Рәсәй викимедиасылары конференцияһына вәкилдәр һайларға һәм юл сығымдарын ҡаплау өсөн грантҡа дәғүә итергә һөйләшелде. Австрияның Вена ҡалаһында йыл һайын хакатон үткәрелә икән, киләһе йылғы сараға тәжрибәле һәм йәш ботоводтар, йәғни компьютер программалары ярҙамында Википедия мәҡәләләрен яҡшыртыусылар, саҡыры­ласаҡ. Ә беҙҙә, башҡорт википроекттарында әлеге ваҡытта ундай белгестәр юҡ. Шуға күрә быйыл уҡ йәш башҡорт ботоводтарын табыу маҡсатында урында викихакатон ойошторорға кәрәк.
Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашы­уым һөҙөмтәле булды. “Where are you from?” – тиһәләр, “I’m from Bashkortostan!”– тип ғорур яуаплап йөрөнөм. Гәзит уҡыусыларын башҡорт телендәге википроекттарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Теләге һәм һәләте булғандар мәҡәләләр яҙһын, мөмкинлектәре булған­дар ирекмәндәргә рухи һәм матди ярҙам күрһәтһен ине.
Ришат СӘЙФЕТДИНОВ:
– Донъяның төрлө илдәренән килгән Викимедиа проекттарында ҡатнашыу­сылар менән осрашыу бик файҙалы булды. Википедияла үҙаллы яҙышып ултырыу – бер нәмә, ә фекерҙәш-теләктәштәр менән осрашып һөйләшеү бөтөнләй башҡа икән. Һәр беребеҙ үҙ илендә, үҙ телендә яҙышһа ла, уртаҡ һыҙаттарыбыҙ күп, алдыбыҙҙа торған ҡыйынлыҡтар ҙа, уларҙы сисеү ысулдары ла оҡшаш булып сыҡты. Техник сараларҙы өйрәнеү, тәжрибә уртаҡлашыу, Викимедиа проекттарының дөйөм фәлсәфәһе, рухиәте тураһында һөйләшеүҙе мөһимерәк тип күрҙем: википедия (һәм туғандаш проекттар) – ирекле белем тупланған урын, уны тулыландырыуҙа һәр кем ҡатнаша ала; википедия – ул, асылда, энциклопедия, ундағы мәғлүмәт, ғилми ҡараштарға нигеҙләнеп, абруйлы сығанаҡтарға таянып яҙыла. Ниһайәт, мәғлүмәт уртаҡ ҡарашта бирелергә, ниндәй ҙә булһа бәхәстәр тыуһа, бер-береңә ихтирам нигеҙендә хәл ителергә тейеш.
Башҡорт Википедияһы бөгөн сабый йәшенән уҙһа ла, эшләнер эштәре әлегә бик күп. Мәҫәлән, унда Башҡортостандың һәр ауылы тураһында мәҡәлә бар. Һәр кеше үҙ ауылы тураһында мәҡәләгә бер-ике һөйләм мәғлүмәт өҫтәһә, тос ҡына дөйөм өлөш тупланыр ине.
Википедияның туғандаш проектта­рының береһе Викиһүҙлек тип атала, уны ла һәр ҡыҙыҡһыныусы тулыландыра ала. Мин үҙем был проекттың инглиз теле бүлегендә башҡорт һүҙҙәренә аңлатмалар төҙөйөм, һүҙҙәрҙең әйтелешен тауыш менән яҙҙырып һалам. Викиһүҙлектең башҡорт телендәге бүлеге әлегә инкубаторҙа, яңы проекттарҙы башлап ебәреү урынында ята. Башҡорт телен яҡшы белгән, проект өҫтөндә даими эшләргә теләге булған ирекмәндәр берләшһә, ул да юғары сифатлы, үҙаллы мәғлүмәт сығанағына әйләнер ине. Тәү сиратта, төп бер-ике мең башҡорт һүҙе өсөн мәҡәләләр яҙырға һәм проектты инкубаторҙан сығарырға кәрәк. Артабан, шул нигеҙгә таянып, мәғлүмәт базаһын мөмкин тиклем киңәйтергә, башҡа тел һүҙҙәренә аңлатма бирергә кәрәк булыр.
Әлбиттә, һүҙлек төҙөү ябай эш түгел. Башҡорт һүҙҙәрен башҡортса уҡ аңлатыу ҡайһы саҡта көтөлмәгән ауыр мәсьәләгә әйләнә. Әммә башҡа телдәрҙә булған мәғлүмәт сығанаҡтары янында башҡорт телендә Викиһүҙлектең булыуы бик тә мөһим. Үҙен рухлы башҡорт тип иҫәпләгән һәр кешене википроекттарҙа ҡатнашырға өндәйем.


Автор: З. ӘЙЛЕ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 287

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 320

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 341

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 252

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 317

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 231

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 113

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206