Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ышаныс — иң лайыҡлыға
Ышаныс — иң лайыҡлығаРәсәй Президентын һәм муниципаль Совет депутаттарын һайлауҙа Башҡортостан халҡы һәр ваҡыттағыса әүҙемлек, сәйәси уяулыҡ күрһәтте. Халыҡтың күпселеге төшкә тиклем үк үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгәйне инде. Тауыш биреүҙе үткәреүселәр ҙә мөһим сараны күркәм, иҫтә ҡалырлыҡ итеү маҡсатында күп көс һалды: участкаларҙа концерт, сәй табыны, сауҙа ойошторолдо. Иң мөһиме: һайлауҙа ғәҙеллекте, граждандарҙың хоҡуғын тәьмин итеүгә етди иғтибар бирелде.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатыны менән Өфөләге “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 100-сө һайлау участкаһына иртәнге 10-дар тирәһендә килде.
Һайлау ҡағыҙҙарын йәшник егенә төшөргәс, Президент ышаныс һәм үтәлгән бурыс тойғоһо менән йылмайып ҡуйҙы. Шуны ғына көткәндәй, уны журналистар һырып алды.
— Лайыҡлы кандидаттар өсөн тауыш бирҙем, — тине Рөстәм Зәки улы. — Кем өсөн икәнен исемләп әйтеп тормайым, әммә барығыҙ ҙа аңлайҙыр. Минеңсә, Башҡортостан халҡы ла, Рәсәйҙең башҡа граждандары ла дөрөҫ ҡарар ҡылыр. Барлыҡ йәмғиәтебеҙ менән үҙебеҙгә кәрәкле, лайыҡлы кешеләрҙе һайлауыбыҙға ышанам.
Республика башлығы тауыш биреүҙең бер ваҡытта ла еңел эш булмауын билдәләне. “Бөгөнгөһө айырыуса етди, сөнки ил Президенты ғына түгел, муниципаль кимәлдәге депутаттар ҙа һайлана — бер юлы ике ҡарар ҡабул итергә тура килә, — тине ул. — Рәсәй етәксеһен һайлау, нисек кенә булмаһын, мөһимерәк, сөнки был кампания һөҙөмтәһендә беҙҙең лидерыбыҙ асыҡлана, йәмғиәтебеҙ, иҡтисадыбыҙ һәм тотош илебеҙ үҫешенең йүнәлештәре билдәләнә”.
Рөстәм Зәки улы артабан һайлау комиссияһы ағзалары, күҙәтеүселәр, тауыш биреүсе ябай кешеләр менән аралашты, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары тарафынан әҙерләнгән концертты ҡараны.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев үҙенең хәләл ефете менән ошо уҡ һайлау участкаһына республика Президентынан саҡ ҡына һуңғараҡ килде. Уның да һәр аҙымы журналистарҙың иғтибар үҙәгендә булды.
— Бөгөнгө һайлау — кандидаттарға ла, тауыш биреүселәргә лә рухи-әхлаҡи имтихан, — тине Константин Борисович. — Минеңсә, Рәсәй Президенты вазифаһына дәғүә итеүселәр ҙә, муниципаль Совет депутаты булырға теләүселәр ҙә — һәйбәт кешеләр, тик уларҙың үҙ бурыстарын тейешенсә тормошҡа ашыра белеүе мөһимерәк.
Парламент спикеры фекеренсә, кандидаттарҙың лайыҡлымы-түгелме икәнлеге халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә генә дөрөҫ асыҡлана. “Һайлау артынса илдең сәйәси системаһында ниндәйҙер кимәлдә үҙгәрештәр булыуы тәбиғи. Бер ваҡытта ла ҡатып ҡалырға ярамай, тормош ағышы буйынса сәйәси ҡоролош та үҫергә, камиллашырға тейеш. Был халыҡтың, йәмғиәттең ихтыяждарына бәйле”, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе.
Константин Толкачевтың һүҙҙәренсә, ҡайһы бер сәйәси фирҡәләр һайлау кампанияһы алдынан матур, ылыҡтырғыс программа яҙыу менән мауығыуын дауам итә, ләкин Рәсәй йәмғиәте хәҙер демократияның романтик осорон үткән инде. Ерҙән атларға ваҡыт.
Д. МӘЖИТОВ.


Башҡортостанда һайлау хоҡуғына эйә булғандарҙың 76,38 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.
Владимир Путин өсөн — 75,28, Геннадий Зюгановҡа — 14,18, Владимир Жириновскийға — 3,64, Михаил Прохоровҡа — 3,64 һәм Сергей Миронов өсөн 2,49 процент тауыш бирелгән. Һәр ваҡыттағыса, райондар ҙур әүҙемлек күрһәткән. Балтас, Тәтешле, Хәйбулла, Илеш, Бөрйән, Ҡариҙел яҡтарында күрһәткес айырыуса һәйбәт. Ҡалалар араһында Сибай һәм Салауатҡа етеүсе булмаған: уларҙағы тауыш биреү участкаларына һайлаусыларҙың 78 проценттан ашыуы килгән. Өфөлә Калинин районы әүҙемерәк булып сыҡты — 71,91 процент.
Башҡортостанда муниципаль Совет депутаты булыуға 1848 кеше дәғүә иткән булһа, улар араһынан 721-е һайланды. Әйткәндәй, ҡала Советтарына һайлау тәүге тапҡыр ҡатнаш система буйынса үткәрелде.
Ил буйынса күрһәткестәргә күҙ һалайыҡ. Алдан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Владимир Путин өсөн — 63,64, Геннадий Зюгановҡа — 17,18, Михаил Прохоровҡа — 7,94, Владимир Жириновскийға — 6,22 һәм Сергей Мироновҡа 3,85 процент тауыш бирелгән. Һуңғы һөҙөмтәләр 14 мартта билдәле буласаҡ. Әммә шуныһы бәхәсһеҙ: Президент һайлауҙың икенсе туры булмаясаҡ. Халыҡтың күпселеге Владимир Путинды ил башлығы итеп күрергә теләүен белдерҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 260

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 336

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 321

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 236

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 116

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212