Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Көнләш, Америка, көнләш!”
“Көнләш, Америка, көнләш!” Ишеттегеҙме, АҠШ сәйәсмәндәре Рәсәй етәксеһен ришүәтселектә ғәйепләй! Нимә-нимә, ә ошоғаса бер дәүләт башлығына ла ундай мәғәнәһеҙ, оятһыҙ рәүештә ғәйеп ташлағандары юҡ ине әле. Һәр төрлө санкцияларға, эмбарголарға һәм башҡа ҡаршылыҡтарға һынмаған, киреһенсә, һуңғы йылдарҙа донъяның сәйәси аренаһында үҙ урынын, үҙ йөҙөн тапҡан Рәсәйгә яуап һүҙе булдымы был, әллә халыҡ алдында ил етәксеһенең абруйын төшөрөп, беҙҙә лә Афғанстан, Ираҡ, Ливия йә Югославиялағы ише мәхшәрҙе күрергә теләнеләрме – билдәһеҙ. Нисек кенә булмаһын, беҙҙә халыҡ аҡыллы, үҙҙәрен сәйәсәттән йыраҡ тип һанағандар ҙа хәл-ваҡиғаларҙың айышын белеп тора.

Мәғлүмәт уйынсыҡ түгел

“Мәғлүмәт һуғышы”, тиҙәр американдар ҡулланған әлеге алымды. Атом бомбаһынан да дәһшәтлерәк ҡорал... Юҡҡа ғына “Кешене бер һүҙ менән үлтереп тә, терелтеп тә була” тимәгән халыҡ. Бында ла шулайыраҡ килеп сыға.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа мәғлү­мәт менән асыҡтан-асыҡ уйнаусылар күбәйҙе. Көнбайышта – бигерәк тә Рәсәйгә ҡаршы. Ышаныслы аҙымдарыбыҙ, аныҡ по­зициябыҙ оҡшап етмәй, күрәһең. Хәлдәренән килһә, бар яман­лыҡты, яуызлыҡты илебеҙгә япһарырҙар ине. Хәйер, әле лә буш ҡалмайҙар. Башта санкция­ларға өмөт иткәйнеләр, әлбиттә. Йәнәһе, сикләүҙәр Рәсәйҙең иҡтисадын ҡаҡшатасаҡ, көрсөккә алып барып терәйәсәк. Уйлаған­дары тормошҡа ашманы. Беҙ­ҙекеләр, киреһенсә, һынауҙарҙы үҫешкә мөмкинлек тип ҡабул итте: ауыл хужалығы етештереү­селәренә баҙарға киң юл асылды, эшҡыуарҙарҙың үҙ-ара теләктәш­леге артты. Бөгөн иһә үҙебеҙҙекен булдырырға, тәҡдим итергә өйрәнәбеҙ.
Көрсөккә килгәндә, бар донъя шаулағанда ундай ғына ауырлыҡ булыр инде ул. Һәр хәлдә, бөгөн беҙҙә халыҡ насар йәшәй тип әйтеп булмай — эш хаҡын ваҡы­тында алабыҙ, өҫ-башыбыҙ бөтөн, ҡаты-ҡото ашамайбыҙ. Әҙерәк кенә тырышҡанда хатта аҡса эшләү юлдары ла сығып тора. Шул уҡ баҡсасылыҡ, малсылыҡ, умартасылыҡ... Һәр хәлдә, ауыл ерен­дәге­ләр­ҙең көрсөк хаҡында уйларға ваҡыты ла юҡ кеүек. Алыҫ йөрөй­һө түгел, был аҙнала ауылға ҡайттым. Әсәйемдәрҙең һыйыры быҙаулаған, һарығы бәрәсләгән... бына-бына бесәйҙәре балаларға йөрөй. Мәж килеп донъя көтәләр. Беҙ көнө-төнө көрсөк, доллар тип шау ҡуптарған ығы-зығының шау­ҡымы ла һиҙелмәй. Сит планетаға барып эләккәнменме ни. Шундай һиллек һәм тыныслыҡ. Үҙем өсөн көрсөккә ҡаршы көрәштең бер алымын асҡандай булдым. Ул да булһа – хеҙмәт...
Ҡыҫҡаһы, санкцияларға биреш­мәнек. Хатта яуабын да таптыҡ – үҙебеҙ санкциялар иғлан иттек. Быныһын, әлбиттә, толерант Рәсәй тарафынан берәү ҙә көтмәгәйне. Һөҙөмтәлә әлеге “һуғыш” башҡасараҡ йүнәлеш алды. Украина халҡына ватандаш­тарыбыҙ оҙатҡан гуманитар йөк араһынан ҡорал эҙләнеләр, Малайзия “Боинг”ының һәләкәтендә лә беҙҙекеләрҙе ғәйепләп маташтылар, хатта террористар менән бәйләнеш тоталар тип яла яҡтылар... Яҡшылыҡ теләүҙән түгел, әлбиттә.
Иран миҫалын да алып ҡарайыҡ. Яңыраҡ АҠШ менән Европа союзы был дәүләткә ҡарата ҡабул иткән ҡайһы бер санкцияларын ғәмәлдән сығарҙы. Ҡал­ғандары алдағы һигеҙ йыл дауамында үҙ көсөндә ҡаласаҡ. Әлегә Иранға сит ил банктарында ятҡан 100 миллиард долларын алыу мөмкинлеге асылды һәм көнөнә ярты миллион баррель нефтте экспортларға рөхсәт ителде. Шул уҡ ваҡытта был сәйәсәттең ике яҡлы булыуы ла ихтимал. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: санкция­ларҙың бөтөрөлөүе арҡаһында Ирандың углеводород сеймалы донъя баҙарына күпләп сығарыла башлаһа, беҙҙең “ҡара алтын”дың хаҡы түбәнерәк төшөүе мөмкин... Һәм бөгөн килеп ил башлығын ришүәтселектә ғәйепләйҙәр...
Ирекһеҙҙән хатта АҠШ-тың элекке Үҙәк разведка идаралығы етәкселәренең береһе Аллен Даллестың Икенсе донъя һуғышы бөткәндә әйткәндәре иҫкә төшә: “Һуғыш тамамланыр, бөтәһе лә тыныс­ланыр. Һәм беҙ барлыҡ алтыныбыҙҙы, матди көсөбөҙҙө кешеләрҙе ахмаҡланды­рыуға йүнәлтербеҙ. Кешенең мейеһе, аңы үҙгәрештәргә тиҙ бирешә. Шунда тынғыһыҙлыҡ сәсеп, һиҙҙермәйсә генә уларҙың ҡиммәттәрен ялғанға алмаш­тырырбыҙ ҙа шуларға ышанырға, табынырға мәжбүр итербеҙ. Шулай яйлап ҡына баш эймәҫ халыҡты юҡ итеү фажиғәһе башланасаҡ...”

Ҡара икән – ҡара, аҡ икән – аҡ

Уйлағаныбыҙҙы әйтеп, фекер­ҙәребеҙҙе туранан-тура еткереп өйрәнгәнбеҙ. Ҡара икән – ҡара, аҡ икән – аҡ. “Тураһын әйткән ту­ғанына ярамаған” тигәндәй, беҙҙең позицияны ла күптәр ҡабул итә алманы. “Ни ҡылғанығыҙҙы хәҙер аңлай­һығыҙмы?” Ошонан башланды буғай бар ығы-зығы. Хәйер, бәлки, кемдер алдараҡ та то­йом­лаған булғандыр. Прези­ден­тыбыҙҙың нәҡ ошо һүҙҙәренән һуң әлеге сәйәси системаға шикләнеп ҡараусылар артты. Бөгөн иһә был ҡанундарҙың һөҙөмтәһен Евросоюз үҙендә кисерә: миллионлаған ҡасаҡ ағыла, енәйәтселек, һуғыш ҡорбандары, терроризм...
Толерантлыҡ менән генә дәүләтте һаҡлап ҡалып булмай икән – урыны менән уҫал, ҡырыҫ, хатта яуыз да булырға кәрәк. Әгәр көпә-көндөҙ ситтән килгән әҙәмдәр илеңдең граждандарын мыҫҡыл итә, шул уҡ ваҡытта урындағы полиция бер ни ҡыла алмай икән, кәрәкме ул толерантлыҡ, дипломатик ҡанундар?.. Беҙгә лә килде ул ҡасаҡтар. Шул уҡ Украинанан, башҡа тарафтарҙан. Әлбиттә, миллионлап түгел. Әммә һәр ҡайһыһы өсөн Рәсәйҙә йәшәү урыны ла, ашы ла, эше лә табылды. Бәлки, Европа союзын­дағы ише беҙҙә мигранттарға өҫтәмә түләү, ташламалар, бушлай йәшәү урыны ҡаралмағандыр. Тик илебеҙҙә бер ҡасаҡтың да пикетҡа сығып, ҡатындарға ташланып йөрөгәнен ишеткән юҡ. Тимәк, ил етәксеһе әлеге систе­маның өҙлөкһөҙлөгөн тәьмин итә белә, халыҡтың тын алышын тоя, сәйәсәтте уйын түгел тип ҡабул итә. Ә быларҙы ғәмәлгә ашырыр өсөн кемгәлер ришүәт биреү йә бүләк алыу кәрәкме? Етмәһә, ил башлығына...
Бөгөнгө сәйәси тормошто күҙәтеп барһаң, баш әйләнеп китә. Ҡайҙалыр – һуғыш, ҡан-ҡойош, икенсе урында – аслыҡ, ялан­ғаслыҡ, бер ерҙә – санкциялар, тегендә – алдау һәм яла яғыу... Әлдә генә үҙебеҙҙә тыныс. Драматург Сөләймән Латиповтың пьесаһын иҫкә төшөрөп, “Көнләш, Америка, көнләш!” тип әйтке килеп китә хатта. Эйе, иҡтисади ауыр­лыҡтарға ла, ҡиммәтселеккә лә түҙергә була, ил-йортобоҙ ғына имен торһон. Донъялар боларып китә ҡалһа, ришүәт биреп тә ҡотола алмаҫһың...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илшат
    Илшат от 11.02.2016, 14:13
    "Ышаныслы аҙымдарыбыҙ, аныҡ по­зициябыҙ оҡшап етмәй, күрәһең... Йәнәһе, сикләүҙәр Рәсәйҙең иҡтисадын ҡаҡшатасаҡ, көрсөккә алып барып терәйәсәк. Уйлаған­дары тормошҡа ашманы... санкцияларға биреш­мәнек..." Был юлдарҙың асылын асыу өсөн сәйәси экспертҡа, экономисҡа мөрәжәғәт итеү дөрөҫөрәк булыр.

  2. Гульфира
    Гульфира от 17.02.2016, 23:13
    Шәп, Алһыу! Бигерәк тә атай-әсәйегеҙҙең ауылдағы тормошо хаҡында!!!






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 287

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 256

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 322

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 342

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 252

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 331

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 317

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 231

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 113

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206