Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңыш сере — хеҙмәттәшлектә
Уңыш сере — хеҙмәттәшлектәРәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға әҙерлек тамамланыуға яҡынлаша. Республикабыҙҙа граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын үтәүгә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһына йөкмәтелде.
Әңгәмәләшебеҙ — Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Фаяз ҡыҙы АЛТЫНОВА.
— Агитация кампанияһы бына-бына иң юғары нөктәһенә етәсәк. Рәйес урынбаҫары булараҡ, һеҙгә комиссия эшендәге иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе — һайлауҙа ҡатнашҡан сәйәси партиялар менән эш итеү бурысы йөкмәтелгән.
— Рәсәйҙең ете сәйәси партияһының да Башҡортостан Республикаһында төбәк бүлексәһе бар. Партия вәкилдәре Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы менән күптән аралаша. Әйтергә кәрәк, һуңғы ваҡытта был аралашыу эшлеклерәк төҫ ала.
Илебеҙҙең партия системаһы структура яғынан үҙгәрә, нығый.
2008 – 2011 йылдарҙа федераль ҡануниәттә сәйәси партияларҙың һайлауҙа ҡатнашыуын ҡулайлаштырыуға йүнәлтелгән байтаҡ үҙгәрештәр булды.
Дәүләт Думаһында фракциялары булған сәйәси партияларҙың республика Үҙәк һайлау комиссияһында ла хәл иткес, шулай уҡ кәңәш биреү тауышы хоҡуғына эйә булған ағзалары бар. Унда “Рәсәй патриоттары”ның да вәкиле инә.
Мәсьәләләрҙе берлектә хәл итәбеҙ, һәр яҡтың фекерен иғтибарға алабыҙ, сөнки маҡсатыбыҙ уртаҡ — һайлаусының ихтыяр белдереүен тәьмин итеү.
Быйыл сентябрҙә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында уҙғарылған кәңәшмәлә төбәк бүлексәләре Рәсәй парламентындағы урындар өсөн намыҫлы, асыҡ һәм итәғәтле һайлау алды көрәшен алып барыу хаҡында килешеүгә өлгәште.
Һайлау комиссияларының бурысы — парламент партияларының эшмәкәрлеген яҡтыртҡанда уларҙың тиң хоҡуҡлылығы гарантияларын тәьмин итеү. Сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре менән берлектә беҙ һайлау ҡануниәтенә ярашлы йәрәбәне яҡшыраҡ үткәреү, баҫма һәм башҡа һайлау алды агитация материалдарын сығарыуҙа һәм таратыуҙа тейешле шарттар тәьмин итеүгә ҡағылған айырым статьяларҙы тикшерҙек.
Федераль Йыйылыштың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа агитация осоро барлыҡ партияларҙың киң мәғлүмәт сараларынан тиң файҙаланыу мөмкинлеге тураһындағы положениеға ярашлы тормошҡа ашырыла. Барыһына ла гәзиттә материалдарын бушлай баҫтырып сығыу мөмкинлеге бирелде, радиола һәм телевидениела агитация өсөн эфир ваҡытын бүлеүгә ҡағылышлы йәрәбә үткәрелде. Партияларҙың аҡсаһын тотоноуға ныҡлы контроль булдырылды.
Һайлау алды көрәшендә сәйәси партиялар йыш ҡына киҫкен мәсьәләләрҙе, бәхәстәрҙе һайлау комиссиялары менән мөнәсәбәттәргә күсерә. Һайлау комиссиялары — ул сәйәси партияларҙың союздаштары һәм тоғро партнерҙары. Комиссияларҙы ойошторғанда сәйәси партияларҙың тәҡдиме лә иҫәпкә алына. Бындай хеҙмәттәшлек нығый һәм үҫә.
— Наилә Фаяз ҡыҙы, утыҙ йылдан ашыу һеҙ республикабыҙҙағы һайлау кампанияларын ойоштороусылар рәтендә. Ә был эш нисек башланды?
— 1979 йылда БАССР Юғары Советы Президиумының ойоштороу бүлеге инструкторы итеп тәғәйенләндем. Ябай һайлаусы булған осорҙа тауыш биреү көнөнә тиклем был эшкә ғәйәт ҙур хеҙмәт һалыныуын белмәй ҙә инем. Һайлау көндәре оло байрам итеп ҡабул ителә торғайны.
Башланғыс кластарҙан уҡ демократик системалы иң яҡшы ил граждандары булыуыбыҙға инана инек. Энтузиазм менән һуғарылған кешеләр шикләнеп тә тормаҫтан берҙән-бер фамилия яҙылған бюллетенде йәшниккә һала ине.
Беҙ, БАССР Юғары Советы Президиумының ойоштороу бүлеге инструкторҙары, КПСС-тың өлкә комитеты етәкселегендә һайлауға тиклем үк разнарядкалар эшләй торғайныҡ. Унда һәр Советтағы эшселәр, колхозсылар, КПСС ағзалары, комсомол, уҡытыусылар, табиптар һаны аныҡ күрһәтелә ине. 7–8 район, ҡалала зона кураторы итеп тәғәйенләнгән һәр инструктор һуңғы һөҙөмтә өсөн башы менән яуап бирҙе.
Депутаттар корпусын кадрҙар менән тәьмин итеүҙән тыш, һайлау комиссияларын ойоштороу тураһындағы ҡарар проекттарын да әҙерләй торғайныҡ. БАССР Юғары Советы депутаттарын һайлау өсөн генә 280 комиссия ойошторола ине, унан башҡа СССР Юғары Советына, РСФСР Юғары Советына, урындағы Советтарға ла һайлау бар бит әле. Комиссияларҙың сифат составы ла ҡәтғи регламентланды. Завод, фабрикаларҙың һәм башҡа предприятиеларҙың, ғилми-тикшеренеү институттарының хеҙмәт коллективтарынан күпме кеше буласағы алдан уҡ билдәләнде.
Әле элекке кеүек тонналап ҡағыҙ сарыф ителмәй. Әммә ул ваҡытта ошо ҡағыҙҙар менән эшләгән йөҙҙәрсә кеше, шул иҫәптән мин дә, һайлау кампанияһының уңышы тап шуға бәйле тигән фекерҙә инек.
Яуаплылыҡ тойғоһо, республиканың географияһын белеү, кешеләр менән танышыу, дуҫлашыу сере шул осорҙан киләлер, моғайын.
— Үткер телле тарихсылар һеҙ һөйләгән дәүерҙе “Һайлауһыҙ һайлау” тип билдәләп, бәлки, хаҡлылыр ҙа. Үҙгәрештәр ҡасан һәм нисек башланды?
— 80-се йылдарҙың икенсе яртыһында үҙгәртеп ҡороуҙар башланды. Мин әүәлгесә ойоштороу бүлеге инструкторы булып эшләй инем. Тәүге альтернатив һайлау булды. Унда СССР-ҙың һуңғы саҡырылыш Юғары Советы депутаттары һайланды. Ул норматив-хоҡуҡи базаның булмауы, Мәскәү етәкселеге күрһәтмәләрендәге ҡапма-ҡаршылыҡтар һәм аңлашылмаусанлыҡтар, төрлө сәйәсмәндәрҙең власҡа ашҡыныуы менән ойоштороусыларҙың хәтерендә һаҡланып ҡалды.
Сыуалыштар осоро 90-сы йылдарҙың икенсе яртыһына тиклем дауам итте. 1994 йылда “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Закон ҡабул ителде. Был цивилизациялы һайлау практикаһына, уны ойоштороуҙың йыйнаҡ системаһына йүнәлтелгән тәүге аҙым булды. Ошо Законға ярашлы төбәктәрҙә даими нигеҙҙә эшләүсе Үҙәк һайлау комиссиялары ойошторола башланы. Һайлауҙы профессионалдар ойошторорға һәм үткәрергә тейешлеген аңланылар. Комиссияларға һайлау ҡануниәтен камиллаштырыу, закондарҙы ҡулланыуҙа арбитрҙарға әүерелеү бурысы ҡуйылды. Көсөбөҙ ҙур булмаһа ла, үҙаллылыҡ, яуаплылыҡ һәм төп ҡарарҙарыбыҙ бар ине.
Республика Президентын һайлаған мәлдә профессиональ булараҡ та, кеше булараҡ та айырыуса ҡыйынға тура килде. Президентлыҡҡа кандидаттарҙың береһе менән осрашыу әле лә хәтеремдә. Ул мәлдә мин Үҙәк һайлау комиссияһы секретары инем. Ҡаршымда ултырған кеше тыныс ҡына тауыш менән президент булырға ярҙам иткән кешене алда яҡшы тормош көтөүе хаҡында һөйләй. Һүҙ ыңғайында әле бер, әле икенсе кеҫәһенән долларҙар сығара. Шунан йөҙөмә ҡараш ташланы ла аҡсаһын кире алып ҡуйҙы. Әңгәмә 10 минут дауам итте, әммә ул мәңгелек булып тойолдо. Бысраҡ технологияларҙы миңә лә тәҡдим иткәс, тимәк, уларҙы ҡайҙалыр файҙаланып ҡарағандыр, тип уйланым.
— 2011 йылдың 4 декабрендәге һайлау партия исемлеге буйынса үткәрелә. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә ил етәкселеге ошондай ҡарарға килде. Ә һеҙ хәлде нисек баһалайһығыҙ?
— Быны иң элек власта халыҡ вәкиллегенең кимәлен һәм сифатын артабан да күтәреү рәүешендә ҡабул итәм.
Мин — философия фәндәре кандидаты. Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында “Һайлау хоҡуғы” курсын алып барам. Студенттарыма ҡанундарҙағы үҙгәрештәрҙе демократик дәүләткә табан сираттағы аҙым тип аңлатам. Уйлап ҡараһаң, теге йәки был партия өсөн тауыш биреп, кеше илдең сәйәси юлын билдәләй, сәйәси тормошҡа йәлеп ителә. Бының өсөн кандидаттарҙың исемлеге менән генә сикләнергә ярамай. Партия, уның программаһы бар. Айыҡ аҡыл менән эш итергә кәрәк.
Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Һайлауға килдең, гражданлыҡ бурысыңды үтәнең, ә партия 7 процентлыҡ сикте үтә алманы. Яңыртылған ҡануниәткә ярашлы, “бәләкәй” партиялар ҙа Думанан урын алыу мөмкинлегенә эйә. Улар тауыштарҙың 7 проценттан аҙырағын, әммә кәмендә 5 процентын алһа, Думаға 1–2 депутатты үткәрә ала.
— Һайлау кампанияһы тамамланып килә. Үҙәк һайлау комиссияһы ҙур эш башҡарҙы. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы эшенең бөгөнгө үҙенсәлектәре тураһында бер нисә һүҙ әйтегеҙ әле.
— Эш конструктив, тыныс шарттарҙа бара. Республика һайлау системаһында эш ышанысҡа, үҙ-ара ярҙамға һәм хеҙмәттәшлеккә ҡорола. Комиссияларҙың тығыҙ бәйләнеше бөтөн мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеү мөмкинлеген бирә. Уларҙа ҡануниәтте, һайлау нескәлектәрен белгән тәжрибәле белгестәр генә түгел, ошо хеҙмәткә битараф булмаған кешеләр ҙә эшләй. Һайлау уңышлы үтһен өсөн ойоштороу йәһәтенән дә, хоҡуҡи тәьминәт яғынан да мөмкин булғандың барыһы ла эшләнде. Коллегаларыма уңыштар теләйем, ә һайлаусыларҙы участкаларға килеп, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп, тауыш бирергә саҡырам.
Антонина КАРАБАТОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 260

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 335

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 321

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 235

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 116

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212