Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дөрөҫ аҙым ашығыс яһалмай
Рәсәйҙең башҡа илдәр алдында абруйы нығынғандан-нығына. Хәҙер барыһы ла беҙҙең менән иҫәпләшергә мәжбүр. Илебеҙ үҙ баһаһын белеп кенә, һис ашыҡмай, ел-дауылға бирешмәй, ышаныслы алға барған карапты хәтерләтә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер дәүләттәрҙең хата аҙым яһап, терһәген тешләр хәлгә етеүе күҙәтелә.
Пакистан АҠШ менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен ҡырҡа үҙгәртмәксе: үҙ биләмәһендә урынлашҡан Америка авиабазаһын ситкә күсереүҙе талап итте һәм «тыныслыҡ урынлаштырыусылар»ға Афғанстанға көньяҡтан юлды ябыу менән янаны. Быға афған талиптарына ҡаршы хәрби операцияла ҡатнашыусы НАТО самолеттарының, яңылышып китеп, Пакистан армияһының һаҡ посын бомбаға тотоуы, һөҙөмтәлә 30 кешенең һәләк булыуы сәбәпсе. Ошондай уҡ хәл быйыл сентябрҙә лә булғайны: бомбаларҙың яҙа китеүе арҡаһында өс һалдатын юғалтҡас, Пакистан НАТО армияһын хеҙмәтләндереүсе йөк транспортының 70 проценты үткән «көньяҡ коридор»ҙы ике аҙнаға япты. Ул саҡта АҠШ, рәсми рәүештә ғәфү үтенеп, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һала алғайны, был юлы еңел генә ҡотола алмаҫ, моғайын. Сәйәсәт белгестәре Вашингтон менән Исламабад араһында етди ҡапма-ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килеүен билдәләй һәм НАТО армияһына киләсәктә Афғанстанға төньяҡтан – Рәсәй аша – юл ярырға тура киләсәген күҙаллай.
Тик Рәсәйҙә лә «океан аръяғы ҡунаҡтары»н ҡолас йәйеп көтөп тормайҙар. Ошо көндәрҙә дәүләт башлығы Дмитрий Медведев НАТО илдәренең Европала урынлаштырған ракеталарынан һаҡланыу системаларына ҡарата ҡаты тәнҡит һүҙҙәре менән сығыш яһаны. «Был ҡоролмаларҙың артыуы тағы ла дауам итһә, беҙ ҡоралланыу кимәлен кәметеү буйынса халыҡ-ара килешеүҙе өҙәсәкбеҙ», – тип белдерҙе ул. Шаршамбы көндө ил Президенты Рәсәйҙең Оборона министрлығына Калининградта ракета һөжүмен иҫкәртеүсе системаларҙы хәрби ҡулланылышҡа индерергә һәм стратегик ядро ҡоралын йәшереүгә иғтибарҙы көсәйтергә ҡушты. «Шулай ҙа Төньяҡ Атлантика альянсы һәм Ҡушма Штаттар менән килешеү мөмкинлектәре бар әле, – тине дәүләт башлығы. – Хеҙмәттәшлектең аныҡ хоҡуҡи нигеҙҙә, һәр яҡтың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, дауам итеүен теләйбеҙ».
Ҡайһы бер даирәләрҙә әлеге бәхәстәрҙе «һалҡын һуғыштың яңынан тоҡаныуы», «дәүләт етәксеһенең АҠШ-ҡа ышанысы бөттө» тип баһаларға өлгөрҙөләр. Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашыусы бәғзе бер партияларҙың иҫәпләүенсә, илдәр араһында «ҡоралланыу буйынса ярыш» ойоштормаҡсылар. Ләкин Рәсәй Президентының сәйәси йәһәттән ниндәйҙер мәрәйгә иҫәп тотоуы мөмкин түгел – ул, тәү сиратта, ил именлегенең төп гаранты булараҡ, граждандарҙың тыныс тормошо, киләһе көнгә ышанысы өсөн тырыша. Шик тыуҙырырға маташыу – власть партияһы менән дәғүәләшеүселәрҙең эше.
Бер үк ваҡытта илебеҙ иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу хәстәрен онотмай. Рәсәй менән Белоруссия араһын хәҙер газ «йылыта» башланы. Александр Лукашенко, «Белтрансгаз»ын беҙҙең идараға тапшырып, уның өсөн арзан хаҡҡа «зәңгәр яғыулыҡ»тан файҙаланыу хоҡуғы алды, атом электр станцияһы төҙөүгә ун миллиард доллар күләмендә кредит та юлланы.
Рәсәй Президентын һайлау 2012 йылдың 4 мартына тәғәйенләнде. «Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында»ғы федераль ҡанунға ярашлы, Федерация Советының ошо хаҡтағы ҡарары рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 30 көн эсендә иң юғары дәүләт вазифаһына дәғүә итеүселәр һәм уларҙы тәҡдим итеүсе төркөмдәр Үҙәк һайлау комиссияһына яҙма рәүештә мөрәжәғәт итергә тейеш. Тәүге кандидат беренсе көндө үк теркәлде. Левашов тигән фамилиялы был кеше Мәскәүҙә йәшәй, профсоюз ойошмаһында эшләй, президентлыҡҡа үҙен үҙе тәҡдим итә, ти. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин иһә кандидатура ҡуйыу йәһәтенән тыйнағыраҡ булып сыҡты.
Әйткәндәй, йома көндө Рәсәй һәм Белоруссия союзының дәүләт секретары Павел Бородин вазифаһы менән хушлашты. Уның урынына Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота тәғәйенләнә. Яңы секретарь 15 декабрҙән эш башлаясаҡ.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткән аҙнала Ағиҙел, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Күгәрсен районында эш сәфәре менән булды, Өфөлә мөһим саралар үткәрҙе. Республика башлығының йәмәғәтселек менән йыш аралашыуының төп маҡсаты – халыҡтың тормош-көнкүрешен, ихтыяждарын, теләк-тәҡдимдәрен нығыраҡ өйрәнеү, дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырғанда барыһының да мәнфәғәттәренең тигеҙ ҡайғыртылыуына өлгәшеү. Етәкселек һәр аҙымын үлсәп, ябай кешеләрҙең фекеренә таянып эшләй икән, был, һис шикһеҙ, хуплауға лайыҡ, сөнки хатаны иҫкәртеүгә ҡарағанда төҙәтеүе ауырыраҡ.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 269

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 301

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 308

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 236

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 298

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 186