Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туғыҙ айҙан – яңы парламент
Туғыҙ айҙан – яңы парламент Киләһе йылдың 18 сен­тябрен­дә Рәсәй Феде­ра­цияһы Федераль Йы­йы­лышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы һайлана. Уға әҙерлек эштәре әле үк ҡыҙа башланы. Тәжрибәле сәйәсмәндәр “иртәрәк сәсһәң, күберәк урырһың” тигән хәҡиҡәтте яҡшы белә. Илдең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуровтың күптән түгел Өфөлә ошо сараны ойоштороусылар менән осрашыуы тураһында гәзиттә хәбәр иткәйнек инде. Тиҙ үҙгәрә барған сәйәси һәм иҡтисади шарттарҙа был һайлау нисек үткәрелер?

Тәүҙә һайлау билдәләнгән дата тураһында. Бынан алдағы саҡырылыш 2011 йылдың 4 де­кабрендә барлыҡҡа килгәйне. Быйыл сентябрҙә уҙғарылған Бер­ҙәм һайлау көнө сараны алдағы йылдың да ошо уҡ айында ойоштороу ҡулайлыраҡ булыуын күр­һәтте. Сығымдар яғынан да, ойош­тороу мәсьәләләре буйынса ла. Халҡы ифрат күп һәм май­ҙаны үтә ҙур булған илдә бындай сәйәси ваҡиғаны бер көндә үткәрерлек итеп ойоштороу еңел бирелмәй, әлбиттә. Был бит байрам тантанаһы түгел, ә һәр төрлө исемлектәр төҙөүҙән алып хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепләргә генә торған ҡайһы бер сәйәсмәндәргә ҡаршы “көрәшеүгә” хәтлем мәшәҡәттәрҙе үҙ эсенә алған киң ҡоласлы һәм бик ҡатмарлы кампания. “Демок­ратия – ул бай илдәрҙең эше”, тип политологтар юҡҡа ғына әйт­мәй: бындай ҙур сараны үткәреүгә сығым аҙ китмәй. Һайлауҙы декабрҙән сентябргә күсереү (һүҙ 2016 йыл тураһында бара), Дәүләт Думаһы спикеры Сергей Нарышкин аңлатыуынса, бюджетты яңы составтағы парламент аша ҡабул итеү өсөн дә башҡа­рылды, сөнки ҡаҙнаның үтәлешен дә ошо уҡ депутаттар күҙәтеү аҫтында тотһа, был маҡсатҡа ярашлыраҡ буласаҡ. “Левада-үҙәк” директоры, аналитик Лев Гудков иҫәпләүенсә, һайлауҙы ике айға алғараҡ күсереү ил парламентына ҡайһы көстәрҙең күбе­рәк үтеү ихтималлығына бөтөн­ләй тиерлек йоғонто яһамаясаҡ.
Туғыҙ айҙан – яңы парламентКиләһе йылғы һайлауҙың әһә­миәтен аңлау өсөн уны биш йыл элек үткәне менән сағыштырыу урынлы булыр, моғайын. 2011 йыл­да илебеҙҙең иң юғары закон­дар сығарыу органына 450 депутат пропорциональ система (мандаттар, барлыҡ тауыштар һанына ҡарап, кандидаттар исем­лектәре буйынса пропорциональ рәүештә бүленә) тәүге тапҡыр биш йыллыҡ осорға һайланды. Башҡортостанда был ваҡытта 3 миллион 74 мең һайлаусы тер­кәлгәйне, тауыш биреүҙә шуның 79,3 проценты ҡатнашты. Сағыш­тырыу өсөн: Иркутск өлкәһендә был күрһәткес 47,2 % ҡына тәшкил итте. Ә Рәсәй буйынса һайлаусылар һаны биш йыл элек 109 миллион кешенән ашыу, ә илдән ситтә йәшәүсе граждандар менән бергә 111 миллиондан артығыраҡ ине. Сарала ҡатна­шыу кимәле 60,2% булды. Дәү­ләт Думаһына үтеү өсөн сәйәси партияларға кәмендә етешәр процент тауыш алырға кәрәк ине. Һөҙөмтәлә V саҡырылыш парламентында булған дүрт партия – “Берҙәм Рәсәй”, ЛДПР, КПРФ, “Ғәҙел Рәсәй” – алтынсы­һында ла тороп ҡала алды, ҡал­ған партияларҙың бе­реһе лә үтмәне (һайлау йомғаҡ­тары буйынса мандаттарҙың нисек бү­ленеүен диаграммала ҡарар­ға мөмкин). Кандидаттар ара­һын­да йыллыҡ килеме 10 мил­­ли­он һумдан ашып киткән дәғүәселәр ҙә байтаҡ ине. Ундай саҡта кемдер: “Власҡа байҙар ынтыла”, – тип һуҡрана, ләкин үҙ йүнәлешендә ҙур уңышҡа өлгәшкән кеше генә ил күлә­мен­дә лә һөҙөмтәле эшләргә һә­ләтлелер, бәлки?
Киләһе көҙ 225 урынды сә­йәси фирҡәләр исемлектә­ренә ярашлы, ә ҡалған 225-ен бер мандатлы округтар буйынса яуларға мөмкин, йәғни һайлау хәҙер пропорциональ һәм мажоритар (ҡатнаш) системалар нигеҙендә үткәреләсәк. Уларҙың асылы шунда: тәүгеһе буйынса Рәсәй парламентына эләгеү өсөн теләһә ниндәй фирҡәгә кәмендә 5 % тауышҡа эйә булырға кәрәк, ә икенсе система “айырым ман­датлыларҙан” үҙ округында күп­селек тауыш йыйыуҙы талап итә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Юғары советы ағзаһы политолог Юрий Орлов әйтеүенсә, мажоритар округтар буйынса ошо фирҡә кандидаттарының 70 проценты самаһы яңы кешеләр бу­ласаҡ, ә исемлек буйынса дәғ­үәселәр артабан фирҡәнең парламенттағы фракцияһын яртылаш яңыртырлыҡ итеп һайлап алынасаҡ. Был партия махсус ойошторған аналитика үҙәге әлеге мәлдә урындарҙа һөнәри һәм социаль эшмәкәрлеге менән ыңғай яҡтан айырылып торған кешеләрҙе иғтибар үҙәгенән ысҡындырмаҫҡа тырыша, артабан уларҙың иң яҡшылары кандидаттар исемлегенә инеүгә өмөт итә ала. Һүҙ нигеҙҙә йәштәр тураһында бара. Тимәк, яҡын арала беҙ уларҙың шаян телле­ләр “промоушн” тип атаған эшмә­кәрлеген, йәғни һәр төрлө сара­ларҙағы әүҙемлеген күҙәтә ала­саҡбыҙ. Хәйер, уларҙы әле үк шәйләргә мөмкинлек бар. Әммә, партияның аналитиктары белде­реүенсә, шул уҡ кешеләр мотлаҡ исемлеккә индерелә тигәнде аң­латмай, ышанысты аҡлай алма­ған хәлдә улар тиҙ генә алмаш­тырыласаҡ. Кемгә-кемгә, ә был ҙур һәм көслө партияға ундай­ҙарҙы табып тороу ҡыйын түгел­дер, моғайын.
Был осраҡта быйылғы 13 сен­тябрҙә үткән төрлө кимәлдәр буйынса һайлау барышы һәм уның һөҙөмтәләре ҙур әһәмиәткә эйә. Уның теүәл бер йылдан һуң уҙғарыласаҡ “ҙур” һайлауҙарға генераль репетиция икәнлегенә берәү ҙә шикләнмәне. Рәсәй Федерацияһының 85 субъекты­ның 83-өндә (Ҡабарҙа-Балҡар менән Төньяҡ Осетия республикаларынан башҡа) уҙған был һайлау ошоға саҡлы булған саралар араһында рекорд ҡуйҙы: унда Рәсәй буйынса 200 меңдән ашыу кандидат күрһәтелде, шуларҙың 190 мең самаһы теркәү үтте, төбәк башлыҡтары вазифа­ларына һәм урындағы парла­мент­тарға, үҙидара органдарына 10 меңдән ашыу кеше һайланды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының лидеры, ил Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ошо кампаниянан һуң партияның сайтында: “Һайлау юғары конкурент­лыҡ шарттарында үтте һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәктәрҙәге ысын йоғонтоһон, һайлаусы­лар­ҙың кемгә өҫтөнлөк биреүен асыҡ күрһәтте”, – тип белдерҙе.
Һайлау кампанияһын ойоштороусылар алдында сығыш яһа­ғанда, Владимир Чуров әлеге осрашыу барышында төп иғтибарҙы методик күрһәтмәләрҙе үтәүгә йүнәлтергә ҡушты. “Көн һайын икешәр-өсәр бит уҡып булһа ла был күрһәтмәләрҙе тулыһынса үҙләштереүҙе талап итәм, һәр төрлө аңлашылмаусанлыҡтар ҡағиҙәне белмәү арҡаһында килеп сыға”, – тине ул һайлау комиссиялары вәкилдәренә. Бер юлы ул йыш осраған хаталарҙы ла телгә алды. Мәҫәлән, ҡултам­ғаларҙың төп нөсхәләргә тура килеү-килмәүен эске эштәр органдарына тикшереүгә ебәргәндә көндәлек ығы-зығы арҡаһында кандидаттарҙың үҙҙәрен был турала иҫкәртергә оноталар. Һө­ҙөмтәлә “Һайлау комиссиялары исемлектәрҙе үҙгәртә” тигән сираттағы дәғүә тыуа.
Бындай хәлдәр донъяның һәр иленә, һәр һайлау кампанияһына хас. Демократик һайлау систе­маһы буйынса сағыштырмаса аҙ тәжрибәгә эйә булған Рәсәйҙә киң ҡоласлы һәм ҡатмарлы саралар үткәрелгән һайын ҡануниәт тә, уны үтәү кимәле лә камиллаша бара, ләкин был эштә власть ҡына түгел, халыҡ та әүҙем ҡат­нашырға бурыслы. Юғиһә кемделер ғәйепләү мәғәнәһеҙ булып сығасаҡ. Һайлау ҡануниәтен боҙоу ҙа ике яҡлы: Владимир Евгеньевич тауыш биреү көнөнә хәтлем үк айырым фатирҙарҙа “һайлауҙағы боҙоҡлоҡтар” тура­һында “йәшерен репортаж” әҙерләп, Интернетҡа ҡуя башлау осраҡтары булыуын билдәләне. “Һайлау комиссияларында район хакимиәте башлыҡтары йәки уларҙың урынбаҫарҙары бөтөн­ләй ҡатнашырға тейеш түгел, сөнки халыҡ бындай саҡта һайлау кампанияһына административ ресурс бирелгән тип аңлаясаҡ”, – тип киҫәтте федераль комиссия рәйесе.
Ҡануниәт үҙе лә тормошта ҡулланылыу буйынса тәжрибә туплай бара. Был эш һис еңел бирелмәй. “Беҙҙең Һайлау кодексы донъяла иң ҡалынылыр, моғайын. Һәм был “китап”ҡа яңынан-яңы статьялар өҫтәлә бара! Бер заман Францияныҡы ҡулыма килеп эләккәйне – ул йоп-йоҡа ғына”, – тигәйне бер саҡ Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ошо ҡануниәтте үҙгәртеү тураһында һүҙ сыҡҡанда.
–Тейешенсә эшләмәгән кеше­ләрҙе комиссия составынан сыға­рырға кәрәклеге аңлашыла ла ул, тик уны ғәмәлдә нисек тор­мошҡа ашырырға? – тип һораны Владимир Чуровтан республика райондарының береһенән килгән һайлау комиссияһы рәйесе. – Суд тупһаһын тапай башлаһаң, һайлау кампанияһы менән ҡасан шөғөлләнергә?
Һорауҙар күп һәм уларҙы хәл итеү юлдарын табыу, һайлау тураһындағы ҡануниәттең теүәл үтәлешен күҙәтеү, был сараны үткәреүҙә “сылбырҙың көсһөҙ ҡулсалары”н асыҡлай барыу, ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр биреү һәм уларҙың тейешенсә ҡаралыуына өлгәшеү – гражданлыҡ бурысы­быҙ. Ә бының өсөн һайлау көнөндә мотлаҡ үҙ участкаңа барыу талап ителә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 287

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 320

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 341

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 252

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 317

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 231

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 113

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206