Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Президент халыҡҡа яҡынайырға саҡырҙы
Хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә I медицина ассамблеяһы асылды. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы оло йыйындың мәртәбәһен дә, бәҫен дә арттырҙы.
Һаулыҡ һаҡлау тармағының ҙур үҙгәрештәр һәм яңырыу алдында тороуын яҡшы аңлайбыҙ. Изге ниәттән сығып башҡарылған реформаларҙы ла республикабыҙҙағы һөнәрҙәре буйынса берләшкән егерменән ашыу йәмәғәт ойошмаһы тырышлығынан, тупланыуынан һәм килешеп эшләүенән тыш тормошҡа ашырыуы анһат түгел. Форумда ҡатнашыусылар фекеренсә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге тармаҡҡа хас проблемаларҙы хәл итеү, закондар сығарыу, экспертиза үткәреү, медицина хеҙмәткәрҙәрен хоҡуҡи яҡтан яҡлау мәсьәләләрен дә Медицина лигаһы төҙөү ярҙамында уңышлы хәл итеп буласаҡ.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һаулыҡ һаҡлау тармағының “ауыртҡан” урындарын яҡшы белә. Уны бөгөн “берҙәм телефон”дың эшмәкәрлеге, табиптарға сираттарҙың ҙурлығы, льготаға эйә граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү, тармаҡтағы коррупция һәм башҡа бихисап етешһеҙлектәр һис ҡәнәғәтләндерә алмай. Республика башлығы йыйында ҡатнашыусы медицина хеҙмәткәрҙәрен ябай халыҡҡа яҡыныраҡ булырға, уның сәләмәтлеген хәстәрләүҙә күңел йылыһын йәлләмәҫкә саҡырҙы. Профессионалдарҙың берҙәм лигаһы ойошторолоуын хуплап, Рөстәм Хәмитов уның төрлө ведомстволар менән йоғонтоло һөйләшеү алып барыусы, туплаусы, ҡапма-ҡаршылыҡлы мәсьәләләрҙе яйға һалыусы, әммә бюрократиянан алыҫ тороусы көслө берләшмә итеп күрергә теләй.
“Рәсәй Хөкүмәтенең илдәге демографик хәл менән тәрән борсолоуын яҡшы аңлайым. Әгәр ҙә беҙ бөгөн бер ни ҙә эшләмәһәк, күҙаллауҙар буйынса, илленсе йылдарға Рәсәй халҡының ныҡ кәмеп, 105 миллионға ҡалыу хәүефе бар. Тимәк, беҙ һеҙҙең менән халыҡтың сәләмәтлегенә, именлегенә ҡурҡыныс янаусы сирҙәрҙе еңеү, тәбиғи булмаған үлем менән арабыҙҙан китеү һанын кәметеү буйынса даими эшләргә бурыслыбыҙ,” – тине Президент.
Ни өсөн тармаҡҡа күберәк аҡса сарыф иткән һайын халыҡ һаны кәмей? Үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары нилектән 60-сы йылдарҙағынан ике тапҡырға күберәк? Табиптар үҙҙәрен ғәҙелһеҙлектән, яла яғыуҙан ниңә һаҡлай алмай? Ни өсөн кадрҙар етешмәй? Төбәк башлығы форумда ҡатнашыусылар алдына һәр кемде уйландырырлыҡ етди һорауҙар ҡуйҙы һәм һәр кемгә тармаҡта тәртип булдырыуҙы үҙенән башларға кәңәш итте.
Д.ҒӘБДРӘХИМОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 309

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 237

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 187