Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер болғанмай һыу ҙа тынмай
Бер болғанмай һыу ҙа тынмай Беҙҙе ишеттеләр... Рәсәйҙең барлығына һәм уның мөмкинлектәренә инандылар. Ауыр булды... Ихтыяждан былайыраҡ абруйҙы яңынан яулау еңел бирелмәй шул. Айыҡ аҡыл, принципиаллек, урыны менән хатта дыуамаллыҡ... Ә бит Рәсәй Президенты Владимир Путин БМО трибунаһынан: “Донъялағы хәлдәргә түҙеп торор әмәл ҡалманы. Ысынбарлыҡта беҙ амбицияларға түгел, ә дөйөм ҡиммәттәргә һәм мәнфәғәттәргә таянып етәкселек итергә, алдыбыҙҙа торған проблемаларҙы хәл итеү өсөн халыҡ-ара хәҡиҡәт хаҡына көсөбөҙҙө тупларға — террорға ҡаршы ысын мәғәнәһендә киң халыҡ-ара коалиция булдырырға – тәҡдим итәбеҙ”, — тигәс тә, Көнбайыш һиҫкәнеп ҡуйғайны. Юҡҡа булмаған — Рәсәй Сүриә армияһына “Ислам дәүләте” террорсыларына ҡаршы көрәштә булышлыҡ итә башланы.

Илебеҙ етәкселәренең Сүриәне бомбаға тотоу хаҡындағы ҡарарын күптәр аңлап ҡабул итте. Барҙың, ҡыйраттың, ҡайттың түгел был. Беҙ донъяны иртәгәбеҙ өсөн ҡотҡарабыҙ. Тәү сиратта үҙе­беҙҙең яҡты, тыныс киләсәгебеҙ өсөн. Сөнки барлыҡ донъяны ялмап алыу маҡсаты менән янған “Ислам дәүләте” экстремистик ойошмаһы бөгөн Сүриәлә ҡан ҡоя икән, күпмелер ваҡыттан уның Рәсәй биләмә­ләренә лә үтеп инмәйәсәген берәү ҙә гарантиялай алмай. Был һуғыш та бит нефтте ҡулға төшөрөүҙе, хәрби-сәйәси, хатта иҡтисади мәнфәғәттәрҙе тәү- маҡсат итеп ҡуймай. Уны ойоштороусыларҙың төп ниәте — Европаны юҡҡа сығарыу. Күпме емерек­лектәр, ҡорбандар, тотош материкты баҫып алып барған ҡасаҡтар ағымы... Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: быйыл Европаға туғыҙ миллиондан ашыу миг­ранттың килеүе көтөлә. Ә бит уларға йәшәү урыны хәстәрләргә, эш табып бирергә, пособие түләргә кәрәк. Өҫтәүенә араларында кемдәрҙең генә булмауы мөмкин... Миллиондар иҫәбендә террорсы ла, енәйәтсе лә юҡ тип берәйһе яуаплылыҡ алғанмы? Береһе-бер анализ бирмәй, медицина тикшереүе үтмәй... Ирекһеҙҙән, ҡасаҡтар ағымы боронғо грек мифологияһындағы “Троя аты”на оҡшап ҡуя. Хәйер, айырма бар: ҡиммәтле “бүләк” Спарта батшалығына еңеү килтергән, беҙҙең осраҡта иһә “Троя аты” уларҙың вариҫтары төҙөгән дәүләттәрҙе — тотош Европаны — эстән өҙгөләй...
Күптәр Путиндың әлеге ҡарары күптән кәрәк ине тип һанай. Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, был һүҙҙәрҙә лә хаҡлыҡ бар кеүек... Кем белә, бәлки, ике-өс йыл элек тотонғанда мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошто ла, емереклектәрҙе лә, ҡорбандарҙы ла, ҡасаҡтар ағымын да булдырмауға өлгәшелер ине. Әммә ул саҡта Рәсәйҙең мөмкинлектәренә, беҙҙең уй-ниәттәргә һәм һүҙебеҙгә ышанырҙар инеме икән?
Илебеҙ халыҡ-ара террорға ҡаршы бер бөгөн генә көрәш алып бармай. Был — элек-электән килгән етди, төплө сәйәси ҡанун. Әммә шуны аңларға ваҡыт: бөгөн террорға ҡаршы көрәш енәйәтсел төркөмдәрҙе ваҡытында юҡ итеү һәм уларҙың артабанғы эшмәкәрлегенә аяҡ салыу йөкләмәһенән киңерәк ҡоласҡа сыға бара. Тамырҙары күпкә тәрәнерәк һәм хәүефлерәк... Рәсәйҙең мосолман төбәктәрен оло ихтилалдарға әҙерләү, христиан халҡын геноцидҡа ылыҡтырыу — бына ҡайҙа ята бит бәләнең башы. Динде, мәҙәниәтте сәйәсәт менән бутарға ярамай шул. Насар демократия урынына яҡшы ҡан ҡойош килеп сығыуы ихтимал. Миҫал артынан йыраҡ йөрөйһө түгел...
Бөгөн ҡайһы берәүҙәр Сүриәләге һуғышты Рәсәй менән АҠШ, Путин менән Обама араһындағы низағ менән аңлатырға тырыша. Һәр кемдең — үҙ урыны. Беҙ иһә кешелектең, Ер шарының киләсәге өсөн көрәшәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 287

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 320

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 341

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 252

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 317

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 231

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 113

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206