Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башлыҡтар ниңә осрашты?
Ҡытай лидеры Си Цзиньпин етәкселегендәге делегацияның АҠШ-ҡа эш сәфәре, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһының 70-се ултырышы башланыуы, Владимир Путин менән Барак Обаманың осрашыуы уҙған арауыҡта иғтибар үҙәгендә булды.


Ҡытай АҠШ-ты уҙмаҫ, тимә

Үткән аҙнала Ҡытайҙан ҙур делегация эш сәфәре менән Америка Ҡушма Штаттарына килде. Республика рәйесе Си Цзиньпин 22 сентябрҙә үк АҠШ-та булһа ла, Барак Обама менән ике-өс көн үткәс кенә осрашты. Билдәле булыуынса, Ҡытай һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешә. Иҡтисади йәһәттән Японияны уҙып китеп, донъяла икенсе баҫҡысҡа үрмәләне. Шуға ла АҠШ, теләйме-теләмәйме, Ҡытай менән бәйләнеш тоторға мәжбүр. Былтыр ике ил араһындағы тауар әйләнеше 590 миллиард доллар булған. Ә үҙ-ара инвестиция һалыу күләме 120 миллиард долларға еткән. Был АҠШ менән Ҡытай араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙең һәйбәт булыуын күрһәтә.
Бизнес өлкәһендә эштәр ал да гөл, әммә сәйәсәттә фекер айырмалығы бар. АҠШ Ҡытайҙы Тибет һәм Тайвандә кеше хоҡуҡтарын һанға һуҡмауҙа ғәйепләй. Был дәүләттең Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендәге утрауҙарға дәғүә белдерә килеүе лә Америка етәкселегендә ризаһыҙлыҡ уята. Һуңғы осорҙа АҠШ Ҡытай хакерҙары һөжүменең йышайыуына ла зарлана. Ә Си Цзиньпин белдереүенсә, кибернетика өлкәһендәге шымсылыҡ һис кенә лә уларҙың дәүләт структуралары эше түгел. Шулай ҙа был өлкәлә тәртип урынлаштырыу кәрәклегенә баҫым яһаны.
Йәнә бер мөһим нәмәгә иғтибарҙы йүнәлтмәй булмай: ике ил араһында мөһим инфраструктура объекттарына һөжүм итмәү тураһында килешеү төҙөлмәгән. Был да мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә ниндәйҙер кәртә булып тора. Ә бына социаль-мәҙәни өлкәлә, белем биреүҙә хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Әле АҠШ-та Ҡытайҙан 270 мең студент белем алһа, Ҡытайҙа 20 мең Америка студенты ғилем туп­лай. Хәрби-техник өлкәлә лә бәйләнеш нығый. Уға 2013 йылда Си Цзиньпин менән Барак Обаманың Калифорнияла осрашыуынан һуң нигеҙ һалынғайны. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, былтыр АҠШ Ҡораллы Көстәренең “Тымыҡ океан ҡулсаһы” тигән шартлы исем аҫтында уҙғарған хәрби күнекмәләрендә тәү башлап Ҡытай хәрбиҙәре лә ҡатнашты.
Барак Обама менән Си Цзиньпиндың был осрашыуында, нисек кенә сәйер яңғырамаһын, климатты үҙгәрт­мәү, атмосфераны бысратмау мәсьәләһе тикшерелде. Был тема көнүҙәк, сөнки тәбиғәткә иң ҙур зыянды тап ошо ике ҡеүәтле дәүләт килтерә. Һөйләшеүҙә Ҡытай яғы 2017 йылға дәүләт программаһы әҙерләүе хаҡында белдерҙе. Уға ярашлы Пекин зарарлы газ сығарыуҙы дүрт тапҡырға кәметеү йөкләмәһен ала.
Ҡытай иҡтисади үҫеш йылдамлығын юғалтмаһа, киләсәктә АҠШ-ты уҙып китере көн кеүек асыҡ. Быны Америка етәкселеге яҡшы аңлай, шуға ла мөнәсәбәттәрҙе әле үк көйләү яғында.

Хрущевтың “батырлығы”н ҡабатламаһа ла...

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблея­һының 70-се ултырышы башланыр алдынан АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри һәм Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров осрашып һөйләште. Был сара Барак Обама менән Владимир Путиндың аралашыуына ниндәйҙер кимәлдә юл ярҙы, тематиканы билдәләне, тип әйтергә була.
27 сентябрҙә БМО-ның Генераль ассамблеяһы барышында тотороҡло үҫеш саммиты булды. Унда Рәсәйҙән сит ил эштәре министры Сергей Лавров сығыш яһаны. Саммитта ҡатнашыусылар 17 пункттан торған программа ҡабул итте. Уға ярашлы алдағы 15 йылда тормош шарттарын яҡшыртыу, фәҡирлекте бөтөрөү ҡаралған. Сергей Лавров сығышында ЕС илдәре етәкселәрен тәнҡитләп алырға ла онотманы. Заманында ошо уҡ трибунанан Никита Хрущевтың АҠШ етәкселегенә йоҙроҡ төйнәгәнен әле булһа ла ҡыҙыҡ итеп һөйләйҙәр. Лавров Хрущевҡа етке­реүен еткерә алманы, әммә тегеләрҙе уйланырға мәжбүр итте. Ул бер яҡлы санкцияларға ҡырҡа ҡаршы икәнлеген белдерҙе. Бындай алымдың тотороҡло үҫешкә ҡама­саулауын билдәләне. “Санкциялар урынына интеграция процестары үҫешергә тейеш”, – тине министр һәм Евразия иҡтисади союзын миҫал итеп килтерҙе.
Әйткәндәй, ЕАЭС составына ингән Белоруссия лидеры Александр Лукашенко, саммитта сығыш яһап, АҠШ һәм ЕС илдәре етәкселәрен тәнҡит утына тотто. Ә бына БМО-ның Генераль секретары Пан Ги Мун Александр Лукашенко менән әңгәмәһе барышында Белоруссияла кеше хоҡуҡтары мәсьәләһен тикшерҙе.

Һөҙөмтәһен көтөргә ҡала

Кисә БМО-ның Нью-Йорктағы штаб-фатирында Генераль ассамблеяның 70-се ултырышы асылды. Сараға 150-нән ашыу ил етәксеһе килде. Араларында Рәсәй Пре­зиденты Владимир Путин да бар. Дөйөм алғанда, халыҡ-ара йыйында туғыҙ меңдән ашыу делегат ҡатнашты, төрлө донъяуи мәсьәләләр тикшерелде.
Ултырыштан һуң Владимир Путин башта Япония премьер-министры Сэнзо Абэ, һуңынан АҠШ президенты Барак Обама менән эш осрашыуы уҙғарҙы. Америка башлығы менән һөйләшеүҙә Сүриәләге хәлдәр тикшерелде. Илебеҙ етәксеһе быға тиклем Сүриә президенты Бәшәр Әсәд режимын яҡлауы хаҡында белгертә килә ине. Был юлы ла ул үҙ позицияһында ныҡлы торҙо. Ысынлап та, Рәсәй халыҡ тарафынан законлы һайлап ҡуйылған власты яҡлай. Ә АҠШ һәм уның союздаштары, Сүриә оппози­цияһына ярҙам итәм тип, шул уҡ “Ислам дәүләте” боевиктарына ярҙам күрһәтә булып сыға. Быға тиклем улар үҙ хатаһын танырға теләмәне. Владимир Путин Барак Обама­ның күҙенә бәреп тигәндәй дөрөҫлөктө әйтте. Яҡын Көнсығыш илдәре һәм Төньяҡ Африка дәүләттәрендәге һуғыштар һөҙөмтәһендә миллионлаған ҡасаҡ бөгөн яҡшы тормош эҙләп Европа илдәренә ағыла. Был да бит – АҠШ алып барған хаталы сәйәсәттең эҙемтәһе. Әйткәндәй, Европа илдәре, ҡасаҡтарҙы ҡабул итмәҫкә теләп, үҙ-ара талашып та бөттө.
Владимир Путин Барак Обама менән аралашыуы барышында Украиналағы хәлдәрҙе лә тикшерҙе. 2 октябрҙә “Норманд форматы” (Рәсәй, Украина, Германия, Франция) буйынса осрашыу уҙырға тейеш. Ҡайһылай ғына булма­һын, сара эҙһеҙ үтмәйәсәк, уның һөҙөмтәһе булыр тип ышанғы килә. Барак Обама менән Владимир Путиндың аралашыуы ла ҙур сәйәси ваҡиға булып тора.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 322

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 310

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 238

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 300

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188