Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һиллеккә ынтылыш һиҙелмәй
Мысыр президенты Әбдел Фәттәх ас-Сисиҙың Мәскәүгә ике көнлөк эш сәфәре, Японияның Ҡытай менән мөнәсәбәтен яйларға ынтылыуы һәм башҡа ваҡиғалар үткән арауыҡта иғтибар үҙәгендә булды.


Мысыр менән мөнәсәбәт көйләнә

Илебеҙгә Мысыр президенты Әбдел Фәттәх ас-Сиси эш сәфәре менән килеп ҡайтты. Ул “МАКС-2015” халыҡ-ара хәрби техника күргәҙмәһендә ҡатнашырға ла өлгөрҙө. Владимир Путин менән осрашыуы барышында ике ил араһындағы хеҙмәттәшлек тикшерелде. Билдәле булыуынса, Мысырҙа “ҡыҙғылт-һары революция” һөҙөмтәһендә илгә оҙаҡ йылдар идара иткән Хөсни Мөбәрәк етәкселектән алып ташланып, хөкөмгә тарттырылғандан һуң власҡа радикаль ҡарашлы кешеләр килде. Шул сәбәпле илебеҙҙең Мысыр менән араһы боҙолоп торҙо. Ә Әбдел Фәттәх ас-Сиси ил етәксеһе итеп һайланыу менән Владимир Путин уға ҡотлау телеграммаһы ебәреп, власҡа килеүен хуплап ҡаршы алды. Был башлыҡтың алдан күрә белеүсәнлеге хаҡында һөйләй. Донъя йәмәғәтселеге Әбдел Фәттәх ас-Сисиҙың законлы һайланыуын танығандан һуң АҠШ был ил менән мөнәсәбәттәрҙе яйларға ынтылды. Тик бер аҙ һуңланы – Путин өлгөрөрәк шул.
Мысыр менән мөнәсәбәтте яҡшыртыу илебеҙ өсөн мөһим стратегик әһәмиәткә эйә, сөнки был дәүләттең ғәрәп илдәре араһында абруйы ҙур. Ә был төбәк бөгөн тыныс түгел. Яҡын Көнсығышта “Ислам дәүләте” боевиктары эш итә. Улар әленән-әле төрлө илдәрҙә теракт ҡылып, халыҡ араһында ҡурҡыу той­ғоһо тыуҙырырға тырыша. “Ислам дәүләте” төркөмө вәкилдәре Мысырҙа ла бар. Хөсни Мөбәрәкте властан ситләтеүҙә боевиктарға ярҙам күрһәтеп, АҠШ етди хаталанды. Ул саҡта илдә тыныслыҡ хөкөм һөрә ине. Әбдел Фәттәх ас-Сисиға бында һиллек урынлаштырыу еңелдән булмаясаҡ. Ул ҡорал һатып алыуҙа илебеҙҙең ярҙамына өмөт итә лә инде. “МАКС-2015” халыҡ-ара хәрби техника күр­гәҙмәһендә маҡсатына бер ни тиклем өлгәште тип әйтергә мөмкин. Унда байтаҡ мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: был күргәҙмәгә Яҡын Көнсығыш илдәре етәк­селегенән байтаҡ кеше килде. Араларында Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре баш командующийы урынбаҫары Абу-Даби, Иордания короле Абдулла II булыуы айырыуса мөһим. Иран, Сүриә кеүек илдәрҙең вәкилдәре лә ҡатнашты. Ғөмүмән, был халыҡ-ара күргәҙмә донъя йә­мәғәтселегендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм донъяла илебеҙҙең абруйын йәнә күтәрҙе. Мөһим документтарға ҡул ҡуйылыуы иһә артабанғы хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә юл аса.

Етмеш йыл уҙһа ла...

Иртәгә Икенсе Бөтә донъя һуғышы та­мам­ла­ныуҙың 70 йыллығын киң билдәләү күҙ­ал­лана. Мәғлүм булыуынса, һуғыш Япония ерендә тамамланған. Шулай булыуға ҡара­маҫтан, был дәүләт һаман да Рәсәй менән тыныслыҡ килешеүе төҙөшмәгән. Мәсьәләнең үҙ сәбәптәре бар, ул бәхәсле биләмәләргә ҡайтып ҡала.
Японияның илебеҙ менән тыныслыҡ ха­ҡын­да килешеүе тағы ла билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем кисектерелде. Быға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың Курил утрауҙарына эш сәфәре лә ҡамасаулыҡ итмәй ҡалманы. Унан килеп, Япония Хөкүмәте лә тыныслыҡты боҙорға ынтыла кеүек. Хәрби көс ҡулланыу хаҡында яңы закон ҡабул итеүҙәре шул хаҡта һөйләй.
Ә бына Ҡытай менән Япония араһындағы мөнәсәбәтте көйләүгә табан ниндәйҙер аҙым эшләнде тип әйтергә мөмкин. Был ике ил иҡ­ти­садта ғына түгел, хәрби ҡеүәт буйынса ла рәс­ми иғлан ителмәгән ярыш алып бара. Иҡ­тисади үҫеш йәһәтенән Ҡытай Японияны уҙып китеп, донъяла икенсе баҫҡысҡа күтә­рел­де. Хәрби ҡеүәт буйынса ла уның өҫтөнлөгө күҙгә бәрелеп тора. Шуға ла Японияның ҡе­үәт­ле Ҡытай менән мөнәсәбәтен яйларға ынтылыуы аңлашыла. Юғиһә уныһы бер ҡоторонһа, Японияны АҠШ ҡына ҡотҡарып ҡала алмаясаҡ. Үҙҙәре был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай булһа кәрәк. Шулай булмаһа, түбәнселек кеүек иҫәпләнгән аҙымға бармаҫтар ине.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: 2012 йылға тиклем Япония Ҡытайға матди ярҙам күрһәтеп килде. Утрауҙар буйынса бәхәс баш­лан­ғас ҡына был туҡтатылды. Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамланыуҙың 70 йыллығы ал­дынан ике илдең бер ни тиклем аңлашыу табыуы һөйөндөрһә лә, халыҡ-ара хәлдең үтә лә ҡатмарлы булыуы көйөндөрә. Японияның, тарихтан һабаҡ алмайынса, яңынан ҡорал­ланыуға ынтылыуы үтә лә хәүефкә һала. Бөгөн Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланыуға 76 йыл булһа, иртәгә ҡан ҡойғос ваҡиғаның тамамланыуына 70 йыл тула. Ошо айҡанлы донъяла, шул иҫәптән илебеҙҙә төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған. Уларҙың барыһы ла тыныслыҡты һаҡлауға ҡоролған.
Эйе, һуғыш тамамланыуға 70 йыл уҙып кит­һә лә, донъя тыныс түгел. Украинала, Яҡын Көн­сығышта барған бәрелештәр айырыуса ха­фаға һала. Ярай әле ике Корея ярашып ҡуйҙы. Ә Украина президенты Петр Порошенко уҙған аҙнала Көнбайыш Европа илдәре етәкселәрен Рәсәйгә берлектә ҡаршы тороуға саҡырып сы­ғыш яһаны. Был үҙе үк һуғышҡа әйҙәүгә бә­рә­бәр. Хәйер, үҙ халҡын ҡырған президенттың яу­ға өндәүенә аптырарға лә кәрәкмәйҙер. Ҡулы ҡан­ға буялған Барак Обама тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы алған дәүерҙә йәшәйбеҙ бит.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 287

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 320

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 341

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 252

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 317

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 231

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 113

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206