Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аҡса һуғышы” башлана
Куба менән АҠШ араһында дипломатик мөнәсәбәт урынлаштырылыуы, Грециялағы көрсөктөң әкренләп хәл ителеүе, Ҡытай аҡсаһының осһоҙланыуы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Вашингтон менән
Гавана “яҡынайҙы”


Үткән аҙнала Кубаға рәсми эш сәфәре менән АҠШ-тың дәүләт секретары Джон Керри килде. Ул үҙ иленең һуңғы 70 йылда ошо ерҙәргә аяҡ баҫҡан тәүге юғары вазифалы кешеһе булып тарихҡа инеп ҡалыр, моғайын. Быға тиклем ике күрше дәүләт эт менән бесәй кеүек йәшәне. Сәйәси ҡоролоштары ла ҡапма-ҡаршылыҡлы ине. СССР тарҡалғандан һуң “Азатлыҡ утрауы”нда үҙгәрештәр булманы түгел, шуға ла ил башлығы Рауль Кастро ут күршеһе менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау яғында торҙо. АҠШ етәкселәре лә быға ҡаршы булманы, һәм Куба менән мөнәсәбәттәрҙе яйлауҙы Барак Обама хакимиәтенең тышҡы сәйәсәттәге ҙур еңеүе тип һанарға мөмкин. Кисәге дошманыңды үҙ яғыңа ауҙарыуға өлгәшеү өсөн ике яҡтан да ҙур тырышлыҡ талап ителде. Атап әйткәндә, быйыл 20 июлдә Кубаның сит ил эштәре министры Бруно Родригес Вашингтонда әлеге лә баяғы Джон Керри менән осрашҡайны. Шул саҡта Вашингтонда ярты быуаттан ашыу ваҡыт уҙғандан һуң йәнә Куба илселеге асылды.
Илселектәрҙең тергеҙелеүе ике яҡ өсөн дә яҡшы. Иҡтисади йәһәттән артта ҡалған Кубаға файҙаһы күберәктер ҙә әле, сөнки дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырылыу менән бәйле АҠШ әкренләп иҡтисади сикләүҙәрҙе бөтөрөр тип көтөлә. Тимәк, киләсәктә был илгә АҠШ инвестициялары йәлеп ителә башлауы бар.
Куба етәкселәре белдереүенсә, АҠШ менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау һис кенә лә Рәсәй менән араны өҙөүҙе аңлатмай. Улар Латин Америкаһында әүәлгесә Рәсәйҙең төп терәге булып ҡаласаҡ.
Үҙгәртеп ҡороу ғына ҡотҡарырмы?

Греция дефолттан ҡотолғандан һуң үҙ иҡтисадын упҡындан йолоп ҡалыуға тағы ла бер аҙым эшләне. Үткән аҙнала Евротөркөм унда 13 миллиард евро күләмендәге тәүге ярҙамды ебәреүгә бәйле ҡарар сығарҙы. Был аҡсаны алыу өсөн Греция парламентына 50 миллиард долларлыҡ дәүләт облигацияларын айырым фондҡа күсереү тураһында ҡарар ҡабул итергә тура килде. Был фондҡа Еврокомиссия идара итәсәк һәм Грецияның дәүләт активы Халыҡ-ара валюта фондына түләүгә гарантия өсөн аманат булып торасаҡ. Халыҡ-ара валюта фондының, Европа Үҙәк банкының һәм Еврокомиссияның талабы шундай булды, һәм Грецияның быға күнмәҫлек сараһы ҡалманы.
Шулай итеп, 2010 йылдан башлап Грецияға ҡарата өсөнсө тапҡыр ярҙам программаһы ҡабул ителә. 14 августа был илдең парламенты өҫтәмә транш алыу өсөн яңы сикләүҙәр ҡабул итеүгә лә риза булды. Барлығы 85 миллиард евро күләмендә ярҙам алыу өсөн газ баҙарында, һалым һалыу, пенсия түләү өлкәләрендә һәм башҡа тармаҡтарҙа реформалар уҙғарыуға ризалыҡ бирергә тура килде уларға. Шулай итеп, Алексис Ципрас хөкүмәтенә, теләйме, теләмәйме, рәсми Брюссель талабына күнеүҙән башҡа юл ҡалманы. Ә бына реформалар һөҙөмтәһендә билдәрен көндән-көн ҡыҫыбыраҡ быуырға мәжбүр булған гректар быға түҙерме? Референдум һөҙөмтәләрен инҡар иткәне өсөн Алексис Ципрасты хыянатсылыҡта ғәйепләүҙәре лә ихтимал. Астың асыуы яман, тип белмәй әйтмәгәндәр бит.
Еврокомиссиянан ошондай ярҙам алһа ла, Греция иҡтисадының тиҙ арала күтәрелеп китеүе бик икеле. Билдәле булыуынса, уларға 2010, 2012 йылдарҙа ғына 320 миллиард евро бирҙеләр, был аҡсаның күп өлөшө электән йыйылып килгән бурыстарҙы ҡаплауға китеп бөттө. Үтескә алғандарын тотошлайы менән “онотмай” тороп, мандып китә алмаҫтарҙыр. Тик төп ярҙамсы Германия быға ҡаршы. Ул әлеге бурысты нисек тә ҡайтарып алыу яғында.
Юань
“ирекле йөҙөүгә”
ебәрелә


Донъя иҡтисадында көтөлмәгән хәлдәр тыуып ҡына тора – сираттағыһы Ҡытай аҡсаһына бәйле. Юань быға тиклем тотороҡло валюта иҫәпләнде, сөнки уны Ҡытай Халыҡ банкы үҙ контролендә тотоп килде, донъя баҙарында “ирекле йөҙөргә” ирек бирмәне. Бер яҡтан, был Ҡытай иҡтисадының тотороҡло икәнлеген күрһәтеү өсөн эшләнде. Ә бына үткән аҙнала өс көн рәттән юань осһоҙланды.
Өс көн һуҙымында барлығы 4,7 процентҡа төшөүенә ҡарамаҫтан, донъя йәмәғәтселегендә юань курсы ҙур шау-шыу тыуҙырҙы, Ҡытайҙы “аҡса һуғышы”н башлауҙа ғәйепләп тә өлгөрҙөләр. Рәсәй кешеһе өсөн иһә ватан валютаһының 4,7 процентҡа осһоҙланыуы көлкө кеүек кенә күренә.
“Ни өсөн юанде “ирекле йөҙөүгә” сығарырға ниәтләнәләр һуң?” тигән урынлы һорау тыуыуы ихтимал. Дөрөҫ, һәр ил үҙ аҡсаһының осһоҙораҡ булыуын теләй. Был аңлашыла ла – ундай хәлдә тышҡы баҙарҙа тауарың шул тиклем яҡшыраҡ һатыла. Ә тауарға ихтыяж ҙурыраҡ икән, иҡтисади үҫеш тә тиҙерәк бара.
Ҡытай иҡтисады юань сағыштырмаса ҡиммәт торғанда ла йылдам үҫеште, хәйер, Пекин өсөн үҙ аҡсаһын осһоҙландырыуҙың кәрәге юҡ ине. Тимәк, әле Ҡытай иҡтисады ауырлыҡтар кисерә, һәм шуға ла Ҡытай Халыҡ банкы юандең курсын иреккә ебәрергә булғандыр, тип фаразларға мөмкин.
Бының “Аҡса һуғышы”ның башы ғына булыуы ихтимал. Сентябрҙә долларҙың йәнә нығыныуы, ә юандең осһоҙланыуы көтөлә. Ҡытай валютаһы донъя баҙарындағы ысын хаҡ менән йөрөй башлаһа, яһалма ҡиммәтләндерелмәһә, йәғни “бәйҙән ысҡындырылһа”, долларға, ысынлап та, ныҡлы дәғүәсе барлыҡҡа киләсәк.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 310

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 238

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188