Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Күҙәтеүсе” дәүләттәр кемдәр?
“Күҙәтеүсе” дәүләттәр кемдәр?Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы (ШОС) — даими эш итеүсе халыҡ-ара төбәк берекмәһе. Уның ағзалары — Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Тажикстан һәм Үзбәкстан. Ә Афғанстан, Һиндостан, Иран, Монголия һәм Пакистан күҙәтеүсе статусына эйә.
Белоруссия, Төркиә һәм Шри-Ланка — “аралашыу буйынса партнер”. Бөгөн гәзит уҡыусыларыбыҙҙы Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының “күҙәтеүсе” дәүләттәре менән (Һиндостандан башҡа, был ил тураһында мәғлүмәт баҫмабыҙҙың үткән һандарының береһендә донъя күргәйне) яҡындан таныштырмаҡсыбыҙ.

ИРАН

Майҙаны: 1 648 000 квадрат километр
Халҡы: 80 840 513 кеше
Баш ҡалаһы: Тегеран
Иң эре ҡалалар: Тегеран, Шираз, Тебриз, Ахваз, Исфахан, Кередж, Мешхед
Эске тулайым продукт: 1,010 триллион доллар.

Иран Ислам Республикаһы — Азияның көньяҡ-көнбайышындағы дәүләт. Баш ҡалаһы — Тегеран.

“Күҙәтеүсе” дәүләттәр кемдәр?Боронғо яҙмаларға ҡарағанда, Ирандың тарихына биш мең йыл элек үк нигеҙ һалынған. Донъяла тәүге дәүләт булараҡ, беҙҙең эраға тиклемге 5 меңенсе йылда Хузестанда төҙөлә ул. Зороастризм динендә була. XVI быуатта Ислам ҡабул ителә.
1950 — 1990 йылдарҙа ил демографик күтәрелеш кисерә. 1979 йылдан алып 2006 йылғаса Иран халҡы 70 миллион кешегә етә. Тик 90-сы йылдарҙа тыуым һиҙелерлек кәмей. Бөгөн уның дөйөм коэффициенты — 1,87, был — бик түбән күрһәткес. Кәмендә 2,15 булыуы шарт. Халыҡтың 61 процент өлөшөн йәштәр тәшкил итә. Белемлелек кимәле — 84 процент. Иран халҡының 89 проценты — мосолман.
Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, сит мәмләкәттәрҙә дүрт миллион иран кешеһе йәшәй. Уларҙың күбеһе 1979 йылғы Ислам инҡилабынан һуң Австралияға, Төньяҡ Америкаға һәм Европаға күсенгән.
“Күҙәтеүсе” дәүләттәр кемдәр?Иран конституцияһы, милләтенә һәм ниндәй дин тотоуына ҡарамайынса, һәр гражданына социаль яҡлау гарантиялай: пенсия, эшһеҙлек һәм ғәриплек буйынса пособие, медицина страховкаһы. Мәғариф һәм медицина хеҙмәттәре лә бушлай күрһәтелә. Йән башына йыллыҡ килем — 2700 доллар. Халыҡтың 18 проценты хәйерселек сигендә көн күрә.
Иран Азия ҡитғаһында эре иҡтисади дәүләт һанала. Ул Ҡытайҙан, Япониянан, Һиндостандан, Төркиәнән, Индонезиянан һәм Көньяҡ Кореянан ғына ҡалыша.
Нефть сәнәғәте үҫешкән индустриаль дәүләт. Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы предприятиелары бар. Күмер, тәбиғи газ һәм баҡыр, тимер, марганец, ҡурғаш, цинк рудалары сығарыу алға киткән. Машина төҙөлөшө, металл эшкәртеү, шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм туҡыма етештереү, келәм һәм метиздар эшләү тармағы әүҙемләшкән.
“Күҙәтеүсе” дәүләттәр кемдәр?Ауыл хужалығы ла арыу уҡ килем килтерә. Бойҙай, арпа, дөгө, ҡуҙаҡлылар, мамыҡ, шәкәр сөгөлдөрө, шәкәр ҡамышы, тәмәке, сәй, сәтләүек, фисташка үҫтерәләр. Малсылыҡта һарыҡ, кәзә, дөйә һәм һыйыр малы үрсетелә. Был яҡтарҙа буш сәсеүлектәр юҡ тиерлек — йыл да 7,5 миллион гектар ер эшкәртелә.
Бюджет килеменең 45 проценты нефткә һәм газға тура килә.
Экспорттың төп тауарҙары: нефть һәм нефть эшкәртмәләре, металл мәғдәндәре, емеш-еләк һәм сәтләүектәр, келәмдәр.
Төп һатып алыусы илдәр: Ҡытай, Һиндостан, Көньяҡ Корея, Төркиә, Италия.
Импорттың төп тауарҙары: ауыр машина төҙөлөшө продукцияһы һәм химия сәнәғәте, автомобилдәр, тимер, ҡорос, тәбиғи сеймал, аҙыҡ-түлек, ҡулланыу тауарҙары, текстиль, ҡағыҙ.
Иранға һатыусы илдәр — Ҡытай, Германия, Көньяҡ Корея, Италия, Франция, Рәсәй.

ПАКИСТАН

Майҙаны: 803 940 квадрат километр

Халҡы: 183 209 612 кеше


Баш ҡалаһы: Исламабад


Иң эре ҡалалар: Карачи, Фейсалабад, Лахор


“Күҙәтеүсе” дәүләттәр кемдәр?Пакистан Ислам Республикаһында төп милләт вәкилдәре — пенджабтар, пуштундар, синдхтар.
Дәүләт теле урду һаналһа ла, башлыса инглиз телендә аралашалар. Урындағы халыҡтың 97 проценты — мосолман. Әйткәндәй, Пакистан был йәһәттән Индонезиянан ғына ҡалыша.

Пакистан — индустриаль-аграр ил. Эске тулайым продукттың 25,8 проценты — сәнәғәткә, 20,9 проценты ауыл хужалығына тура килә. Был яҡтарҙа туҡыу, аш-һыу, химия, цемент етештереү, ҡорос иретеү, газ һәм нефть эшкәртеү тармағы әүҙем үҫешкән. Айырыу­са туҡыу сәнәғәте айырым иғтибарға лайыҡ. Ғөмүмән, был тармаҡҡа Пакистанда элек-электән иғтибар көслө. Шуға күрһәткестәр ҙә юғары — туҡыу һәм тегеү сәнәғәте экспорттың өстән ике өлөшөн биләй.
“Күҙәтеүсе” дәүләттәр кемдәр?Файҙалы ҡаҙылмаларға килгәндә, нефть, газ, ташкүмер, ҡара һәм төҫлө тимер мәғдәне — Пакистандың бөгөнгөһө һәм киләсәге. Тәбиғи газ был яҡтарҙа 1952 йылда ғына табыла, әммә һуңынан уның Синд һәм Пенджаб ҡалаларында булыуы ла асыҡлана. Һуңғы йылдарҙа төбәктә ете урында нефть ятҡылығы барлығы асыҡланыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Белгестәр был яҡтарҙағы нефть запасын 300 миллион баррель менән баһалай. Башҡа файҙалы ҡаҙылмаларға килгәндә, күмер, мәғдән, тоҙ, эзбизташ, көкөрт, уран, фосфорит, барит, ҡиммәтле таштар ҙа сығаралар.
Бай төбәк, һүҙ ҙә юҡ, әммә йәшәү кимәле бик түбән. Урындағы халыҡтың 30 проценты фәҡирлектә көн күрә. Эшһеҙлек кимәле — 5,6 процент. Күптәр Америка, Бөйөк Британия тарафтарына барып аҡса эшләй. Пакистанды белемле ил тип тә әйтеп булмай. Бында мәғариф тармағы ныҡ аҡһай. Мәктәп йәшендәге балаларҙың 63 проценты ғына башланғыс белемгә эйә. Әлбиттә, был мәктәптәр, уҡыу йорттары юҡ тигәнде аңлатмай. Башҡа төбәктәрҙәге ише һайлап, күңелеңә ятҡанында белем алырға ла мөмкин. Теләк кенә булһын.
Медицина тармағында ла ошо уҡ хәл күҙәтелә. Түләүле, түләүһеҙ медицина учреждениелары эшләһә лә, халыҡтың күпселегенең тәүгеһенә барыу мөмкинлеге юҡ. Ә ябай медицина учреждениеларында иһә табиптар етешмәй, заманса ҡоролмалар, дарыуҙар, дауалау алымдары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.

МОНГОЛИЯ

Майҙаны: 1 564 115,75 квадрат километр
Халҡы: 3 000 000 кеше
Баш ҡалаһы: Улан-Батор
Иң эре ҡалалар: Эрдэнэт, Дархан, Улан-Батор
Эске тулайым продукт: 15,275 миллиард доллар



Монгол Халыҡ Республикаһы — Үҙәк Азиялағы төбәк.
Баш ҡалаһы — Улан-Батор. Төньяҡлап Рәсәй менән сиктәш.
Административ йәһәттән республика баш ҡалаға һәм
21 аймаҡҡа бүленә.

“Күҙәтеүсе” дәүләттәр кемдәр?Монголия – төрлө ресурстарға бай республика, шуға күрә иҡтисади күрһәткестәре лә яҡшы. Әйтәйек, 2008 йылда халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге буйынса эске тулайым продукт паритеты 9,48 миллиард доллар тәшкил иткән. Ә 2011 йылда эске тулайым продукт 17,3 процентҡа еткән. Тышҡы тауар әйләнеше 4 миллиард доллар, шул уҡ ваҡытта экспорт — 1,9 миллиард доллар, импорт — 2,1 миллиард доллар.
Монголияның иҡтисади нигеҙен башлыса ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу һәм малсылыҡ тармағы билдәләй. Шуға ла урындағы халыҡтың күпселек өлөшө ауыл хужалығында, малсылыҡ тармағында, тау-ҡаҙылма сәнәғәтендә мәшғүл. Эшһеҙлек кимәле — 6,7 процент.
Илдең сәнәғәт етештереүсәнлегенә килгәндә, төп урында баҡыр, күмер, молибден, аҡ ҡурғаш, вольфрам һәм алтын тора. Монголияла һоро күмерҙең генә дүрт ятҡылығы бар (Налайха, Шарынгол, Дархан, Баганур). Илдең көньяғында тағы бер ятҡылыҡ барлығы билдәле. Бында һоро күмерҙең геологик запасы миллиард тонна менән иҫәпләнә.
Экспорттың төп тауарҙары: баҡыр, молибден концентраты, флюорит, йөн, күн.
Импорттың төп тауарҙары: нефть продукттары, сәнәғәт ҡоролмалары, электр техникаһы, көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар.
Монголияның төп сауҙа партнерҙары — Ҡытай менән Рәсәй. Төбәктең иҡтисади үҫеше башлыса ошо илдәргә бәйләнгән дә инде. Мәҫәлән, 2006 йылда экспорттың 68, 4 проценты Ҡытайға тура килгән, шул уҡ ваҡытта импорт 29,8 процент дәүмәлендә туҡтап ҡалған. Рәсәй менән дә был төбәкте тығыҙ хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй.
“Күҙәтеүсе” дәүләттәр кемдәр?Монголия, мәҫәлән, нефть продукттарының яҡынса 95 процентын Рәсәйҙән һатып ала, электрҙың да күп кенә өлөшө беҙҙең илгә тура килә. Ғөмүмән, Монголия “күп векторлы” сәйәсәт яҡлы, “комплекслы өсөнсө күрше” стратегик партнерлыҡ принцибын һайлауы ла ошонан килә. Төбәк Америка, Япония, Корея Республикаһы менән дә бәйләнеш булдырған.
Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының “күҙәтеүсе” дәүләттәре исемлегенә иһә Монголия 2004 йылда ҡабул ителә.




АФҒАНСТАН

Афғанстан Ислам Республикаһы — күп милләтле дәүләт. Бында пуштуны ла, үзбәге лә, төркмәне лә йәшәй. Иң ҡыҙығы шул: уларҙың һәр ҡайһыһы үҙен афған тип йөрөтөргә хоҡуҡлы. Иң ҙур этник төркөмгә пуштундар ҡарай, улар урындағы халыҡтың яҡынса 44 процентын тәшкил итә.


Майҙаны: 652 864 квадрат километр

Халҡы: 31 108 077 кеше

Баш ҡалаһы: Ҡабул

Иң эре ҡалалар: Герат, Мазари-Шариф, Ҡабул, Кандагар

“Күҙәтеүсе” дәүләттәр кемдәр?Афғанстан — донъялағы иң фәҡир илдәрҙең береһе. Ул күп йәһәттән ситтән ярҙамға мохтаж. 2009 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йән башына эске тулайым продукт өлөшө 800 доллар тура килә. Халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге паритеты буйынса иһә Афғанстан донъяла 219-сы урында ғына килә.
Халыҡ башлыса ауыл хужалығында тир түгә. Сәнәғәттә, хеҙмәтләндереү тармағында эшләгәндәр ҙә бар, тик ундайҙар бик аҙ. Илдә эшһеҙлек кимәле — 35 процент. Бындай хәлде тәү сиратта тиҫтәләрсә йылдарға һуҙылған һуғыштар, болалар, төрлө сыуалыштар һәм, әлбиттә, сәйәси тотороҡһоҙлоҡ менән аңлатырға кәрәк. Миҫал өсөн мәғариф тармағын ғына алып ҡарайыҡ. Бөгөн илдә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың 42 проценты бөтөнләй уҡый-яҙа белмәй. Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа ниндәйҙер алға китеш бар. Хөкүмәттең ҡарарына ярашлы, тиҫтәләрсә мәктәп төҙөлгән, балалар уҡырға ҡабул ителгән, ҡатын-ҡыҙҙарға уҡытыусы булып эшләргә рөхсәт ителгән. Әммә былар ғына аҙ.
“Күҙәтеүсе” дәүләттәр кемдәр?Был яҡтар файҙалы ҡаҙылмаларға ла бай. Тик, ятҡылыҡтарҙың таулы райондарҙа урынлашыуы сәбәпле, уларҙы сығарыу, эшкәртеү ҙур сығым талап итә.
Экспорттың төп тауарҙары: емеш-еләк, сәтләүек, келәм, йөн, ҡиммәтле таштар.
Импорттың төп тауарҙары: сәнәғәт тауарҙары, аҙыҡ-түлек, туҡыма, нефть һәм нефть продукттары.
Афғанстан башлыса Пакистан, Америка, Германия, Индия, Таджикистан, Нидерландтар менән хеҙмәттәшлек итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 309

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 237

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188