Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Константин Толкачев: “Төп бурысыбыҙ – депутат эшмәкәрлеген йоғонтоло итеү”
Константин Толкачев: “Төп бурысыбыҙ – депутат эшмәкәрлеген йоғонтоло итеү”Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы яҙғы сессияһы тамамланды. Уның Рәйесе Константин ТОЛКАЧЕВ парламенттың йылдың тәүге яртыһындағы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.

– Константин Борисович, был сессия осоронда рес­публиканың хоҡуҡи майҙаны ниндәй ярҙам алды? Һеҙҙең иғтибарҙы нимәләр нығыраҡ йәлеп итте?
– Статистика күрһәткестәренән башлаһаҡ, яҙғы сессияла 92 закон проекты ҡаралды, шуларҙың 77-һе аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул ителде. Улар араһында түбәндәгеләрҙе айырып билдәләр инем. Эшҡыуарҙарға байтаҡ ҡына төр шөғөлдәр буйынса 2017 йылға саҡлы һалым каникулы иғлан ителде, был иһә үҙ эшен асырға теләгән граждандар өсөн – өҫтәмә дәртләндереү һәм ярҙам. Республикала аҙ алкоголле тонуслы эсемлектәрҙе ваҡлап һатыу тулыһынса тыйылды. Улар үҫмерҙәр араһында киң таралған. Энергетик эсемлектәрҙе алкоголь менән бергә ҡулланыу үтә хәүефле: улар алкоголдең ағыулау йоғонтоһон көсәйтә, һөҙөмтәлә яман ғәҙәттең артабан ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
“Башҡортостан Республикаһында халыҡты социаль хеҙмәтләндереү тураһында”ғы Баш­ҡортостан Республикаһы Законына индерелгән үҙгәрештәр тураһында ла әйтмәй булмай. Ул 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың һәм инвалидтарҙың йортона килеп бушлай социаль хеҙмәтләндереүгә хоҡуғын күҙ уңында тота.
Дөйөм алғанда, бер закон тураһында һөй­ләп, икенселәрен онотоу ҙа дөрөҫ булмаҫ ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы мөһим, сөнки билдәле бер проблеманы хәл итеү мөмкинлеген тыуҙыра.
– Уҙған сессия, закондар ижад итеүҙән тыш, тағы ла ниндәй саралары менән хәтерҙә ҡаласаҡ?
– Улар араһында иң иҫтәлеклеһе – Бөйөк Ва­тан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы. Депутаттар ошо ваҡиға айҡанлы үткәрелгән сараларҙа бик әүҙем ҡатнашты, үҙ округтарында йөҙҙәрсә тантанала булды. Улар, тәбиғи, тәү сиратта вете­ран­дарға, тыл хеҙмәтсәндәренә арналғайны. Ве­терандарға бүләк тараттылар, сәй табындары ойошторолдо, көнкүрештәрендә ярҙам күрһәтелде.
Киңерәк ҡоласлы акцияларҙы ла билдәләп үтергә кәрәк. Мәҫәлән, Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы президенты, Республика адвокаттар коллегияһы президиумы рәйесе Булат Йомаҙиловтың башланғысы менән май айында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарға, шулай уҡ локаль һуғыш яугирҙәренә һәм Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтелде. Депутаттар Рифҡәт Гарданов менән Айҙар Ғәлимов үҙҙәренең һайлау округтарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға обелисктар асырға ярҙам итте. Депутат Александр Дёгтев республиканың II – XI класс уҡыусылары өсөн “Мин – Бөйөк илдең гражданы” исемле патриотик мәғариф проектын тормошҡа ашырһа, депутат Эльвира Айытҡолова республикала “Быуындар йөрәгендәге хәтер һәм ғорурлыҡ” федераль патриотик проектына етәкселек итә.

(Аҙағы 3-сө биттә).“Депутаттарҙың изге эш марафоны”на ярашлы, Дәүләт Йыйылышының башланғысы һәм әүҙем ҡатнашлығы менән район һәм ҡала ветеран ойошмаларына, ҡарттар йорттарына, шулай уҡ балалар йорттарына һәм социаль приюттарға “Китап” нәшриәтенең Бөйөк Ватан һуғышына арналған ун бер китаптан торған коллекцияһы бүләк ителде. Уға өс телдәге әҙәби әҫәрҙәр индерелгәйне. Күпселеге яугир авторҙарҙың (Мос­тай Кәрим, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев һәм башҡаларҙың) шәхси иҫтәлектәре нигеҙендә яҙылған. “Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” исемле китапта беҙҙең республикала ошо дәүерҙә булып уҙған ваҡиғаларҙың хронологияһы бирелгән. “Уларҙың батырлығы үлемһеҙ” тигән китап Архив эштәре буйынса идаралыҡтың тәфсирләп башҡарылған хеҙмәте нигеҙендә тыуа, унда Башҡортостанда тыуып үҫкән геройҙар тураһындағы мәғлүмәт аныҡлана. “Теремек, тоғро бул, үткер ҡарсыға!” китабы Башҡортостанда тыуған Советтар Союзы Геройы осоусы Ҡотдос Латиповтың шәхси иҫтәлек­тәренән тора.
Изге эштәр марафоны дауам итә. Пар­ламентарийҙар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә киләсәктә лә ярҙам күрһәтәсәк. Закон сығарыусылар шулай уҡ йәш­тәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә лә иғтибар йүнәлтә.
Юбилейға – республика парламен­ты­ның 20 йыллығына – килгәндә инде, беҙ уны ҡә­ҙимге эш шарттарында, йәғни тантаналар үт­кәр­мәй генә билдәләргә ҡарар иттек. Ошо осорҙа закондар сығарыу эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индергән ке­шеләрҙе бүләкләнек, үҙ көсөбөҙ менән фото­күргәҙмә ойошторҙоҡ, китап-брошюра баҫтырып сығарҙыҡ. Бынан тыш Дәүләт Йыйылышы депутаттары, ғалимдар, башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашлығында ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды.
– Яҙғы сессияла яңы эш форматына – һайлаусыларҙың наказдарын үтәүгә – башланғыс бирелде. Уның асылы нимәлә?
– Һәр депутат үҙенә мөрәжәғәт иткәндәрҙең йомошон хәл итергә тырыша. Ләкин корпу­сыбыҙ төрлө кешеләрҙән тора: ҙур пред­приятиеларҙың етәкселәре лә, эшҡыуарҙар ҙа, уҡытыусылар ҙа, мәҙәниәт йәки һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә... Шуға ярҙам итеү мөм­кинлеге лә төрлөсә. Был башланғыс иһә депутатҡа халыҡ күтәргән мәсьәләләрҙе уңыш­лыраҡ хәл итеү форсатын бирә. Һайлаусылар наказдарын үтәү өсөн республика ҡаҙнаһында 150 миллион һум аҡса ҡаралған да инде.
“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаттары һайлаусылар мөрәжәғәттәрен үтәү буйынса эшмәкәрлекте “Ысын эштәр” проектына ярашлы башҡарырға ҡарар итте. Әле округтарҙа барған йыйылыштарҙа халыҡ депутаттар һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре менән берлектә тәү сиратта ниндәй ҡырҡыу проблемаларҙы хәл итергә кәрәклеге тураһында фекер алыша.
Шуныһы мөһим: һайлаусыларҙың наказдарын иҫәпкә алыу һәм үтәү буйынса эш был йүнәлештәге элекке ҡарарҙарҙы юҡҡа сы­ғармай. Депутаттар хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүҙе, һайлаусылар ҡуйған мәсьә­ләләрҙең хәл ителешен юллауҙы дауам итә.
– Һеҙ Башҡортостан парламенты етәксеһе булып бер нисә саҡырылыш рәттән эшләй­һегеҙ. Хәҙерге депутаттар корпусына ниндәй баһа бирер инегеҙ, элекке быуындарҙан ул ни яғы менән айырыла?
– Дәүләт Йыйылышында бөгөн бишенсе са­ҡырылыш эшләй. Һәр состав элеккеләренән айырылып тора. Хәйер, илдәге һәм республикалағы тормош та үҙгәрә бара бит. Бынан алдағы саҡырылыш менән сағыштырғанда, депутаттар төркөмөнөң өстән ике өлөшкә яңырыуын беләһегеҙ. Элегерәк беҙҙә ике генә фракция – “Берҙәм Рәсәй” менән КПРФ булһа, хәҙер парламент составында алты сәйәси фирҡәнең вәкилдәре бар. “Берҙәм Рәсәй” фракцияһының күпселекте тәшкил итеүе уның өҫтөнлөккә эйә икәнлеген аңлатмай. Беҙ барыбыҙ ҙа, ниндәй фирҡәгә ҡараһаҡ та, парламенттың төп бурысын һәйбәт аңлайбыҙ, был – уның эшмәкәрлеген йоғонтоло итеү. Кешеләр тормошон яҡшыртыусы закондар ҡабул итергә кәрәк. Һис һүҙһеҙ, беҙҙә ҡайһы саҡ ҡараштар, күҙаллауҙар, ваҡиғаларға баһалар төрлөлөгө лә килеп сыға. Ләкин бөтә ҡаршылыҡтар ҙа эш тәртибендә, ыҙғышһыҙ, тойғоларға ирек бирмәйенсә генә хәл ителә.
Депутаттар араһында йәштәр, төрлө кимәл­дәге етәкселәр, мәҙәниәт, фән, мәғариф һәм медицина вәкилдәре бар, тигәйнек инде. Утыҙҙан ашыу парламентарий ғилми дәрәжәгә эйә. Һайланған барлыҡ депутаттар ҙа үҙҙәренең булдыҡлылығын, профессиональ өлкәлә йөкмәтелгән бурыстарҙы яуаплы хәл итә белеүен иҫбатланы. Уларҙың күбеһенең иңендә ҙур тормош һәм хужалыҡ, етәкселек һәм закондар ижад итеү тәжрибәһе ята.
– Дөйөм алғанда Рәсәй субъектының һәм, атап әйткәндә, Башҡортостан парламентына ниндәй үҙенсәлектәр хас? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, уның закондар сығарыу өлкә­һендәге белдеклелеген һәм вәкәләттәрен киңәйтергә кәрәкмәйме?
– Тормош даими үҙгәрә, яңы төшөнсәләр, үҫеш йүнәлештәре тыуып тора. Дәүләт Думаһы йыл һайын 400 – 500 закон акты ҡабул итә. Уларҙың һаны арта барасаҡ – донъя тәжрибәһе шуны раҫлай. Шуға күрә беҙгә был ысынбарлыҡты ҡабул итергә генә ҡала.
Ә бына федераль стандарттарға яраҡ­лашыуға йүнәлтелгән төбәк закондары һанын кәметергә мөмкин һәм кәрәк тә. Был эште, минеңсә, “Рәсәй субъекттарының хоҡуҡи статусы тураһында” закон ҡабул итеүҙән башлау зарур, ул ике кимәлдәге властың закон сығарыу вәкәләттәрен айырасаҡ. Хоҡуҡи майҙанды федераль һәм төбәк парламенттарының абсолют юрисдикцияһы бүлкәттәренә айырыу талап ителә. Ә хәҙергә республика депутаттары эшләгән закондарҙың яртыһы самаһы яңы ҡануниәт тыуҙырыуға түгел, ә элеккеләрен үҙгәртеүгә йүнәлтелә.
– 2013 йылдың июнендә дүртенсе саҡырылыш парламентының аҙаҡҡы ултырышында ҡабул ителгән закондар насар үтәлә, тип дәғүә белдерҙегеҙ һәм, башҡарма власть органдары менән тейешле мөнәсәбәт яйға һалынмай тороп, күп закондарҙың “йоҡосо” булып йәшәүе дауам итәсәгән билдәләнегеҙ. Шул замандан алып ике йыл үтте, был йүнәлештә үҙгәреш бармы?
– Закон буйынса ҡабул ителгән акттар ҡануниәттең үтәлешен тәьмин итә, был федераль кимәлдә лә шулай, Рәсәй төбәктәрендә лә. Элек закондың үҙ көсөнә инеп тә ғәмәлдә башҡарыла алмау осраҡтары йыш була ине, сөнки һәр төрлө ҡарарҙар, бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм инструкциялар әҙерләүгә байтаҡ ҡына ваҡыт талап ителә. Ғәмәлдә яңы законды ҡабул итеү йәки элеккеһен үҙгәртеү һәр саҡ уның кисекмәҫтән үтәлешенә килтермәй, уның хөкүмәткә, дәүләт власының айырым органына күрһәтмәне генә күҙ уңында тотоуы ла мөмкин. Һөҙөмтәлә закондың үҙен ҡабул итеү менән уның буйынса тейешле норматив документтар эшләү араһында ваҡытлыса бушлыҡ барлыҡҡа килә.
Тағы шуны билдәләр инем: был туралағы фекеремә ҡолаҡ һалдылар һәм, республика Башлығы биргән күрһәтмәгә ярашлы, закон проекты тикшерелгән мәлдә уның буйынса акттар ҙа эшләнә башлай.
Шуға күрә Башҡортостанда ҡануниәт өҫтөндә эшләгәндә закон сығарыусы хөкүмәткә тейешле норматив акттар проекттарын да индереүҙе иҫәпкә ала. Башҡарма власть органдары закондарҙы әҙерләгән ваҡытта уҡ был хаҡта мәғлүмәт ала һәм тейешле закон акттарын булдырыуға тотона.
Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә ҡабул ителгән республика закондарының үтәлә башлауы тиҙләтелде, акттарҙың һаны ла кәмене.
– Көҙгө сессияға республика парламента­рий­ҙары ниндәй бурыстар билдәләне? Йыл аҙағындағы эш алдағы сессияларҙағынан нимә менән айырыласаҡ?
– Көҙгө сессияла, ҡағиҙә булараҡ, яҡындағы өс йылға бюджетты туплау мәсьәләләре өҫтөнлөк итәсәк. Бүтән өлкәләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, әлбиттә. Дәүләт Йыйылышындағы һигеҙ комитеттың һәр береһенең аныҡ эш пландары бар. Һуңғы ултырышта яңы ҡануниәт өҫтөндәге эштең яҡынса программаһын раҫланыҡ, уға 52 закон проекты инә. Ләкин, тормош күрһәтеүенсә, эш барышында ул байтаҡҡа тулыланасаҡ.
– Мин матбуғат конференцияларының бе­ре­һендә: “Республика фәҡәт дәүләт кенә була ала”, – тип әйткәнегеҙҙе хәтерләйем. Баш­ҡорт­­остандың бөгөнгө дәүләт билдәләрен Һеҙ нисек баһалайһығыҙ, федераль идара итеү системаһында улар ниндәй урынды биләй?
– Был һорауға яуап республика Консти­ту­цияһының 1-се статьяһында тулыһынса бирелгән: унда әйтелгәнсә, “Башҡортостан Рес­публикаһы – Рәсәй Федерацияһы составындағы демократик хоҡуҡи дәүләт, барлыҡ күп милләтле халҡының ихтыярын һәм мәнфәғәттәрен сағылдыра. Республика үҙ дәүләт телдәренә, символикаһына, сиктәренә эйә”. Мин бында үҙемдән бер нәмә лә өҫтәмәйем, һорауға ентекле яуап биргән Конституция бар.
– Быйыл 19 майҙа Милләт-ара мөнәсә­бәт­тәр буйынса һәм Урыҫ теле буйынса совет­тарҙың берлектәге ултырышында сығыш яһап, Рәсәй Президенты В.В. Путин шулай тип билдәләгәйне: “Республикалар үҙ дәүләт телдәрен булдырырға һәм уларҙы дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары эшен­дә урыҫ теле менән бер рәттән фай­ҙа­ланырға хоҡуҡлы”. Ләкин Башҡорт­ос­тандағы федераль һәм республика дәүләт власы органдары структураһында, урындағы үҙидара хакимиәттәрендә башҡорт телен белгәндәр аҙая бара. Был хәл башҡортса баҫмаларҙың ошо ойошмалар менән хеҙмәттәшлеген ныҡ ҡатмарлаштыра. Бәлки, ошондай вазифа­ларға дәғүә итеүселәргә ике дәүләт телен дә белеү талабын ҡуйырға кәрәктер? Һәм, ғөмүмән, был турала нимә уйлайһығыҙ?
– Был мәсьәлә бер нисә тапҡыр тикшерелде, ләкин уны һеҙҙең тәҡдимгә ярашлы хәл итергә тырышыу суд ҡарарҙарына тура килмәй: граждандарҙың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткә эшкә алыныуына тиң хоҡуҡлылығы боҙолоу сәбәпле, был талапты судьялар мотлаҡ тип тапманы. Шулай ҙа туған телендә һөйләшеүсе халыҡ күпселекте тәшкил иткән төбәктәр өсөн ошондай талап маҡсатҡа ярашлы булып тора.
– Шул уҡ ултырышта Владимир Владимирович Рәсәй халыҡтары телдәрендәге баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларын яҡ­ларға кәрәклеген әйтте. Әммә респуб­ли­ка­быҙ­ҙың милли (йәғни урыҫ телендә бул­маған) баҫмалары ҡаҙнанан финанслап еткермәү, сығымдарҙы ныҡ кәметеү арҡа­һында үҙ эш­мәкәрлегендә ҙур ауырлыҡ кисерә. Милли баҫмаларға, белеүегеҙсә, реклама биреү­се­ләрҙе йәлеп итеү бик ауыр, сөнки эшлекле даирә вәкилдәренең күпселеге урыҫ телендә генә уҡый. Шулай булғас, милли киң мәғлү­мәт сараларына үҙҙәренә үҙҙәре аҡса табыу талабын ҡуйыу дөрөҫ булырмы? Хоҡуҡи күҙлектән Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?
– Беҙҙең илдә һәм республикала йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуға ярҙам итеүсе баҫмаларҙы дәүләт яҡларға тейеш тип иҫәпләйем. Был – беҙҙең ҡаҙаныш. Белем биреү, фән проекттары һәм башҡалар ҙа ярҙамға мохтаж.
Шул уҡ ваҡытта баҫмалар үҙҙәре лә заман менән бергә атларға, уҡыусыларын юғалтмаҫҡа, киреһенсә, эштең яңы алымдарын эҙләргә, Интернет мөхитендә үҫешергә бурыслы. Әгәр ҙә баҫма мәғлүмәт биреүҙең заманса ысулдарын файҙаланһа, ул уҡыусыларҙы йәлеп итергә һә­ләт­ле, был иһә эшмәкәрлекте отошло итеү, зыянды кәметеү, үҫешкә өлгәшеү мөмкинлеген бирә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика киң мәғлүмәт сараларын, шул иҫәптән милли баҫмаларҙы аҫрауға күп сығым түгә, әммә уларҙың күбеһе иҫкесә эшләүен дауам итә һәм йыл һайын уҡыусыларын юғалта бара. “Башҡортостан” гәзитенең заман менән бергә барыуы шатландыра, бында профессиональ коллектив туплан­ған һәм, иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, республикала гәзитте яраталар, ихтирам итәләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 260

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 334

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 321

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 235

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 116

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212