Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аттар егелгән инде…”
“Аттар егелгән инде…” Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда “Хёндэ Мотор БДБ” компанияһының генераль директоры Ку Йон Ги менән осрашты. Улар Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарында ҡатнашыусыларҙы транспорт менән тәьмин итеү мәсьәләләрен, шулай уҡ компанияның республика предприятиелары менән хеҙмәттәшлеге мөмкинлектәрен тикшерҙе.

— ШОС һәм БРИКС саммиттарын уҙғарыуҙа ярҙам­ла­шырға теләк белдергән өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Өфөгә килгән рәсми делегацияларҙы автомобил­дәрегеҙ хеҙмәтләндерәсәк. Транспортты һынап ҡараныҡ — тәьҫорат яҡшы, — тине Рөстәм Хә­ми­тов.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республика Корея компанияһы менән күләмле хеҙмәттәшлеккә әҙер. “Хёндэ Мотор БДБ” компанияһының генераль директоры Ку Йон Ги республика Башлығына һәм ШОС, БРИКС саммиттарына әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитетына теләктәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Аттар егелгән инде…”— Сараға 232 машина бүлә алыуыбыҙға шатбыҙ. Уларҙың сифатына ҙур иғтибар бирелә. Саммиттар юғары кимәлдә үтер, ә автомобилдәребеҙ ошо эшкә тос өлөш индерер тип ышанабыҙ, — тине ул.
Ку Йон Ги белдереүенсә, сараларҙа “Equus”, “Genesis”, “i40” һәм “H1” кеүек автомобилдәр тәҡдим ите­ләсәк. Әйткәндәй, “i40” моделе 16 июндә генә сығарыла башлаған.
— Автомобилдәрҙең өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеү өсөн беҙҙең штаб-фатир Өфөгә махсус хеҙмәткәрҙәр командаһын ебәрҙе. Дилерҙарыбыҙ менән бергә улар техниканың торошон тәүлек әйләнәһенә күҙәтәсәк, техник ярҙам күрһәтәсәк. Автомобилдәрҙең барыһы ла төҙөк. Тейешле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙыҡ. Техниканың сифатын раҫлайбыҙ, һынатмаҫтар тип ышанабыҙ,— тине компания етәксеһе.
Саммиттар осоронда бөтөн автотранспорттың эшен “Башавтотранс” предприятиеһы көйләйәсәк.



Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 269

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 301

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 308

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 236

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 186