Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шри-Ланка серҙәрен аса
Шри-Ланка  серҙәрен аса Баш ҡалаһы — Шри-Джаяварденепура-Котте.
Рәсми телдәр — сингал, тамил.
Дин — буддизм (халыҡтың 70 проценты), индуизм (12 процент), ислам (10 процент), христианлыҡ (7 процент).
Дәүләт төҙөлөшө — президент-парламент республикаһы. Башлығы — Президент, ул халыҡ тарафынан алты йылға һайлана.
Климат, һауа торошо. Шри-Ланка экваторға яҡын урынлашҡан, шуға ла бында йыл әйләнәһенә тиерлек эҫе. Уртаса һауа температураһы 28-31 градус. Утрауҙың үҙәк, көнбайыш һәм көньяҡ райондарында — май-июнь айҙарында, ә төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа декабрь-ғинуарҙа ҡойма ямғырҙар яуа.
Диңгеҙҙәр. Утрауҙы бөтә яҡлап та Тымыҡ океан йыуа. Урындағы һыу инеү ерҙәре пальма ҡулҡыһы менән уратып алынған. Диңгеҙҙең уртаса температураһы ғинуарҙа — 28, майҙа 27 градус йылы.
Йылғалар, күлдәр. Шри-Ланкала 100-ҙән ашыу йылға иҫәпләнә. Уларҙың иң оҙоно — Махавели (335 саҡрым).
Байрамдар. Дини конфессияларҙың төрлөлөгө сәбәпле байрамдар бында бик күп. Әйтәйек, урындағы халыҡтың бер өлөшө Яңы йыл байрамын ғинуарҙа ҡаршылаһа, ҡайһы берәүҙәр өсөн йыл майҙан ғына башлана. Уңыш байрамы, Уттар, Һауа йыландары фестивалдәре лә был яҡтарҙа бик күңелле үтә.
Аш-һыу. Урындағы халыҡтың төп ризығы — дөгө һәм төрлө тәмләткестәр, кокос һөтө ҡушып әҙерләнгән карри. Ғөмүмән, был яҡтарҙа кокос һөтө бик популяр. Аш-һыу оҫталары уны ниндәй генә ризыҡҡа өҫтәмәй. Диңгеҙ продукт­тары әҙерләүҙә лә Шри-Ланка халҡына етеүсе юҡ, тиҙәр.
Экспорт. Сәй, каучук, кокос, графит, зәңгәр, ҡыҙыл яҡут һәм башҡа аҫылташтар.
Иҡтисад
Шри-Ланка  серҙәрен асаДонъя иҡтисадында Шри-Ланка тәү сиратта сәй, тәбиғи каучук, корица етештереүсе, аҫыл таштар сығарыусы булараҡ билдәле.

Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа сәй әҙерләү кәсебе бер аҙ аҡһай — бөгөн Шри-Ланка был йәһәттән донъя баҙарында Индия, Ҡытай һәм Төркиәнән ҡала дүртенсе баҫҡыста ғына килә. Ауыл хужалығы тармағы ла экспорттың 20 процентын ғына ҡаплай (1972 йылда — 93 процент). 2005 йылдың ғинуарында алға киткән илдәр тарафынан кейем-һалым импортына квоталарҙы ғәмәлдән сығарыу Шри-Ланкаға ҙур зыян килтергән. Һөҙөмтәлә республика баҙарҙарын Ҡытайҙың арзан тауары баҫып алған.

МӘҒАРИФ
Бынан тыш, мәҙәни бәйләнештәрҙе, хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында, Шри-Ланка Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, биш Рәсәй студентына (аспирантына) квота бүленә.
Күптәр Шри-Ланканы яҡшы сәй, онотолмаҫ ял менән генә күҙ алдына килтерһә, был дәүләт сифатлы белем биреү йәһәтенән дә Азия илдәре араһында беренселекте яулай. Хөкүмәттең ҡарарына ярашлы, һәр кем IX класс белем алырға тейеш. Уҡырға биш йәштән төшәләр. Мәғлүмәттәргә ярашлы, Шри-Ланка халҡының 92 проценты урта белемле. Башҡа тарафтарҙағы кеүек үк, бында ла мәғариф системаһы шәхси һәм дәүләт ҡарамағындағы учреждениеларҙан тора. Белем алыу башлыса инглиз телендә бара. Шри-Ланкала ун бер юғары уҡыу йорто иҫәпләнә, белем алыу барыһында ла тиерлек бушлай. Иң яҡшы уҡыу йорттары тип Коломбо, Перадениа, Келаниа, Джафна, Моратува университеттары һанала. Әйткәндәй, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн бер ниндәй ҙә имтихан тапшырыу кәрәкмәй. Һайлап алыу аттестаттағы баһалар нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, мәҙәни бәйләнештәрҙе, хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында, Шри-Ланка Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, биш Рәсәй студентына (аспирантына) квота бүленә.
Шри-Ланка — ике телле ил. Шуға күрә әгәр сингал һәм тамил телдәрен камил белә икән, абитуриент урындағы вуздың теләһә ҡайһыһын һайлай ала. Белем биреү сифатлы иҫәпләнһә лә, Шри-Ланкала уҡыу Америка, Европа илдәре менән сағыштырғанда әллә ни абруйлы һаналмай.
Һаулыҡ һаҡлау
Уртаса ғүмер оҙонлоғо ла юғары (был осраҡта илдең
аҙ килемле
булыуын да күҙ уңында тотоу кәрәк)
ир-аттың — 76, ҡатын-ҡыҙҙың
72 йәш.
Шри-Ланканың һаулыҡ һаҡлау системаһы, башҡа азиат илдәре менән сағыштырғанда, ярайһы яҡшы үҫешкән тармаҡ һанала. Бик күп күрһәткестәр буйынса (дауаханаларҙы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, медикаменттар, белгестәр менән тәьмин итеү һ.б.) илдә медицина күрһәтеү кимәле Сингапурҙан һәм Япониянан ғына ҡалыша. Уртаса ғүмер оҙонлоғо ла юғары (был осраҡта илдең аҙ килемле булыуын да күҙ уңында тотоу кәрәк) ир-аттың — 76, ҡатын-ҡыҙҙың 72 йәш.
Дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында граждандарға медицина ярҙамы тейешле бюджет средстволары, страховка взностары, башҡа керемдәр иҫәбенә бушлай күрһәтелә. Әлбиттә, шәхси дауаханалар ҙа бар. Ғөмүмән, был яҡтарҙа һаулыҡ һаҡлау өс тармаҡты хасил итә — шәхси, дәүләт ҡарамағындағы һәм халыҡ медицинаһы. Әйтергә кәрәк, һуңғыһына кешеләр айырыуса ныҡ ышана.

Башҡортостан
менән хеҙмәттәшлек


Башҡортостан менән Шри-Ланка республикаларын күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек ептәре бәйләһә лә, һуңғы ваҡытта ике төбәк араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр һүлпәнәйгән. 2012 йыл йомғаҡтары буйынса, Шри-Ланка Башҡортостандың сауҙа партнеры булған 107 ил араһында ни бары 92-се урынды биләй. Сауҙа хеҙмәттәшлегендә уның өлөшө 0,1 проценттан кәмерәк. Тышҡы тауар әйләнеше күрһәткесе иһә 10,9 мең доллар (2011 йылға үҫеш — 110 процент) билдәһендә туҡтап ҡалған. 2008 йылдан алып 2012 йылға тиклем, 2010 йылды иҫәпкә алмағанда (был йылда Шри-Ланка менән “Белорет металлургия комбинаты” әүҙем эшләгән), тауар әйләнеше башлыса импорт иҫәбенә генә һаҡланып килгән. Әйткәндәй, бөгөн Шри-Ланканан Башҡортостанға йыл һайын тейәгестәр өсөн махсус шиналар оҙатыла.


Шри-Ланка  серҙәрен асаДжекфрут йәки икмәк ағасы (бейеклеге 20 метр самаһы) был яҡтарҙа йөҙәр йыл дауамында үҫтерелә. Емеше ярайһы ҙур ғына — 35 килограмға етә. Бер йыл эсендә һәр ағастан ошондай 200-250 емеш йыйып алалар.



Шри-Ланка  серҙәрен асаКоломбо — бөгөнгө менән тарихты берләштергән ҡала. Бындағы заманса эшлекле үҙәктәр боронғо колониаль системаның элементтары менән күршеләш. Ҡалаға ғәрәптәр нигеҙ һалған. Һуңынан инде португалдар, голландтар, инглиздәр ҙә үҙ өлөшөн индергән. Шуға ла Коломбоның архитектураһында төрлө милләт халыҡтарының сәнғәт өлгөләре сағылыш тапҡанына аптырайһы түгел.


Яла — донъялағы иң билдәле милли парктарҙың береһе. Бер генә миҫал: Ер шарында гөбөргәйелдең биш төрө барлығы билдәле. Бына шуларҙың һәр ҡайһыһын Ялала осратырға мөмкин. Әйткәндәй, парк экзотик йәнлектәргә бик бай. Бында филдәр (әйткәндәй, филдәр Шри-Ланкала ғына иректә көн күрә), крокодил, маймыл, сыбар болан, ҡырағай буйвол, пеликан, фламинго, тауис һәм башҡа йәнлек-ҡоштар йәшәй.


Тәмләткес үләндәр баҡсаһы — Шри-Ланка халҡының төп кәсеп урыны. Карри, чили һәм башҡаларҙы тап ошонда үҫтерәләр. Баҡсала магазин да бар. Теләгәндәр тәмләткестәрҙе ошонда уҡ һатып ала.




Ратнапура — “ҡиммәтле таштар ҡалаһы”. Бында йөҙәр йыл дауамында төрлө затлы таштар сығаралар — турмалин, ҡыҙыл яҡут, сапфир һәм башҡалар. Әйткәндәй, рудниктарға туристарҙы ла индерәләр. Унда уларға таштарҙы сығарыу барышын баштан алып аҙағынаса күҙәтеү мөмкинлеге бирелә. Ратнапур — бик ғәҙәти булмаған урын. Бында байлыҡ һәм фәҡирлек киҫешә — аяҡ аҫтында тиерлек ятҡан байлыҡты ярлы халыҡ сығара.



Фил питомнигы ла Шри-Ланканың иҫтәлекле урындары исемлегендә. Бында төрлө сәбәпле инәһеҙ ҡалған фил балаларын тәрбиәләп үҫтерәләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 309

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 237

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 187