Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөрө халҡы ҡыш та йөҙә аласаҡ
Бөрө халҡы ҡыш та йөҙә аласаҡКисә Бөрө халҡы өсөн күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға булды: унда тәүге физкультура-һауыҡтырыу комплексын астылар. Бөрөләрҙең шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та килде. Ҡала халҡы уны тулҡынланып көтөп алды, сөнки комплекстың асылыуында Президенттың ярҙамы ғәйәт ҙур булды.
Яңы комплекс ҡала халҡына ысынлап та бик кәрәк ине. Быға тиклем бында бер бассейн да булмауы ғәжәпләндерә. Хәҙер яңы бассейн сменаһына 32 кешене ҡабул итә ала. Унда ҡала һәм республика кимәлендәге спорт ярыштары үткәреү мөмкинлеге бар. Бынан тыш, яңы комплекста ҙур универсаль спорт залы, ике тренажер һәм фитнес менән шөғөлләнеү залдары, сауна, массаж бүлмәһе, буфет эшләй.
2010 йылдың көҙөндә башланған төҙөлөш башта бер фирмаға йөкмәтелә, тик ниндәйҙер сәбәптән уларҙың ҡулынан килмәй, һәм эш туҡтап ҡала. Аҙаҡ ҡорамалдар менән дә проблема килеп сыға. 2011 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейешле бинаны төҙөү туҡтап ҡала. Ҡала халҡы, был хәлгә ризаһыҙлыҡ белдереп, Президенттың блогына хат яҙа. Ул, проблема менән яҡындан танышҡас, төҙөлөштө артабан дауам итергә тигән фарман бирә һәм үҙ контроленә ала.
Бөрө халҡы ҡыш та йөҙә аласаҡРоберт Әмиров етәкселегендәге был физкультура-һауыҡтырыу комплексы бер юлы 100-ҙән ашыу кешене ҡабул итәсәк, көнөнә 700-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Төҙөлөшкә 120 миллион һум аҡса сарыф ителә. Спорт ҡорамалдары 19 миллион һумға төшә. Уларҙы “Берҙәм Рәсәй” һатып алған һәм төҙөлөшкә лә ярҙам иткән. Яңы комплекста спорттың һигеҙ төрөн үҫтермәкселәр.
— Бөгөн ҡыуаныслы ваҡиға, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Бик күркәм бина асыла, бик шатмын. Хәҙер һеҙҙең өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге буласаҡ. Спорт объекттары төҙөү арзан түгел, әммә эшләү кәрәк, сөнки был — беҙҙең халыҡтың һаулығы нигеҙе. Комплекстың яңы чемпиондар бирәсәгенә иманым камил. Йәштәргә лә мөмкинлектәр ҙур. Уңышлы эш теләйем!
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта Бөрө спортсыларына спорт мастеры танытмаһы тапшырҙы.
Тантана тамамланғас, Рөстәм Зәки улы кәңәшмә үткәрҙе, унда спортты үҫтереү, шул иҫәптән ябыҡ каток, саңғы-роллер трассаһы төҙөү тураһында һөйләштеләр.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 269

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 301

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 308

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 236

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 298

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 096

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 186