Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Италия кемгә һатылған?
Владимир Путиндың Италия премьер-министры Маттео Ренци, Рим папаһы Франциско менән осрашыуы, Баҡы ҡалаһында Европа уйындарын асыу сараһында ҡатнашыуы, НАТО-ның Европаға уҡталыуы уҙған аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.

Ренци Рәсәйгә килә.
Туп тибеүҙе ҡарарға


Германияла уҙған “Оло етәү” саммитында иле­беҙ­гә ҡарата иғлан ителгән санкцияларҙы оҙайтыу ту­ра­һын­да һүҙ булып, ошо сарала АҠШ президенты Ба­рак Обаманың: “Рәсәйҙе бар яҡлап та ҡоршау эсендә ҡалдырабыҙ”, – тип әйтеүенә ике көн дә уҙ­маны, Владимир Путин Италияның Милан ҡалаһында ойошторолған “ЭКСПО” күргәҙмәһендә ҡатнашырға, дәүләттең премьер-министры менән эшлекле осрашыу уҙға­рырға ла өлгөрҙө. Көнбайыш Европа һәм АҠШ мәғлүмәт саралары Маттео Ренциҙы бының өсөн “һатлыҡ йән” тип атаны. Ни тиһәң дә, Италия премьеры “Оло етәү“ саммитында ла ҡатнаш­ҡайны бит.
Эйе, бөгөн Европа илдәре етәксе­ләре әүәлгесә АҠШ һүҙенә генә ҡарап тормай, үҙаллы ҡарарҙар ҙа ҡабул итә. Маттео Ренци 2018 йылда Рәсәйҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатында ҡатна­шасағын да белдерҙе. Италия премьер-министры үҙ дәүләте мәнфәғәтенән сығып эш итә. Беҙгә ҡа­рата иғлан ителгән санкциялар һәм уларға Рәсәйҙең яуап аҙымы һөҙөм­тәһендә Европаның байтаҡ иле, шул иҫәптән Италия иҡтисады зыян күрҙе, эшҡыуарҙар табышын юғалтты. Санкциялар иғлан ителгәндән һуң ике ил араһындағы тауар әйләнеше 16 про­цент­ҡа кәмегән. Шуға Италия беҙҙең менән мөнәсәбәтте көйләү кәрәклеген белгертә килә.
Уларҙа сағында Владимир Путин коллегаһы Серджо Маттарелло менән дә осрашты. Ике пре­зиденттың тәүге күрешеүе булды был. Серджо Мат­тарелло быйыл февралдә генә етәксе итеп һай­­ланғайны. Италия парламент республикаһы бул­ған­лыҡтан, бында барлыҡ мәсьәләне премьер-министр хәл итә. Шуға президент күп осраҡта күләгәлә ҡала.
Бәлки, дини яҡынлыҡ
яраштырыр?


Владимир Путин Италияла сағында Рим ҡала­һында урынлашҡан донъя­лағы иң бәләкәй дәүләттә – Ватиканда – булырға ла өлгөрҙө. Ул бында Рим папаһы Франциско менән осрашты. Һөйләшеүҙең ыңғай һөҙөмтәһенә ҙур өмөт бағлана. Ни тиһәң дә, Рим папа­һының донъя илдәре лидерҙарына йоғонтоһо бик көслө. Ул Рәсәй менән АҠШ һәм Европа илдәре араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙа аралаш­сы вазифаһын үтәй алыр ине, ти аналитиктар. Унан килеп, Францисконың тыумышы менән Аргентинанан икәнле­ген дә оноторға ярамай. Ә Латин Аме­рикаһы илдәре менән Рәсәй дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырған. Һәр хәлдә, илебеҙ етәксеһенең Рим папаһы менән осрашыуынан бихисап ыңғай үҙгәреш­те тоҫмалларға мөмкин.

Азербайжан – иғтибар үҙәгендә

Донъяны шаулатҡан тағы ла бер ваҡи­ғаға – Баҡыла I Европа уйындарын асыу тантанаһына – туҡталып китеү кәрәктер. Азербайжандың баш ҡала­һы­на 49 илдән меңләгән спортсы йыйыл­ды. Улар 20 төрлө ярышта 253 миҙал өсөн көрәш алып барасаҡ. 28 июнгә тиклем дауам итәсәк сарала Рәсәйҙән 350 спортсы майҙан тота. Уйындарҙы асыу тантанаһында Владимир Путин­дың ҡатнашыуы ҙур мәртәбә булды. Ә бына сара “Европа уйындары” тип атал­һа ла, унда ЕС илдәре етәксе­ләренән берәү ҙә булманы.
Баҡыла сағында Владимир Путин Азербайжан президенты Илһам Әлиев менән рәсми осрашыу уҙғарҙы, ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тикшерҙе. Киләсәктә тауар әйләнешен арттырыу күҙаллана. Әйтергә кәрәк, һуңғы йыл­дарҙа Рәсәй Азербайжанға ҡарағанда Әрмәнстан менән нығыраҡ аралашты. Әрмәнстандың Белоруссия, Ҡаҙағстан артынса Евразия союзына ағза булып инеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Ә Азербайжан менән Әрмәнстан араһы­нан күптән инде “ҡара бесәй” үткән, был ике ил әленән-әле биләмә мәсьәләһе буйынса низағҡа инеп тора. Әрмәнстан Рәсәй менән бер союзда торғанлыҡтан, Азербайжан быға ҡырын күҙ менән ҡарай ине. Владимир Путин Илһам Әлиев менән осрашыу барышында күҙгә күренмәгән “кәртәләр”ҙе емереп ташларға тырышты ла инде.
Ике яҡ өсөн дә мөһим

Баҡыла сағында илебеҙ етәксеһе шулай уҡ Төркиә президенты Тайып Эрдоган менән осрашыу уҙғарҙы. Был һөйләшеү ике яҡ өсөн дә бик мөһим, сөнки Болгария кире ҡаҡҡандан һуң, “Көньяҡ ағым” газ үткәргесе Төркиә биләмәһе аша уҙырға тейеш. Осрашыу барышында “Көньяҡ ағым” газ магистрален һуҙыу, Сүриәләге хәлдәр һәм башҡа мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Төр­киә менән сиктәш был илдә оҙайлы һу­ғыш бара. Уның менән Ираҡтың байтаҡ биләмәһе “Ислам дәүләте” боевиктары тарафынан баҫып алынған. Ошондай шарттарҙа Төркиә өсөн күр­ше дәүләт­тәр менән уртаҡ тел табыу мөһим.
Етмәһә, яңыраҡ булып уҙған һайлау­ҙарҙа ҡурдтар партияһы парламентҡа үтеп инде. Тайып Эрдоган өсөн был ауыртмаған башҡа тимер таяҡ менән бер. Төркиәнең һаман да Европа союзына ҡабул ителмәүе лә борсой президентты. Владимир Путин ошо мәсьәлә буйынса Эрдоганға “төрттөрөп” алырға ла өлгөрҙө.

НАТО өҫтәмә ҡораллана

Үткән аҙнала хәүефкә һалған ваҡи­ғалар ҙа булды. НАТО көстәре Евро­паға уҡтала башлаған мәлдә ҡойма ямғыр һөҙөмтәһендә Тбилиси ҡалаһын һыу баҫыуы үтә лә ваҡ мәсьәлә булып күренә. АҠШ Көнсығыш Европа һәм Балтик буйы илдәрендә ауыр хәрби техникаһын урынлаштырыр өсөн мөм­кин­лектәр эҙләй башланы. Болгария, Латвия, Литва, Польша, Румыния һәм Эстония биләмәләре күҙ уңында тотола. Был хаҡта АҠШ-тың оборона министры Эштон Картер белдерҙе. 24 – 25 июндә Брюссель ҡалаһында НАТО илдәренең оборона министрҙары осрашыу уҙғарырға тейеш, һәм унда был мәсьәлә хупланыр тип көтөлә.
НАТО-ның өҫтәмә ҡоралланыуы “Рә­сәй агрессияһы”нан һаҡланыу өсөн эшләнә. Барак Обама илебеҙҙә уларға ҡарата “агрессия көсәйеүе”н күргән. Ошондай шарттарҙа, теләйме-телә­мәй­ме, илебеҙгә лә яуап аҙымы эш­ләргә тура килә. Был инде өҫтәмә ҡоралланыу тигән һүҙ, һәм уның яҡшыға алып килмәйәсәге көн кеүек асыҡ.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 248

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213