Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡеүәтле өс ил берләшһә...
Уҙған аҙнала АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керриҙың Рәсәйгә эш сәфәре менән килеүе, Ҡытай менән Һиндостан араһындағы мөнәсәбәттең яҡшырыуы, Балҡан ярымутрауында йәнә һуғыш башланырға тороуы һәм башҡа ваҡиғалар иғтибар үҙәгендә булды.

АҠШ мөнәсәбәтен үҙгәртә

Сочи ҡалаһында АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри тәүҙә Рәсәй­ҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров, һуңынан Президент Владимир Путин менән осрашты. Ул иле­беҙгә быйыл февраль башында уҡ килергә тейеш ине, әммә Украина­лағы хәл-ваҡиғаларға бәйле был сәфәренән баш тартҡайны. Шулай ҙа, күп тә үтмәй, ни өсөн Рәсәйгә үҙ теләге менән аяҡ баҫты һуң? Иле мәнфәғәтен ҡайғыртып, Барак Обама алып барған сәйәсәтте башҡарыусы вазифаһында килде ул илебеҙгә. Февралдән һуң АҠШ-тың Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәте бер аҙ үҙгәрә төштө бит. Быға донъяла булып уҙған хәл-ваҡиғалар йоғонто яһаны. АҠШ һәм Европа союзы илдәре илебеҙгә санкция иғлан итеп (ә был сикләүҙәр улар өмөт иткән һөҙөмтәне бирмәне), 9 Май байрамына килмәйенсә, илебеҙҙе ҡоршау эсендә ҡалдырҙыҡ, тип уйлап, ныҡлы хаталанды. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған байрам уңайынан Мәскәүгә өс тиҫтәләп дәүләт, шул иҫәптән Ҡытай етәксеһе­нең килеүе Вашингтондың беҙгә ҡарашын ҡырҡа үҙгәртте булһа кәрәк. Унан килеп, Ҡыҙыл майҙанда ун ил хәрбиҙәренең ҡатнашыуы, әлегә донъяла тиңе булмаған хәрби техника күрһәтелеүе лә Америкаға тәьҫир итмәй ҡалмағандыр.
Джон Керриҙың Сочиҙа сағында Ҡырым темаһын бөтөнләй ҡуҙғат­мауы ла ошоға бәйле тип тоҫмал­ларға була. Уның Владимир Путин менән осрашыуы барышында Укра­ина мәсьәләһе Минск килешеүен теүәл үтәүгә бәйле генә тикшерелде. Джон Керри был сәфәрендә шулай уҡ Украина президентының Донбасс аэропортын ҡайтарып алырға саҡы­рыуын ҡаты тәнҡит утына тотто. Өҫтәүенә АҠШ-та ғына түгел, Европала ла Порошенконың кем икәнлеген аңлай башланылар булһа кәрәк. Мәҫәлән, Украина президенты уҙған аҙнала Германиянан буш ҡайтты – Көнбайыштан өмөт иткән ярҙамын бирмәнеләр.
Джон Керри Сочиҙан һуң Анталия ҡалаһында НАТО берләшмәһенә ин­гән дәүләттәрҙең сит ил эштәре министрҙары менән осрашты. Бында ул, Украина мәсьәләһе буйынса Минск килешеүе теүәл үтәлһә, Рәсәй­гә ҡарата ҡабул ителгән санкция­ларҙың бөтөрөлөүе ихтимал, тип белдерҙе.

Рәсәй, Ҡытай, Һиндостан – ҙур көс!

Һиндостандың премьер-министры Нарендра Моди Ҡытай Халыҡ Рес­публикаһы рәйесе Си Цзиньпин ме­нән осрашты. Улар байтаҡ мөһим мәсьәләне тикшерҙе. Мәғлүм булыуынса, 1962 йылдағы һуғышта Һин­достан еңелгән, һәм биләмәләренең бер өлөшө Ҡытайға ҡалған. Ошоға бәйле ике аралағы мөнәсәбәт бик ҡатмарлы ине. Былтыр майҙа власҡа килгән Нарендра Моди Ҡытай менән бәйләнеште яйлау мөһимлеген белдерҙе.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Ҡытайға эш сәфәре менән барырҙан алда Һиндостандың премьер-минис­тры, Владимир Путин менән телефон аша бәйләнешкә инеп, быйыл йәй Өфөлә көтөлгән БРИКС һәм ШОС саммиттарында ҡатнашасағын бел­дерҙе. Ҡытай менән Һиндостандың дуҫлашыуы Рәсәй өсөн дә файҙалы һәм ҙур әһәмиәткә эйә. Ғөмүмән, был ике дәүләттең яҡынайыуы Азияла ҡеү­әтле союз барлыҡҡа килеүе ха­ҡында һөйләй. Улар халыҡ һаны буйынса донъяла миллиардерҙар иҫә­бендә, иҡтисади йәһәттән дә алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Аналитиктар билдәләүенсә, 2019 йылға тиклем Һиндостан хатта эске тулайым продукт үҫеше буйынса Ҡытайҙы ла үтеп китергә тейеш. Халыҡ-ара валюта фонды белгестәренең фараздары тағы ла ҡыҙығыраҡ. Улар Һиндос­тандың эске тулайым продукты 2020 йылға Рәсәй, Бразилия, Индонезия илдәренең берлектәге һөҙөмтәһенән дә юғарыраҡ буласағын билдәләй.
Күптән түгел Ҡытай Халыҡ Респуб­ликаһы етәксеһе Си Цзиньпиндың Владимир Путин менән осрашыуын, ике арала 30-ҙан ашыу килешеү төҙөлөүен иҫәпкә алғанда, Евразия ҡитғаһында Рәсәй – Ҡытай –– Һиндостан союзы барлыҡҡа килеүен тоҫмалларға була. Унан килеп, үткән аҙнала ғына Урта диңгеҙҙә берлектәге Рәсәй-Ҡытай хәрби күнекмәләре башланды. Ике илдең бер-береһенә ышаныс белдереүе, дуҫлығы халыҡ-ара майҙанда ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Пекин менән Дели араһындағы мөнәсәбәттәрҙең яҡшырыуы иһә дош­мандарҙың күңеленә шом да һалмай ҡалмағандыр. Ни тиһәң дә, донъяла ядро арсеналына эйә булған туғыҙ илдең өсәүһе – Рәсәй, Ҡытай, Һиндостан – берләшә бит. Уларҙың халыҡ һаны донъялағы кешелектең өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Өс илдең иҡтисады, сеймал ресурстары ла күптәр көнләшерлек.

Македония “Майҙан”ы кемгә кәрәк?

Көнбайыш Европала иһә йәнә тынысһыҙлыҡ: элекке Югославияның бер өлөшө булған Македонияла граждандар һуғышы башланырға тора. 9-10 майҙа албан экстремистары был биләмәгә үтеп кереп, урындағы полиция менән ҡораллы бәрелешкә инә. Ошо ваҡиғанан һуң ҙур сыуалыш башлана. Дәүләттең баш ҡалаһы Скопьелағы хәлдәрҙе “Македония майҙаны” тип атарға ла өлгөрҙөләр.
Күршеләге Косово, Босния һәм Герцеговина илдәрендә лә тыныслыҡ юҡ. Ошондай шарттарҙа Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Балкандағы союздашыбыҙ Сербияға эш сәфәре менән барып ҡайтты. Билдәле булыуынса, 9 майҙа Мәскәү­ҙә үткән хәрби парадта уларҙың хәрбиҙәре лә ҡатнашҡайны. Илебеҙ Сербияның ут күршеһе булған Маке­донияға ла теләктәшлек белдерә килә. Уларҙың Европа союзы иғлан иткән санкцияларға ҡушылмауы – шуның бер дәлиле. Македонияның был ҡылығы Брюсселгә, әлбиттә, оҡшамай. Шуға ла улар бында икенсе “Майҙан” булдырырға ынтыла. Македонияны юҡҡа сығарып, “Бөйөк Албания” дәүләте булдырыу уйы менән яналар.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 310

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 238

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188