Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Евразия йөрәге” ҡайҙа урынлашҡан?
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы киң билдәләнеүе, Ангела Меркелдең һуңлап булһа ла Мәскәүгә килеүе, Бөйөк Британияла – парламент, Польшала президент һайлауҙары булыуы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.


“Ебәк юлы” тергеҙелә

Фашистик Германияны Еңеүҙең 70 йыллығын бар донъя халҡы байрам итте, тиһәң дә хата булмаҫ. Төп тан­та­налар, әлбиттә, Мәскәүҙә үтте. Иле­беҙҙең баш ҡалаһына өс тиҫтәләп ил етәксеһе, БМО-ның генераль секретары Пан Ги Мун килде. Ә Европа союзы һәм АҠШ етәкселеге байрамда ҡатнашыуҙы кәрәкле тип тапманы.
Брюсселдең һәм Вашингтондың рөхсәт бир­мә­үенә ҡарамаҫтан, Совет һалдатына хөрмәт күрһә­теү йөҙөнән Чехия президенты Милош Земан сараға килде һәм Владимир Путин менән осрашыуы барышында Көн­байыш Европаның илебеҙгә ҡарата санкция иғлан итеүе менән риза түгеллеге, быны бөтөрөү йәһәтенән эш алып барыу мөһимлеге хаҡында белдерҙе. Италияның элекке премь­ер-министры, билдәле сәйәсмән Силь­вио Берлускони ҙа ошо тәңгәлдә ЕС сәйәсәтенә ҡаршы. “Европа сою­зы илдәре етәкселәре Рәсәйгә ҡарата санкция иғлан итеп, 9 Майҙа ундағы мөһим сарала ҡатнашмайынса, ҙур хата ебәрҙе. Улар килмәһә лә, Мәс­кәүҙә ҙур байрам ойошторҙолар. Ҡыҙыл Май­ҙанда Ҡытай, Һиндостан етәксе­лә­ренең булыуы Рәсәйгә яңы мөм­кин­лектәр аса, ә ЕС бынан тик ото­ласаҡ”, – тине ғүмерендә дүрт тапҡыр премьер-министр булып эш­ләгән тәжрибәле сәйәсмән. Ысынлап та, Ҡытай Халыҡ Республикаһы рә­йесе Си Цзиньпиндың килеүе – ҙур ваҡиға. Уның менән Владимир Пу­тиндың осрашыуы барышында бай­таҡ мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ҡытай ҡораллы көстәренең Мәскәүҙә уҙған парадта ҡатнашыуы ла үтә мәртәбәле. Әйткәндәй, сарала Һиндостан, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Әрмәнстан, Сербия, Бе­ло­рус­сия, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Монголия хәрбиҙәре лә булды.
Ҡытай менән хеҙмәттәшлеккә әй­ләнеп килгәндә, иҡтисади бәйлә­неш­тәрҙе нығытыу маҡсатында боронғо “Ебәк юлы”н тергеҙеү күҙаллана. Бының өсөн юғары тиҙлекле Мәскәү – Пекин тимер юлы магистрален төҙөү ҡарала. Уның бер өлөшөн – “Мәскәү – Ҡазан” тимер юлын – һалыуға Ҡытай быйыл уҡ 300 миллиард һум бүләсәк.
8 майҙа Си Цзиньпиндың илебеҙгә килеүенә бәйле телевидениела “Рә­сәй. Ҡытай. Евразия йөрәге” исемле документаль фильм күрһәтелде. Ун­да Владимир Путин ике аралағы хеҙмәттәшлектең әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ тип атаны. Иҡтисади хеҙ­мәт­тәшлектән тыш, хәрби бәйләнеш­тәрҙе нығытыу йәһәтенән дә эш алып барыла. Рәсәй Ҡытайға ҡорал һата­саҡ. Ике ил тарихында тәүге тапҡыр Ҡара диңгеҙҙә берлектәге хәрби кү­нек­мәләр уҙғарылыуы ла – ҙур ваҡиға.

Сәйәси күрәшлек

10 майҙа илебеҙгә Германия канцлеры Ангела Меркель килде. Ул бил­дә­һеҙ һалдат ҡәберлегенә һәм “Мәң­гелек ут” һәйкәленә гөлләмәләр һалып, Совет һалдатының фашизмды еңеүенә ихтирамын күрһәтте. Владимир Путин менән осрашы­уы барышында канцлер Украиналағы хәл-ва­ҡи­ғаларҙы тикшерҙе, был көрсөк­тән бергәләп сығыу юлдарын эҙләне. Һөйләшеүҙә Рәсәй – Германия, Рәсәй – ЕС мөнәсәбәттәре, санкциялар мәсьәләләре лә тикшерелде.
Ике ил етәксеһенең осрашыуынан һуң уҙға­рыл­ған матбуғат конферен­цияһында Ангела Меркель Рәсәй етәкселеге алып барған сәйәсәтте ҡаты тәнҡит утына тотто, беҙҙе Ҡы­рым­ды баҫып алыуҙа ғәйепләне. Иҡтисади бәйләнештәргә килгәндә, Меркель ханым уларҙы тергеҙеү яҡ­лы. Ләкин үҙҙәре иғлан иткән санкциялар һөҙөмтәһендә тауар әйләнеше кә­мей. Әлегә Германия был сикләү­ҙәрҙе ғәмәлдән сығарырға уйламай, тимәк, хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе ике­ле. Бына шулай, Меркель бер яҡ­тан фашизмды еңгән өсөн илебеҙгә рәхмәт белдерә кеүек, икенсе яҡтан ҡа­рағанда, нацизм баш ҡалҡытып кил­гән Украинаны яҡлай. Тарихтан һабаҡ ала белмәү бәләһе, Көнбайыш Европа илдәренең сәйәси күрәшлеге был.

Кем еңһә лә – барыбер

7 майҙа Бөйөк Британияла парламент һайлауҙары булды. Премьер-ми­нистр Дэвид Кэмерондың Кон­сер­ва­торҙар һәм оппозициялағы Эд Милибандтың Лейбористар партиялары парламентта күпселекте яу­лар өсөн көрәш алып барҙы. Һө­ҙөм­тәлә ғәмәлдәге премьер-министр яҡлылар йәнә еңеп сыҡты. 2010 йылдағы һай­лау­ҙарҙа ла Дэвид Кэ­мерондың консерваторҙары пар­ла­менттағы 650 урындың 328-ен би­ләүгә өлгәш­кәй­не. Әлеге һайлауҙа иһә уларҙың уры­ны 26-ға арта төштө. Ә бына Лей­бо­ристар партияһы, киреһенсә, 23 урынын юғалтты.
Һайлауҙа еңелгән Эд Милибанд отставкаға ки­тә­сәген белдерҙе. Ә Дэ­вид Кэмерон киләсәктә Бө­йөк Британияны берләштереү уйы менән яна, уны Европа союзынан сығарыу буйынса референдум уҙғарыу буйынса ла эш алып бара. Ҡайһылай ғына булмаһын, Лондонда власҡа кем генә килмәһен, Бөйөк Британия менән илебеҙ араһындағы мөнәсәбәттәр яҡшы яҡҡа үҙгәрмәҫ кеүек.
10 майҙа Польшала президент һай­лау булды. Юғары вазифаға тиҫ­тә­нән ашыу кеше дәғүә итте, улар ара­һында ғәмәлдәге ил етәксеһе Бронислав Коморовский ҙа бар ине. Әм­мә канди­дат­тарҙың береһе лә тейеш­ле тауыш йыя алманы. “Ғәҙеллек һәм хо­ҡуҡ” партияһы етәксеһе Анджей Дуда өсөн һайлаусыларҙың 35 проценты сама­һы тауыш биргән, ә Бро­нислав Комо­ров­скийҙыҡы – 32 про­цент. Шулай итеп, 24 майҙа икенсе тур буласаҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 247

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213