Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡыҙыу линия” ҡыҙҙырмаһын
НАТО менән Рәсәй араһында “ҡыҙыу линия” булдырыуға ынтылыш, Италияның Донбасcҡа автономия биреүҙе яҡлап сығыш яһауы, Ҡырғыҙстанда хөкүмәт етәксеһе алышыныуы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Килмәһәләр ни!
Беҙҙән бурыс төштө


Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы байрамына ни бары бер нисә көн ҡалды. Тантаналарға өс тиҫтәләп илдән рәсми ҡунаҡ саҡырылған. Украиналағы хәл-ваҡиғалар менән бәйле АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Япония, Швеция, Норвегия, Финляндия, Дания кеүек дәүләттәр етәкселәре Мәскәүҙә үтәсәк байрамда ҡатнашыуҙан баш тартты инде. Германия канцлеры Ангела Меркель дә беҙгә 10 майҙа ғына киләсәк. Ошоғаса илебеҙҙең союздашы булып иҫәпләнгән КХДР етәксеһе Ким Чен Ын, бер-ике ай алдараҡ Рәсәйҙәге Еңеү байрамына барасағын белдерһә лә, аҙаҡ кире уйлаған. Әлегә уның был ҡылығын бер ни менән дә аңлатып булмай. Ғөмүмән, һуңғы мәлдә Төньяҡ Кореяның йәш лидеры үҙенең холҡо менән донъя йәмәғәтселеген йыш ҡына аптырашта ҡалдырғылай. Ә бына Белоруссия президенты Александр Лукашенко Мәскәүгә алданыраҡ килеп ҡайтып, 9 майҙа Еңеү парадын Минскиҙа үткәрергә тейеш.
Был байрамға һәр етәксе үҙенсә әҙерләнә. 3 майҙа Польша президенты Бронислав Комаровский үҙҙәренең конституцияһы көнө айҡанлы уҙғарылған тантанала Мәскәүҙәге Еңеү парадын “көс демонстрацияһы” тип атаны һәм шул айҡанлы ил ҡеүәтен нығытыу, НАТО менән хеҙмәттәшлекте көсәйтеү кәрәклеген белдерҙе.
НАТО тигәндән, Рәсәй менән уның араһында көсөргәнеш арта бара. Ошоно күҙ уңында тотоп, Германияның сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайер Төньяҡ Атлантика альянсы командованиеһы һәм Рәсәй хәрбиҙәре араһында киҫкен хәл-ваҡиғаларҙы иҫкәртеү маҡсатында “ҡыҙыу линия” булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Уны ике яҡ та хупланы, НАТО исеменән “тура бәйләнеш”тә кем ҡатнашасағы ла билдәләнде. Альянстың Европалағы берләштерелгән көстәренә идара итеүсе Филипп Бридлава буласаҡ ул.
Тарихтан билдәле булыуынса, сетерекле хәлдәр тыуғанда “тура бәйләнеш” элек тә ойошторолған. Мәҫәлән, 1962 йылда Кариб көрсөгөнән һуң СССР менән АҠШ етәкселеге араһында телетайп аша тура һөйләшеү үткәрелгән. Ошо уҡ ысулды 1967 йылдағы алты көнлөк һуғыш мәлендә АҠШ президенты Линдон Джонсон да файҙаланған һәм ике яҡты ла ҡоралға тотоноуҙан аралап ҡалған. Бөгөн килеп тағы бәйләнеш булдырырға ынтылыу хәл-шарттарҙың бик көсөргәнешле булыуына ишаралай. “Ҡыҙыу линия”ла ҡыҙыу ҡанлылыҡҡа юл ҡуйылмаһын, барыһын да “һалҡын” баш менән хәл итергә форсат сыға күрһен инде.

Ипле күренергә
тырышыумы?


Италия етәкселеге быға тиклем Украинаның яңы етәкселеген яҡлап килде, Европа союзының Рәсәйгә ҡарата иғлан ителгән санкцияларына ла ҡушылды. Уларға яуап итеп, беҙҙең етәкселәр илгә Италиянан ауыл хужалығы продукцияһын индереүҙе тыйҙы.
Сикләүҙәр Италия иҡтисадына ҙур зыян килтерә, шуға ла хәҙер был дәүләт етәкселеге хәлде яйға һалыу юлын эҙләй. Киләсәктә лә иҡтисади мөнәсәбәттәр ошолай дауам итһә, бөтөнләй көрсөккә терәлеүҙәре лә ихтимал бит. Италияның сит ил эштәре министры Паоло Джентилони яңыраҡ Украина етәкселегенә Донбассҡа автономия биреү тәҡдиме менән сыҡты. Уларының иһә быны тиҙ арала атҡарыры икеле. Италияның сәйер ҡылығын Рәсәй менән бәйләнеште тергеҙеү маҡсатындағы сәйәси аҙым тип һанарға нигеҙ барҙыр.
Әлбиттә, 7 февралдә үк Петр Порошенко Мюнхенда сағында Украинаны федераль ил итеү, айырым өлкәләргә автономия биреү кәрәклеге тураһында белдергәйне. Үткән аҙнала иһә ул, үҙ фекерен инҡар итеп: “Донбасс менән Ҡырымды ҡайтарып алмай тороп, һуғыш туҡталмаясаҡ”, – тип шаҡ ҡатырҙы. Ә бит уның был һүҙҙәре “Норманд форматы” буйынса һөйләшеүгә ҡаршы килә.
Италияның тәҡдиме, һис шикһеҙ, хуплауға лайыҡ. Тик бының өсөн Украина етәкселегенә Донбасс автономияһының кәрәклеген ныҡлы аңлатырға кәрәк бит әле. Бөгөн Италияның сит ил эштәре министры Паоло Джентилони эш сәфәре менән Киевҡа килде. Ни тип ҡарар ҡылырҙар икән?

Евразия союзы киңәйә

23 апрелдә Ҡырғыҙстан хөкүмәте башлығы Джоомарт Оторбаев үҙ теләге менән отставкаға киткәйне. Премьер-министр вазифаһына элек иҡтисад министры булып эшләгән Темир Сариев тәғәйенләнде.
Оторбаевтың властан баш тартыуын илдәге “Кумтор” алтын ятҡылығы яҙмышы һәм буласаҡ парламент һайлауҙары менән бәйләйҙәр. “Кумтор” 1992 йылда асылған һәм әле донъяла алтынға иң бай ятҡылыҡтарҙың береһе тип иҫәпләнә. Диңгеҙ кимәленән 4,5 километр бейеклектә мәғдән сығарыу химик юл менән башҡарыла, һәм бында Канада компанияһы эш алып бара. “Кумтор”ҙы дәүләт милкенә әүерелдереү эше аҙағынаса алып барып еткерелмәгән. Джоомарт Оторбаев тап шул сәбәпле отставкаға киткән дә инде.
Элекке хөкүмәт рәйесе Ҡырғыҙстанды Евразия союзына индереү уйы менән яна ине. Темир Сариев иһә уның уй-ниәтен кисекмәҫтән бойомға ашырмаҡсы. Яңы премьер-министрҙың 8 майҙа ошо хаҡта килешеүгә ҡул ҡуйыры көтөлә. Билдәле булыуынса, әле Евразия союзында Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия һәм Әрмәнстан ағза булып тора. Берләшмәгә Ҡырғыҙстан да ҡушылһа, Европа союзының абруйы ла, ҡеүәте лә артасаҡ тигән һүҙ.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 290

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 257

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 323

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 346

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 254

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 333

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 243

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 252

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 319

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 234

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 114

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 211