Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Булат ЙОМАҘИЛОВ: “Яугирҙәргә ярҙам – мөҡәддәс бурысыбыҙ”
Булат ЙОМАҘИЛОВ: “Яугирҙәргә ярҙам – мөҡәддәс бурысыбыҙ” Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы граждандарҙы бушлай ҡабул итеү һәм юридик хеҙмәтләндереү айлығын үткәрә. Ошо турала төплөрәк мәғлүмәт алыу маҡсатында Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы президенты, Рәсәйҙең Федераль адвокаттар палатаһы Советы ағзаһы, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһының Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Б.Ғ. Йомаҙиловҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ ыңғайында башҡа һорауҙарға ла яуап ишеттек.

– Булат Ғүмәр улы, был сараны нисегерәк ойоштороу күҙаллана һәм уның үҙенсәлеге нимәлә?
– Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы Президиумының быйыл­ғы 17 апрелдәге ҡарарына ярашлы, 1 – 30 майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә, Афған­стандағы, Чеч­нялағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашып I һәм II группа инвалиды булған­дарға түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәте­ләсәк. Анығыраҡ итеп әйткәндә, телдән һәм яҙма рәүештә консультация биреү, ғариза, ялыу, юллама кеүек документтар төҙөүҙә булышлыҡ итеү ҡаралған. Бының өсөн Өфө­гә килеү мотлаҡ түгел, ай дауамында беҙҙең Адвокаттар коллегия­һының Баш­ҡорт­ос­тан­дағы барлыҡ филиалдарында халыҡтың ветерандарға бәйле һорауҙарын тың­лая­саҡтар. Ихтыяжды ҡәнәғәтлән­де­рер­­беҙ тип ышанабыҙ, ни тиһәң дә, вәкил­дәребеҙ һәр районда һәм ҡалала эшләй, баш ҡалала ғына ла 23 бүлексәбеҙ бар.
Сараның үҙенсәлегенә килгәндә, шу­ны билдәләргә кәрәк: дәүләт ҡануниәте буйынса беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын былай ҙа бушлай ҡабул итергә бурыслы, ә әлеге ҡарарҙа, күреүегеҙсә, бүтән ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан­дар, шулай уҡ яҙмышы Чернобыль һәлә­кә­те менән бәйле кешеләр ҙә иҫәпкә алынған. Адвокаттарға төрлө мәсьәлә менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Яугир­ҙәрҙең законлы вәкилдәре, туғандары ла килһә була, әлбиттә. Суд процесына ҡағылмаған йомоштар бушлай үтәләсәк.
– Был һеҙҙең башланғысмы?
– Уртаҡ хәстәрлегебеҙ тип әйтеү дө­рө­ҫө­рәк булыр. Сара Башҡортостан Баш­лы­ғы Хакимиәтенең, Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайҙың, республикалағы ветеран ойошмалары берлегенең эшмә­кәрле­ге менән туранан-тура бәйле. Биш йыл элек тә Бө­йөк Еңеүҙең 65 йыллығына арнап шу­лай эш­ләгәйнек, тик ул саҡта ҡабул итеү­ҙәр хаҡында айырым ҡарар булманы. Бы­йыл­ғы айлыҡ буйынса иһә һәр фи­лиалға талаптар ҡу­йылған, вете­ран­дарҙы хеҙ­мәт­ләндереү мәсьәләһе ныҡлы контролдә тотоласаҡ.
Түләүһеҙ ҡабул итеү йәһәтенән тәжри­бәбеҙ ҙур ғына. Мәҫәлән, һайлау алдынан да уҙғарғайныҡ бындай са­ра­ларҙы. Тауыш биреү кампания­ла­ры­ның тыныс, көйлө барыуына адвокат­тарҙың хеҙмәте һиҙелер­лек өлөш индерә, тип иҫәпләйем.
– Яугирҙәргә, өлкән быуынға айырыу­са хөрмәт менән ҡарайһығыҙ, буғай...
– Эйе. Был, беренсенән, моғайын, һуғыш ветеранының улы булыуымдан киләлер. Атайым шанлы һәм данлы осорҙоң утлы өйөрмәһен үтеп сыҡҡан бит: Сталинград, Воронеж яҡтарындағы алыштарҙа, Калинин өлкәһендәге яуҙар­ҙа, Украинаның Киев, Харьков ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан. 1943 йыл аҙа­ғын­да бик ҡаты контузия алғас, оҙаҡ дауа­ланғандан һуң тыуған яғына ҡайтарылған ул. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдары, бүтән наградалары хәҙер беҙҙең өсөн ҡәҙерле аманат булып һаҡлана.
Икенсенән, беҙҙең хеҙмәттең тарихы легендар шәхес, “Ҡара генерал” тигән ҡушамат менән сит илдәрҙә лә билдәле­лек алған ҡыйыу партизан Даян Баян улы Мур­зиндың биографияһына тығыҙ бәйле: ул 1969 – 1986 йылдарҙа, йәғни 17 йыл, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһының рәйесе вазифаһын баш­ҡар­ған.
Өсөнсөнән, Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­рол­тай депутаты булараҡ халыҡ мәнфә­ғә­тен ҡайғыртырға бурыслымын. Әйт­кән­дәй, беҙҙең Башҡортостанда ке­ше­ләр, бигерәк тә ветерандар дәүләт тара­фынан башҡа төбәктәрҙәгегә ҡара­ғанда күберәк хәс­тәрлек күрә һымаҡ. Эш буйынса сит өлкә һәм республикаларҙа йөрөгән саҡта был фекерем нығына ғына. Халыҡ дауаланыу, пенсия, ер, торлаҡ менән бәйле ябай ғына мәсьәләләрен дә хәл итә алмай интегә бит.
– Быйыл Ҡырым Республикаһында ла халыҡ менән осрашҡайнығыҙ бит әле. Унда хәлдәр нисегерәк?
– Башҡортостандың ҡурсауына алын­ған Белогорск районында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты сифатында ике тиҫтәгә яҡын кешене ҡабул иттем. Унда хоҡуҡи юҫыҡта ҡатмарлы мәсьә­ләләр бик күп, сөнки, Украинанан айырылып, беҙҙең илгә ҡушылғас, Ҡырым һәм Севастополь Рәсәй ҡануниәте буйынса йәшәй башланы. Ошо арҡала ярымут­рауҙа элек эшләгән мең ярым самаһы адвокаттың яртыһынан аҙы ғына ҡалған, башҡалары һөнәрен алмаштырырға йәки Украинаға күсеп китергә мәжбүр булған. Улар урынына Рәсәйҙән бик күп хоҡуҡ белгесе килһә лә, байтағы рәсми тер­кәлмәгән килеш эшләй, мутлашып аҡса һуғырға ғына уйлаусылар ҙа юҡ түгел. Беҙ иһә, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы ағзалары, баштан уҡ үҙебеҙҙең уставҡа үҙгәрештәр индерҙек тә Ҡырым халҡын закон нигеҙендә хеҙмәтләндерергә керештек, Севасто­пол­дә лә, Симферополдә лә филиалда­ры­быҙ бар хәҙер. Ҡайһы бер ад­во­кат­тарыбыҙ Рәсәйҙең яңы төбәктәренә ғаиләһе менән күсеп барҙы, тотороҡло эшләп йөрөйҙәр, сөнки белемен, һәләтен күрһәтеп өлгөрҙөләр.
– Яңыраҡ Мәскәүҙә лә булып ҡайттығыҙ...
– Федераль адвокаттар палатаһы Советы эшендә, VII Бөтә Рәсәй адвокаттары съезында ҡатнаштыҡ. Рәсми сығыштар­ҙан, ҡағиҙәгә ярашлы сараларҙан тыш, ауыр проблемалар тирәләй фекер алы­шыуҙар ҙа булды. Мәҫәлән, ҡайһы бер төбәктәрҙә, атап әйткәндә, Чукотка, Ямал-Ненец автономиялы округтарында, тейе­шенсә юридик ярҙам алыу мәсьәләһе бик киҫкен тора – белгестәр юҡ. Адвокаттар­ҙың барыһы ла яҡшыраҡ төбәктә эшләргә теләй. Юстиция министрлығын шулай уҡ юридик хеҙмәт күрһәтеү менән рөхсәтһеҙ шөғөл­ләнеү­селәрҙең күбәйеүе, элек енә­йәт яуап­лылығына тарттырылған, хатта йән ҡыйған кешеләрҙең ошо өлкәгә ынтылыуы хафаландыра.
Беҙҙең республикала был йәһәттән хәл тыныс, тип әйтә алам. Барыһы ла етди контролдә тотола. Хоҡуҡ яҡлаусы булараҡ “Беҙҙең эш – кешеләргә ярҙам итеү” тигәнде иҫтән сығармайбыҙ.

Даян МӘЖИТОВ яҙып алды.


Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре! Республикалағы адвокаттар берләшмәһе исеменән һәм шәхсән минән Рәсәй өсөн быйылғы төп байрам – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы – айҡанлы ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Киләһе быуындар хаҡына ҡылған батырлыҡтарығыҙ өсөн хөрмәтебеҙҙе һәм рәхмәтебеҙҙе сағылдырырлыҡ һүҙҙәр юҡтыр. Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы ветерандары – элекке яугирҙәр Закуан Әбделғата улы Йосопов, Хәмзә Сәйет улы Йыһаншин, Рәшит Шәрәфетдин улы Әһлиев, Хәсән Ғилметдин улы Бохараев, Зиннәт Исхаҡ улы Насиров, Анисим Георгиевич Петров, Урал Назар улы Сафиуллин, Юрий Алексеевич Голынец, тыл эшсәндәре Рәшиҙә Ғүмәр ҡыҙы Килдейәрова һәм Антонина Петровна Феоктис­това – алдында оло ихтирам менән баш эйәбеҙ. Бөйөк Еңеүҙе яулауға индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Һеҙгә һаулыҡ һәм именлек, тыныс күк йөҙө, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың күңел йылылығын, бәхет теләйбеҙ!
Б.Ғ. ЙОМАҘИЛОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 287

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 320

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 341

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 252

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 317

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 231

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 113

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206