Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көн үҙәгендә — халыҡтың көнитмеше
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларында булды.
Ағиҙел ҡалаһы халҡы менән осрашыуҙа ул Башҡортостандағы хәл, сәнәғәт, ауыл хужалығы, торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге тотороҡло үҫеш, былтырҙан алып Башҡортостан етәкселегенең яңы сәйәсәтте тормошҡа ашырыуы, кешеләргә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү, предприятиеларға үҫеү өсөн мөмкинлектәр артыуы хаҡында һөйләне.
— Бөгөн яңы предприятиелар, инвестициялар кәрәк, шуға күрә республика асыҡлыҡ сәйәсәтен иғлан итте, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты инвесторҙар өсөн һалым льготалары тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был льготалар 2012 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк, бер үк ваҡытта инвесторҙарҙың Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныуы ла артасаҡ. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, 2012 йылда республикала өс-дүрт яңы предприятие төҙөлә башлаясаҡ.
Республика килеменең сирек өлөшөн яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары тәьмин итә, тип билдәләне Башҡортостан Президенты. Ул шулай уҡ республикалағы ижтимағи-сәйәси хәл тураһында һөйләне. Рөстәм Зәки улының фекеренсә, бөтә власть структуралары өсөн кеше төп өҫтөнлөк булырға тейеш.
Ағиҙел халҡы, мөмкинлектән файҙаланып, Рөстәм Хәмитовҡа һорауҙарын да бирҙе. Улар тамамланмаған АЭС төҙөлөшөнә, ҡаланың иҡтисади үҫешенә, спорт ойошмаларына булышлыҡ итеүгә ҡағылды.
Ағиҙел ҡалаһында атом электр станцияһы төҙөү тураһындағы мәсьәлә хәл ителмәй. Республика Президенты билдәләүенсә, төҙөлөштөң хужаһы — “Росатом” федераль концерны — уны муниципаль йәки республика милкенә тапшырырға ашыҡмай. Мәсьәлә ыңғай хәл ителгән осраҡта республика етәкселеге эште яйға һалыр ине.
Башҡортостан Ағиҙел ҡалаһында төҙөлөп бөтмәгән АЭС майҙанында индустриаль парк ойоштороу башланғысы менән сыҡты. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ун йылға ҡуртымға биреү шарттарында берәү ҙә эшләргә теләмәй. Әлегә “Росатом” концерны етәкселеге АЭС төҙөлөшө перспективаһы тураһындағы һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмай.
Халыҡ менән аралашҡанда Башҡортостан Президенты 2021 йылда Өфөлә Бөтә донъя спорт уйындары үткәреләсәге хаҡында хәбәр итте. Бөтә донъя спорт уйындары — Олимпия уйындарының аналогы. Айырма шунда ғына: уның программаһына спорттың Олимпия уйындарына ҡарамаған төрҙәре инә.
Осрашыуҙа уҡытыусылар хаҡында ла һүҙ булды. “Уҡытыусы йорто” яңы проекты уларға яңы торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бирәсәк. Бер квадрат метрҙың хаҡы 10 — 14 мең һумға төшәсәк. Президенттың әйтеүенсә, бөтә коммуникацияларҙың ҡаҙнанан финансланыуы торлаҡ хаҡын арзанайтыуға булышлыҡ итәсәк, ә төҙөлөш өсөн ер участкаһы бушлай биреләсәк.

***

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Нефтекама ҡалаһында булды.
Республика башлығы 18 ҡатлы йорт төҙөлөшөн ҡарап сыҡты. 130 фатирлыҡ йортто һалыу буйынса эштәр 2009 йылда туҡтап ҡалған. Һөҙөмтәлә объектты финанслауҙа өлөшләтә ҡатнашҡан 131 кеше вәғәҙә ителгән торлаҡты ала алмаған. Быйыл сентябрҙә төҙөлөштө финанслау яңыртылған, бригадалар эш башлаған. Әле төҙөлөш тамамланмаһа ла, фатирға милек хоҡуғы теркәлгән.
Рөстәм Хәмитов биҫтәләге социаль инфраструктура менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, яңы йорт эргәһендә быйыл ғына 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы һалына башлаған. Нефтекамала мәктәпкәсә учреждениеларҙың күбеһе егерме йыл элек төҙөлгән, ә 2011 йылда ике заманса балалар баҡсаһы һалынған.
Нефтекамаға эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты ҡала халҡы менән дә осрашты.
А. ХӘЛИЛОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 247

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213