Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәсәй граждандары алдындағы йөкләмәләрем
Рәсәй граждандары алдындағы йөкләмәләремГеннадий ЗЮГАНОВ,
Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидат
Ватандаштар! Тыуған илебеҙ өсөн ауыр мәлдә һеҙгә мөрәжәғәт итәм. Һуңғы егерме йылда Рәсәй ҙур юғалтыуҙар кисерҙе. Ил емерелә. Унда һәләк булған ауылдарһыҙ бер генә төбәк тә ҡалманы. Емерек предприятиелары булмаған ҡала юҡ. Граждандарҙың күпселегенең йәшәү кимәле түбәнәйә. Фәнни-техник яҡтан артта ҡалыу хәүеф менән янай. Уникаль мөмкинлектәрҙән файҙаланманыҡ. Беҙгә йылдам үҫеш башларға кәрәк, юғиһә упҡынға тәгәрәйәсәкбеҙ. Ваҡыт ашығыс үҙгәрештәр талап итә.

Илде ҡотҡарыу хаҡына

Бөтә донъяла капитализм ҡот осҡос фәҡирлек, бәхәстәр һәм һуғыштар, мәҙәни тарҡалыш һәм экологик проблемалар тыуҙыра. Уның бөлгөнлөккә төшкән системаһы донъяны киҫкен көрсөккә дусар итте, илебеҙ ҙә уның ҡорбанына әүерелде.
Ғәмәлдәге проблемаларҙың ҡатмарлылығын аңлап, мин, Геннадий Зюганов, Рәсәйҙең яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ иңемә алырға әҙермен. Президент итеп һайланһам, халыҡ ышаныс күрһәткән хөкүмәтте ватансыл профессионалдарҙан төҙөүҙе гарантиялайым. Ул коалиция нигеҙендә, төрлө партиялар вәкилдәрен һәм партияһыҙҙарҙы индереп ойоштороласаҡ. Хөкүмәттең яңы башлығы сәйәси пропаганда менән түгел, ә илдең хужалыҡ тормошо менән шөғөлләнәсәк.
Бөтә башҡарма власть эше Рәсәйгә янаған төп биш хәүефте еңеп сығыуға йүнәлтеләсәк:
— ғәйәт ҙур социаль тигеҙһеҙлекте;
— демография һәләкәтен;
— сеймалға буйһонған иҡтисадтың тарҡалыуын;
— оборонаға һәләтте юғалтыуҙы;
— рухи-әхлаҡи деградацияны.
Командабыҙ дәүләттең башына килһә, түбәндәгеләрҙе тәьмин итәсәк:
— илдең милли именлеген һәм граждандар өсөн шәхси именлекте;
— иҡтисади түбән тәгәрәүҙән йылдам үҫешкә күсеүҙе;
— фәҡирлекте һәм йәмғиәттең тарҡалышын еңеп сығыуҙы;
— Рәсәй халыҡтарының дуҫлығын нығытыуҙы;
— законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен һәм кеше хоҡуҡтарын үтәүҙе.
Барлыҡ үҙгәртеп ҡороуҙарҙы беҙ халыҡ өсөн һәм халыҡ менән бергә тормошҡа ашырасаҡбыҙ.

Сәйәси системаны яңыртыу

Дәүләт башындағы эшмәкәрлегемде халыҡ власын урынлаштырыуға буйһондорорға һүҙ бирәм. Дәүләт идараһы һәм дөйөм халыҡ милкен файҙаланыу өлкәһендә Рәсәй халыҡтарының ысын тиңлеге тәьмин ителәсәк.
Граждандарҙың ихтыярын берәү ҙә сикләмәйәсәк.
2012 йылдың 1 декабренә сираттан тыш парламент һайлауы тәғәйенләнәсәк. Дәүләт Думаһы депутаттары менән бер үк ваҡытта һәр берегеҙ Федерация Советының яңы составын һайлауҙа ҡатнаша аласаҡ.
Асыҡ һәм намыҫлы һайлау системаһын төҙөүҙе гарантиялайым. Илдең барлыҡ һайлау комиссиялары Рәсәйҙәге партиялар вәкиллектәре нигеҙендә ойоштороласаҡ. Һеҙ сәйәси партиялар етәкселәренең һәм президентлыҡҡа кандидаттарҙың мотлаҡ ҡатнашлығындағы тулы ҡиммәтле теледебаттар күрәсәкһегеҙ. Тауыш биреү һөҙөмтәләрен ялған күрһәткән өсөн яза көсәйтеләсәк.
2012 йыл аҙағына тиклем Дәүләт Думаһына губернаторҙарҙы туранан-тура һайлау хаҡындағы закон проектын индерәсәкмен.
Бер йыл эсендә Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы махсус ҡануниәт эшләй башлаясаҡ.
2014 йылдан илдә урындағы Советтарҙың берҙәм системаһы эшләй башлаясаҡ. Урындағы үҙидара ихтыяждарын финанслау артасаҡ.
2015 йылдан ҡала һәм райондар кимәлендәге халыҡ судьялары халыҡ тарафынан һайланасаҡ.
Йәмәғәт ойошмалары һәм халыҡ контроле аша власҡа йоғонто яһау мөмкинлеге биреләсәк.

Рәсәйҙең именлеге

Минең етәкселегемдә халыҡ ышанысына эйә булған Хөкүмәт яңы йүнәлеш аласаҡ.
СССР емерелгәндән һуң донъя реакцияһы артҡандан-арта бара. Донъя яңынан бүленә, тәбиғи ресурстар һәм һатыу баҙарҙары яулап алына, Көнбайыштағы кеүек режим таратыла. АҠШ яулап алыу буйынса бер нисә һуғыш алып бара. Вашингтондың “Ҙур Яҡын Көнсығыш” проекты — донъяла хакимлыҡ итеү планының бер өлөшө генә. Беҙҙең илгә һәр төрлө агрессиянан ҡалҡан кәрәк.
Рәсми Мәскәү НАТО-ға ҡаршы тороу сараһын эшләй алманы. Ливияға баҫып инеүгә Рәсәйҙең ризалыҡ биреүе — хурлыҡ. АҠШ-тың ҡоралланыу ярышы йәшеренгән СНВ-3 договоры оҙайтылды. Илебеҙҙең оборона ҡеүәте йылдам юҡҡа сыға. Рәсәй биләмәләрен таратыу дауам итә. Туғандаш Белоруссия ситкә этәрелә.
Милли именлекте тергеҙеүҙе һәм Рәсәйгә суверенитет гарантиялауҙы бик мөһим тип иҫәпләйем.

Иҡтисади сәйәсәт

Реформа йылдарында Рәсәйҙәге сәнәғәт ҡеүәтенең ҙур өлөшө юҡҡа сығарылды. Сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәтенә ҡараған 9 850 предприятиеның 416-һы ғына дәүләттеке булып ҡала. Һөҙөмтәлә олигархтарҙың табышы бөтә илебеҙ тәбиғи ресурстарҙы файҙаланыуҙан алған килемгә ҡарағанда 400 тапҡырға күберәк. Тап шуға күрә фәҡирҙәр һаны кәмемәй, етештереү түбәнәйә, ә инфраструктура күҙгә күренеп емерелә.
“Скважина иҡтисады” урынына үҫеш иҡтисады булдырыу өсөн беҙ ете бурысты тормошҡа ашырасаҡбыҙ.

1. Национализация.
Яңы Ер, Урман һәм Һыу кодекстары, ер аҫты тураһындағы закон ҡабул ителәсәк. Улар тәбиғи ресурстарға дөйөм халыҡ милкен нығытасаҡ. Бынан тыш, национализация нефть һәм газ комплексына, банк өлкәһенә, энергетика, авиатөҙөлөш, тимер юл транспортына ҡағыласаҡ. Ул дәүләткә ҙур финанс ресурстары бирәсәк. Рәсәй бюджетының килеме икеләтә артасаҡ. Иҡтисадты аяҡҡа баҫтырыуға ла, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лә аҡса буласаҡ.
Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтәм: бөтә нәмәне дәүләт милкенә тапшырыуҙың мәғәнәһе юҡ. Хосусилаштырылған фатирҙар, дача участкалары һәм башҡа шәхси милек хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Национализация аҙ һанлы кешеләр даирәһенә генә ҡағыласаҡ. 90-сы йылдарҙа халыҡ мөлкәтенә хужа булып, артабан производство үҫешенә аҡса һалғандарға лайыҡлы компенсация тәҡдим итәсәкбеҙ. Был кешеләрҙе беҙ белгестәр сифатында эш менән тәьмин итергә һәм инвесторҙар булараҡ ҡыҙыҡлы проекттарҙа ҡатнашыуға саҡырырға әҙербеҙ. Беҙҙең команда диалогка һәм уйланылған килешеүгә әҙер, әммә беҙ олигархтарҙың “көйөн көйләмәйәсәкбеҙ”.
Шуны гарантиялайым: национализациянан халыҡтың 99 проценты, шул иҫәптән бәләкәй һәм урта бизнес отасаҡ. Күрерһегеҙ, хөкүмәт газ һәм электр энергияһына, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм транспорт хеҙмәттәренә тарифтарҙың, күмергә һәм яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтың артыуын туҡтатасаҡ. Һөҙөмтәлә аҙыҡ-түлеккә һәм башҡа тауарҙарға хаҡ арзанаясаҡ.

2. Яңы индустриялаштырыу.
Индустриялаштырыуҙы беҙ фәнни-техник прогрестың алдынғы ҡаҙаныштары нигеҙендә тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Берҙәм энергетика системаһы ойоштороласаҡ.

3. Рәсәй ауылын тергеҙеү.
Беҙ илдең аҙыҡ-түлек именлеген кире ҡайтарасаҡбыҙ. Ауыл хужалығын үҫтереүгә ассигнованиелар федераль бюджеттағы сығым өлөшөнөң 10 – 15 процентын тәшкил итәсәк. Хөкүмәт ҙур коллектив хужалыҡтар ойоштороуҙы тәьмин итәсәк, крәҫтиәндәргә заманса техника бирәсәк. Хаҡтар тигеҙһеҙлеге юҡҡа сығарыласаҡ. Ауылда мәҙәниәт учреждениелары, мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар һәм поликлиникалар аяҡҡа баҫтырыласаҡ. Беҙ ауылға тулыһынса газ үткәреүҙе гарантиялайбыҙ.

4. Финанс сәйәсәтен алмаштырыу.
Бөгөн власть үҙҙәре һәм банкирҙары өсөн “ҡара көнгә” тип нефть долларҙарын сит илдәрҙә туплап, иҡтисадты талай. Беҙҙең аҡса-кредит һәм финанс сәйәсәте, шулай уҡ хаҡ барлыҡҡа килеүгә һәм тарифтарға контроль үҙебеҙҙең тауар етештереүселәргә, муниципаль берәмектәргә ярҙам күрһәтеүҙе гарантиялай.
Рәсәйҙең банк системаһы нигеҙен дәүләт банктары, шул иҫәптән “Внешторгбанк”, Һаҡлыҡ банкы, “Стройбанк”, ауыл хужалығы банкы тәшкил итә. Улар илдең финанс ресурстарын рациональ файҙаланыуҙы, һөҙөмтәле аҡса әйләнешен тәьмин итә. Иҡтисади һәм социаль үҫеште дәртләндереү мөмкинлеген биргән коммерция банктары һаҡланып ҡаласаҡ. Кредит өсөн юғары проценттары менән иҡтисадты быуған алыпһатарлыҡ бөтөрөләсәк.

5. Һалым системаһын ҡайтанан ҡарау.
Иҡтисадтың реаль секторы предприятиелары өсөн һалым түбәнәйәсәк. Конкуренцияла һәләтле продукция сығарған, ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эшенә аҡса һалған производстволар ҙур льготаларға эйә буласаҡ.
Беҙ, бюджетты йыл һайын ике триллион һумға тулыландырып, килемгә һалымдың алдынғы шкалаһын ғәмәлгә индерәсәкбеҙ. Әммә һеҙ бер ғаилә ағзаһына килемегеҙ айына 12 мең һумдан аҙыраҡ булһа, был һалымды түләмәйәсәкһегеҙ.

6. Фәнде йылдам үҫтереү.
Бөгөн Рәсәй экспортында юғары технологиялар продукцияһының өлөшө 0,5 процентҡа тиклем кәмене. Германия һәм Японияла ул 30 проценттан ашыу, ә АҠШ-та 40 процентҡа етте. Ошондай хурлыҡлы хәлде яйға һалыу өсөн беҙ 2014 йылға ватан фәнен финанслауҙы икеләтә арттырасаҡбыҙ. Совет власы тарафынан төҙөлгән фән ҡаласыҡтары һәм башҡа ғилми үҙәктәр илде аяҡҡа баҫтырыу таянысына әүереләсәк. Ғалимдарға беҙ лайыҡлы эш хаҡы, перспективалы йәш тикшеренеүселәргә торлаҡ һәм башҡа ярҙам сараларын гарантиялайбыҙ.

7. “Киңлекте буйһондороу” программаһын тормошҡа ашырыу.
Рәсәй авиатөҙөлөшөнә инвестициялар 2013 йылға икеләтә артасаҡ. Беҙ авиакомпанияларҙы ҙурайтасаҡбыҙ, заманса төбәк авиацияһы ойошторасаҡбыҙ, осоштарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн сара күрәсәкбеҙ. Яңы тиҙлек магистралдәре төҙөүгә айырым иғтибар бирәсәкбеҙ. Диңгеҙ һәм йылға транспортын үҫтереү программалары эшләй башлаясаҡ. Ташыуға тарифтарҙы көйләү барыһына ла ирекле йөрөү мөмкинлеген тәьмин итәсәк.
Халыҡ ышанысына эйә булған Хөкүмәт эшмәкәрлегенең тәүге өс йылында сәнәғәт һәм ауыл хужалығы етди капитал һалыуҙы талап итәсәк. Әммә улар эшләй башлағас, иҡтисади үҫеш бюджетҡа ышаныслы керемдәр бирәсәк. Был күләмле социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Социаль һәм милли-мәҙәни сәйәсәт

Рәсәй Президенты вазифаһына эйә булғас, илдең бөтә территорияһында берҙәм социаль сәйәсәт һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙән киң файҙаланыу мөмкинлеген гарантиялайым.

1. “Социаль джунгли”ҙарға алмашҡа ғәҙеллек йәмғиәте киләсәк
Беҙ яңы Хеҙмәт кодексын ҡабул итәсәкбеҙ һәм ялланған хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлаясаҡбыҙ. Хеҙмәтсәндәр лайыҡлы эш хаҡына һәм хеҙмәт шарттарына, ялға һәм сәләмәтлекте нығытыуға, белем һәм мәҙәни кимәлде күтәреүгә гарантиялар аласаҡ.
Бер йыл эсендә беҙ “Берҙәм Рәсәй” тарафынан илгә көсләп тағылған һәм халыҡҡа ҡаршы йүнәлтелгән барлыҡ закондарҙы ҡайтанан ҡараясаҡбыҙ. Тәүгеләр иҫәбендә социаль өлкәне коммерциялаштырыу тураһындағы 83-сө Федераль законды юҡҡа сығарасаҡбыҙ. Яңы ҡануниәт социаль учреждениелары селтәрен киңәйтәсәк, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауҙы көсәйтәсәк, ололарға һәм инвалидтарға ярҙам күрһәтеүҙең өҫтәмә сараларын ғәмәлгә индерәсәк. “Һуғыш балалары”ның махсус статусы нығытыласаҡ. 2013 йыл аҙағына Рәсәйҙә пенсияларҙың уртаса күләме — ике, минималь күләме өс тапҡырға артасаҡ.
Һәр берегеҙ лайыҡлы торлаҡ менән тәьмин ителәсәк. Аҙ килемле ғаиләләр уны бушлай аласаҡ. Башҡалар торлаҡты йылына иң күбе 5 процентҡа тиң ставка буйынса кредитҡа алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса күләмле программа эшләй башлаясаҡ. Дәүләт, төҙөлөшкә бушлай ер бүлеп, күмәк шәхси төҙөлөшкә әүҙем ярҙам күрһәтәсәк.
Яңы Торлаҡ кодексы инфраструктураны һәм коммуналь хужалыҡ объекттарын дәүләт милкенә ҡайтарасаҡ. Идарасы компаниялар дәүләт йәки муниципаль компанияларға әүереләсәк. Власть күп фатирлы йорттарҙа коммуникацияларҙы, ҡыйыҡты, подвалдарҙы һәм подъездарҙы төҙөкләндереү өсөн һеҙҙең алда яуап тотасаҡ.
Һәр йортҡа арзан йылылыҡ һәм электр энергияһы киләсәк. Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ғаилә килеменең 10 процентынан артмаясаҡ.

2. Балалар һәм йәштәр дәүләт ярҙамына эйә буласаҡ.
Йәштәргә беҙ тулы ҡиммәтле бушлай белем алыуҙы, специальность буйынса эш, ғаиләләрен бушлай торлаҡ менән тәьмин итеүҙе гарантиялайбыҙ.
Ике йылда беҙ мәктәпкәсә балалар учреждениеларында урындар етмәү мәсьәләһен тулыһынса хәл итәсәкбеҙ. Күп балалы ғаиләләр өсөн льготаларҙың алға киткән системаһы эшләй башлаясаҡ.

3. Сифатлы белем барыһы өсөн дә асыҡ буласаҡ.
Беҙ халыҡҡа совет власының бөйөк ҡаҙанышын — бушлай дөйөм белем алыуҙы кире ҡайтарасаҡбыҙ. Уға дәүләт сығымдары тулайым төбәк продуктының 4 процентынан алып 8 — 10 процентына тиклем артасаҡ. Уҡытыусының хеҙмәте өсөн лайыҡлы түләнәсәк, ә уның абруйы артасаҡ.
Уҡыусылар йылы аш менән тәьмин ителәсәк. Студент стипендиялары артасаҡ, уны алыусылар һаны күбәйәсәк. 2012 йылдың 1 сентябренән ошо маҡсатҡа сығымдар икеләтә үҫәсәк, артабан стипендиялар күләме йыл һайын индексацияланасаҡ.

4. Милләттең һаулығы нығыясаҡ.
Сифатлы медицина хеҙмәттәре бушлай күрһәтеләсәк. Шәхси клиникалар тулы ҡиммәтле дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһына өҫтәмә генә буласаҡ. Ауырыуҙарҙы комплекслы иҫкәртеү, шифахана-курортта дауаланыу, сәләмәт тормошто күләмле пропагандалау тәьмин ителәсәк.
2014 йылдан да һуңға ҡалмайынса һаулыҡ һаҡлауҙа уртаса эш хаҡы ил буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ буласаҡ. 2013 йылдың 1 ғинуарынан яңы тыуған сабыйға бер тапҡыр бирелә торған пособие 50 мең һум тәшкил итәсәк. Балаға айлыҡ пособие уның реаль йәшәү минимумына тура киләсәк.

5. Власть илдең мәҙәни үҫешен һәм рухи берҙәмлеген тәьмин итәсәк.
Дәүләт Рәсәйҙәге барлыҡ халыҡтарҙың рухи ҡиммәттәрен һәм милли йолаларын һаҡлап ҡаласаҡ. 2012 йыл аҙағына тиклем “Мәҙәниәт тураһында”ғы закон ҡабул ителәсәк. Өс йылда ошо өлкәгә сығымдар икеләтә артасаҡ. Мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса саралар көсәйтеләсәк. Беҙ тарихыбыҙҙы оло быуын ҡаҙаныштарына тап төшөрөүселәрҙән ышаныслы яҡлаясаҡбыҙ. Ватан телевидениеһының аҡыл һәм рухи кимәле үҫәсәк. Һеҙ йөҙәткес телерекламанан ҡотоласаҡһығыҙ.
Халыҡтың күпселеге еңергә һәм үҙенең ғәҙел власын урынлаштырырға тейешлегенә иманым камил.
Беҙ өлгәшелгәндәре менән ғорурланған һәм киләсәккә ышаныслы ҡараған илдә йәшәй алабыҙ һәм йәшәргә тейешбеҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 260

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 334

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 321

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 235

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 116

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212