Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һайлай ҙа, һанлай ҙа белһәк...
Хәҙерге ҡатыраҡ күңелле, прагматик ҡарашлы йәштәрҙән айырмалы рәүештә, өлкәндәр хислерәктер, уҙған йылдар тураһында әҫәрләнеп тә, һағынып та уйлайҙыр. Ваҡыт үтә килә, көндәлек ваҡ-төйәк кенә эштәр ҙә ижтимағи әһәмиәт алған һымаҡ һәм йыш ҡына бөгөнгө ғәмәлдәрҙең һин уйлағанса булмауына эсең боша, донъяла күп нәмә һин көткәнсә эшләнмәй, тимәк, дөрөҫ түгел, тип ышана башлайһың.
Ярай ҙа замананың матур эштәре ололарҙың шик-шөбһәләрен тарата торһа. Әммә бала саҡтың яҡты хәтирәләренән, йәшлек йылдарындағы ихлас инаныуҙарҙан да һис арынырлыҡ түгел.
Байрамһыҙ хәҙер бер көн йәшәмәһәк тә, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң хәтһеҙ ваҡыт илдә кәйеф-сафа ҡороп йөрөү күренмәне. Хатта Еңеү көнө лә тантана-маҙарһыҙ үтә лә китә торғайны. Бер-береһенән айырылмаған көндәр, айҙар, йылдар эсендә урындағы власть органдарына, йә иһә Юғары Советтарға депутаттар һайлау мәле хәтергә ни өсөн шул ҡәҙәре лә уйылып ҡалғандыр, айышына әле булһа төшөнә алмайым. Мәсьәлә, бәлки, депутатлыҡҡа кандидаттарҙың тәржемәи хәле яҙылған, матур һүрәте төшөрөлгән листовкаларҙың һәр урында тороуында ғына булмағандыр, беҙҙең халыҡ, изгелеккә ышанысын юймай, сәйәси ғәмәлдәрҙән тормоштоң яҡшылыҡҡа үҙгәрәсәген, әҙәмсә йәшәп алып китеребеҙҙе көтә ине бит. Унан һуң, депутат буласаҡ кешеләр, ошо мәлдә биләгән вазифаһына ҡарамаҫтан, йыбанмай, һәр ауылды йөрөп сыға, халыҡтың йомошон тыңлай, наказдар ала. Әлбиттә, хәҙерге һайлауҙарҙы ойоштороусылар, сәйәси технология һәм пиар белгестәре фекеренсә, мин әле генә иҫкә алған осорҙар “демократия стандарттарына яуап бирмәгән, альтернативаһыҙ һайлауҙар” булғандыр. Европа, Америка күҙәтеүселәре иһә, “легитимлы түгел” тип, совет һайлау системаһына үҙ хөкөмөн сығарыр ине.
Ә беҙҙең өсөн, романтик-патриоттарға, һайлау көнө — барыбер байрам. Шулай булмай, колхоз идараһы, клуб, мәктәп, лесничество кеүек, халыҡтың күҙ терәп торған урындарына әләмдәр эленгән, ауыл рәссамдары һыҙғылаған транспаранттар әллә ҡайҙан күренеп тора. Беҙ инде, иртүк тороп, ихатаны, урамдарҙы тап-таҙа итеп һепереп ҡуйғанбыҙ. Апайымдар өй эсен бар хәлсә матурлаған. Тәҙрә төптәрендәге ҡына гөлөнә һыу бөгөн иртәрәк һибелгән. Әсәйем, үгәй атай, үҙҙәренсә байрамса кейенеп, йә клубтағы һайлау участкаһына, йә беҙҙән дүрт саҡрымдағы Туҡембәткә сығып китә.
Таҡташ “Һәр замандың була үҙ ауырыуы” тигәндәй, һәр бер дәүерҙең үҙенсә ижтимағи ҡоролошо, шул ҡоролошҡа законлы төҫ биреүгә йүнәлтелгән дәүләт власы институттары һәм һайлау системаһы була. Властың үҙ хакимлығын нығытырлыҡ һәм дә оҙайлы итерлек булыуында ҡыҙыҡһыныуы тәбиғи. Һайлау тураһындағы закондарҙы ла, уларҙы уҙғарыу тәртибен дә хакимиәт ошо маҡсатты күҙ алдында тотоп ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта ул һайлау мәлендә халыҡты башкөллө алдауға йөрьәт итмәй. Әммә беҙҙә йыш ҡына, ғәҙеллек тураһында ант итеп тә, “ярамай, әммә бик теләгәндә — мөмкин” тигәнерәк принцип өҫтөн сыға.
Һайлау ҡануниәтенең сәйәси конъюнктураға буйһондоролған булыуын беҙ ҡотолғоһоҙ хәл тип ҡабул итәбеҙ. Тарихтан мәғлүм: СССР-ҙың яңы Конституцияһы нигеҙендә, Союз Юғары Советына тәүге һайлауҙар 1937 йылдың 12 декабрендә үткәйне. Закондар сығарыусы иң юғарғы орган теүәл бер ай тигәндә эшен башлаған. Ошонан бирле, етмеш биш йыл эсендә, төрлө кимәлдәге нисәмә һайлау ойошторолған. Колхоз, хатта ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесенең алмашыныуына ла донъя ваҡиғаһы тип ҡарарға өйрәнгән беҙҙең халыҡ депутаттар һайлауға ифрат етди мөнәсәбәттә булды һәм уларҙы эшкә фатихалар бирә-бирә оҙатыр ине.
Ярай, иҫкене яңыртыр әмәлдәр юҡ һәм ул замандарҙы хәтерләү ҙә — күңел йыуатыу өсөн генә. Үҙебеҙҙең ҡәҙимге ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайтһаң, эс боша, һине кемдер, күҙеңә ҡарап бер һүҙ һөйләп тә, боролоуың менән үк төп башына ултыртты, тигән тойғонан арынып булмай. Америка яҙыусыһы һәм журналисы Эдгар Хоуҙың: “Һайлауҙа фәҡәт һайлаусылар ғына отола”, — тип раҫлауына ышанғы ла килмәй. Хәйер, һәр һайлау алдынан беҙ, матурлап әйткәндә, электорат, депутат креслоһын көҫәүселәрҙең үҙебеҙҙе туғанынан да ҡәҙерлерәк күреүенә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Моратына ирешкәс һәм түрәлеккә менгәс, “йән киҫәктәрен” онотоуҙарын да беләбеҙ. Һайлау алдынан халыҡ менән осрашмағас, теләк-талаптарын ишетмәгәс, уға хисап бирәһе лә юҡ. Рәх-ә-әт!..
Ярай ҙа әле ил президенты ла, Хөкүмәт рәйесе лә, хакимлыҡ биргән форсаттарҙан файҙаланып, үҙ фекерҙәрен халыҡҡа еткереү өсөн төрлө юлдар таба. Владимир Путиндың Рәсәй йәмәғәтселеге иғтибарына тәҡдим иткән мәҡәләләре — әйтелгәнгә ҡеүәт.
Уҙған йылдың декабрендә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлағанда бюллетендәге кем фамилияһы алдына билдә ҡуйыуым, билләһи, хәтерҙә ҡалмаған. Исемлеккә ингәс, ул кешеләр минең “галочкаға” мохтаж да булмағандыр, шәт. Түрәләр, аҡсалылар, исемле артистар, спортсылар беҙгә күҙ һалмай ҙа үтеп китә. Һеҙ нисектер, әммә мин боксер Николай Валуев менән фигурист Евгений Плющенконың закон проекты өҫтөндә эшләп ултырыуын күҙ алдына килтерә алмайым. Улар, әлбиттә, тормоштоң энәһен-ебен беләлер, ләкин парламент — сәйәси йә бизнес-клуб түгел, бәлки халыҡты кәүҙәләндереүсе вәкәләтле орган.
Боронғо грек философы Аристотель, беҙҙең бөгөнгө булмышты төҫмөрләгәндәй, яңы дәүергә тиклем үк нимә тигән?.. “Вазифалы кешеләрҙе һайлап ҡуйыу йәһәтенән иһә йәнә шуны ла әйтергә кәрәк. Һайлау алдан уҡ билдәләнгән кандидаттар араһынан бойомға ашырыла ҡалһа, хәүефле хәл килеп тыуа: таныш булған, хатта аҙ ғына кеше лә үҙ-ара килешеүгә өлгәшергә теләй икән, һайлауҙар һәр даим улар ниәтләгәнсә үтәсәк”.
... Ә минең һаман бала сағыма, йәшлегемә ҡайтҡым, клуб болдоро өҫтөндә елберҙәгән ҡыҙыл әләмде күргем, һайлау алдынан тип, урамды тап-таҡыр итеп һепергем, әсәйемде, кейендереп-яһандырып, байрамға оҙатҡым килә.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 247

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 237

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213