Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ышаныс булһа, яҡлау ҙа табылыр
Ышаныс булһа, яҡлау ҙа табылыр“Власть асыҡ булырға тейеш. Беҙгә власть вәкилдәре хаҡында халыҡтан йыраҡ торған, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан ришүәтсе бюрократтар кеүек фекерҙе юҡҡа сығарыу зарур”.
(Башҡортостан Президенты Мөрәжәғәтнамәһенән)


Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн халыҡтың тормошо, йәшәйеше, уны борсоған мәсьәләләр менән республикабыҙ буйлап эш сәфәре барышында ғына түгел, Интернет аша ла таныша, урындағы хәлде өйрәнә. Рөстәм Зәки улы үҙенең блогын 2010 йылдың июлендә, йәғни юғары вазифаға раҫланғандан һуң булдырғайны. Әйтергә кәрәк, был заманса аҙым тәүге көндәрҙән үк йәмәғәтселектә хуплау тапты. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә блог Башҡортостан етәксеһе менән тура бәйләнештең йоғонтоло каналына әүерелде. Бөгөн был интернет-битте көнөнә
10-ар мең кеше ҡарай.
“Блог минең өсөн – мәғлүмәт сығанағы, өҫтәүенә башҡаса юл менән алып булмай торған дөрөҫ мәғлүмәт,” – тип билдәләне Башҡортостан Президенты “Рәсәй сәнәғәте” журналының баш мөхәррире Е. Шохина менән әңгәмәһендә. – Кешеләр ысын күңелдән яҙа. Ҡайһы берәүҙәр, эй, ярар ҙа, нимә булһа ла булыр, тигән уй менән ебәрә. Дөрөҫлөктө яҙалар, шуның менән бергә координаталарын да ҡалдыралар. Иң мөһиме – уларға бының өсөн бер нимә лә булмай. Киреһенсә, һорауҙарҙы ҡарайбыҙ, өйрәнәбеҙ. Мин шунда уҡ район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына, министрҙарға күрһәтмә бирәм. Байтаҡ мәсьәлә хәл ителә, һорауҙар ҡәнәғәтләндерелә”.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, IT-технологияларҙың хәҙерге йылдам үҫешендә виртуаль аралашыу тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө була бара. Республика етәксеһе үҙе заман технологиялары һәм элемтә саралары менән иркен эш итә, интернет-сайттарҙы даими ҡарап бара, шуның менән тәү сиратта ҡул аҫтындағыларға өлгө булып тора. Уның хәл-торошто яҡшы белеүе, тәрән белемле, алдан күреүсән булыуы, дөрөҫ йүнәлеш, бурыстар билдәләүе һөҙөмтәһендә блогы ла тиҙ арала халыҡта танылыу тапты. Ҡараусылар һаны буйынса ул Башҡортостандың иң популяр киң мәғлүмәт саралары һәм иң күп кеше ингән сайттары менән ярыша, тип билдәләй белгестәр. Улай ғына ла түгел. Мәҫәлән, 2011 йыл аҙаҡтарында “Эксперт-Урал” журналының баш мөхәррир урынбаҫары С. Ермак блогтарҙың рейтингын төҙөгән. Рөстәм Хәмитовтың интернет-көндәлегенең популярлыҡ кимәле иң юғары булып сыҡҡан. Өҫтәүенә уның блогы Ҙур Урал сәйәсмәндәре веб-сайттары менән сағыштырғанда иң йәше һанала.
Ҡайҙан ғына һәм кемдәр генә инмәй был танылыу яулаған журналға: Рәсәй, Ҡаҙағстан, Украина, Яҡын Көнсығыш, Көнбайыш илдәренән, хатта Ҡытай, Америка Ҡушма Штаттары, Канаданан да... Әлбиттә, иң күбе Башҡортостандан, сөнки халыҡтың әйтер һүҙе бихисап, проблемалары етерлек. Миҫалға бер нисә мөрәжәғәтте килтереп үтәйек:
“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Һеҙгә Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәммәт ауылынан мөрәжәғәт итәбеҙ. Ауылыбыҙҙа урамдар торошо бигерәк насар. Ошо һорауҙы хәл итергә ярҙам итегеҙ әле”.
“Һаумыһығыҙ, Рөстәм Зәки улы! Мин өс бала әсәһе, өсөнсөһө 2011 йылдың ғинуар айында тыуҙы. Әле йортобоҙҙо төҙөп бөтмәнек, шул сәбәпле кеше фатирында торабыҙ. Күп балалы ғаилә булараҡ, беҙгә бушлай ер тейешлеме?”
“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! ”Башнефть” акционерҙар йәмғиәте “Салауат Юлаев” хоккей командаһының бағыусыһы ине бит. Ни өсөн беҙҙең байлыҡ иҫәбенә ЦСКА-ны тоторға булдылар? Яратҡан командабыҙҙың тарҡалыуын теләмәйбеҙ. Бөтә республика “Салауат Юлаев” өсөн борсола. Футболды ла күтәрергә ине”.
“Һаумыһығыҙ, Рөстәм Зәки улы! Һеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ. Минең ҡартатайым – һуғыш ветераны, уға 90 йәш тула. Торлаҡҡа сертификат юллап, район хакимиәтенә ғариза яҙғайныҡ та, әммә уны, нигеҙле түгел тип, ҡараманылар. Ҡартатайыма торлаҡ тейештер бит?”
“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Мин 2002 йылда Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаштым. Беҙ, Башҡортостан егеттәре, ҡуйылған бурысты теүәл, тиҙ үтәнек, ҡыйыулығыбыҙ менән айырылып торҙоҡ. Ҡасан беҙҙе торлаҡ менән тәьмин итерҙәр?..”
Эйе, кешеләрҙең һорауҙары күп, төрлө төбәктән килә улар. Берәүҙәр әсәлек капиталын файҙаланыу, ғаилә балалар баҡсаһы асыу, пенсия күләме, ташламалы кредит буйынса кәңәш һораһа, икенселәрҙе ауылдағы проблемалар борсой: урамдағы яҡтылыҡ, өйҙәргә газ индереү, һыу менән тәьмин ителеш, тирә-йүндең санитар торошо, юлдарҙың, урамдарҙың төҙөк булмауы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге яраҡлаштырыу күренеше һәм башҡалар.
Шуны билдәләп үтеү мөһим: Башҡортостан Президенты блогы артабан Интернетта республиканың бер нисә министрлығына, идаралығына үҙ блогын асырға этәргес бирҙе. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе лә интернет-көндәлеген булдырҙы. Шулай итеп, власть кешеләр өсөн бөгөн асыҡ.
РS: Мәҡәлә буйынса фекерҙәрегеҙҙе “Башҡортостан” гәзитенең сайтында ҡалдыра алаһығыҙ (www.bash.bashgazet.ru)
Фаил Ҡылысбаев


Сергей Лаврентьев, политолог:
– Шәхси блог – үҙенсәлекле бәйләнеш сараһы. Ул теләгән кешегә теге йәки был етәксе менән иркен аралашыу, үҙ үтенесен, һорауын еткереү мөмкинлеген аса. Власть өсөн был һәр саҡ хас күренеш түгел. Әммә ул халыҡҡа яҡынайһа, аралашыу нисектер йылыраҡ, шәхсәнерәк була. Был һөйләшеүҙә һәр кем ҡатнашып, Президент менән аралаша ала. Бындай диалог, һис шикһеҙ, республика халҡының власҡа ышанысы артыуына булышлыҡ итә. Ышаныс булһа, уға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә табылыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 261

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 336

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 322

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 236

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 117

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212