Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Владимир ПУТИН: “Беҙгә яңы иҡтисад кәрәк”
Владимир ПУТИН: “Беҙгә яңы иҡтисад кәрәк”Беҙ бөтә донъяның иҡтисади тормошондағы ҙур үҙгәрештәр осоронда йәшәйбеҙ. Технологиялар бер ваҡытта ла бындай тиҙлек менән яңырғаны булманы. Бөгөн беҙҙе уратып алған ғәҙәти күренештәрҙең күбеһе 15 — 20 йыл элек мөғжизә кеүек тойола ине. Ғәйәт ҙур конкуренцияла алдынғылыҡ өсөн көрәш бара, һәм яңы мөмкинлектәрҙе башҡаларға ҡарағанда тулыраҡ файҙаланған кеше ота.

Хеҙмәттең глобаль бүленешендә Рәсәйҙең тотҡан урыны

Рәсәйҙәге тулайым төбәк продуктының сирек өлөшөнән күберәге — донъя баҙарында газ, нефть, металл, ағас, башҡа сеймал продукттарын һатыу һөҙөмтәһе.
Тотороҡлолоҡ, суверенитет, лайыҡлы тормош тәьмин итмәгән иҡтисад Рәсәйгә кәрәкмәй. Беҙгә конкуренцияға һәләтле, заманса технологик нигеҙҙә эшләгән яңы иҡтисад кәрәк. Беҙгә иҡтисадты яңыртыуҙың һөҙөмтәле алымын булдырырға, уның өсөн ҙур матди һәм кадрҙар ресурстарын табырға һәм йәлеп итергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта иҡтисадты үҙгәртеп ҡороуҙа протекционистик сараларға иҫәп тота алмайбыҙ. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәнгә күрә түгел. Беҙ унда етештереүҙә лә, ҡулланыуҙа ла тышҡы баҙарға ныҡлы бәйле булған иҡтисад арҡаһында индек.

Технологик яҡтан артта ҡалыуҙы еңергә

Технологик алдынғылыҡты кире ҡайтарыу өсөн беҙгә өҫтөнлөктәрҙе етди һайлап алырға кәрәк. Фармацевтика, юғары технологиялы химия, композит һәм металл булмаған материалдар, авиация сәнәғәте, мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, яңы технологиялар кеүек тармаҡтарҙы ошо өҫтөнлөктәргә индерергә мөмкин. Әлбиттә, атом сәнәғәте һәм Йыһан әүәлгесә лидерҙар булып ҡала. Был өлкәләрҙә беҙ технологик өҫтөнлөктәрҙе юғалтманыҡ.
Ҙур дәүләт корпорациялары һәм холдингтар төҙөү буйынса эш-ғәмәлдәребеҙ сәнәғәт сәйәсәтенең өҫтөнлөктәре менән бәйле. Ундайҙарға “Ростехнологиялар”, “Росатом”, Берләштерелгән авиатөҙөлөш корпорацияһы, Берләштерелгән суднолар эшләү корпорацияһы һәм башҡалар инә. Бының маҡсаты — сәнәғәтебеҙҙең интеллектуаль тармаҡтарының ҡыйралыуын туҡтатыу, ресурстарҙы туплау һәм идараны үҙәкләштереү иҫәбенә фәнни һәм етештереү ҡеүәтен һаҡлап ҡалыу. Ошо маҡсатҡа өлгәшелде тиергә мөмкин.
Беҙ Рәсәй капиталының юғары технологиялы активтарҙы хосусилаштырыуҙа һәм артабан да үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыуына иҫәп тотабыҙ. Бер үк ваҡытта фәнни-етештереү базаһына аҡса һалыу ғына түгел, шулай уҡ ҙур халыҡ-ара баҙарҙарҙа бәйләнештәрен, урындарын тәҡдим итерлек эре инвесторҙар араһында һатып алыусыларҙы эҙләргә кәрәк. Корея һәм Ҡытай кеүек илдәрҙең иҡтисадты уңышлы яңыртыу тәжрибәһе дәүләт яғынан этәргес кәрәклеген, уның һөҙөмтәһе хаталаныу хәүефенән юғарыраҡ булыуын күрһәтә.

Рәсәй иҡтисадының яңырыу осоро

Конкуренция тәьмин итеү иҡтисадтың яңылыҡҡа ихтыяжында төп шарт булып тора. Конкуренция ғына шәхси предприятиеларҙы технологик яҡтан яҡшыраҡ алымдар эҙләргә, продукцияны яңыртырға мәжбүр итә. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү менән ҡайһы бер тармаҡтарыбыҙ өсөн барлыҡҡа килгән талаптарҙы күрәм. Шуны әйтмәксемен: күсеү осороноң ҡыйынлыҡтарын еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләйәсәкмен. Әммә сәнәғәт тауарҙары етештереүселәр милли баҙар осороноң үтеүен асыҡ аңларға тейеш. Йылы урындар булмаясаҡ. Юғары технологиялы производствола бер генә глобаль баҙар бар.
Миҙалдың икенсе яғы — яңылыҡтар тәҡдим итеү. Рәсәй иҡтисады һатып алыу ғына түгел, яңылыҡтар тыуҙырырға ла һәләтле.
Ауыл хужалығы — айырым тема. Иҡтисадыбыҙҙың аграр секторы һуңғы йылдарҙа йылдам үҫә. Алға киткән илдәрҙең барыһы ла тиерлек үҙҙәрендәге ауыл етештереүселәренә теге йәки был дәрәжәлә ярҙам күрһәтә, субсидиялай. Рәсәй ҙә был ғәмәлдән ситтә ҡалмай. Донъя баҙарындағы билдәһеҙлек, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың тирбәлеүе шарттарында аграр именлек, йәғни илдең үҙен туйындырыу һәләте иҡтисади һәм социаль тотороҡлолоҡтоң мөһим шарты булып тора.

Капиталды ҡайҙан алырға?

Капитал мәсьәләһен хәл итеү өсөн нимә эшләргә? Беренсенән, эске баҙар күләмен арттырырға. Һөҙөмтәлә туранан-тура инвестициялар һалыу мөмкинлеге артасаҡ. Был йәһәттән беҙ барыһын да эшләйбеҙ.
Икенсенән, илдәге эш шарттары, капиталды оҙаҡҡа һалыу өсөн уның ылыҡтырыу ҡеүәһе әлегә тиклем ҡәнәғәтләнерлек түгел. Һуңғы бер нисә йылда Президент Медведевтың башланғысы менән эш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҡайһы бер реформаларҙы башланыҡ. Әммә әлегә һиҙелерлек алға китеш юҡ. Юрисдикциялар конкуренцияһы йәһәтенән артта ҡалабыҙ — Рәсәйҙә эшләгән бизнес йыш ҡына милекте һәм килешеүҙәрҙе сит илдә теркәүгә өҫтөнлөк бирә. Бында эш һалым режимында ғына түгел. Төп проблема — таможня һәм һалым хеҙмәттәренән алып суд һәм хоҡуҡ һаҡлау системаһына тиклемге дәүләт вәкилдәренең эшендә асыҡлыҡтың һәм уларға йәмғиәт күҙәтеүенең етмәүе. Бында системалы коррупция хаҡында һүҙ бара.
Намыҫлы конкуренцияла еңергә әҙер булған бизнес өсөн мөмкинлектәрҙе арттырыу — төп системалы бурыс.
Өсөнсөнән, халыҡтың аҡсаһы капитал баҙарында эшләмәй тиерлек. Был халыҡтың иҡтисади үҫештән, иҡтисадты капиталлаштырыуҙы арттырыуҙан үҙенә тейешле килем алмауын аңлата. Халыҡ аҡсаһын коллектив инвестициялау фондтары, пенсия һәм ышаныҡлы фондтар аша инвестицияға йәлеп итеү программаларын эшләргә кәрәк.

Иҡтисадта дәүләттең өлөшөн кәметеү

Хәҙерге шарттарҙа иҡтисадҡа идара итеү сәнғәте дәүләт менән шәхси инициативаның әһәмиәте араһындағы нисбәтте аныҡ билдәләүгә ҡорола.
Донъя көрсөгө дәүләт идараһы яҡлыларға дәлилдәрҙе өҫтәне. Әммә беҙ Рәсәйҙең башҡа күп кенә илдәрҙән иҡтисадта дәүләт өлөшөнөң ҙур булыуы һәм көйләүҙә ярайһы уҡ етди ҡатнашыуы менән айырылып тороуын аңлайбыҙ. Беҙҙең иҡтисади сәйәсәт дәүләт көйләүе күләмен кәметеүҙе, регламенттарҙы баҙар механизмдары менән алмаштырыуҙы, административ контроль булдырыуҙы, йәғни яуаплылыҡты страховкалауҙы күҙ уңында тоторға тейеш.
Дәүләт компаниялары тарафынан Рәсәйҙә яңы активтарға эйә булыуҙы сикләргә ярамай.

Үҫештең макроэкономик шарттары

Рәсәйҙең яңы иҡтисады — ул заманса яғыулыҡ-энергетика комплексынан тыш, конкуренцияға һәләтле башҡа өлкәләр ҙә үҫтерелгән, үҙгәртеп ҡоролған иҡтисад. Ул — хеҙмәт етештереүсәнлеге юғары һәм энергияны файҙаланыу күләме түбән булған һөҙөмтәле иҡтисад. Ул — эш хаҡы мул булған юғары етештереүсәнле эш урындары, даими яңырыусан технологиялар иҡтисады. Ул — бәләкәй бизнес эш урындарының кәмендә яртыһын биләгән иҡтисад.
Яңыртылған иҡтисад һәр кемгә — эшҡыуарға ла, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә лә, инженерҙарға һәм квалификациялы белгестәргә лә — һәләттәрҙе тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирергә тейеш. Иҡтисадтың социаль үлсәменең мәғәнәһе — ошо. Киләһе мәҡәләмдә уның хаҡында һөйләшергә тәҡдим итәм.

(Мәҡәлә ҡыҫҡартып бирелде).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 290

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 257

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 323

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 345

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 254

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 332

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 243

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 252

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 319

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 234

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 114

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 211