Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » АҠШ менән мөнәсәбәт кире ялғанырмы?
Украинала парламент һайлауҙары уҙыуы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Валдай клубы”нда донъя сәйәсәтенә ҡарата сығышы уҙған аҙнаның төп ваҡиғалары иҫәбенә инде.


Киҫкен ҡарашлы парламент

26 октябрҙә Украинала Юғары Радаға депутаттар һайлау булды. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, унда президент Петр Порошенконың блогы 23-24 процент самаһы тауыш йыйған. Икенсе урында – премьер-министр Арсений Яценюктың “Халыҡ фронты”, өсөнсө баҫҡыста – Львов ҡалаһы мэры Анатолий Садовый етәкселек иткән “Үҙ ярҙам” партияһы. Быларҙан тыш, Юғары Радала түбәндәге берләшмәләрҙең вәкилдәре буласаҡ: элекке башлыҡ Виктор Януковичтың “Оппозиция партияһы” – ете, Олег Ляшконың радикаль партияһы – 6,4, милләтселекте алға һөргән “Азатлыҡ” – 6,3 һәм Юлия Тимошенконың “Батькивщина”һы 5,6 процент тауыш йыйған. Башҡаларҙың һөҙөмтәһе биш проценттан кәмерәк, тимәк, улар парламентҡа үтә алмай. Шуны ла билдәләргә кәрәк: Рада тәүге тапҡыр коммунистарһыҙ эшләйәсәк. Билдәле булыуынса, Украинала был йүнәлешкә ҡаршы эш алып барыла. Юғары Рада спикеры Александр Турчинов июлдә үк коммунистар фракцияһын тарҡатыу тураһында белдергәйне. Депутаттар был тәҡдимгә ыңғай тауыш бирҙе, Петр Порошенко иһә законды указы менән нығытып ҡуйҙы.
Һайлау дәррәү үтте тип әйтеп булмай. Тауыш биреүҙә исемлеккә ингән халыҡтың 40 проценты самаһы ғына ҡатнашҡан. Майҙа уҙған президент һайлауында иһә был һан күпкә юғары ине. Әлеге битарафлыҡ Украина халҡының бөгөнгө власҡа ышанмауын күрһәтә. Донбасс һәм Луганск өлкәләрендә лә күптәр мөһим саранан ситтә ҡалған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Юғары Раданың һигеҙенсе саҡырылыш депутаттары һайланды тип иҫәпләнә. Һөҙөмтә Арсений Яценюктың үҙ вазифаһында ҡалырын вәғәҙәләй. Ғөмүмән, бөгөнгө власть үҙ маҡсатына өлгәште, тип әйтергә кәрәк.
Радала Порошенко менән Яценюктың кешеләре күпселекте тәшкил итә. Радикаль идея менән һуғарылған “Уң көстәр” вәкилдәренең дә бер мандатлы округ буйынса парламентҡа үтеп инеүе һағайта. Партия етәксеһе Дмитрий Ярош илебеҙгә ҡаршы байтаҡ енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә, көс структуралары уға ҡарата халыҡ-ара эҙәрлекләү иғлан иткән. “Азатлыҡ”, “Батькивщина”, Олег Ляшконың радикаль партиялары ла идеялары буйынса унан ҡайтыш түгел. Йәғни парламенттың яртыһы тиерлек радикаль ҡарашлы милләтселәрҙән тора. Ғөмүмән, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итер алдынан Европаның үҙәгендә – Украинала – фашистик идея менән һуғарылған парламент барлыҡҡа килде...

Норвегия – ике ут араһында

Ошондай шарттарҙа Европа илдәре бер-бер артлы фашизмдан азат ителеүҙең 70 йыллығын билдәләй. Яңыраҡ Сербияла хәрби парад уҙғарылып, унда илебеҙ етәксеһе Владимир Путин да ҡатнашҡайны. Уҙған аҙнала иһә Норвегияның Финмарк өлкәһен немец фашистарынан азат итеүҙең 70 йыллығын билдәләнеләр. Ошо айҡанлы унда Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров барып ҡайтты. Билдәле булыуынса, Норвегия ЕС ағзаһы түгел, әммә был Союздың ҡыҫымы менән ирекһеҙҙән илебеҙгә ҡарата иғлан ителгән санкцияға ҡушылды. Әммә был Рәсәй – Норвегия мөнәсәбәттәренә кәртә була алмай. Сергей Лавров үҙенең коллегаһы Берге Бренде менән осрашыуы барышында ошо хаҡта белдерҙе.
Баренц диңгеҙе буйындағы Киркенес ҡалаһын фашистарҙан азат итеүҙең 70 йыллығына арналған сарала Норвегия короле Харальд V менән илдең премьер-министры Эрнь Сульберг та ҡатнашты. Улар совет ғәскәрҙәренә, тимәк, Рәсәй халҡына рәхмәт белдерҙе.

Иҡтисадта сағылмай ҡалмаҫ

Рәсәй менән АҠШ араһындағы мөнәсәбәт бөтөнләй киҫкенләште һәм яҡын арала яйланып китере бик икеле. Илебеҙ етәксеһе Сочи ҡалаһында уҙған “Валдай” халыҡ-ара әңгәмә клубында ошо хаҡта һүҙ алып барҙы, АҠШ-тың илебеҙ өсөн партнер булыуҙан туҡтауын белдерҙе. Ысынлап та, СССР тарҡалғандан һуң Америка яңыртылған Рәсәйгә икенсе төрлөрәк ҡарай башлағайны кеүек. “Һалҡын һуғыш” йылдарынан һуң ул үҙен еңеүсе тип хис итте һәм донъяла үҙ ҡағиҙәләрен урынлаштыра башланы. Әле лә ошо юлды дауам итә. Теге йәки был һылтау менән үҙенә оҡшамаған илдәргә ҡаршы һуғыш асыу, ҡайһы бер билдәле етәкселәрҙе властан ситләтеү булһынмы – барыһы ла уларҙың ҡулы менән башҡарылды. Ираҡ һәм Ливия лидерҙары Саддам Хөсәйен менән Муаммар Каддафиҙы алып ташлау, “ҡыҙғылт-һары” революциялар булдырыу ҙа АҠШ-тың аҫтыртын эше икәнлеге хәҙер һәр кемгә мәғлүм. Владимир Путин был хаҡта асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Сәйәси ыҙғыш, моғайын, иҡтисади хәлебеҙҙә лә сағылыш тапмай ҡалмаҫ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 261

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 336

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 322

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 236

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 117

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212