Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еребеҙҙе рөхсәтһеҙ аҡтаралар
Ҡаҙылма байлыҡ сығарғанда ҡаҙнаға һалым түләгән һәм һуңынан эш урынын тәртипкә килтергән эре предприятиеларҙан тыш рөхсәтһеҙ ер аҡтарыусылар ҙа күп. Нисек был өлкәлә тәртип булдырырға? Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа күптән түгел ошо проблеманы тикшерҙеләр.


– Ә бит тирә-яҡ мөхиткә былай ҙа ҙур зыян килә, ҡаҙылма байлыҡты рөхсәтһеҙ сығарыу арҡаһында эколо­гия­ға баҫым арта төшә, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урын­баҫары, эш төркөмө етәксеһе Руфина Шаһапова. – Шуға күрә закондар сыға­рыуҙа ла был йүнәлештә эш әүҙем­ләшә бара. Тик хәл итәһе мәсьәләләр күп әле, ҡаҙылма байлыҡ менән эш иткән хужалыҡ субъекттары өҫтөнән күҙәтеү юҡ кимәлдә.
Экология һәм тәбиғәттән файҙала­ныу министрлығы ошо ултырышта биргән мәғлүмәткә ярашлы, республикала 684 ятҡылыҡ бар. Рөхсәтһеҙ айырыуса ҡом һәм ҡомташ сығаралар. Ятҡылыҡтарҙа тәртип булдырыу буйынса ниндәйҙер кимәлдә эш башҡа­рыла: министрлыҡ, мәҫәлән, быйыл 3 сентябрҙә төрлө ойошмалар һәм ведомстволар менән берлектә ошо проблемаға арналған ҙур кәңәшмә үткәргән. Әммә...
– Министрлыҡ тикшереү үткәргән 140 ойошманың 111-ендә лицензия булмауы асыҡланған! Тимәк, күпселеге рөхсәтһеҙ эшләй түгелме? – тип аптыраны Руфина Алик ҡыҙы.
– Сәбәбе шунда: штраф һалыныуы был фирмаларҙы бер нисек тә ҡур­ҡытмай, – тине экология һәм тәбиғәт­тән файҙаланыу министры урын­ба­ҫары Илдус Яхин. – Әгәр ҙә беҙ уларҙы экскаваторҙарынан, башҡа төр ҡиммәтле техникаһынан мәхрүм итһәк, был закон боҙғандарҙы аҡылға ултыртыр ине, ләкин хосуси милекте тартып алырға ярамай.
– Уның кемдең милке икәнен белеүе лә ҡыйын, – тип ҡаршы төштө Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау буйынса район-ара прокуратураһы етәксеһе Рунар Шәйхетдинов. – Йыш ҡына экскаваторҙы, мәҫәлән, арендаға алыуҙары асыҡлана. Арендаға биреүсе уны нисек файҙаланыуҙары өсөн яуап­лы түгел. Эшләүселәрҙең бер ойошма менән дә хеҙмәт килешеүе төҙөмәгән осраҡтары ла күп – был саҡта кемгә штраф һалаһың?
– Тәбиғәтте бысратыу тураһында күп миҫал килтерелде бөгөнгө ултырышта, ләкин уларҙы һанап китеү менән генә эш бөтмәй бит әле, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты ағзаһы Фәнил Тайыпов. – Рөхсәтһеҙ эшләгән ойош­маларҙың нисәүһе үҙе боҙған ергә культивация үткәрҙе?
Был һорау яуапһыҙ ҡалды... Депутаттар файҙалы ҡаҙылмаларҙы закон­һыҙ сығарған өсөн енәйәт яуап­- лы­лығына тарттырыу буйынса ғәмәл­дәге ҡануниәткә төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 260

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 336

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 321

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 236

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 116

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212