Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәйәсәт сәнәғәткә лә бик мәслихәт
Күптән түгел Дәүләт Думаһы Хөкүмәт тарафынан әҙерләнгән “Рәсәй Федерацияһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында” закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡараны. Доклад менән сығыш яһаған Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрының беренсе урынбаҫары Глеб Никитин фекеренсә, ул киң йәмәғәтселек тикшереүен үтте, Федерация субъек­ттары һәм эшҡыуарҙарҙың яҡлауына лайыҡ булды. Документ яңы индустриаллашыу өсөн норматив нигеҙ булып, структур реформаларҙы аҙағына еткереү һәм эшкәртеү сәнәғәтен тиҙләтеп үҫтереүгә хеҙмәт итер тип күҙаллана.

Докладсының баҫым яһап әйтеүенсә, закон проекты өс проблеманы хәл итә: дәүләттең сәнәғәт сәйәсәтендәге ролен билдәләй, тармаҡ ҡанундарында ос­раған етешһеҙлектәрҙе бөтөрә һәм сәнәғәт эшмәкәрлегенә ярҙамдың яңы ысулдарын индереүгә булышлыҡ итә. Министр урынбаҫары шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың идеяһы буйынса булдырыласаҡ ватан сәнәғәтен үҫтереү фонды хаҡында ла телгә алып үтте һәм проект буйынса фекер алышыуҙа асыҡланасаҡ кәмсе­лектәрҙе икенсе уҡыуға бөтөрөү буйынса барлыҡ сараларҙың кү­ре­лә- сә­генә ышандырҙы.
Думаның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, пленар ултырышта “Рәсәй Федерацияһында милли сәнәғәт сәйәсәте тураһында” закон проекты менән билдәле депутат Елена Панина ла сығыш яһаған. Аталған документ 2008 йылда уҡ тәҡдим ителеүгә ҡа­ра­маҫтан, Рәсәй Хөкүмәтенең ҡаршылыҡ күрһәтеүе арҡаһында, тикшереүгә сығарылмаған. Ә бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа закондың граждандар, ил яҙмышы өсөн мөһимлеген танырға мәжбүрҙәр. Панина фекеренсә, Хөкүмәт индергән закон проектының 70- 80 проценты әле һүҙ барған документты ҡабатлай һәм альтернатива һанала алмай.
Ниһайәт, “һул көстәр” күптән һөйләй килгән документ ҡабул ителһен өсөн, ниндәйҙер дәрәжәлә нигеҙ барлыҡҡа килде кеүек. Ләкин Рәсәйҙә сәнәғәт сәйәсәте ғәмәлдә эш итһен өсөн, уны парламенттың ике пала­таһы ла ҡабул итеүе һәм Рәсәй Президенты тарафынан ҡул ҡуйылыу ғына етмәй.
Глеб Никитин билдәләп үтеүенсә, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында ағза булыу дәүләттең предприятиелар эшмәкәрлеген дәртләндереүҙә ҡатна­шыуын сикләй. Был да ғәжәп түгел, сөнки Көнбайыш илдәрендә капитал­дың тәбиғәте хосуси булып, уға ҡаҙна аҡсаһы бүлеү һалым түләүселәр хоҡу­ғын боҙоу иҫәпләнә. Ҡалыпҡа Рәсәй иҡтисады һыймай, әммә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында ағза булғас, талап менән иҫәпләшмәй ярамай. Был – бер.
Икенсенән, 2015 йылға дәүләт ҡаҙ­наһы ла сәнәғәтте үҫтереүҙән бигерәк оборона һәм именлек өлкәһенә сығым­дарҙың ҡырҡа артыуы, йәғни һәр егерменсе һумдың ошо маҡсатта то­то- но­ласағы менән әһәмиәтле. Был Кремлдән сыҡҡан инициативаға депу­таттарҙың төҙәтмә индерергә ынты­ласағы ышандырмай, ә бына Резерв фондындағы триллион һумдарҙы сәнә­ғәт сәйәсәтен ғәмәлләштереүгә йүнәл­теү ихтималлығы бар.
Сәйәсәт сәнәғәткә лә бик мәслихәт. Ҡайһы бер компетентлы белгестәр раҫлауынса, ватан иҡтисадын үҫт­е­реүҙең финанс сығымдары етерлек. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Абел Аганбегяндың күптән түгел Думала уҙған парламент уҡыуҙарында белдереүенсә, Рәсәй банктарының активы 55 триллион һумға етһә лә, ике проценты ғына сәнәғәтте үҫтереүгә булышлыҡ итә. Рәсәй Президентының төбәктәр иҡтисады буйынса кәңәшсеһе Сергей Глазьев та академикты йөпләп, ватан етештереүсеһенә оҙайлы һәм арзан кредит биреүҙе яйға һалырға кәрәклегенә баҫым яһаны. Рәсәй Банктары ассоциацияһы рәйесе Гарегин Тосунян кредит биреүҙә билдәлелек етешмәүгә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Владимир Лениндың образлы са­ғыш­тырыуынса, сәйәсәт – ул иҡтисад-тың үҙенсәлекле сағылышы. Ҡыҙ­ға- ­нысҡа ҡаршы, Көнбайыш даирә­ләре йоғонтоһо менән үҙ граждандары мәнфәғәттәрен яраҡлаштыра алмаған, сирек быуат буйына күсеү осоро ҡыйынлыҡтары артына ышыҡланырға яратҡан федераль власть ил граждандары өсөн лайыҡлы курсты таба алмай яфалана.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 287

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 320

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 341

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 252

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 317

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 231

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 113

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206