Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сикләүҙәр илебеҙҙе ситлектә тота алмай
Сикләүҙәр илебеҙҙе ситлектә тота алмай13 – 19 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Сербияла Белград ҡалаһын немец фашистарынан азат итеүҙең 70 йыллығына арналған хәрби парадта ҡатнашыуы, Италияның Милан ҡалаһында “Азия – Европа” саммиты үтеүе иғтибар үҙәгендә булды.


Сербия хеҙмәттәшлеккә ынтыла

Владимир Путиндың Белград ҡалаһын немец фа­шис­тарынан азат итеүҙең 70 йыллығына арналған хәрби парадта ҡатнашыуы – ҙур сәйәси әһәмиәтле ваҡиға. Рәсәй башлығы бында Сербия президенты Томислав Николичтың саҡырыуы буйынса килде.
Сарала урындағы халыҡ үҙен фашист ҡоллоғонан азат иткән Совет һалдаттарына мәңге рәхмәтле икәнлеген белдерҙе. Белград 1944 йылдың 20 ок­тябрендә азат ителгән булһа ла, хужалар байрамды уҙғарыу көнөн, Владимир Путин ҡатнаша алһын өсөн, 16 октябргә күсергән. Ошоноң менән генә лә Совет һалдатының бөгөнгө вариҫтары булған Рәсәй халҡына ихтирамын, һөйөүен белгертә алдылар. Әлбиттә, бай­рамдың көнөн күсереү илдәге оппозиция вәкилдәренә лә, Көнбайыш Европаның әсе телле сәйәсмәндәренә лә оҡшап етмәне. Тарихты белеп еткермәгәндәр иһә: “Сарала Рәсәй башлығы ҡатнашҡас, ни өсөн унда Петр Порошенконы ла саҡырмағандар? Белградты бит фашист ҡоллоғонан Совет Армияһының Украина фронты ғәс­кәрҙәре ҡотҡарған”, – тип яр һала. “Украина фронты” тигән төшөнсәне улар “Украина армияһы” менән бутай булһа кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был ил айырым дәүләт түгел, ә Советтар Союзының бер өлөшө генә булған бит. СССР Ҡораллы Көстәренең ошо йүнәлештә хәрәкәт иткән хәрби көстәренә “1-се Украина фронты”, “2-се Украина фронты” тигән исемдәр генә бирелгән. Унан килеп, бөгөнгө биләмәләрендә фашис­тар яғында Совет ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан бандерасылар тураһында ла оноторға ярамай. Әлбиттә, Сербия халҡы быны хәтеренән сығармаған һәм был сараға Петр Порошенконы саҡырыуҙы кәрәкле тип тапмаған.
Эш сәфәрендә Владимир Путин илдең премьер-министры Александр Вучич менән ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйлау хаҡында ла һөйләшеүҙәр алып барҙы. Билдәле булыуынса, Сербия – Европа союзына ағза булып инеүгә кандидат. Ә ЕС илебеҙгә ҡарата иҡтисади санкциялар иғлан итте. Ошондай шарттарҙа Сербия Европа союзы менән бәйләнештәрҙе өҙмәү, беҙҙең менән дә дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырыу яғында. “Беҙҙең тарафтан Рәсәйгә бер ҡасан да санкция иғлан ителмәйәсәк”, – тип белдерҙе Александр Вучич. Сербия менән Рәсәй араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килешелде. Килә­сәктә илебеҙ унда етештерелгән “FIAT” автомашиналарын һатып аласаҡ.
Әлбиттә, Путиндың Сербияла булып ҡайтыуы, ЕС тарафынан санкциялар иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең сит илдәрҙең күбеһе менән хеҙмәттәшлеккә ынтылыуы Көнбайыш Европа сәйәсмәндәренең зитына теймәй ҡалманы. Был Миландағы саммит барышында ла һиҙелде. Улар бит илебеҙгә санкциялар иғлан итеп, Рәсәйҙе “ҡулса” эсендә тоторға теләгәйне, килеп сыҡманы. Путиндың Миланға килеүе – шуға дәлил.
Тағы ла урларға теләһәләр...

Италияның Милан ҡалаһында үткән “Азия – Европа” (АСЕМ) саммитында 50-нән ашыу илдең етәкселәре булды. Рәсәй АСЕМ форумына 2010 йылда ғына ҡушылғайны, шунлыҡтан Владимир Путин был сарала тәүгә ҡатнашты.
1996 йылда Франция һәм Сингапурҙың башланғысы менән ойошторолған АСЕМ йылдан-йыл киңәйә бара. Әле унда 53 ил ағза булып тора. Донъялағы сауҙа әйләнешенең өстән ике өлөшө, тотош иҡтисадтағы тулайым продукттың 60 проценты АСЕМ өлөшөнә тура килә. Уның ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла торған саммиты быға ҡәҙәр Лаостың Вьентьян, Бельгияның Брюссель ҡалаларында үткәйне. Төп маҡсат иҡтисади бәй­ләнештәрҙе нығытыуға ҡайтып ҡала. Әле иһә илебеҙгә ЕС тарафынан ҡабул ителгән санкциялар, Рәсәйҙең уларға ҡарата яуап саралары бәйләнештәрҙе нығыта тип әйтеп булмай. Бындай тартҡылаштарҙан ике яҡ та ярайһы ҙур зыян күрә. Һөҙөмтәлә дөйөм иҡтисади үҫеш тотҡарлана. Миландағы саммитта ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү алғы планда торорға тейеш кеүек ине, әммә Украиналағы көрсөк ирекһеҙҙән үҙәк темаға әүерелде.
Владимир Путиндың Германия канцлеры Ангела Меркель, Бөйөк Британияның премьер-министры Дэвид Кэмерон, Франция президенты Франсуа Олланд, Италияның премьер-министры Маттео Ренци менән айырым һөйләшеүенә айырыуса ҙур иғтибар бирелде. Быларҙан тыш, Украина темаһы “Норманд форма­ты”нда – Рәсәй, Украина, Франция президенттары һәм Германия канцлеры ҡатнашлы­ғындағы осрашыуҙа – тикшерелде. Украина АСЕМ ағ­заһы түгел, шуға күрә форумға Петр Порошенко ҡунаҡ сифатында ғына саҡырылғайны. Уның Путин менән айырым осрашыуына ла ҙур әһәмиәт бирелде. Әле ЕС илдәрен дә, Украинаны ла газ мәсьәләһе борсой. Бына-бына ҡыш башланырға торғанда барыһына ла Рәсәй­ҙән “зәңгәр яғыулыҡ” кәрәк. Украина иһә илебеҙҙең газын ҡулланыу йәһәтенән муйындан бурысҡа батҡан (Владимир Путин белдереүенсә, ул 10 миллиард долларға яҡынлаша).
ЕС илдәре Украина биләмәһе аша үткән газ үткәр­гестәр өсөн дә борсола. 2008 – 2009 йылдарҙа унда Европа илдәре өсөн ебәрелгән Рәсәй газын урлап то­тон­ғайнылар инде. Быйыл да ошондай хәл ҡаба­тла­ныуынан ҡурҡалар.
Миландағы осрашыуҙа Рәсәй етәкселеге Украинаға ҡышҡы миҙгелдә газды мең кубометрын 385 доллар менән һатырға килеште. Путин был юлы ҡаты тор­маҡсы – “зәңгәр яғыулыҡ” Украина тарафынан элеккесә урлап тотонола башлай икән, Европа илдәренә газ ебәреү кәметеләсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 286

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 255

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 319

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 340

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 251

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 329

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 239

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 251

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 316

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 230

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 112

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 206